Мәғлүмәт технологиялары
Мәғлүмәт технологиялары | |
Непосредственной причиной является | мәғлүмәт |
---|---|
Ҡайҙа өйрәнелә | информатика[d] һәм информационные системы[d] |
Способствовавшим фактором является | данные[d] |
CIP коды | 11.0103 |
Мәғлүмәт технологиялары Викимилектә |
Мәғлүмәт технологиялары (ИТ, шулай уҡ — мәғлүмәт-коммуникация технологиялары[1][2]) — мәғлүмәтте эҙләү, йыйыу, эшкәртеү ресурстары (ISO/IEC 38500:2015)[3] тәҡдим итеү, таратыу процестары, эҙләү методтары һәм был процестарҙы һәм методтарҙы тормошҡа ашырыу саралары (Рәсәй Федерацияһының № 149-Федераль Законы)[4]; мәғлүмәтте йыйыу, һаҡлау, эшкәртеү, тапшырыу һәм файҙаланыу эштәрен башҡарғанда, компьютер, иҫәпләү техникаһы сараларын файҙаланыу алымдары, саралары һәм методтары (ГОСТ 34.003-90)[5];
Мәғлүмәт технологиялары — мәғлүмәт булдырыу, һаҡлау, идара итеү һәм эшкәртеү технологияларына бәйле, шулай уҡ иҫәпләү техникаһын ҡулланған фәндәр һәм эшмәкәрлек өлкәһенең киң класы.
Ғәҙәттә был терминды компьютер һәм компьютерҙар селтәренә бәйле ҡулланалар, әммә ул шулай уҡ телевидение һәм телефон һымаҡ мәғлүмәт таратыу технологияларын да үҙ эсенә ала. Ҡайһы бер сәнәғәт төрҙәре, мәҫәлән, аппарат саралары, программа менән тәьмин итеү, электроника, ярым үткәргес, Интернет, телеаралашыу йыһаздары, электрон коммерция, компьютер хеҙмәттәре мәғлүмәт технологиялары менән бәйле.
Мәғлүмәт системаһы һәм технологиялары белгестәрен йыш ҡына ИТ- йәки IT-белгестәр тип атайҙар.
Мәғлүмәт технологиялары дисциплинаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Киң мәғәнәлә ИТ, фәҡәт компьютер технологиялары менән генә сикләнмәйсә, мәғлүмәтте булдырыу, тапшырыу, һаҡлау һәм ҡабул итеүҙең бөтә өлкәләрен үҙ эсенә ала. Шулай ҙа ИТ-ын йыш ҡына тап компьютер технологиялары менән ассоциациялайҙар, һәм был осраҡлы түгел: компьютер барлыҡҡа килеүе, элегерәк баҫма, унан һуң телевидение килеп сыҡҡандағы кеүек, ИТ-ны яңы кимәлгә күтәрҙе.
Мәғлүмәт технологиялары тармағы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәғлүмәт технологиялары тармағы мәғлүмәт системаларын булдырыу, үҫтереү һәм ҡулланыу менән шөғөлләнә. Мәғлүмәт технологиялары, компьютер техникаһы һәм башҡа юғары технологияларҙың ҡаҙаныштарына, йәғни иң яңы коммуникация сараларына, программа тәьмин итеүҙәренә һәм ғәмәли тәжрибәһенә нигеҙләнеп, уны рациональ ҡулланып, кешелек тормошоноң һәм хәҙерге заман йәмғиәтенең бөтә ваҡытты, хеҙмәтте, энергияны һәм матди ресурстарҙы кәметеүгә ынтылып, мәғлүмәт процесын эффектив ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеүенә хеҙмәт итә. Мәғлүмәт технологиялары хеҙмәттәр күрһәтеү, идара өлкәһе, сәнәғәт етештереүе, социаль процестар менән үҙ-ара тәьҫир итешәләр һәм йыш ҡына уларҙың бер өлөшө булып торалар[6].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Мәғлүмәт технологиялары» термины хәҙерге ваҡытта аңлатҡан мәғәнәһендә 1958 йылда Harvard Business Review баҫмаһында сыҡҡан мәҡәләлә донъя күрә; авторҙары Гарольд Дж. Ливитт һәм Томас Л. Уислер «яңы технологияның әлегә бер төрлө килешелгән атамаһы юҡ. Беҙ уны мәғлүмәт технологиялары (ИТ)» тип атаясаҡбыҙ тип төшөндөрөп биргән[7]. Уларҙың аңлатмаһы өс категориянан: эшкәртеү ысулдарынан, компьютер программалары ярҙамында ҡарар ҡабул итеү өсөн статистик һәм математик методтарҙы ҡулланыуҙан һәм фекерләүҙең юғарыраҡ кимәлендә моделләштереүҙән тора.
1960-сы йылдарҙа, тәүге мәғлүмәт системаларының (ИС) килеп сығыуы һәм үҫеше менән бергә, мәғлүмәт технологиялары әүҙем үҫешә башлаған.
IBM компанияһы 1956 йылда 305 RAMAC компьютер системаһы компоненты сифатында тәүге ҡаты диск сығарған. Бөгөн һанлы мәғлүмәттең күпселеге элеккесә магнитлы рәүештә ҡаты дисктарҙа йәки оптик рәүештә компакт-диск кеүек йөкләгестәрҙә һаҡлана. 2002 йылға саҡлы мәғлүмәттең күпселеге аналог ҡоролмаларында устройства һаҡланған, әммә үткән йылда һанлы күләм тәүге тапҡыр аналог ҡоролмаһынан артып сыҡҡан. 2007 йылға ҡарата торош шундай: донъяла һаҡланған 94 % мәғлүмәт һандарҙа: 52 % ҡаты дисктарҙа, 28 % оптик ҡоролмаларҙа һәм 11 % һанлы магнит таҫмала һаҡланған. Донъяла электрон ҡоролмаларҙа мәғлүмәт һаҡлау күләме 1986 йылда 3 эксабайттан һәр өс йыл һайын яҡынса 2007 йылда 295 эксабайтҡа артҡаны иҫәпләнгән.
Хәҙерге мәғлүмәт технологияларының (ИТ) төп һыҙаттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алгоритмдар мәғлүмәттәрен һанлы алмашыу стандарттарының структурланыуы;
- Компьютерҙа һаҡлауҙы киң ҡулланыу һәм мәғлүмәтте тейешле күренештә биреү;
- Һанлы технологиялар ярҙамында сикһеҙ арауыҡҡа мәғлүмәтте ғәмәлдә тапшырыу.
Төп саралар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәғлүмәт технологиялары мәғлүмәт менән идара итеүгә кәрәк барлыҡ ресурстарҙы, бигерәк тә компьютерҙарҙы, программа тәьмин итеүҙе һәм мәғлүмәтте булдырыу, һаҡлау, идара итеү, тапшырыу һәм эҙләү селтәрҙәрен солғап алған. Мәғлүмәт технологиялары түбәндәгесә төркөмләнеүе мөмкин[8]:
- Техник саралар;
- Коммуникация саралары;
- Ойоштороу-методик тәьмин итеү;
- Стандартлаштырыу.
Селтәрҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге ваҡытта мәғлүмәт тапшырыуҙың төрлө селтәрҙәре бар — бөтә төп ҡоролмалар араһында мәғлүмәт тапшырыу каналдары һәм коммутирлаусы ҡоролмалар (селтәр узелдары) менән берләшкән хәбәр менән алмашыуҙы тәьмин итеүсе элемтә ҡоролмалары (терминалдар) йыйылмаһы.
Мәғлүмәт тапшырыуҙың селтәрҙәренең түбәндәге төрҙәре бар:
- Дөйөм ҡулланыш телефон селтәрҙәре — абонент элемтә селтәрҙәренә инеү маҡсатында телефон аппараттары, Автоматик телефон станциялары (АТС) һәм мәғлүмәт тапшырыу ҡоролмалары ҡулланыла;
- Компьютер селтәрҙәре — төп ҡоролмалары компьютер булған селтәрҙәр.
Телефон
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2003—2004 йй. тиклем Интернетҡа тоташыуҙың төп, ә хәҙерге көндә иҫкергән методы — дөйөм ҡулланыш телефон селтәрҙәренә тоташҡанда модем файҙаланыу. Ул бөтә кәрәкле функцияға эйә булһа ла, Интернет менән файҙаланыусыларҙың күбеһе киң һыҙатлы тоташтырыуҙы хуплай. Европа Союзының, Австрияны, Финляндияны һәм Португалияны индермәгәндә, барлыҡ илдәрендә тиерлек телефон линияһының йорт хужалыҡтарына тоташтырылыу дәрәжәһе бик юғары. Шуға ҡарамаҫтан, Испанияла төп (тар һыҙатлы) телефон селтәрҙәренә тоташтырыу ғәмәлдә юҡҡа сыҡҡан. 2003 йылда половина всех интернет-тоташтырыуҙарҙаң яртыһы телефон ярҙамында тормошҡа ашырылған. Хәҙерге ваҡытта интернет-тоташтырыуҙарҙаң 97 % киң һыҙатлы тоташтырыу системалары аша эшләнә. Тоташтырыуҙарҙың 95 % тиерлек 1 Мбит/с тиҙлегенән ҙурыраҡ йә уға тигеҙ тиҙлек менән томошҡа ашырыла.[9][10].
Киң һыҙатлылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Киң һыҙатлы термины үҙ эсенә мәғлүмәтте тапшырыуҙың, Интернетҡа тоташтырыуҙың юғарыраҡ тиҙлеген тәьмин итеүсе технологияларҙың киң диапозонын индерә. Был технологиялар үткәргес сымдар йәки сүс-оптик кабелдар файҙалана.
Multilink dial-up
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ике йәки күберәк тоташтырыуҙы берләштереү юлы менән алыҫ тоташтырыу булдырып һәм уны бер мәғлүмәт каналы тип ҡарап, юғары үткәреү һәләтен тәьмин итә. Бының өсөн ике йәки күберәк модем, телефон линиялары, һәм иҫәп һандары, шулай уҡ был технологияны хуплаусы провайдер талап ителә. Был вариант, ISDN, DSL һәм башҡа хәҙерге заман технологияларына тиклемге, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә популяр булған. Ҡайһы бер етештереүселәр был методҡа ярҙам итеү маҡсатында махсус модемдар ҙа булдырған[11][12].
ISDN
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]ISDN (ингл. Integrated Services Digital Network) — хеҙмәттәрҙең интеграцияһына эйә һанлы селтәр. Телефон элемтә хеҙмәттәрен һәм мәғлүмәт менән алмашыуҙы берләштереү мөмкинлеген бирә. Атамаһын 1981 йылда XI CCITT төркөмө тәҡдим иткән. ISDN төп тәғәйенләнеше — абонент үткәреү линияһы буйынса 64 кбит/с тиҙлеге менән мәғлүмәт тапшырыу һәм интеграцияланған телекоммуникация хеҙмәттәрен (телефон, факс, һ. б.) тәьмин итеү. Был маҡсатта телефон сымдарын файҙаланыу ике өҫтөнлөккә эйә: улар бар һәм терминал ҡоролмаһына ток сығанағы йәғни энергия биреү өсөн файҙаланылыуы мөмкин. ISDN селтәрендә трафиктың төрлө төрҙәрен берләштереү өсөн TDM (ингл. Time Division Multiplexing, ваҡыт буйынса мультиплексирование) технологияһы ҡулланыла. Мәғлүмәттең һәр тибы өсөн элементар канал (йәки стандарт канал) тип аталған айырым һыҙат бүлеп бирелә. Был һыҙат өсөн үткәреүҙең килешелгән, тәғәйенләнгән һыҙат өлөшө гарантиялана. Һыҙат бүленеүе, каналдан тыш сигнализация каналы тип аталған айырым канал буйынса CALL сигналын биргәс кенә, мөмкин.
xDSL
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]xDSL (ингл. digital subscriber line, һанлы абонент линияһы) — дөйөм ҡулланыштағы телефон селтәренең абонент линияһының үткәреү һәләтен байтаҡҡа күтәреп, микроэлектрониканың һәм сигналды һанлы эшкәртеү методтары ҡаҙаныштарына нигеҙләнеп эффектив һыҙыҡлы кодтарын һәм һыҙыҡтың хаталаныуҙарын төҙәтеүҙең адаптив методтарын ҡулланыу технологиялары ғаиләһе. xDSL технологияһы 90-сы йылдар уртаһында ISDN һанлы абонент тамамланыуына альтернатива булараҡ барлыҡҡа килде. xDSL-дың төп типтарына ADSL, HDSL, IDSL, MSDSL, PDSL, RADSL, SDSL, SHDSL, UADSL, VDSL ҡарай. Бөтә был технологиялар абонент телефон линияһы аша юғары тиҙлектәге һанлы инеүҙе тәьмин итә. xDSL-дың ҡайһы бер технологиялары үҙенә генә хас эшкәртеү булып торһа, икенселәре әлегә ябай теоретик моделдәрҙән ғибәрәт, шул уҡ ваҡытта өсөнсөләре киң ҡулланылған стандарттарға әйләнгән. Был технологияларҙың төп айырмаһы булып мәғлүмәттәрҙе кодлаштырыуҙа ҡулланылған модуляция алымдары тора.
ЛЭП буйынса элемтә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Электр тапшырыу линияһы буйынса элемтә — тауышлы мәғлүмәтте йә мәғлүмәттәрҙе тапшырғанда, Электр тапшырыу линияһын файҙаланған бер нисә төрлө системаны тасуирлаусы термин. Йышлығы 50 йәки 60 Герц булған стандарт алмаш ток өҫтөнә аналог сигналды һалып, тауышты һәм мәғлүмәттәрҙе тапшыра алыусы селтәр. PLC BPL-ды (ингл. Broadband over Power Lines — мәғлүмәттәрҙе 200 Мбит/с тиҙлек менән тапшырыуҙы тәьмин итеүсе электр тапшырыу линиялары (ЛЭП) ярҙамында киң һыҙатлы тапшырыуҙы), һәм NPL-ды (ингл. Narrowband over Power Lines — мәғлүмәттәрҙе Электр тапшырыу линияһы ярҙамында байтаҡҡа кәмерәк, 1 Мбит/с тиҙлеге менән, тар һыҙатлы тапшырыуҙы) үҙ эсенә ала.
ATM
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]ATM — (мәғлүмәттәрҙе тапшырыуҙың асинхрон ысулы) — мәғлүмәтте тәғәйенләнгән дәүмәлдә (53 байт[13]) һәм кәрәҙ һымаҡ (cell) тапшырыуға нигеҙләнгән һәм шуның 5 байты баш исем өсөн ҡулланылған компьютер селтәре, юғары етештереүсәнлекле коммутация һәм мультиплексирлау технологияһы. Мәғлүмәтте синхрон ысул менән тапшырыуҙан айырмалы рәүештә (STM — ингл. Synchronous Transfer Mode), ATM битрейты ныҡ айырымланған йәки үҙгәреүсән мәғлүмәтте тапшырыу хеҙмәттәрен башҡарыу өсөн яҡшыраҡ ҡулайлашҡан.
Кәрәҙле бәйләнеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нигеҙендә кәрәҙле селтәр ятҡан мобиль радиобәйләнеш төрҙәренең береһе. Төп үҙенсәлеге дөйөм ҡаплау зонаһы айырым нигеҙ станцияларҙың (БС) ҡаплау зоналары менән билдәләнгән кәрәҙҙәргә бүленеүҙән тора. Кәрәҙҙәр өлөшләтә яңынан ябыла һәм бергә селтәр барлыҡҡа килтерә. Идеаль (тигеҙ һәм төҙөлмәләрһеҙ) яҫылыҡта бер нигеҙ селтәрҙең ҡаплау зонаһы түңәрәк хасил итә, һәм уларҙан төҙөлгән селтәр алты мөйөшлө кәрәҙгә оҡшаған. Селтәр бер үк йышлыҡтағы диапазонда эшләгән яҫылыҡта таралған селтәр трансиверы йәки ҡабул итеү-тапшырыу, һәм хәрәкәт итеүсе абоненттың ағымда ҡайһы ерҙә булғанлығын билдәләү мөмкинлеген биргән, шулай уҡ абонент бер ҡабул итеү-тапшырыу зонаһынан икенсе ҡабул итеү-тапшырыу зонаһына күскән сағында ла, бәйләнештең өҙлөкһөҙлөгөн тәьмин итеүсе коммутирлаусы ҡоролма.
Электр элемтәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Электромагнит сигналдар ярҙамында, мәҫәлән, сымдар, сүс-оптик кабель йәки радио буйынса мәғлүмәт тапшырыу ысулы, элемтә төрө. Хәҙерге заманда алыҫ араларға мәғлүмәт тапшырыу телеграф, телефон, телетайп электр ҡоролмалары ярҙамында, радио һәм микротулҡын нурландырыку (СВЧ-связи), шулай уҡ тапшырыуҙың сүс-оптик линиялары (ВОЛС), спутник бәйләнеше һәм глобаль мәғлүмәт-аралашыу Интернет селтәре буйынса тормошҡа ашырыла. Электр элемтәһе принцибы хәбәр сигналдарын (өн, текст, видео (оптик мәғлүмәт) беренсел электрик сигналға әйләндереүгә нигеҙләнгән. Үҙ сиратында, беренсел электрик сигналдар тапшырыусы ярҙамында уларҙың ҡылыҡһырламаһы элемтә линияһы ҡылыҡһырламаһы менән яраҡлашҡан икенсел электрик сигналы булып үҙгәртелә. Артабан элемтә линияһы ярҙамында икенсел сигналдар ҡабул иткес ҡоролмаға тапшырыла. Ҡабул итеү ҡоролмаһында икенсел сигналдар өн, оптик йәки текст мәғлүмәте күренешендә ҡабат хәбәр сигналы булып үҙгәртелә.
Аппарат менән тәьмин итеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хисап системаларын аппарат менән тәьмин итеү — компьютерҙар һәм компьютер селтәрҙәре эшләгән ҡоролмаларҙың дөйөм атамаһы. Перифериялағы ҡоролмалар — аппарат менән тәьмин итеүҙең компьютерға мәғлүмәтте индереү йәки мәғлүмәтте компьютерҙан алыу рөхсәтен биргән мөһим өлөшө.
Терминалдар ҡулланыусыларҙың мәғлүмәт яҫылығына инеү нөктәһе сифатында сығыш яһай.
Персональ компьютер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Компьютер — (ингл. computer — «иҫәпләүсе»), бер ҡулланыусы эксплуатациялауы өсөн, йәғни шәхси ҡулланыуға тәғәйенләнгән электрон ҡоролма. Персональ компьютерҙарға (артабан — ПК) шартлы рәүештә шулай уҡ конкрет кеше шәхси компьютеры булараҡ теләһә ниндәй башҡа компьютерҙы ла ҡаратырға була. Кешеләрҙең ҙур күпселеге ПК сифатында өҫтәл һәм төрлө күсермә компьютерҙарҙы (лэптоптар, планшет компьютерҙары) ҡуллана. Баштараҡ компьютер хисап машинаһы булараҡ барлыҡҡа килгән булһа, ПК сифатында ул башҡа маҡсаттарҙа — компьютер селтәрҙәренә инеү сараһы һәм компьютер уйындары платформаһы булараҡ, һәм шулай уҡ график интерфейстар менән эшләү өсөн ҡулланыла.
Кәрәҙле телефон
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кәрәҙле селтәрҙә эшләү өсөн тәғәйенләнгән мобиль телефон; кәрәҙ селтәре ҡаплау зонаһы территорияһында телефон бәйләнешен башҡарыу маҡсатында радио ҡабул итеү-тапшырыуҙы һәм традицион телефон коммутацияһын (компьютер селтәрҙәрен) ҡуллана. Хәҙерге заманда кәрәҙле бәйләнеш — мобиль бәйләнештең иң киң таралған төрҙәренең береһе. Шуның өсөн кәрәҙле телефондарҙан тыш, спутник телефондары, радиотелефондар, магистраль элемтә (транкинг системаһы) аппараттары мобиль телефон тип аталһа ла, ғәҙәттә мобиль телефон тип тап кәрәҙле телефонды ғына атайҙар.
Телевизор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сымһыҙ каналдар йәки кабель буйынса (шул иҫәптән телевидение программаларын йәки видеосигналды яңынан барлыҡҡа килтереү ҡоролмаларынан - мәҫәлән, видеомагнитофон) һүрәтте һәм тауышты ҡабул итеүсе һәм күрһәтеүсе хәҙерге заман электрон ҡоролмаһы.
Уйын ҡушылмаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Компьютер видеоуйындары өсөн эшләнгән һәм булдырылған махсуслаштырылған электрон ҡоролма. Уйындарҙы сығарыу өсөн иң ҡулланлған ҡоролма булып телевизор йәки, һирәгерәк осраҡта, компьютер мониторы тора — шуның өсөн бындай ҡоролмаларҙы ҡушылма тип атайҙар ҙа (сөнки улар бойондороҡһоҙ күрһәтеү ҡоролмаһына ялғаналар йәки ҡушылалар). Портатив (кеҫә) уйын системалары үҙҙәренең эсенә урынлаштырылған күрһәтеү ҡоролмаһына эйә (бер нимәгә лә ҡушылмайҙар), шуның өсөн уларҙы уйын ҡоролмалары тип атау бер ни тиклем уңайһыҙ. Баштан уҡ уйын ҡушылмалары персональ компьютерҙарҙан бер нисә мөһим билдәһе — улар, телевизорҙы төп күрһәтеү ҡоролмаһы сифатында ҡулланыуҙы күҙаллағанлыҡтан, персональ компьютерҙар өсөн булдырылған стандарт периферия ҡоролмаларының күпселеген — компьютер клавиатураһы йәки модемды хупламауҙары менән айырылалар ине. Бер нисә йыл алдараҡ һатылыусы бөтә ҡушылмалар тиерлек, башҡа ҡушылмаларҙы хупламау шарты менән, проприетар программа тәьмин итеүен йәғни хосуси уйындарҙы башлау өсөн тәғәйенләнә ине. Әммә, уйын ҡушылмаларының үҫеүе менән, ҡушылмалар һәм персональ компьютерҙар араһындағы айырма яйлап юйыла барҙы — ҡайһы бер ҡушылмалар клавиатура, ҡаты диск, хатта операция системаларын (Linux) индереүҙе рөхсәт итеүе мөмкин. Ҡайһы бер ҡушылмаларҙың схемалары һәм тәьмин итеүе, иҫкәрмә рәүешендә, ирекле лицензия менән таралыуы мөмкин. Уйын ҡушылмалары баҙары сағыштырмаса ябай электрон телевизион уйын системаларынан (Pong ҡушылмаһы) беҙҙең көндәрҙә, ҡеүәтле күп функциялы уйын системаларына әйләнеп, үҫеште.
Хеҙмәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Электрон почта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бүленгән (шул иҫәптән Интернет глобаль) компьютер селтәр буйынса «хаттар» йәки «электрон хаттар» тип аталған электрон хәбәрҙәрҙе таратыу һәм ҡабул итеү технологияһы һәм ул тәҡдим иткән хеҙмәттәр. Электрон элементтар составы һәм эш принцибы буйынса ғәмәлдә, терминдарын (почта, хат, конверт, һалыу, йәшник, тапшырмалы һ.б.), үҙенсәлектәрен — ҡулланыу ябайлығы, хәбәрҙәрҙе тапшырыуҙы тотҡарлау, етерлек ышаныслы һәм шул уҡ ваҡытта тапшырмалылыҡ гарантияһының булмауы — үҙләштереп, ғәҙәттәге (ҡағыҙ) почта системаһын ҡабатлай. Электрон почтаның яҡшы яғы булып: кеше еңел ҡабул итерлек һәм иҫендә ҡалдырырлыҡ төр адрестар (иҫәп яҙмаһы, ҡулланыусы_исеме; @ Доменлы исеме, домен_исеме (мәҫәлән, somebody@example.com); ябай ғына, форматлаштырылған тексты ла, шулай уҡ ирекле файлдарҙы ла тапшыра алыу мөмкинлеге; серверҙарҙың бойондороҡһоҙлоғо (дөйөм осраҡта улар бер-береһенә туранан-тура мөрәжәғәт итә); хәбәрҙе тапшырыуға етерлек юғары ышаныс; кеше һәм программалар ҡулланыуының етерлек ябайлығы. Электрон почтаның етешһеҙлектәре: спам һымаҡ күренештең булыуы (бик күп реклама һәм вирус таратыу); конкрет хатты гарантиялы тапшырыуҙың теоретик яҡтан мөмкин булмауы; хәбәрҙе тапшырыуҙың тотҡарланыу мөмкинлеге (бер нисә тәүлеккә тиклем); бер хәбәрҙең дәүмәленә һәм почта йәшнигендәге (ҡулланыусылар өсөн персональ рәүештә) дөйөм хәбәрҙәрҙең дәүмәлен сикләүҙәр.
Эҙләү системаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Интернетта мәғлүмәт эҙләү мөмкинлеген биреүсе веб-ҡушымталы (веб-интерфейслы) программа-аппарат комплексы. Эҙләү системаһы тип ғәҙәттә системаның интерфейсы (фронт-энд) урынлаштырылған сайт күҙ уңында тотола. Эҙләү системаһының программа өлөшө булып эҙләү машинаһы (эҙләү движогы) тора — эҙләү системаһының функционаллеген тәьмин итеүсе һәм ғәҙәттә эҙләү системаһын эшләгән компанияның коммерция серен һаҡлаған (программа менән тәьмин итеүсе) программалар комплексы. Эҙләү системаларының күпселеге мәғлүмәтте Бөтә донъя селтәрендә эҙләй, ләкин шулай уҡ файлдарҙы FTP-серверҙарҙа, тауарҙарҙы интернет-магазиндарҙа, мәғлүмәтте Usenet яңылыҡтар төркөмөндә эҙләргә һәләтле системалар бар. Эҙләүҙе яҡшыртыу — хәҙерге заман интернетының өҫтөнлөклө бурыстарының береһе (эҙләү системалары эшмәкәрлегендә төп проблемаларҙы Тәрән селтәр мәҡәләһендә ҡара). Net Applications компанияһы мәғлүмәттәре буйынса,[14] 2011 йылдың ноябрендә эҙләү системаларын ҡулланыу түбәндәгесә бүленгән:
- Google — 83,87 %;
- Yahoo! — 6,20 %;
- Baidu — 4,22 %;
- Bing — 3,69 %;
- Yandex — 1,7 %;
- Ask.com — 0,57 %;
- AOL — 0,36 %.
Технологик потенциал һәм үҫеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гильберт һәм Лопес технологик прогрестың (үҙенә күрә Мур законы) экспоненциаль үҫешен мәғлүмәт эшкәртеүсе бөтә машиналарҙың 1986 һәм 2007 йылдар араһында сағыштырма ҡеүәттең йән башына һәр 14 ай һайын ике тапҡыр артҡанын билдәләй; телекоммуникацион мөмкинлектәрҙең глобаль потенциалы йән башына һәр 34 ай һайын икеләтә арта; донъяла мәғлүмәт һаны йән башына һәр 40 ай һайын (йәғни һәр өс йыл һайын) икеләтә арта, ә мәғлүмәтте тапшырыу яҡынса 12,3 йыл һайын йән башына икеләтә артыу тенденцияһына эйә[15].
Рәсәй буйынса статистика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тимур Фәруҡшин (Рәсәйҙә International Data Corporation (IDC) һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһендә консалтинг буйынса директор) 2010 йылға йыйылған мәғлүмәттәргә ярашлы, Рәсәй, үҫешкән Көнбайыш Европа илдәренән һәм АҠШ-тан ИТ-ҡоролмаларға тотонған аҡса сығымдары буйынса 3-5 тапҡырға ҡалышып, донъяның алдынғы илдәренең беренсе тиҫтәһенә инде. Рәсәйҙә авторлыҡ хоҡуғын боҙоу (программа менән тәьмин итеүҙе һатып алыуға) йән башына байтаҡҡа кәмерәк аҡса тотонола, был сығымдар пункты буйынса Рәсәй АҠШ-тан 20 тапҡырға, Көнбайыш Европаның алдынғы илдәренән — 10 тапҡырға, ә уртаса донъя күрһәткесе буйынса — 55 % апртҡа ҡалған. 2010 йылда ИТ-хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса Рәсәй бары тик 22 урын алған һәм уртаса донъя күрһәткесе буйынса 66 %-ҡа артта ҡалған[16].
ИТ-белгестәр баһалауы буйынса, Рәсәйҙә ИТ-технология үҫешенең төп проблемаһы булып төрлө рәсәй төбәктәре араһында һанлы өҙөклөк тора. 2010 йыл статистикаһы буйынса, Мәскәү, Санкт-Петербург, Томск өлкәһе менән сағыштырғанда, был өлкәлә артта ҡалған төбәктәрҙең: Дағстан һәм Ингушетия, Ханты-Мансы автономия округы — Югра (Ханты-Мансийск) һәм Ямал-Ненец автономия округтарының ҡайһы беренең артта ҡалыу күрһәткестәре артыу тенденцияһына эйә. 2010 йылда, алдынғылары менән сағыштырғанда, артта ҡалған төбәктәрҙә интернетҡа ингән мәктәптәр нисбәте — 1/2,2 булған саҡта, һәм ИТ-белгестәр һәм халыҡтың дөйөм белем кимәле алдынғы төбәктәрҙә, артта ҡалғандары менән сағыштырғанда, түбән — 1/11,2 нисбәтендә һаҡланған;[16].
IDC аналитиктары, Рәсәйҙә 2011—2015 йй. сығымдарҙы фаразлап, мәғлүмәт технологиялары үҫешенә аҡса ағымы тенденцияларының йүнәлеше тураһында отчёт төҙөгән. IDC фаразлауына ярашлы, ошо биш йыллыҡ осорҙа Рәсәйҙең мәғлүмәт технологияларына уртаса йыллыҡ сығымдары үҫеше 11,6 % тәшкил итәсәк. 2015 йылда мәғлүмәт технологиялары үҫешенә йыллыҡ аҡсалата сығым 41,1 миллиард АҠШ долларына етәсәк[17].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәғлүмәти инфраструктура
- Мәғлүмәт технологиялары буйынса олимпиадалар
- Мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә енәйәттәр
- Юғары технологиялар
- Донъя илдәрендә мәғлүәмәт-коммуникация технологиялары үҫеше индексы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ISO/IEC/IEEE 24765:2010 Systems and software engineering — Vocabulary
- ↑ Когаловский М. Р. и др. Глоссарий по информационному обществу 2020 йыл 31 март архивланған. / Под общ. ред. Ю. Е. Хохлова. — М.: Институт развития информационного общества, 2009. — 160 с.
- ↑ ISO/IEC 38500:2015, Corporate governance of information technology: resources required to acquire, process, store and disseminate information
- ↑ Федеральный закон от 27 июля 2006 года № 149-ФЗ «Об информации, информационных технологиях и о защите информации»
- ↑ ГОСТ 34.003-90 Автоматизированные системы. Термины и определения
- ↑ Информационные процессы в различных сферах деятельности // Сайт о коммуникативных процессах 2014 йыл 2 ноябрь архивланған.
- ↑ Harold J. LeavittThomas L. Whisler. "Management in the 1980’s" . Harvard Business Review (1958).
- ↑ Информационные технологии / С. Д. Кузнецов // Излучение плазмы — Исламский фронт спасения. — М. : Большая российская энциклопедия, 2008. — С. 493. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 11). — ISBN 978-5-85270-342-2.
- ↑ Substitució de fixos per mòbils 2011 йыл 25 июль архивланған.
- ↑ Entrevista a Sebastián Muriel, director general de Red.es, analitzant la situació de la Societat de la Informació a Espanya. 8/1/2008(недоступная ссылка)
- ↑ «Bonding: 112K, 168K, and beyond» 1997 йыл 10 декабрь архивланған., 56K.com
- ↑ «Diamond 56k Shotgun Modem», maximumpc.com
- ↑ Здесь и далее в статье размер байта считается равным 8 битам.
- ↑ Search engine market share (инг.)
- ↑ «The World’s Technological Capacity to Store, Communicate, and Compute Information», Martin Hilbert and Priscila López (2011), Science (journal), 332(6025), 60-65; free access to the article through here: martinhilbert.net/WorldInfoCapacity.html
- ↑ 16,0 16,1 Евгения Волынкина: Информационное общество: пролёт неизбежен // Журнал «ИКС» № 09 (2011), стр. 17
- ↑ Наталья Лаврентьева: Аналитики назвали отрасли с самыми быстрорастущими ИТ-затратами в России // cnews.ru 2015 йыл 25 апрель архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Портал «Компьютерные технологии» | |
Информационные технологии Викиһүҙлектә | |
Информационные технологии Викидәреслектә | |
Информационные технологии Викимилектә | |
Информационные технологии Викияңылыҡтарҙа | |
Проект «Информационные технологии» |
- Информационная технология по ГОСТ 34.003-9
- Сайт ООН Информационно-коммуникационные технологии
- Александр Латкин. Технологии, которые изменили мир — М.: «Манн, Иванов и Фербер», 2013. — С. 360. — ISBN 978-5-91657-009-0
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.