Эстәлеккә күсергә

Палдиски

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Палдиски
Paldiski
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Эстония

Регион

Харьюмаа

Координаталар

59°21′ с. ш. 24°03′ в. д.HGЯO

Мэр

Каупо Каллас

Беренсе мәртәбә телгә алынған

XVII быуат

Элекке исеме

Рогервик, Балтик порты, Ба́лтиски[1]

Ҡала с

1783

Майҙаны

60,17 км²

Халҡы

4081[2] кеше (2012)

Милли состав

урыҫтар — 67 %
эстондар — 25 %

Сәғәт бүлкәте

UTC+2

Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

paldiski.ee

Палдиски (Эстония)
Палдиски
Палдиски
Палдиски (Харьюмаа)
Палдиски

Па́лдиски (эст. Paldiski), тарихи исемдәре Рогервик (швед. Rågervik), Балти́к порты, Ба́лтиски (эст. Baltiski)[1]Эстониялағы ҡала, Фин ҡултығында урынлашҡан порт.

Палдиски ҡалаһы Харьюмаа өйәҙендә, Эстонияның баш ҡалаһы Таллиндан 52 саҡрым алыҫлыҡта, Фин ҡултығының яр буйында урынлашҡан. Ул Кейла, Вазалемма һәм Падизе өйәҙҙәре менән сиктәш. Ҡаланың территорияһы акваторияһы һәм Пакри утрауҙары менән бергә 102 км² самаһы тәшкил итә.

Халҡы
Йыл  Бөтәһе[3]
2007 4 170
2010 4 125
2012 4 081

Халыҡ һаны 4,1 мең кеше (2010). Милли составы: урыҫтар — 67 %, эстондар — 25 %. Барлығы ҡалала 31 милләт вәкиле йәшәй.

XIV быуаттан ярымутрауҙа шведтар йәшәгән һәм ҙур булмаған ҡәлғә төҙөлгән.

1718 йылдың 23 июлендә Пётр I Пакри ҡултығында шәхсән хәрби портҡа нигеҙ һалған, уның эргәһендә ауыл да булған. 1723 йылдан рәсми атамаһы Рогервик (швед. Rågervik), 17621922 йылдарҙа — Балтик Порты[4], артабан Балтиски, 1934 йылдан — Палдиски.

1840 йылдағы Балтик порты

Порт һәм ҡәлғәне төҙөү 17161726 йылдарҙа барған, Пётр I үлгәндән һуң туҡтатылған. Пакри ярымутрауында (Pakri poolsaar) һәм Кесе Роогэ утрауында Пётр I йорт һалынған. Пётр ҡәлғәһе һәм доктары ҡалдыҡтары хәҙер ҙә күренә. Пётр I порт һәм уның һаҡлағыс молы проекты һыҙмаһын үҙе төҙөгән. Ул шулай уҡ сауҙагәрҙәр гаванының, ҡалаһының һәм адмирал верфының урынлашыу ерен билдәләгән.

1724 йылдың 22 октябрендә Пакри мағы төҙөлгән. Ул Балтик диңгеҙенең иң боронғо маяҡтарының береһе.

1728 йылда ағас сиркәү төҙөлгән.

1762 йылда киң масштаблы төҙөлөштө Екатерина II яңынан дауам иттергән. Был эштең етәксеһе итеп генерал-фельдмаршал Иоһанн Буркхардт Христофор йәғни граф Миних тәғәйенләнгән.

1762 йылдың 20 авгусында Рогервик ҡалаһы Балтик Порты тип исемләнгән. 1764 йылдың июлендә ҡалаға Екатерина II килгән. 1768 йылдың 18 ноябрендә порт яҙмышы тураһындағы Сенатҡа докладында Екатерина II, Кронштадтты төҙөп бөтөрөүгә бар иғтибарҙы йүнәлтеп, бөтә бындағы төҙөлөш эштәрен туҡтатып торорға бойороҡ биргән.

1770 йылда Екатерина II ҡушыуы буйынса һалдат, офицерҙар, һөнәрселәр һәм сауҙагәрҙәр балалары өсөн беренсе мәктәп асылған[5].

1775 йылда Балтик портына һөргөнгә 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр ихтилалы ҡатнашыусыһы, Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаев, атаһы Юлай Аҙналин менән, 1775 йылдың 29 ноябрендә һөргөнгә килтерелгән. Салауат Юлаев каторгала 26 сентября 1800 йылдың 26 сентябрендә вафат булған һәм Палдискиҙа ерләнгән. Ҡала паркы территорияһында уға һәйкәл ҡуйылған.

Ҡала мэрияһы

1787 йылда Балтик Порты Эстляндия губернаһының өйәҙһеҙ (штаттан тыш) ҡала статусын алған.

17841787 йылдарҙа архитектор Иоһанн Мор проекты буйынса таштан Георгий сиркәүе төҙөлгән. XIX быуат аҙағында уны архитектор Эдельсон проекты буйынса уның үҙгәртеп ҡоралар.

1870 йылда ҡалаға саҡлы Балтик Порты — Таллин (Ревель) — Санкт-Петербург Балтик тимер юлы һалынған.

1876 йылда ҡалала диңгеҙ училищеһы асылған һәм үҙенең бинаһына эйә булған. Диңгеҙ училищеһының беренсе етәксеһе Рига диңгеҙ училищеһы сығарылыш уҡыусыһы А. Фельдхун булған. 18761897 йылдарҙа училищела 463 уҡыусы булған. Бында Эстляндская губернаһы территорияһындағы диңгеҙ училищелары араһында иң юғары уҡытыу кимәле булған[6].

1912 йылдың июнендә Балтик порты гаванында Император Николай II һәм Германия империяһы кайзеры Вильгельм II осрашҡан, улар «Штандарт» һәм «Гогенцоллерн» яхталарында килгән.

Беренсе донъя һуғышы осоронда ҡала хәрби хәрәкәттәр аренаһына әүерелгән. 1916 йылдың 11 ноябрендә 2 сәғәт 30 минутта 10-сы герман флотилияһының немец эсминецтары ярты сәғәт дауамында орудиеларҙан Балтик портын утҡа тотҡан. Порт ҡоролмаларына , ә һуңынан ҡалаға 162 фугас һәм шрапнель снарядтары менән атҡандар. 24 бина, шул иҫәптән вокзал һәм күҙәтеү посы вышкаһы зыян күргән, 10 кеше, шуларҙан 8 кеше ғәҙәти тыныс тормош кешеләре һәләк булған[7].

Беренсе Эстон республикаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1922 йылда Беренсе Эстон Республикаһы осоронда ҡалаға Палдиски тигән яңы исем биргәндәр, һәм был «Балтийский» тигән рус атамаһы үҙгәртелеп алынған.

1939 йылдың октябрендә Советтар Союзы эстон хөкүмәте менән килешеү буйынса ҡортомға алыу хоҡуғы нигеҙендә Палдискиҙа хәрби база урынлаштыра. 1941 йылда Эстония территорияһында Бөйөк Ватан һуғышы хәрби хәрәкәттәр башланыуға Пакри ярымутрауында һәм Пакри утрауҙарында яр буйы оборонаһы урынлаштырылған. Порт хәрби караптар урынлаштырыу өсөн файҙаланылған. Хәрби аэродром төҙөлгән.

Икенсе донъя һуғышы осоронда Рига ҡултығынан совет флотын сығарыу урыны булараҡ хеҙмәт иткән. 1941 йылдың 28 авгусынданемец ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алынған. Совет ғәскәрҙәре сигенгән саҡта яр буйы оборонаһы батареялары шартлатылған[8]. Немец оккупацияһы ваҡытында ярымутрауҙа немец абвер разведкаһы хәрби-диңгеҙ базаһы һәм мәктәбе булған[9]. 1944 йылдың 24 сентябрендә Балтик флоты десантының Таллин операцияһы барышында азат ителгән.

1956 йылдың 21 ноябрендә Сууруп боғаҙында Балтик флотының 157-се айырым бригадаһы М-200 «Үс» һыу аҫты кәмәһе «Статный» эскадра миноносецы менән бәрелешә. Ҡотҡарыу операцияһы уңышһыҙ үткән — 28 подводник һәләк була.

Ташландыҡ уҡытыу үҙәге («Пентагон»)
«Подплав» һыу аҫты кәмәләре базаһы

Эстон ССР-ы территорияһында ике Ябыҡ административ-территориаль берәмектәренең береһе булған ҡалала һыу аҫты кәмәләре базаһы («Подплав»), уҡыу атом реакторы, торпеда катерҙары һәм кесе ракета караптары туҡтау урыны, госпиталь һәм поликлиника урынлашҡан. Ҡалала Балтик флотының 157-се һыу аҫты кәмәләренең айырым бригадаһы, сик буйы заставаһы, сик буйы ғәскәрҙәренең сержант составы отряд-ара мәктәбе, хәрби төҙөүселәрҙең ротаһы, Һауаға ҡаршы тороу ракета подразделениеһы һәм дисциплинар ротаһы урынлашҡан.

Палдискиҙағы уҡыу үҙәге беренсе һәм икенсе быуын һыу аҫты кәмәләренең ике хәрәкәт итеүсе действующие реакторҙарына, һәм шулай уҡ атом һыу аҫты кәмәләренең экипажын әҙерләүсе берҙән-бер тренажёрына эйә булған.

Ҡала урынлашҡан Пакри ярымутрауы территорияһы тимер сым менән уратылған һәм Ябыҡ административ-территориаль берәмек йәғни айырыуса һаҡланған зона була.

1962 йылда Палдискиҙа 93-сө СССР атом һыу аҫты флоты уҡыу үҙәге (в/ч 56190) урынлашҡан. Бында ике ер өҫтө атом реакторы ҡуйылған, үҙәктә 16 000 кеше эшләгән. Был Советтар Союзындағы шуға оҡшаш иң ҙур үҙәктәренең береһе булған[10]. Уның ҙур әһәмиәтлеге арҡаһында 1994 йылдың авгусына, Палдискиҙы һуңғы рәсәй хәрби карабы ташлап киткәнгә тиклем, бөтә ҡала сәнскеле сым менән уратып алынған булған[11].

Уҡыу үҙәге начальниктары:

  • контр-адмирал Кудряшов Геннадий Трофимович, 1962—1967
  • контр-адмирал Рулюк Анатолий Антонович, 1967—1976
  • контр-адмирал Каравашкин Валентин Степанович, 1976—1980
  • контр-адмирал Шауров Александр Алексеевич, 1980—1988
  • контр-адмирал Ольховиков Александр Васильевич, 1988—1994

1980-се йылдар аҙағында 56190-сы ғәскәри частың медсанчасында поликлиника начальнигы булып РФ Оборона Министрлығының Баш хәрби-медицина идаралығының элекке начальнигы, РФ-ның баш хәрби врачы, ә 2018 йылдың февраленән — Хәрби-медицина Академияһы начальнигы запастағы генерал-майор Александр Фисун эшләгән.

Икенсе эстон республикаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1994 йылдың 30 авгусында Палдискиҙы һуңғы рәсәй хәрби карабы ташлап китә. Ҡала Эстонияла урынлашҡан Рәсәй ҡораллы көстәренең һуңғы объекты булған. 1995 йылдың 26 сентябрендә Палдискиҙағы ядро объектын Эстонияға тапшырыу актына ҡул ҡуйылған. Тапшырыр алдынан рәсәй белгестәре реакторҙарҙан яғыулыҡ үҙәктәрен алғандар, реакторҙар махсус бетон саркофагтарға урынлаштырылған.

1994 йылдың 15 майынан Палдиски Кейла ҡалаһы составына индерелгән. Был халыҡ составында Эстония граждандарының аҙ проценты менән бәйләнгән булған. 1996 йылдың 20 октябрендә Палдискиға ҡала хоҡуғы ҡайтарылған.

2017 йылда Палдиски яңы Ляэне-Харью улысының административ үҙәгенә әүерелгән.

Диңгеҙ буйлап йөк ташыу, Alexela яғыулыҡ терминалы, биодизель нефть эшкәртеү терминалы.

«Подплав» тип аталған совет һыу аҫты кәмәләре урынында барлыҡҡа килгән «Таллин порты» холдинг компанияһы составындағы порт. Европаға иң яҡын эстон порты булып тора һәм күп кенә өҫтөнлөктәргә эйә: ҡыш туңмай, 50 000 тоннаға тиклем ауырлыҡ күтәрә алған суднолар менән эшләрлек тәрән причалдары бар[12]. Ролкер (Ро-ро) судноларын, тейәлгән, генераль һәм берәмек йөктәрҙе эшкәртә, автомобилдәрҙе, тәгәрмәсле техниканы, тейәлгән йөктәрҙе эшкәртерлек ҡеүәттәргә эйә.

Транспорт сараларын, контейнерҙарҙы, генераль һәм һибелмә йөктәрҙе эшкәртеүсе хосусилаштырылған порт. Пассажир терминалы төҙөү планы бар. Модернизация программаһы буйынса 2002 йылдан генераль йөктәрҙе һәм «Ролкер (Ро-ро)» тибындағы судноларҙы хеҙмәтләндереүсе причалдар, 375 метрлыҡ һаҡлаусы мол төҙөлгән.

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Изге Георгий ҡорамы. 1784–1787
  • Пётр I осоронда төҙөлгән ҡәлғә һыҙаттарын булдырған ер эштәре.
  • Пакри ярымутрауының төньяҡ-көнбайыш яры эргәһендә граф Михаил Семёнович Воронцовтың поместьеһы урынлашҡан булған.
  • Палдиски Оксана Александровна Акиньшина төп ролде уйнаған швед режиссёры Лукас Мудиссондың «Лиля ғүмергә» фильмында сағылған.
  • М-200 «Үс» һыу аҫты кәмәһе экипажына һәйкәл.
  • Изге Георгий таш православие сиркәүе эстон Paldiski Püha Georgi kirik (Константинополь патриархатының Таллин митрополияһы).
  • 1968 һәм 1983 йылдарҙа совет һыу аҫты кәмәләрендә хеҙмәт итеүсе подводниктарҙы өйрәтеү өсөн төҙөлгән «өсөнсө участка» тип аталған бетон «саркофагтар» менән ҡапланған атом реакторҙары.
  • Преподобный Сергий Радонежскийға арнап төҙөлгән ҡорам эстон Paldiski Radoneži Vaga Sergi kirik (Мәскәү патриархатының Эстон православие сиркәүе)[13].

Палдиски менән бәйле танылған кешеләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Вильгельм Антон фон Кабрит (1800 йә 1807 йылда вафат булған) — рус хеҙмәтендәге немец хәрбийе, Балтик Порты ҡалаһында 17931796 йылдарҙа гарнизон менән командалыҡ иткән.
  • Афанасий Афанасьевич Фет, рус шағир-лирик, тәржемәсе, мемуарсы. Балтик Портында хеҙмәт иткән. Пакри ярымутрауының төньяҡ-көнбайыш ҡырындағы «Пётр маяғы» эргәһендә урынлашҡан Лец утарында йәшәгән[14].
  • Антон Фёдорович Дзерожинский — рәсәй хәрби эшмәкәре, генерал-лейтенант (1919), аҡ хәрәкәттә ҡатнашыусы. Император Бөйөк Пётр Диңгеҙ ҡәлғәһенең Ревель нығытылған районы гарнизоны составына ингән 23-сө пехота дивизияһы бригадаһына командалыҡ иткән.
  • Палдискиҙа скульптор Амандус Генрих Адамсон (31.10(12.11).1855, — 26.6.1929, Палдиски) йәшәгән һәм эшләгән. Севастополдәге Батырылған караптар һәйкәле Таллин «Русалка» броненосецына һәйкәл авторы. Был ҡалала уның йорт-музейы урынлашҡан.
  • 1921 йылда Палдискиҙа инглиз балалар яҙыусыһы Артур Рэнсом булған. Палдискиҙа уның «Racundra» яхтаһы торған һәм ҡортомға алынған бүлмәһе булған.

Рогервик каторга төрмәһе йыуан бүрәнәләрҙән ҡоролған стена менән уратып алынған. Төрмә бинаһында 2 яруслы нарҙар һәм түшәмгә беркетелгән тал кәрзин-карауаттар булған. Шарттар бик ауыр (урындағы ҡатламташтан еүеш казармалар) булған, сирҙәр, аслыҡ ҡотолған. 1768 йылда портты төҙөү һәм ремонтлау эштәре туҡтатылған һәм тотҡондарҙың хеҙмәтен сауҙагәр гаванын ремонтлауҙа һәм ике пристанды төҙөүҙә файҙаланғандар.

Төрмәлә 1755—1756 йылдарҙағы Башҡорт ихтилалы, 1773—1775 йылдарҙағы ғүмерлек каторга тамуғын үткәргән.

Рогервик каторжандары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ванька-Каин (Ива́н О́сипов, 1718 — 1756 йылдан һуң) — атаҡлы бур, юлбаҫар һәм мәскәү шымсыһы.

Пугачёв эше буйынса хөкөм ителгәндәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Салауат Юлаев (1754 йылдың 16 июне — 1800 йылдың 8 октябре) — башҡорт халҡының милли батыры, шағир. Пугачевтың көрәштәше, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе, шағир-импровизатор. 1989 йылда Палдиски ҡалаһында уның хөрмәтенә һуғылған баҡыр һәйкәл ҡуйыла[15].
  • Юлай Аҙналин (1722 — 1797—1800 араһы) — башҡорт ғәскәре йөҙбашы (1766), Шайтан-Көҙәй улысы старшинаһы (1766), 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр Һуғышы етәкселәренең береһе.
  • Ҡәнзәфәр Усаев (1738 — 10 июль 1804) — Пугачёвтың көрәштәше, башҡорт ғәскәре йөҙбашы, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе, Пугачёв армияһында бригадир.
  • Иван Яковлевич Почита́лин (1754—1797 йылдан һуң) — Емельян Иванович Пугачёвтың яҡын әйләнә-тирәһенә ингән яйыҡ казагы, уның күп бойороҡтары авторы.
  • Астафий Трифонович Долгополов (1725—1797 йылдан һуң) — Пугачёвтың да, Екатерина II-нең дә бөлгән финанс сараларын файҙаланырға ынтылып, ике яҡлы уйын алып барған мутлашыусы авантюрист.

Коменданты

1801 йылдың 21 ғинуарында — генерал-лейтенант Сухотин.

«Ҡала көнө» байрамы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1993 йылдан Палдиски үҙенең «Ҡала көнө» көнөн үткәрә. Унда Таллинда эшләп килеүсе «Ағиҙел» башҡорт мәҙәни ойошмаһы вәкилдәре лә ҡатнаша. 2016 йылдың июлендә үткәнендә улар ҡалаға милли батырыбыҙҙың тыуыуына 206 йыл тулыу айҡанлы нәшер ителгән «Эстония помнит: Салават Юлаев» тигән китап бүләк итте[16].
  1. 1,0 1,1 Эстляндия-Эстонияның географик атамалары (урыҫ телендә) 2007 йыл 19 август архивланған.
  2. Eesti statistika 2012 - Эстония статистикаһы (2012) 2013 йыл 7 июль архивланған. (эстон телендә)
  3. Statistics Estonia, a government agency at the area of administration of the Ministry of Finance.
  4. см. Балтийский порт // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  5. Газета «Молодёжь Эстонии»
  6. Пярн А. Э. Мужчины и море. — Таллин: Валгус, 1979. — 168 с.
  7. «Военно-промышленный курьер» № 11 (127) за 22 марта 2006 года(недоступная ссылка)
  8. [1] 2008 йыл 15 май архивланған. // «Балтика» — Международный журнал русских литераторов
  9. Балтийский порт
  10. Лучший центр по подготовке подводников СССР находился в Эстонии // rubaltic.ru, авг 2018
  11. Палдиски — Visitestonia.com 2015 йыл 7 сентябрь архивланған.
  12. Палдиски — от базы подлодок до торгового порта европейского значения Transportweekly . Com
  13. Олег Врона, прот. Умякнуша словеса их паче елеа. Православие.ru (4 март 2019). Дата обращения: 4 март 2019.
  14. Lib.ru/Классика: Фет Афанасий Афанасьевич. Мои воспоминания
  15. Эстонияла Салауат Юлаевҡа мемориаль таҡтаташ һәм һәйкәл ҡуйыласаҡ. , 2017, 10 февраль (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2017)
  16. В Эстонии в праздновании Дня города Палдиски приняло участие башкирское общество «Агидель». «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 28 июль (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2016)


Ҡалып:Волость Ляэне-Харью Ҡалып:Харьюмаа Ҡалып:Города Эстонии