Нежданова Антонина Васильевна
Нежданова Антонина Васильевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 16 июнь 1873[2][3][4] |
Тыуған урыны | Одесса, Херсон губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 26 июнь 1950[2][5][1][…] (77 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР[2][5] |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | опера йырсыһы, музыка педагогы, университет уҡытыусыһы |
Эш урыны | П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы |
Уҡыу йорто | П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы |
Ғилми дәрәжә | сәнғәт фәндәре докторы[d] |
Йырсы тауышы | колоратурное сопрано[d] һәм сопрано[d] |
Фах | колоратурное сопрано[d] |
Музыка ҡоралы | вокал[d] |
Жанр | классик музыка |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Нежданова Антонина Васильевна Викимилектә |
Нежданова Антонина Васильевна (1873 — 1950) — рус һәм совет опера йырсыһы (лирик-колоратура сопрано), педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1936). Хеҙмәт Геройы (1925). I дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1943). Сәнғәт фәне докторы (1944).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нежданова Антонина Васильевна 1873 йылдың 4 (16) июнендә (башҡа сығанаҡтар буйынса — 1873 йылдың 17 (29) июлендә [6]) Одесса янындағы Кривая Балка ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған.
Бала сағында сиркәү хорында йырлаған. 1883—1891 йылдарҙа Одессаның Мария гимназияһында уҡыған. 1885 йылдың ноябренән 1886 йылдың башына тиклем Император рус музыка йәмғиәтенең (хәҙер — А.В.нежданова исемендәге Одесса музыка исемендәге милли академия) фортепиано класында уҡый. Музыка уҡытыусыһы С. Рубинштейн булған[7]. Гимназияны тамамлағандан һуң Одесса ҡатын-ҡыҙҙар училищеһында рус һәм немец теле уҡытыусыһы була. Гастролдәргә йөрөүсе рус һәм итальян йырсылары ҡатнашлығында спектаклдәргә йөрөй (М. И. Фигнер, М. Баттистини, Дж. Гальвани), (башлыса халыҡ йырҙарын) һәүәҫкәр кисәләрҙә, хәйриә концерттарында йырлай.
1902 йылда Мәскәү консерваторияһын У. Мазетти класы буйынса тамамлай, һәм тигҙҙән Ҙур театрға солист булып саҡырыла, унда утыҙ йылдан ашыу хеҙмәт итә, рус һәм сит ил композиторҙары операларында төп партияларҙы башҡара.
Йырсыға ҙур билдәлелекте М.И.Глинка «Жизнь за царя» операһында Антонида роле һәм Н. А. Римский-Корсаковтың «Царская невеста» операһында Марфа роле килтерә
1912 йылда уның карьераһында берҙән-бер тапҡыр Европала — Париж операһында Дж. Вердиҙың «Риголетто» операһында Джильда партияһын башҡара.
Опера партияларынан тыш шулай уҡ камера вокаль әҫәрҙәрен башҡара, йыш ҡына ансамблдә ире Н.С. Голованов менән бергә сығыш яһай. Йырсының киң репертуарына (700-ҙән ашыу әҫәр) С. В. Рахманинов, П. И. Чайковский, Л. ван Бетховен, Ф. Шуберт, И. Ф. Стравинский һ. б. әҫәрҙәре инә, ҙур урынды урыҫ, белорус һәм украин халыҡ йырҙары, романстар биләй. С.Н. Василенконың Тарихи концерттарында ҡатнаша. Сит илдәрҙә (1922) һәм СССР ҡалаларында концерттар бирә.
Тәнҡит фекере буйынса, йырсының тауышы асыҡ, дөрөҫлөгө һәм колоратура техникаһы менән айырылып тора. Тыумыштан матур тауышҡа эйә булмаған йырсы, тикшеренеүселәр фекере буйынса, ныҡышмалы дәрестәр һөҙөмтәһендә үҙ тауышының диапазонын шаҡтай киңәйтә, барлыҡ регистрҙарҙа тулы яңғырашлы, киң кантилена, иҫ киткес виртуозлыҡҡа ирешә.
Төрлө йылдарҙа сәхнәлә йырсының партнерҙары П. Словцов, Л. Собинов, Ф.Шаляпин була
1917 йылдан алып киң музыкаль-йәмәғәт эшмәкәрлеге алып бара. Эшселәр, крәҫтиәндәр, Ҡыҙыл Армия яугирҙәре өсөн шефлыҡ концерттарында ҡатнаша
1924 йылдан радиола сығыш яһай. Грампластинкаларға яҙыла.
1936 йылдан Ҙур театрҙың опера студияһында, К.С. Станиславский исемендәге Опера студияһында, 1943-1950 йылдарҙа Мәскәү консерваторияһында уҡыта (1943 йылдан — профессор). Уның уҡыусылары араһында — И. И. Масленникова, А Д. Масленников, М.. П. Максакова, Т.А. Воскресенская, Л. О. Гриценко, Р. В. Котова, Л. В. Лубенцова, Н. Добриянова (Болгария) һәм башҡалар.
Вокал сәнғәте буйынса күп кенә мәҡәләләр авторы. Уның редакцияһы аҫтында 11 вокаль әҫәрҙәр йыйынтығы сыға.
Нежданова Антонина Васильевна 1950 йылдың 26 июнендә Мәскәүҙә вафат була. 29 июндә Новодевичье зыяратында ерләнә (участка № 3).
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ире — Голованов Николай Семенович (1891—1953), дирижер, хормейстер, пианист, композитор, педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1948)
- Ике туған ағаһы — Касьянов Владимир Павлович (1883—1960), актер, режиссер.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Император театрҙарының атҡаҙанған артисы (1912)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1919)[8]
- РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1925)[9]
- СССР-ҙың халыҡ артисы (1936)
- Хеҙмәт Геройы (1925)
- Беренсе дәрәжә Сталин премияһы (1943) — театр-вокал сәнғәте өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштары өсөн
- Ике Ленин ордены (02.06.1937, ?)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1933)
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы
- «Мәскәүҙең 800-йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
- Сәнғәт фәне докторы (1944)
Партиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Антонида («Иван Сусанин» М. И. Глинки, 1902)
- Джильда («Риголетто» Дж. Верди, 1902)
- Людмила («Руслан и Людмила» М. И. Глинки, 1902)
- Микаэла («Кармен» Ж. Бизе, 1903)
- Розина («Севильский цирюльник» Дж. Россини, 1903)
- Лакме («Лакме» Л. Делиба, 1903)
- Маргарита («Фауст» Ш. Гуно, 1903)
- Лейла («Искатели жемчуга» Ж. Бизе, 1903)
- Церлина («Фра-Дьяволо» Д. Обера, 1905)
- Татьяна («Евгений Онегин» П. И. Чайковского, 1906)
- Волхова («Садко» Н. А. Римского-Корсакова, 1906)
- Царица ночи («Волшебная флейта» В. А. Моцарта, 1906)
- Снегурочка («Снегурочка» Н. А. Римского-Корсакова, 1907)
- Эльза («Лоэнгрин» Р. Вагнера, 1908)
- Шемаханская царица («Золотой петушок» Н. А. Римского-Корсакова, 1909)
- Филина («Миньон (опера)» А. Томы, 1912)
- Манон («Манон» Ж. Массне, 1915)
- Марфа («Царская невеста» Н. А. Римского-Корсакова, 1916)
- Иоланта («Иоланта» П. И. Чайковского, 1917)
- Царевна-лебедь — «Сказка о царе Салтане» Н. А. Римского-Корсакова
- Парася («Сорочинская ярмарка» М. П. Мусоргского) (первая исполнительница)
- Нинетта («Любовь к трём апельсинам» С. С. Прокофьева)
- Джульетта («Ромео и Джульетта» Ш. Гуно)
- Маргарита Валуа («Гугеноты» Дж. Мейербера)
- Мими («Богема» Дж. Пуччини)
- Виолетта («Травиата» Дж. Верди)
- Царевна («Кащей Бессмертный» Н. А. Римского-Корсакова)
- Констанца («Похищение из сераля» В. А. Моцарта
- Забава Путятична («Добрыня Никитич» А. Т. Гречанинова) (первая исполнительница)
- Франческа («Франческа да Римини» С. В. Рахманинова) (первая исполнительница)
- Герда («Оле из Нордланда» М. И. Ипполитова-Иванова) (первая исполнительница)
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Одесса Мария гимназияһы бинаһында йырсыға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
- 1950 йылдан Одесса консерваторияһы (хәҙер Одесса милли музыка академияһы) А.Нежданова исемен йөрөтә.
- 1951 йылда Мәскәү консерваторияһының опера класына А. Нежданова исеме бирелә.
- Мәскәүҙә, Брюсов тыҡрығының йырсы йәшәгән 7-се йортона (1962—1994 — Нежданова урамында), мемориаль таҡтаташ ҡуйылған; 1951 йылда бында А.Нежданованың Музей-фатиры асыла. 1952 — Нежданова исемендәге Вокаль-ижад кабинеты.
- Йырсыға С.В. Рахманиновтың вокализы, фортепиано һәм тауыш өсөн уның иң билдәле әҫәрҙәренең береһе бағышланған.
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Антонина Васильевна Нежданова / А.Анисимов. — 1-е. — Москва: Искусство, 1953. — 15 с. — (Большой театр СССР). — 10 000 экз.
- Антонина Васильевна Нежданова.Материалы,воспоминания,исследования / В.А.Васина-Гроссман. — 1-е. — Москва: Искусство, 1967. — 544 с. — 40 000 экз.
- Поляновский Г. Антонина Нежданова. — М., 1970.
- Нежданова Антонина Васильевна // Отечественные певцы. 1750—1917: Словарь / Пружанский А. М. — Изд. 2-е испр. и доп. — М., 2008.
- Статья М. Лобановой об А. В. Неждановой.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #14064301X // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Antonina Nezhdanova // Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ Antonina Wassiljewna Neschdanowa // https://www.fembio.org/biographie.php/frau/frauendatenbank?fem_id=20611 (нем.)
- ↑ 5,0 5,1 Нежданова Антонина Васильевна // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Театральная Энциклопедия. драма опера балет оперетта цирк эстрада драматург режиссёр
- ↑ Большая биографическая энциклопедия - рубинштейн софья григорьевна. www.terminy.info.Дата обращения 24 июня 2017.
- ↑ Реферати Українською, курсові, дипломи - скачати безкоштовно на UkrReferat.com
- ↑ Нежданова Антонина Васильевна
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Антонина Нежданова на belcanto.ru
- Биография, фотографии Неждановой
- Фотография: Н. А. Обухова, А. В. Нежданова, К.Г.Держинская, В.Р.Петров, Н.С.Голованов, 1912 [1]
- 16 июндә тыуғандар
- 1873 йылда тыуғандар
- Одессала тыуғандар
- 26 июндә вафат булғандар
- 1950 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Мәскәү консерваторияһын тамамлаусылар
- Ленин ордены кавалерҙары
- СССР-ҙың халыҡ артистары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- РСФСР-ҙың халыҡ артистары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артистары
- Хеҙмәт Геройҙары
- Сопрано
- СССР-ҙың академик музыканттары
- Рәсәйҙең академик музыканттары
- Мәскәү консерваторияһы уҡытыусылары
- Сәнғәт ғилеме докторҙары
- Сталин премияһы лауреаттары
- XX быуат музыка педагогтары
- Рәсәй музыка педагогтары
- СССР музыка педагогтары
- Алфавит буйынса педагогтар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- XX быуат опера йырсылары
- Рәсәй опера йырсылары
- СССР опера йырсылары
- Алфавит буйынса йырсылар
- XX быуат йырсылары
- Рәсәй йырсылары
- СССР йырсылары