Эстәлеккә күсергә

Мирзаянов Вил Солтан улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мирзаянов Вил Солтан улы
Тыуған көнө

9 март 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (89 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы, Дүртөйлө районы, Иҫке Кәңгеш ауылы

Ил

 СССР
 Рәсәй
 Америка Ҡушма Штаттары

Эшмәкәрлеге

Химик, публицист

Мирзаянов Вил Солтан улы (9 март 1935 йыл) — ғалим-химик. Химия фәндәре докторы (1985), профессор (1985). Экология һәм татар милли хәрәкәте эшмәкәре. Кавалло премияһы лауреаты (1996).

Киң мәғлүмәт саралары Мирзаяновты «Новичок» класындағы ағыулаусы матдәләр категорияһын эшләп сығарыусы тип атай, әммә Дәүләт Органик химия һәм технологиялар ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәрҙәре быны инҡар итә[1][2].

Вил Солтан улы Мирзаянов 1935 йылдың 9 мартында Башҡорт АССР‑ының Дүртөйлө районы Иҫке Кәңгеш ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. «Московские новости» гәзитендә үҙенең башҡорт сығышлы булыуы тураһында хәбәр итә. Уның ата-бабалары башҡорттарҙың ҡыр-йылан ырыуынан. Шәжәрәһе: Ҡазаҡ → Абдулла → Сәғит (1775—1855)[3] → Мырҙаҡай (Мирзаян; 1870—1902) → Әхмәтсолтан (1902—1986) → Вил[4].

1953 йылда Дүртөйлөнөң 1-се татар мәктәбен тамамлай. 1958 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү нескә химия технологияһы институтын тамамлай.

1958—1960 йылдарҙа Мәскәү ҡалаһында 4019‑сы почта йәшниге предприятиеһында эщләй.

1965 йылда химик фәндәре кандидатлығына диссертация яҡлай[5]. 1965—1992 йылдарҙа Дәүләт Органик химия һәм технологиялар ғилми-тикшеренеү институтында (1986—1990 йылдарҙа — бүлек начальнигы) хеҙмәт итә. Фәнни хеҙмәттәре газ хроматографияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә, хроматографик анализ ысулдарын эшләүгә һәм уларҙы углеводород газдарҙы айырыу өсөн ҡулланыуға, микроконцентрацияларҙа ағыулағыс матдәләрҙе билдәләүгә арналған[6]. 1985 йылда химик фәндәре докторлығына диссертация яҡлай[5].

1992 йылда Л. А. Фёдоров менән берлектә «Московские новости» гәзитендә «Ағыуланған сәйәсәт» (рус. «Отравленная политика») мәҡәләһен баҫтыра, бында улар Рәсәй хәрби-сәнәғәт комплексын тәнҡитләй һәм илдәге юғары власты "Химик ҡоралды тыйыу тураһында конвенция"ны боҙоуҙа ғәйепләй[7].

1992 йылдың 22 октябрендә дәүләт серен асыуҙа ғәйепләнеп (РСФСР Енәйәт кодексының 1-се бүлеге, 75 ст.) ҡулға алына. 1992 йылдың 3 ноябрендә Лефортово төрмәһенән Мәскәүҙән ситкә сыҡмау шарты менән иреккә сығарыла. 1994 йылдың ғинуарында йәнә ҡулға алына һәм 22 февралдә азат ителә. 1994 йылдың 11 мартында Рәсәй Федерацияһы генераль прокуроры ҡарары буйынса енәйәт эше туҡтатыла.

1995 йылда АҠШ-ҡа эмиграциялай. 1996 йылдан Нью-Джерси штатының Принстон университетында эшләй.

2008 йылдың 26 октябрендә Татар халҡының милли мәжлесе президиумына һайлана[8]. 2009 йылда Рәсәйҙән Татарстанды айырыуға арналған конференцияла «ҡыуылған хөкүмәттең премьер-министры» итеп һайлана[9].

2010 йылдың мартында Рәсәй оппозиционерҙарының «Путин китергә тейеш» мөрәжәғәтнамәһенә ҡул ҡуя.

  • Mirzayanov V. S. State secrets: an insider’s chronicle of the Russian chemical weapons program. — Denver, Colorado: Outskirts Press, 2008. — 624 p. — ISBN 978-1-4327-2566-2.
  1. Разработчик «Новичка» Владимир Углев: «Партии составляли от 20 граммов до нескольких килограммов»  (рус.), The Bell (20 март 2018). 21 март 2018 тикшерелгән.
  2. Андрей Веселов. «Отравить Скрипаля могли британцы». РИА Новости (20 март 2018). Дата обращения: 20 март 2018.
  3. Указлы мулла булып хеҙмәт итә
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. 5,0 5,1 Мирзаянов В. С. Выбор.
  6. Сәфәров М. Ғ. Мирзаянов Вил Солтан улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. В. Мирзаянов, Л. Фёдоров, Отравленная политика // Московские новости : газета. — № 38. — 20.09.1992.
  8. Радио «Азатлык»
  9. Татарское правительство в изгнании