Ағиҙел (йылға): өлгөләр араһындағы айырма
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш) Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
ә r2.7.2) (бот изменил: hu:Belaja (folyó) на hu:Belaja (Káma) |
||
67 юл: | 67 юл: | ||
[[fr:Belaïa (Kama)]] |
[[fr:Belaïa (Kama)]] |
||
[[hr:Belaja (pritok Kame)]] |
[[hr:Belaja (pritok Kame)]] |
||
[[hu:Belaja ( |
[[hu:Belaja (Káma)]] |
||
[[it:Belaja (affluente della Kama)]] |
[[it:Belaja (affluente della Kama)]] |
||
[[ja:ベラヤ川 (ヴォルガ川水系)]] |
[[ja:ベラヤ川 (ヴォルガ川水系)]] |
12:07, 22 ноябрь 2012 өлгөһө
Ағиҙел | |
---|---|
Ишембайҙа Ағиҙел аша күпер Ишембайҙа Ағиҙел аша күпер | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 1430 км |
Бассейн | 142 000 км² |
Һыу сығымы | 950 м³/с (тамағында) |
Һыу ағымы | |
Инеше | Ирәмәл, Көньяҡ Урал |
· Координаталар | 54°32′20″ с. ш. 59°02′58″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Түбәнге Кама һыуһаҡлағысы |
· Координаталар | 54°32′20″ с. ш. 59°02′59″ в. д.HGЯO |
· Координаталар | 55°53′14″ с. ш. 53°36′14″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Башҡортостан |
РДҺР | 10010200112111100016731 |
Ағиҙел Викимилектә |
Ағиҙел, Башҡортостандағы иң ҙур йылға һәм төп һыу юлы. Кама йылғаһының һул яҡ ҡушылдығы. Уралтау итәгенән башлана. Оҙонлоғо — 1420 км, бассейнының майзаны — 141900 км2. Көмөштәй аҡ был йылға Ирәмәлтау тирәһенән баш ала. Үрендә һаҙамыҡлы үҙәндәрҙән үтә, Тирлән ҡасабаһынан түбәндәрәк ҡырҡа тарая, иңкеүҙәре текәрә. Белорет, Бөрйән ерҙәренән Урал тауҙары, ҡаялар араһынан аға. Уң ҡушылдығы Нөгөштө юлдаш итеп китә биргәс, иркен туғайлыҡтарға барып сығыр ерҙәрҙә үҙәне яйлап киңәйә. Ҡариҙел ҡушылғандан һуң Ағиҙел тигеҙлектәрҙән йәйрәп аға, иркен туғайҙарҙа ағымында боролмалар, бөгөлдәр яһап, тармаҡланып та киткеләй. Күп урында уң яҡ яры ҡалҡыуыраҡ.
Иң ҙур ҡушылдыҡтары:
- уң яҡтан: Нөгөш, Эҫем, Ҡариҙел, Бөрө, Тере Танып;
- һул яҡтан: Ашҡаҙар, Өршәк, Дим, Ҡармасан, Сәрмәсән, Баҙы, Сөн.
Йылға тамағынан Өфөгә тиклем суднолар даими, Мәләүез пристаненә хәтлем өҙөклөк менән йөрөй.
Борон-борондан ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ Ағиҙел буйлатып торлаҡ ҡороп, түлләп, ишәйеп, ҡотайып донъя көтә. Ағиҙел буйында бихисап ауылдар, Белорет, Мәләүез, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө, Благовещен, Бөрө, Дүртөйлө, Ағиҙел ҡалалары урынлашҡан.
Башҡорт халыҡ ижадында һәм йәнле һөйләштә Ағиҙел Иҙел тип тә йөрөтөлә. «Урал батыр» ҡобайырында «Көмөштәй бер аҡ йылға», «Иҙел батыр таҡҡан, ай, Аҡ йылғаһы» тигән юлдар бар. Боронғо төрки халыҡтарында Иҙел «һыу, йылға» тигәнде аңлата. Ағиҙелдең русса «Белая» тигән аты башҡортсанан туры күсермә: 1627 йылда сыҡҡан «Ҙур һыҙма китабы»нда һәм башҡа тарихи яҙмаларҙа Ағиҙел "Белая Воложка" тип атала.
Әҙәбиәт
- Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе / Баш мөхәррир Р.З.Шәкүров. Өфө: Башҡорт энциклопедияһы дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 696 бит, һүрәттәре менән.
- Сәлимйән Бәҙретдинов. Башҡортостан календары 2008 йылға.