Сәлжүкиҙәр
Сәлжүкиҙәр | |
Осор |
XI-XIV быуаттар |
---|---|
Титул |
сюбаштар, ябғу, шаһиншаһ, солтан, бөйөк солтан, мәлик |
Нәҫел башы | |
Тыуған иле | |
Биләмәләре |
Яҡын Көнсығыш һәм Урта Көнсығыштың бер өлөшө |
Дини эшмәкәрлеге | |
Сәлжүкиҙәр Викимилектә | |
Сәлжүкиҙәр (төр. Seljuklylar; фарсы آل سلجوق Al-Saljuq e) — төрки династия, сығышы менән төркиә төркмәндәренең кынык ҡәбиләһенән сыҡҡан, XI— XIV быуаттарҙа Яҡын һәм Урта Көнсығышта, Әрмәнстанда, Анатолияла, Месопотамиянла, Сүриәлә, Фәләстин ҙур өлөшө һәм Иран менә байтаҡ илдәрҙә хакимлыҡ иткән. Династияға нигеҙ һалыусы: Тоғрул бәк.
Сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәлжүкиҙәрҙең килеп сығышының бер нисә фаразы бар.
В. В. Бартольд мәғлүмәттәре буйынса, сәлжүкиҙәр уғыҙ (төркмән) кынык[1][2][3][4][5][6].>ҡәбиләһенән килеп сыҡҡан.
З. В. Туған һәм Д. М. Данлоп фекере буйынса, сәлжүк төркөмө хазар төркиҙәренән килеп сыҡҡан. Был фаразға ярашлы, берекмә башында торған династия уғыҙ ҡәбиләләре мөхитенән сыҡҡан[7][8][9][10].
Йөҙ йыл элек Э. Блоше һәм Н. Асим сәлжүктәр монгол сығышлы тип иҫәпләй торған булған. Уларҙың фекеренсә, нирун-монгол һалйот[11][12]ҡәбиләһенең сәлжүк төркөмөнән барлыҡҡа килгән. Сәлжүктәр, Н. Асим фекеренсә, христиан динен тотҡан кәрәйеттәр йәки наймандарҙан сыҡҡан. Бер фараз буйынса, был династияға Үҙәк Азия[9][10] төрки-монгол хакимдарының береһенә хеҙмәт иткән Сәлжүк (Салджик, Салчик) нигеҙ һалған.
Г. Вейль Сәлжүкиҙәр династияһына нигеҙ һалыусы тәүҙә Бәйгү исемле «ҡырғыҙ» хакимында хеҙмәттә торған[13]. Сәлжүктәрҙе «ҡырғыҙ далаларынан» сыҡҡан тип һанаусы К. Брокельман ошондай уҡ фекер яҡлы.[14][9][10].
Бөйөк Сәлжүк империяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1038 йылдан 1055 йылға саҡлы сәлжүктәр менән яулап Хөрәсәнде, Хорезмды, Көнбайыш Иран һәм Ираҡты яулай. Ғәббәсиҙәр хәлифәһе әл-Ҡаим Тоғрулбәкте (1038—1063) солтан һәм «Көнбайыш һәм Көнсығыш батшаһы» тип танырға мәжбүр була. Сәлжүк солтаны хәлифәнең наместнигы була, ә хәлифә үҙе номиналь суверенитетын һәм рухи абруйын һаҡлаған. Тоғрулбәк дәүләтенең баш ҡалаһы Рей була.
Алып-Арыҫлан (1063—1072) һәм Мәлик шаһ (1072—1092) дәүерендә сәлжүктәр Әрмәнстанды, бөтә Кесе Азияны тиерлек, ә һуңынан — Сүриәне һәм Фәләстанды яулай. Грузия, Ширван һәм Мәүәрәннәһерҙе баҫып алғандан һуң, ундағы хакимдар сәлжүк солтаны вассалына әйләнә. Бөйөк Сәлжүк империяһы үҙенең хәрби-сәйәси ҡеүәтенә Мәлик шаһ осоронда өлгәшә[15].
Яңы ерҙәрҙе һәм халыҡтарҙы яулау төркиҙәр менән урындағы халыҡтың ҡатнаш никахтарына килтерә һәм, өҫтәүенә, иң юғары дәүләт кимәлендә шуға оҡшаш процестар бара. XII быуатҡа көнсығыш Анатолияның (өлөшләтә) сәлжүк хакимдарының күпселеге грек, грузин, әрмән тамырҙарына эйә була[16].
XI быуат аҙағынан Сәлжүк империяһының тарҡала башлай. Көрсөктөң төп сәбәптәре: беренсе тәре походы арҡаһында империя Грузияны, Ширван, Кесе Азияның яр буйы өлөшөн, Сүриә һәм Фәләстандың бер өлөшөн юғалта; феодаль тарҡаулыҡ һәм вассалдарҙың сепаратист ынтылыштары арта. Тоғрулбәк заманында Сәлжүкиҙәр ырыуына ҙур биләмә-уделдар бүлеп бирелә, ваҡыт үтеү менән уларҙың ҡайһы берҙәре ысынбарлыҡта үҙ аллы: Керман, 1041—1187; Сүриә, 1074—1117; Конья, йәки Румский, 1077—1307[15]солтанлыҡтарына әйләнгән.
Солтандар юғары ҡатламға һәм ябай яугирҙәргә хәрби лендар— икталар, таратҡан, һәм был солтан власын һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген бирә. XI быуат аҙағында юғары ҡатламға яңы ерҙәр һәм хәрби табыш килтереү тамамлана, һәм был ил эсендә сәйәси хәл үҙгәреүгә килтерә. Юғары ҡатлам үҙ биләмәләрен хоҡуҡи яҡтан мираҫ итеп тапшырырлыҡ итергә, ә райяттар өҫтөнән үҙ власын— сикләнмәгәнгә әйләндерергә тырышҡан; эре лендар хөкөмдарҙары бойондороҡһоҙлоҡ яулау фетнәләрен күтәргән (XII быуаттың 1-се яртыһында Хорезм). Килеп тыуған хәлдә солтан көслө дәүләт аппаратын һәм көслө үҙәкләштерелгән власть теләгән иран чиновниктары юғары ҡатламында таяныс эҙләгән, әммә үҙәкләштерелгән сәйәсәт иҫке иран традицияһын тергеҙергә тырышыу уңышһыҙлыҡҡа тарый[15].
Мәлик шаһ вафатынан һуң, Бөйөк Сәлжүк империяһында үҙ-ара низағтар башлана; солтан тәхете бер-бер артлы Мәлик шаһтың бер улынан икенсеһенә күсә. Мәхмүткә (1092—1094), Бәркияруҡҡа (1094—1104), Мәлик шаһ II-гә (1104—1105) һәм Мөхәммәткә (1105—1118) юғары ҡатлам менән генә түгел, ә исмаилистар хәрәкәте менән көрәшергә тура килә. 1118 йылда солтанлыҡ Мөхәммәттең улы — Мәхмүт һәм һәм уның атаһының туғаны — Санжар араһында бүленә. Беренсеһенә баш ҡалаһы Хамадан булған Ираҡ солтанлығы (Көнбайыш Иран, Ираҡ һәм Әзербайжан), икенсеһенә баш ҡалаһы Мервта урынлашҡан Хөрәсән, Хорезм һәм Мәһәүәрәннәһер эләгә.
Урта Азияға ҡараҡытайҙар баҫып ингәндән һуң, Сәлжүк империяһы Амударъянан көнсығышта һәм төньяҡта урынлашҡан өлкәләрҙе юғалтҡан. 1153 йылда Балх ҡалаһы янында күсеп йөрөүсе уғыҙҙар баш күтәрә, үҙҙәренә ҡаршы сыҡҡан Санжар армияһын тар-мар итә һәм үҙен әсирлеккә ала; унан һуң балх уғыҙ Хөрәсәнде бөлгөнлөккә төшөрәләр. Хорезм шаһы Текештең яулап алыуҙары Ираҡ солтанлығын юҡ итә. Емерелгән империяның һуңғы ярсығы— Иконий Рум солтанлығы XIV быуат башына тиклем йәшәй[15].
Исеме | Титулы | Хакимлыҡ йылдары | Иҫкәрмә |
---|---|---|---|
Тоҡаҡ | Уғыҙ дәүләтенең сюбашы | Сәлжүктең атаһы. Женд хөкөмдары ябғу Алиҙа, икенсе фараз буйынса, хазар ҡағанында хәрби хеҙмәттә торған. Тоҡаҡ, юғары ҡаған һәм уның ғаиләһе уғыҙҙар тарафынан үлтерелгәнсе һәм хазар дәүләте бөлгөнлөккә төшкәнсе, хазарҙарға хеҙмәт итеүе, һуңынан уғыҙҙар менән союз төҙөп, әһәмиәте буйынса икенсе кеше сифатында уғыҙ ябғуһына хеҙмәткә күсеүе ихтимал. Дөрөҫөрәге, 965 (йәки 969) йылда Хазарияны ҡушып, урындағы династия уның менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштырған һәм үҙҙәрен рус кенәзенең вассалы тип таныған бәшнәктәр тарафынан Дунай Болгарияһынан ҡайтыу менән Святослав Игоревичты үлтергәндән һәм Хазарияның вариҫы булып ҡалғандан һуң, көслөгә әйләнгән ҡыпсаҡ һәм бәшәнәктәрҙең баҫымы уны уғыҙҙар менән союзға этәргәндер. | |
Сәлжүк | Уғыҙ дәүләтенең сюбашы, ябғу |
985— | Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Сәлжүк хәрби карьераһын Хазар ҡағанлығы ғәскәрендә командир булып башлай. Һуңыраҡ X быуат уртаһында ҡаған власы йомшарыу сәбәпле, атаһы менән уғыҙҙарға хеҙмәткә күскән. 20 йәше лә тулмаҫ элек, ул уғыҙ ябғуһының сюбашы дәрәжәһенә лайыҡ була. Легенда буйынса, Сәлжүк йөҙөндә ҡурҡыныс көнәркәш күреп, ябғу ҡатыны ирен уны үлтерергә ҡотортҡан. Шундай һүҙҡуйыш тураһында белеп ҡалған Сәлжүк, үҙенең Ҡыныҡ ҡәбиләһенең кешеләрен йыйып, йөҙләгән һыбайлы менән, яңы көтөүлектәр эҙләү һылтауы менән уғыҙ иле Турандан Иранға күсенә. Риүәйәткә ярашлы, 107 йәшенә етеп, Жендта вафат була. Сәлжүктең биш улы: Тоғрулбәк, Сағрыбәк Дауыт, Алып-Арыҫлан. Артабан, Месопотамия, Ираҡ, Сүриә һәм Ирандың күп өлөшөн яулап алып, улар ҙур империя булдырған һәм XI б. алып XIV б. тиклем ошо ерҙәрҙә хакимлыҡ иткән Сәлжүкиҙәр династияһына нигеҙ һалған. |
Исраил ибн Сәлжүк (1032 й. вафат була) |
ябғу | —1029 | |
Микаил ибн Сәлжүк | |||
Муса ибн Сәлжүк | ябғу | —1056 | |
Фарава дихканы | 1036—1056 | ||
Йософ ибн Сәлжүк | йинал | ||
Юныс ибн Сәлжүк | |||
Эрташ ибн Йософ | ябғу | 1029 | |
Ибраһим ибн Йософ | йинал | —1056 | |
Хәсән ибн Муса | Герат әмире | 1040— | |
ябғу | 1056— | ||
Ҡотолмош ибн Исраил | мәлик | 1055—1064 | |
Сағрыбәк ибн Микаил | Дихистан дихканы шаһиншаһ Мерв солтаны Хөрәсән солтаны |
1036—1037, 1039—1040 1037—1060 1037—1039, 1040—1055 1055—1060 |
|
Тоғролбәк (990 й. тыуған) |
Ниса дихканы Нишапур солтаны Хөрәсән солтаны бөйөк солтан, Мәшриҡ һәм Мәғриб мәлиге |
1036—1037, 1040 1037—1040 1040—1055 1055—1063 |
көнсығыш Төркмәнстан һәм Иран биләмәләрен яулай. 1055 йылда Бағдадты яулай һәм 1058 йылға тиклем Ираҡ хакимы була. Ғәббәси хәлифәһе әл-Ҡаим Тоғролбәккә солтан, һуңғараҡ — «Көнсығыш һәм Көнбайыш батшаһы» титулын бирергә мәжбүр була. |
Алып-Арыҫлан (1030 й. тыуған) |
бөйөк солтан, Мәшриҡ һәм Мәғриб мәлиге |
1063—1072 | Алып-Арыҫлан командалығы аҫтында сәлжүктәр Византия империяһына һөжүм башлай. |
Мәлик шаһ I (1055 й. тыуған) |
вәлиаһд (тәхет вариҫы) бөйөк солтан, Мәшриҡ һәм Мәғриб мәлиге |
1066—1072 1072—1092 |
В правление Мәлик шаһ хакимлыҡ иткәндә сәлжүк дәүләте үҙенең юғары ҡөҙрәтенә эйә була. Мәлик шаһ I дәүерендә империя баш ҡалаһы Рейҙан Исфаханға күсерелә. |
Әхмәд ибн Мәлик шаһ (1077 й. тыуған) |
мәлик әл-мөлөк, вәлиаһд | 1087—1088 | |
Бөркияруҡ ибн Мәлик шаһ (1080 й. тыуған) | бөйөк солтан, Мәшриҡ һәм Мәғриб мәлиге |
1092—1104 | |
Мәхмүд ибн Мәлик шаһ (1088 й. тыуған) |
бөйөк солтан, Мәшриҡ һәм Мәғриб мәлиге |
1092—1093 | |
Исфахан солтаны | 1093—1094 | ||
Мәлик шаһ ибн Бөркияруҡ (1100 й. тыуған) |
бөйөк солтан, Мәшриҡ һәм Мәғриб мәлиге |
1104—1105 | |
Мөхәммәд ибн Мәлик шаһ (1082 й. тыуған) |
Арран әмире вәлиаһд Ираҡ солтаны бөйөк солтан, Мәшриҡ һәм Мәғриб мәлиге |
1092—1104 1101—1104 1104—1105 1105—1118 |
|
Әхмәд Санжар (1085—1157) |
Хөрәсән әмире Хөрәсән солтаны, Мәшриҡ мәлиге, бөйөк шаһиншаһ бөйөк солтан, Мәшриҡ һәм Мәғриб мәлиге |
1097—1105 1105—1118 1118—1157 |
Тәүҙә — Бөйөк Хөрәсән солтаны, аҙаҡ, Мөхәммәд I вафат булғандан һуң, Сәлжүк империяһы биләмәләре уға мираҫ булып ҡала. |
Ираҡ солтанлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исеме | Титулы | Хакимлыҡ йылдары | Иҫкәрмә |
---|---|---|---|
Мөхәммәд ибн Мәлик шаһ | Арран әмире | 1092—1104 | 1082 й. тыуған |
вәлиаһд | 1101—1104 | ||
Ираҡ солтаны | 1104—1105 | ||
бөйөк солтан, Мәшриҡ һәм Мәғриб мәлиге | 1105—1118 | ||
Мәхмүд ибн Мөхәммәд | вәлиаһд, Ираҡ солтаны | 1118—1131 | |
Дауыт ибн Мәхмүд | Ираҡ солтаны | 1131—1132 | |
вәлиаһд | 1133—1143 | ||
Тоғрол ибн Мөхәммәд | Ираҡ солтаны | 1132—1135 | |
Мәсүд ибн Мөхәммәд | Ираҡ солтаны, бөйөк шаһиншаһ | 1135—1152 | |
Мәлик шаһ ибн Мәхмүд | Ираҡ солтаны | 1152—1153 | 1160 й. вафат була |
Мөхәммәд шаһ ибн Мәхмүд | Ираҡ солтаны | 1153—1159 | |
Сөләймән шаһ ибн Мөхәммәд | Ираҡ солтаны | 1159—1161 | |
Арыҫлан шаһ ибн Тоғрул | вәлиаһд | 1159—1161 | |
Ираҡ солтаны | 1161—1177 | ||
Тоғрол ибн Арыҫлан шаһ | Ираҡ солтаны | 1177—1194 |
Сүриә солтанлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исеме | Титулы | Хакимлыҡ йылдары | Иҫкәрмә |
---|---|---|---|
Тутуш ибн Мөхәммәд | Сүриә солтаны | 1074—1095 | 1066 й. тыуған |
Ридван ибн Тутуш | Халеб солтаны | 1095—1104 | |
үҙәге Халебта урынлашҡан Сүриә солтаны | 1104—1113 | ||
Дуҡаҡ ибн Тутуш | Дамаск солтаны | 1095—1104 | |
Тутуш II ибн Дуҡаҡ | Дамаск солтаны | 1104—1104 | |
Алып-Арыҫлан ибн Ридван | үҙәге Халебта урынлашҡан Сүриә солтаны | 1113—1114 | 1097 й. тыуған |
Солтан шаһ ибн Ридван | үҙәге Халебта урынлашҡан Сүриә солтаны | 1114—1117 | |
Ибраһим ибн Ридван | үҙәге Халебта урынлашҡан Сүриә солтаны | 1117—1118 |
Хөрәсән солтанлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исеме | Титулы | Хакимлыҡ йылдары | Иҫкәрмә |
---|---|---|---|
Илйас ибн Дауыт | Тохаристан әмире | — | |
Сөләймән ибн Дауыт | вәлиаһд | 1063 | |
Балх әмире | 1066— | ||
Мәсүд ибн Эрташ Яғбу | Бағшур әмире | 1066— | |
Мәүдуд ибн Эрташ Яғбу | Исфизар әмире | 1066— | |
Арыҫлан Арғун ибн Мөхәммәд | хорезмшаһ | 1066—1072 | |
Хамадан әмире | 1072—1095 | ||
Хөрәсән солтаны | 1095—1096 | ||
Бүре Барыҫ ибн Мөхәммәд | Герат әмире | 1072—1095 | |
Тәкиш ибн Мөхәммәд | Балх солтаны | 1074—1085 |
Керман солтанлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исеме | Титулы | Хакимлыҡ йылдары | Иҫкәрмә |
---|---|---|---|
Ҡауырдбәк ибн Дауыт | Керман солтаны | 1045—1073 | Ҡауырд 1041 йылда Керман иран провинцияһын үҙенең хакимлығына ала. 1048 йылда, после устранения Буид Әбү Калижарҙы юҡ иткәндән һуң, ул был өлкәлә ысын мәғәнәһендә раҫлана. Ҡауырд провинцияның төп ҡалаһы Бардасирҙы ала, диңгеҙ яр буйын яуоап алғандан һуң, ул Оман хөкөмдары итеп таныла. 1067 йылда ул туғаны Алып-Арыҫланға ҡаршы сыға. Солтанлыҡта власты тартып алыу ынтылышы көтөлгән һөҙөмтә бирмәй һәм ул туғанының власына буйһоноп йәшәргә мәжбүр була. 1072 йылда Алып-Арыҫлан вафат була, һәм улы Мәлик шаһ I уның вариҫы булып ҡала. Ҡауырд, сәлжүиҙәр араһында иң өлкәне булараҡ, буйһоноп йәшәргә теләмәй һәм 1073 йылда яңы ихтилал башлай, тәхеткә ынтыла. 1073 йылдың яҙында ул Хамадандан йыраҡ түгел тар-мар ителә, туғанының улына әсирлеккә эләгә һәм язалап үлтерелә[17]. |
Кирман шаһ ибн Ҡауырдбәк | Керман солтаны | 1073 | Ҡауырдтың вафатынан һуң, солтанлыҡтың хакимы була. |
Хөсайен ибн Ҡауырдбәк | Керман солтаны | 1073—1074 | Кирман шаһтың вафатынан һуң, солтанлыҡтың хакимы була. |
Солтан шаһ ибн Ҡауырдбәк | Керман солтаны | 1074—1085 | Хөсәйендең вафатынан һуң, солтанлыҡтың хакимы була. Ул тәхеткә ултырғандан һуң, Мәлик шаһ Кирманға ҡаршы яу аса, ләкин Солтан шаһ үҙенең Мәлик шаһҡа тулыһынса буйһоноуын иғлан итә һәм һөжүм туҡтатыла[17]. |
Туран шаһ I ибн Ҡауырдбәк | Керман солтаны | 1085—1097 | Солтан шаһтың вафатынан һуң, солтанлыҡтың хакимы була. |
Амиран шаһ ибн Ҡауырдбәк | Керман солтаны | 1097—1101 | Туран шаһтың вафатынан һуң, солтанлыҡтың хакимы була. |
Арыҫлан шаһ I ибн Кирман шаһ | Керман солтаны | 1101—1142 | Амиран шаһтың вафатынан һуң, солтанлыҡтың хакимы була. |
Мөхәммәд шах I ибн Арыҫлан шаһ | Керман солтаны | 1142—1156 | Ҡанэскес тиран данына эйә була, әммә ул хакимлыҡ иткәндә ил сәскә атыуын дауам итә. Мөхәммәд I дин әһелдәрен ҡурсалаған, Бардасирҙа һәм Жируфтта мәҙрәсә, рабаттар, мәсеттәр һәм дауаханалар төҙөткән. Бардасирҙың йәмиғ мәсетендә 5 мең томды эсенә алған китапхана булдыра[17]. |
Тоғрул шаһ ибн Мөхәммәд шаһ | Керман солтаны | 1156—1167 | Уның хакимлығы осоронда Хөрәсән солтанлығы тарҡала. Оҙаҡ йылдар арауығында был солтанлыҡ күскенселәр һөжүменән ҡаплап тора. Иранға уғыҙ ғәскәрҙәре һөжүм башлай. Тоғрул шаһ 1170 йылда Кирманда вафат була, сыуалыштар башлана, һәм күскенселәр Кирманды яулай[17]. |
Арыҫлан шаһ II ибн Тоғрул шаһ | Керман солтаны | 1167, 1168 | Тоғрул шаһтың вафатынан һуң, солтанлыҡтың хакимы була. |
Баһрам шаһ ибн Тоғрул шаһ | Керман солтаны | 1167—1168 | Арыҫлан шаһ II вафатынан һуң, солтанлыҡтың хакимы була. |
Туран шаһ II ибн Тоғрул шаһ | Керман солтаны | 1168—1174 | Туран шаһ II осоронда уғыҙҙар бөтә илде талай[17]. |
Мөхәммәд шаһ II | Керман солтаны | 1174—1187 | Мөхәммәд II хакимлығы осоронда Кирман уғыҙ әмире Мәлик Динар хакимлығына күсә [17]. |
Мөбәрәк солтан | Керман солтаны | 1187 | Мөхәммәд шаһ II вафатынан һуң, солтанлыҡтың хакимы була. |
Рум солтанлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Конья солтанлығы төрөк-сәлжүктәрҙең Кесе Азияла (ғәрәп һәм фарсы авторҙарында — Рум) XI—XIII быуаттарҙа яулап алыуҙары һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. 1090-сы йылдарға сәлжүктәр Кесе Азиялағы византия ҡалаларын яулап, Дарданелл һәм Босфор боғаҙҙарына етә.
1070-се йылдарҙа сәлжүк хәрби түрәһе Сөләймән ибн Ҡотолмош, Мәлик шаһ I солтандың ике туғаны көнбайыш Анатолияла хаким була. 1075 йылда ул византия ҡалалары Никеяны (Изник) һәм Никомедияны (Измит) яулай. Ике йыл үтеүгә ул үҙәге Никея булған бойондороҡһоҙ Сәлжүк дәүләте барлыҡҡа килеүен иғлан итә.
1086 йылда Антиохияла сәлжүк Сүриә хакимы Тутуш I Сөләймәнде үлтерә, һәм уның улы Ҡылыс-Арыҫланды төрмәгә яба. Мәлик шаһ үлгәндән һуң (1092) Ҡылыс-Арыҫлан атаһының азат ителә һәм кисекмәҫтән үҙ биләмәләрендә раҫлана. Ахыр сиктә ул Беренсе тәре походында еңелә һәм үҙәк Анатолияның көньяғына сигенә, унда баш ҡалаһы Конья булған үҙ дәүләтен тергеҙә. 1107 йылда Мосулды яулай, ләкин шул йылда Мәлик шаһтың улы Мәхмәт Тэпэр менән көрәшеп һәләк була. 1096 йылда тәре йөрөтөүселәр һәм византийлылар Никеяны алғандан һуң, баш ҡала Конья (Иконий) ҡалаһына күсерелә.
Шул уҡ ваҡытта рум сәлжүге Мәлик-шаһ Конья баҫып ала. 1116 йылда Ҡылыс-Арыҫлан улы— Мәсүд I — ҡала алыу менән ярҙамға Данишмәнлеләр ярҙамы менән ҡаланы ала. Мәсүдтең вафатына яҡынлашҡан дәүерҙә 1156 йылда үҙәк Анатолия менән солтанлыҡ идара итә. Мәсүд улы Ҡылыс- Арыҫлан II, һуңғы Дәнишмәндидтәрҙән Сивас һәм Малатья янындағы территорияларҙы баҫып ала (1174). 1176 йылғы Мириокефаль янындағы алышта Ҡылыс-Арыҫлан II Мануил I Комнин етәкселегендәге византия ғәскәрен еңә, шуның менән төбәктәге византия власына төп удар яһай. 1190 йылда Конья ҡалаһын Өсөнсө Тәре походында ҡатнашыусылар ваҡытлыса баҫып алыуға ҡарамаҫтан, солтанлыҡ тиҙ арала үҙ власын тиҙ кире ҡайтара һәм туплай.
Бөйөк Сәлжүк империяһының һуңғы солтаны Тоғрол III 1194 йылда үлгәндән һуң, рум солтандары династияның хакимлыҡ итеүсе берҙән-бер вәкилдәре була. Византия көсһөҙләнгәндән һуң, 1204 йылда төрөктәр тарафынан Атталия (1207) һәм Синоп (1214) ҡалалары баҫып алына. Кей-Хосров I 1205 йылда тәре йөрөтөүселәрҙән Коньяны тартып ала. Уның осоронда һәм ике вариҫы, Кей-Кавус I һәм Кей-Кубад I ваҡытында Анатоляла сәлжүктәрҙең власы үҙенең иң бейек үҫешенә етә. Кей-Хосровтың иң мөһим ҡаҙанышы булып баҫып булмай Attalia (Анталья) гаванын урта диңгеҙ яр буйҙарында н 1207 йылда. Ул уны кейеп-яһала һәм i синоп кавус баҫып күпмелер ваҡыт үҙен вассалдар трапезунд империяһы (1214). Ул шулай уҡ әрмән Киликияһын ҡоллоҡҡа дусар итә, әммә 1218 йылда әл-Камилдан алынған Алеппо ҡалаһын тапшырырға мәжбүр була. Кей-Кубад I 1221 йылдан алып 1225 йылға тиклем Урта диңгеҙ буйындағы ерҙәрҙе яулауын дауам итә. 1220-се йылдарҙа ул Ҡара диңгеҙ аша экспедиция ғәскәрҙәрен Ҡырымға ебәрә. Көнсығышта ул Мәнгжүктәрҙе еңә һәм Артукидтарға баҫым яһай башлай.
1307 йылда солтанлыҡ ваҡ кенәзлекләргә тарҡала. Уларҙың береһе — хәрби ҡаҙаныштары өсөн бирелгән лендан башланған Ғосман I бейлеге, — быуат башында барлыҡҡа килгән Ғосман дәүләтенең башланғысы була.
Исеме | Титулы | Хакимлыҡ йылдары |
Иҫкәрмә |
---|---|---|---|
Сөләймән ибн Ҡотолмош | Рум солтаны | 1077—1086 | |
Әбүлҡасим | Рум солтаны | 1086—1092 | узурпатор |
Ҡылыс-Арыҫлан I | Рум солтаны | 1092—1107 | |
Мәлик шаһ I | Рум солтаны | 1107—1116 | |
Мәсүд I | Рум солтаны | 1116—1156 | |
Ҡылыс-Арыҫлан II | Рум солтаны | 1156—1188 | |
Руҡн әд-дин Сөләймән шаһ | Тоҡат мәлиге | 1188—1196 | |
Рум солтаны | 1196—1204 | ||
Бөрҡыйаруҡ шаһ ибн Ҡылыс-Арыҫлан | Никсар мәлиге | 1188— | |
Тоғрул ша ибн Ҡылыс-Арыҫлан | Эрзурум мәлиге | 1188—1225 | |
Солтан-шаһ ибн Ҡылыс-Арыҫлан | Кайсери мәлиге | 1188— | |
Мәлик ша ибн Ҡылыс-Арыҫлан | Сивас мәлиге | 1188— | |
Ҡайсар шаһ ибн Ҡылыс-Арыҫлан | Малатья мәлиге | 1188— | |
Санжар шаһ ибн Ҡылыс-Арыҫлан | Эрегли мәлиге | 1188— | |
Арыҫлан шаһ ибн Ҡылыс-Арыҫлан | Нигде мәлиге | 1188— | |
Низам әд-Дуния Арғун шаһ ибн Ҡылыс-Арыҫлан | Амасья мәлиге | 1188— | |
Муһйи әд-Дуния Арғун шаһ ибн Ҡылыс-Арыҫлан | Анкара мәлиге | 1188—1202 | |
Кей-Хосров I | Конья мәлиге | 1188—1192, 1196—1205 |
|
Рум солтаны | 1192—1196, 1205—1210 | ||
Ҡылыс-Арыҫлан III | Рум солтаны | 1204—1205 | |
Кей-Кавус I | Рум солтаны | 1210—1219 | |
Кей-Кубад I | Токат мәлиге | 1205— | |
Анкара мәлиге | —1212 | ||
Рум солтаны | 1219—1236 | ||
Жахан шаһ ибн Тоғрул шаһ | Эрзурум мәлиге | 1225—1230 | |
Кей-Хосров II | Рум солтаны | 1236—1245 | |
Ҡылыс-Арыҫлан IV | Рум солтаны | 1245—1249, 1249—1265 |
|
Кей-Хосров III | Рум солтаны | 1265—1283 | |
Мәсүд II | Рум солтаны | 1283—1284, 1284—1293, 1294—1300, 1302—1304 |
|
Кей-Кубад III | Рум солтаны | 1284, 1293—1294, 1300—1302, 1304—1307 |
|
Мәсүд III | Рум солтаны | 1307—1308 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Concise Britannica Online Seljuq Dynasty 2007 йыл 14 ғинуар архивланған. article
- ↑ Merriam-Webster Online — Definition of Seljuk 2007 йыл 15 октябрь архивланған.
- ↑ The History of the Seljuq Turks: From the Jami Al-Tawarikh (LINK)
- ↑ Shaw, Stanford. History of the Ottoman Empire and Modern Turkey (LINK)
- ↑ Golden, Peter B. (1992). An Introduction to the History of the Turkic People. Otto Harrassowitz, Wiesbaden. p. 209.
- ↑ Wink, Andre, Al Hind: the Making of the Indo-Islamic World Brill Academic Publishers, Jan 1, 1996, ISBN 90-04-09249-8. p. 9.
- ↑ Тоgan Z. V. Umumi turk tarihine giris. — Istanbul, 1946.
- ↑ Dunlоp D. M. The History of the Jewish Khazars. — Princeton, 1954 (Princeton Oriental Series, vol. 16). — P. 258—259.
- ↑ 9,0 9,1 9,2 Агаджанов С. Г. Очерки истории огузов и туркмен Средней Азии IX—XIII вв. — Рипол Классик. — С. 42. — ISBN 9785517609939.
- ↑ 10,0 10,1 10,2 Агаджанов С. Г. Некоторые проблемы истории огузских племен Средней Азии // Тюркологический сборник. — Москва: Наука, 1970. — С. 192—207.
- ↑ Вlосhеt E. Introduction a l’histoire des Mongols de Fadl Allah Rashid ed-Din, Leyden — London, 1910. — P. 303.
- ↑ Asim N. Turk tarihi. — Istanbul. — P. 244—245.
- ↑ Weil G. Geschichte der islamischen Volker von Muhammed bis zu Zeit des Sultan Selim. — Stuttgart, 1866. — P. 266.
- ↑ Brockelmann C. History of Islamic Peoples. — London, 1949. — P. 171.
- ↑ 15,0 15,1 15,2 15,3 СИЭ, 1961—1976
- ↑ R. Bedrosian Armenia during the Seljuk and Mongol Periods in: The Armenian People from Ancient to Modern Times Vol.1. ed. Richard G. Hovannisian, New York, 1997. С. 241—271Оригинал текст (инг.)
Intermarriage occurred not only between the families of Armenian civil servants and Turkish lords but at the very pinnacle of the state. By the thirteenth century few Seljuk sultans of eastern Asia Minor lacked an Armenian, Georgian, or Greek parent or grandparent.
- ↑ 17,0 17,1 17,2 17,3 17,4 17,5 Рыжов, 2004
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Монархи. Мусульманский Восток VII-XV
- Сельджукское государство // Советская историческая энциклопедия : в 16 т. / под ред. Е. М. Жукова. — М. : Советская энциклопедия, 1961—1976.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сельджукиды / Политическая история исламского мира runivers.ru