Эстәлеккә күсергә

Молокандар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Молокандар
Рәсем
Әһәмиәтле кеше Зиновий Данилович Захаров[d] һәм Александр Степанович Проханов[d]
Нигеҙләүсе Уклеин, Семён Матвеевич[d]
Дәүләт  Америка Ҡушма Штаттары
 Мексика
 Рәсәй
 Украина
 Грузия
 Әзербайжан
 Әрмәнстан
Барлыҡҡа килеү урыны Тамбов губернаһы[d]
Нигеҙендәге текст Библия
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Штунда[d]
Рәсми сайт сдхм.рф
Кто представляет дини ойошма[d]
Бүленеп сыҡҡан Духоборы[d]
 Молокандар Викимилектә
Урыҫ күскенселәре (молокандар булһа кәрәк) Муған далаһында (ХХ быуат башы)

Молока́ндар — христиан диненендәге бер ағым вәкилдәре.

Рәсәй империяһында молоканлыҡ бидғәт тип һанала һәм император Александр I 1803 йылғы указына тиклем эҙәрлекләнә. Был указ иһә молокандарға бер аҙ еңеллек бирә. Молокандар 1805 йылдың 22 июлендәге «Молокан һәм духобор диненең азатлығы тураһында» исеме аҫтында батша указы булыу тарихын белә. Молокандарҙың береһендә молокан вәкилдәре Журавцов, Мотылев, Лосевтарҙың Мәскәүгә походы тураһында яҙма һаҡланған була, йәнәһе, Александр I уларҙың үтенесен һәм үҙ указын раҫлау өсөн "дәүләт советы"н йыйған. 1905 йылдың июлендә ошо яҙма Тифлис губернаһы Воронцовка ауылында юбилей съезы үткәреүгә сәбәп була.

Молокандар үҙ ҡараштары, дини йырҙары, тәғлимәте, байрамдарының айырмалыҡтары менән айырым дини хәрәкәтте тәшкил итәләр. Ошондай йүнәлештәр араһынан молоканлыҡта айырыуса «епшек молокандар» (һыуҙа суҡыныусылар) ырғыусы молокандар, шәмбе молокандары (шәмбе көнөн ихирам итеүселәр), «дух-и-жизниктар» («Дух и жизнь» («Рух һәм тормош») китабына табыныусылар, уны улар Библияның өсөнсө өлөшө тип иҫәпләүселәр) һәм башҡалар бар[1].

В. Верещагин. «Йәш молокан», 1865

Молокандар православныйҙарҙан Библия текстарына аллегорик һәм символик аңлатмалар биреү менән айырылалар. Үҙ тәғлимәтенә ярашлы улар:

  • Аллаһҡа «рухта һәм хәҡиҡәттә» табыныуҙы таныйҙар (Иоан. 4:23);
  • күренеп торған икона һәм тәрене танымайҙар;
  • изгеләштереүҙе танымайҙар;
  • дини иерархия кәрәклеген, клирҙы инҡар итәләр;
  • суҡынмайҙар;
  • түштәрендә тәре йөрөтмәйҙәр;
  • ризыҡ итеп сусҡа итен һәм спиртлы эсемлектәрҙе, тәмәке тартыуҙы һәм наркотиктарҙы ҡулланыуҙы ғонаһ тип иҫәпләйҙәр.
Молокан аҡһаҡалдары
Молокандар. 1870 йыл

1765 йылда Тамбов Диниә Консисторияһы Изге Синодҡа юллаған ғаризаһында Уклеин тәғлимәтен беренсе тапҡыр молоканлыҡ тип атай[2]. Күрәһең, уларға «молокандар» ҡушаматын православныйҙар биргән. Атаманың килеп сығышы тураһында бер нисә теория бар. Уларҙың береһенә ярашлы, молокандар ураҙа көндәрендә православие ҡанундары буйынса тыйылған һөт эскәндәр, шуның өсөн уларҙы молокандар тип исемләгәндәр[3]. Ҡайһы берҙәр «молокандар» атамаһын Молочная исемле йылға менән бәйләй, әлеге йылға Мелитополь өйәҙендә аға, ә молокандарҙы шул яҡҡа һөргөнгә ебәргәндәр. Шулай уҡ молокандар төрмәлә һәм армияла һөткә өҫтөнлөк биргәндәр тигән фараз да бар, сөнки молокандар сусҡа итен ашамайҙар, ә был итте һөттә бер нисек тә бешереп булмай. Молокандар үҙҙәре Библиялағы «рухи һөт» метафораһына һылтаналар (1Пет. 2:2)[4].

Иң тәүҙә, молокандар һәм духоборҙар «рухи христиандар» булараҡ берҙәм дини ағым булған. Семен Уклеин Илларион Побирохин менән танышҡандан һуң, үҙенең ҡатыны менән айырылыша һәм православие диненән рухи христианлыҡҡа күсә.1765 йылда консорциумда ҡаралғандан һәм динде булдырғандан һуң Семен Уклеин, ҡайһы бер сығанаҡтарға ярашлы, Тверитинов тәғлимәте менән таныш була, һуңынан ул Побирохиндың ҡайһы бер ҡараштарын ҡабул итә алмағанлыҡтан, рухи христианлыҡта яңы йүнәлеш аса[5].

Молоканлыҡҡа нигеҙ һалыусыларҙың исемдәре билдәһеҙ, әммә ошо тәғлимәтте таратыусы, элекке духобор Семен Уклеин икәне билдәле, уның ҡатыны Тамбов губернаһынан духоборҙар башлығы Илларион Побирохиндың ҡыҙы. Тамбовтан молоканлыҡ бик тиҙ арала Һарытау, Әстерхан, Воронеж һәм башҡа губерналарға тарала.

Ставрополь крайында байтаҡ молокан вәкилдәре йәшәй. Хәҙерге көндә Ставрополь крайында молокан общиналары:

Молокандар[6] үҙ тарихы дауамында күп ҡыйынлыҡтар һәм михнәттәр кисергән. Әгәр Александр I идара иткәндә мәхәллә власть мәрхәмәтендә булған булһа, Николай I килеүе менән эҙәрлекләүҙәр башлана. Молокан ғибәҙәт ҡылыу йыйылыштары, йолалар атҡарыу тыйыла, шулай уҡ уларҙы эшкә алыу тыйыла. Указ менән паспорттар биреү тыйылыуға ҡарамаҫтан, молокандар йәшәү урынына беркетеләләр, Рәсәй империяһының бөтә үҙәк губарналарында таралып йәшәгән молокандар сауҙа эшендә, ғөмүмән, эш табыуҙа, ҡыйынлыҡ кисерәләр.

1830 йылда Николай I указы буйынса молркандар һәм духоборҙар Кавказ аръяғы прровинцияларына ебәреләләр. Үҙ йорттарын, хужалыҡтарын ҡалдырып, улар Рәсәйҙең көньяғынан Кавказ аръяғына күсенергә мәжбүр ителә, бында улар яңы территорияларҙы, башлыса Мугань һәм Ставрополь крайын үҙләштерәләр. Ошо уҡ ваҡытта молокандар араһында дини энтузиазм көсәйә, сөнки улар араһынжа 1836 йылда Арарат тауы тирәһендә Ғайса пәйғәмбәрҙең меңъйыллыҡ дәүере башланыуы тураһында имеш-мимештәр тарала.

Шулай уҡ бик күп молокан ғаиләләре Украина далаларына оҙатыла, башлыса хәҙерге Запорожье өлкәһенә, молокандар унда хәҙерге көндә лә йәшәйҙәр[7].

Молокандар тәүгеләрҙән булып Амур өлкәһенә лә күсәләр. 1890 йылда уларҙың һаны 5454 кеше тәшкил итә[8].

XIX быуат аҙағында Рәсәйҙә молокандарҙың һаны 500 меңдән ашыу була. Уларҙың күбеһе Кавказ аръяғында (шул иҫәптән һуңынан Төркиә ҡарамағына күскән Карс өлкәһендә) һәм Төньяҡ Кавказда көн күрә.

Ҙур өлөшөн көньяҡ райондарында Владикавказдың көньяҡ районындағы бик ҙур район әлеге ваҡытҡа тиклем Молоканка тип исемләнә (Молокан слободаһы исеменән), күп кенә ҡоролмалары бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып ҡалған. Әлеге районда молокан йыйылыштары йорто эшен дауам итә, йыйылыштарҙа яҡынса 150 кеше йыйыла. Баҡылағы үҙәк ҡала баҡсаларының береһе Молокан баҡсаһы исемен йөрөтә (революцияға тиклем — Мария скверы, хәҙер рәсми рәүештә Хағани исемендәге баҡса); хәҙерге көндә лә Баҡы халҡы был баҡсаны элеккесә исемләй. Тббилисиҙа бер районды «Молокан баҙары» тип йөрөтәләр.

ХХ быуат башындағы һуғыштар һәм Карс әлкәһен Төркиәгә тапшырыу һөҙөмтәһендә молокандар үҙҙәренә яңы йәшәү урынын эҙләргә мәжбүр булалар. 1921 йылда, Карс өдкәһе бөтөнләй Төркиәгә бирелгәс, РСФСР-ҙың тулы хоҡуҡлы вәкиле Буду Мдивани молокандар араһында коммунистик идеяларҙы пропагандалап йөрөй. Молокандар коллектив хужалыҡ алып барғанға күрә, Совет властары йәшәү рәүеше буйынса молокандар уларға яҡын тип иҫәпләй. Әммә улар өсөн иң мөһиме дин булғанлыҡтан, улар Мдивани пропагандаһына ҡолаҡ һалмайҙар. Әммә Төркиә властарына совет вәкиленең килеп йөрөүе оҡшамай һәм улар молокандарҙан ҡотолоу юлдарын эҙләй башлай. 1962 йылда аҙаҡҡы молокандар Ставрополь далаларына күсеп ултыралар, сөнки ислам дине өҫтөнлөк иткән илдә артабан йәшәү хәүефле була башлай[9].

Молокандарҙы төрөк армияһы сафтарына саҡырыу башлана, шуның арҡаһында күпселек молокандар 1920 йылдарҙа АҠШ, Канада, Чили, Яңы Зеландия, Маньчжурияға күсеп китәләр. Ставрополь крайынан тыш, молокандар Әстерхан өлкәһендә хәҙерге көндә лә молокан вариҫтары йәшәй[10][11][6].

  • Преображенск, Ачикулак, Казьминск, Кочубеевск, Иваново ауылдарында, Иноземцево ҡасабаһында;
  • Буденновск (элекке Ҡарабағлы, Изге Тәре, Прикумск), Изобильный, Михайловскиҙа бар[12]

Совет хөкүмәте шулай күскенселәргә Сальск далаларында сиҙәм ерҙәрҙе, улар хәҙер Ростов өлкәһенең Целина районы составына инәләр. Унда хәҙерге ваҡытта ла бик әүҙем молокан ойошмалары бар[13].

Америка молокандары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1900-се йылдар башында бер нисә мең молокан АҠШ-ҡа (көнбайыш яр[14] һәм Мексикаға (төньяҡ-көнбайыш) күсенә.

1935 йылда Лос-Анджелес Архиепархияһы ординарийы Джон Джозеф Кэнтуэлл молокандар араһында католик миссияһын ойоштороу өсөн дин әһеле Михаил Недоточинды саҡыра һәм Эль-Сегундола Изге апостол Андрей Урыҫ католик сиркәүенеңмәхәлләһен булдыра[15].

Бөгөнгө көндә Ҡушма штаттарҙа үҙҙәрен молокан тип иҫәпләгән 20 мең самаһы кеше йәшәй, шул иҫәптән молокан ғибәҙәтханаларына 2 меңгә яҡын молокан даими йөрөй[16].

1997 йылда американ молокандары ярҙамында Ставрополь крайындағы Кочубеевск ауылында Молокан үҙәге асыла[17].

Краснодар крайында (Отрадненск районы) Яңы Ардоган Яңы утары була, унда молокандарҙы Карстан күсерәләр; 1 1900 йылдан 1978 йылға тиклем унда молокандар йәшәй, хәҙер зыяраты ғына ҡалған[18].

Билдәле вәкилдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Зиновий Захаров
  • Александр Степанович Проханов
  • Ставрополь крайы Левокумск районында казак-некрасовсылар һәм молокандар этноауылы бар[19].
  1. Taxonomy of Molokane, Pryguny and Dukh-i-zhizniki — songs, holidays, prophets, communion and books (инг.)
  2. Сектанства. Историко-статистическое описание Тамбовской епархии. 1911 год.
  3. Юлия Попова. Молокане: русские, которые нашли убежище на Кавказе (21.10.17). Дата обращения: 19 март 2019.
  4. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].
  5. Асиф Масимов Ариф оглы Асиф Масимов: История, кулинарные и бытовые традиции у молокан Ивановки. bookscriptor.ru. Дата обращения: 7 октябрь 2019. 2019 йыл 7 октябрь архивланған.
  6. 6,0 6,1 Семёнов, 2001
  7. Гузиков И. В. Калмыковы: от Таврии до Средней Азии и обратно // Мелитопольский краеведческий журнал. — Мелитополь: Союз краеведов Мелитопольщины, 2014. — № 3. — С. 74—81.
  8. Географическо-статистический словарь Амурской и Приморской областей, со включением некоторых пунктов сопредельных с ними стран / Сост. преп. Благовещ. муж. гимназии Александр Кириллов. — Благовещенск : тип. т-ва Д. О. Мокин и К°, 1894. — 4, IV, 543 с.; 25..
  9. кандидат исторических наук Самарина, Ольга Ивановна. Общины молокан на Кавказе: история, культура, быт, хозяйственная деятельность тема диссертации и автореферата по ВАК 07.00.02. Научная библиотека диссертаций и авторефератов disserCat. Дата обращения: 19 март 2019.
  10. Цивилизация российских молокан - исчезнувшая Атлантида в Карсе. РИА Новости (20150525T1740+0300Z). Дата обращения: 19 март 2019.
  11. Самарина, 2004
  12. Атлас общин. Дата обращения: 19 март 2019.
  13. Администрация Целинского района | Общественно-политическая жизнь района | Религиозные объединения. www.tselinaraion.ru. Дата обращения: 19 март 2019. 2019 йыл 14 март архивланған.
  14. Нитобург Э. А. Молокане в Америке // «США — ЭПИ». — М., 1997. — № 10.
  15. Колупаев В. О русских в Лос-Анджелесе — по документам итальянского центра «Христанская Россия» в Сериате" // Ежегодник историко-антропологических исследований. М, 2013
  16. Taxonomy of 3 Spiritual Christian groups: Molokane, Pryguny and Dukh-i-zhizniki. www.molokane.org. Дата обращения: 19 март 2019.
  17. Molokan Center, Kochubeevskoe, Stavropol'skii krai, Russian Federation. www.molokane.org. Дата обращения: 19 март 2019.
  18. Lyubomir Мизеракль. Из истории вероисповедания молокан (10 май 2012). Дата обращения: 19 март 2019.
  19. Ставропольском крае открылась этнодеревня казаков-некрасовцев 2013 йыл 2 ноябрь архивланған.
  • Бирюков П. Песни, псалмы и гимны русских сектантов, рационалистов и мистиков // История русской литературы. Т. 1. М., 1908.
  • Бороздин А. К. Очерки русского религиозного разномыслия. СПб., 1905.
  • Буткевич Т. И. Русские секты и их толки. М. 2018.
  • Высоцкий Н. Г. Первый опыт систематического изложения вероучения и культа «людей божиих». М., 1917.
  • Гузиков И. В. Нововасильевка молоканская // Мелитопольский краеведческий журнал : журнал. — Мелитополь: Союз краеведов Мелитопольщины, 2013. — № 1. — С. 27—29.
  • Дингельштедт Н. Закавказские сектанты в их семейном и религиозном быту. СПб., 1888.
  • Дубровин Н. Ф. Наши мистики-сектанты. Е. Ф. Татаринова и А. П. Дубовицкий // Русская старина, 1895, январь.
  • Каретникова М. С. Русское богоискательство. Национальные корни евангельско-баптистского движения. — Альманах по истории русского баптизма, третье издание. — СПб.: Библия для всех, Протестант, 2006. — С. 3—84. — ISBN 5-7454-0380-2.
  • Клибанов А. И. История религиозного сектантства в России (60-е г. XIX века — 1917 г.). М., 1965.
  • Костомаров Н. И. Воспоминания о молоканах // Отечественные записки, 1869, № 3.
  • Кудинов Н. Ф. Столетие молоканства в России. 1805—1905. Баку, 1905. [1](недоступная ссылка)
  • Кулаков А.Е. Религии мира. — М.: Астрель, 2003. — ISBN 5-17-017645-7.
  • Малахова И. А. Духовные христиане. — М.: Политиздат, 1970. — 128 с. — (Библиотека «Современные религии»). — 60 000 экз.
  • Матвеев В.А. Русская оседлость на Кавказе: особенности формирования во второй половине XVIII — начале XX вв.. — Ростов-на-Дону, Таганрог: Издательство Южного федерального университета, 2018. — 240 с. — ISBN 978-5-9275-2997-1.
  • Никольский Н. М. История русской церкви. М., 1983.
  • Плотников К. История и разбор учения рационалистических сект. Пг., 1914.
  • Пругавин А. С. Раскол и сектантство в русской народной жизни. М., 1915.
  • Рождественский Т. С., Успенский М. И. Песни русских сектантов и мистиков. СПб., 1912.
  • Терлецкий В. Н. Хилиастические течения в русском сектантстве. СПб., 1912.
  • Тульпе И. А. Курс лекций «Христианское сектантство в России» для студентов-религиоведов кафедры философии религии и религиоведения СПбГУ, 2001
  • Тульпе И. А. Христианство и изображение: опыт русского сектантства / И. А. Тульпе // Вестник Русской христианской гуманитарной академии. — 2008. — Т. 9. № 2. — С. 87-100
  • Федотов Г. Стихи духовные. Русская народная вера по духовным стихам. М., 1991.
  • Чухраєнко О. А. Молитовний будинок молокан в Астраханці // Мелитопольский краеведческий журнал, 2013, № 1, с. 27-29
  • Семёнов. История закавказских молокан и духоборов. — Ереван, 2001.
  • Самарина. Общины молокан на Кавказе. — Диссертация на соискание учёной степени кандидата исторических наук. — Ставрополь, 2004.