Титан (элемент)
Титан | |
Исем | Titanium һәм Ti |
---|---|
Масса | 47,867 ± 0,001 массаның атом берәмеге[1] |
Кем хөрмәтенә аталған | титан[d][2] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | Рутил[d], Ильменит[d], анатаз[d], Брукит[d], перовскит[d], Титанит[d] һәм Акаогиит[d] |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Фридрих Вёлер[d][3] |
Асыу датаһы | 1791 |
Элемент символы | Ti[4] |
Химик формула | Ti[5] |
Атом һаны | 22 |
Электронная конфигурация | [Ar] 3d² 4s² |
Электр кирелеге | 1,54 |
Ионный радиус | 0,86 ангстрем[6], 0,67 ангстрем[6], 0,42 ангстрем[6], 0,61 ангстрем[6] һәм 0,74 ангстрем[6] |
Әселәнеү дәрәжәһе | −1, 1, 2, 4 һәм 3[7] |
Теплопроводность | 21,9 Вт/(м·K) |
Удельная теплоёмкость | 520 джоуль на килограмм-кельвин |
Иреү температураһы | 1941 K һәм 1670 °C |
Ҡайнау нөктәһе | 3286,85 °C |
Скорость звука | 5090 метр в секунду |
Кристаллик система | гексагональная сингония[d] |
Моос шкалаһы буйынса ҡатылыҡ | 6 |
Модуль Юнга | 116 гигапаскаль |
Твёрдость | 2125 ± 1300 MPa һәм 1493 ± 780 MPa |
Коэффициент Пуассона | 0,32 |
Модуль сдвига | 41,4 гигапаскаль |
Код NCI Thesaurus | C95189[8] |
Титан Викимилектә |
Титан — Менделеевтың периодик системаһында 22 һанлы химик элемент. Элементтың атом массаһы 47,867(1). Ti символы менән билдәләнә. Ябай матдә титан — ныҡлы еңел металл, көмөш аҡ төҫтә. Коррозияға ныҡ сыҙамлы. Титан — актив металл. Ул көмөш-аҡ төҫтә, тығыҙ, ныҡлы һәм еңел. Ул тимерҙән ике тапҡыр еңелрәк, ә ныҡлығы буйынса бик күп металдарҙы уҙҙыра.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был элементты диоксид рәүешендә ике ғалим — У. Грегор һәм М. Клапрот асалар. Ул ғалимдарҙың оксидты металлға әйләндереү маҡсаты килеп сыҡмай. Металлик титан беренсе тапҡыр 1825 йылда Берцелиус тарафынан сығарыла, таҙа хәлдә 1925 йылда голландияла А. ван Аркел һәм И. де Бур тарафынан алына
Ятҡылыҡтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Титандың ҙур ятҡылыҡтары Көньяҡ Африка Республикаһы, Рәсәй, Украина, Канада, АҠШ, Ҡытай, Норвегия, Швеция, Мысыр, Австралия, Һиндостан, Көньяҡ Корея, Ҡаҙағстан территорияларында бар; һибелмә сығанаҡтары Бразилия,Һиндостан, АҠШ, Сьерра-Леоне, Австралия территорияларында урынлашҡан[9]. БДБ илдәрендә титан рудаларының запастары буйынса Рәсәй Федерацияһы (58,5 %) һәм Украина (40,2 %) алғы рәттәрҙә тора. Рәсәйҙә иң эре титан сығарыу урыны — Ярегское.
Металлик титанды күп сәнәғәт тармаҡтарында ҡулланыу уны ныҡлығы ҡорос ныҡлығына яҡын булыуында, шул уҡ ваҡытта ул ҡоростан 45 % -ҡа еңел. Титан алюминдан 60 %-ҡа ауырыраҡ, әммә ул ныҡлығы буйынса яҡынса ике тапҡырға өҫтөнөрәк.
Физиологик үҙенсәлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Титан физиологик яҡтан инерт тип һанала, шуның арҡаһында протезлауҙа организм туҡымалары менән туранан-тура бәйле металл булараҡ файҙаланыла. Мәгәр титан туҙаны канцероген булыуы мөмкин. Титан, әйтелеүенсә, шулай уҡ стоматологияла ҡулланыла. Титанды ҡулланыуҙың үҙенсәлеге ныҡлыҡта ғына түгел, ә металлдың һөйәктәргә лә ялғана алыуы, был иһә тештең ныҡлығын тәьмин итеү мөмкинлеге бирә.
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Meija J., Coplen T. B., Berglund M., Bièvre P. D., Gröning M., Holden N. E., Irrgeher J., Loss R. D., Walczyk T., Prohaska T. Atomic weights of the elements 2005 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied Chemistry — IUPAC, 2016. — Vol. 88, Iss. 3. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925 — doi:10.1515/PAC-2015-0305
- ↑ Колотов С. С. Титан (урыҫ) // Энциклопедический словарь — СПб.: Брокгауз — Ефрон, 1901. — Т. XXXIII. — С. 252—255.
- ↑ Bell A. titanium // Encyclopædia Britannica (билдәһеҙ) — Encyclopædia Britannica, Inc., 1768.
- ↑ Wieser M. E., Coplen T. B., Wieser M. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied Chemistry — IUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925 — doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
- ↑ PubChem (ингл.)
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 (unspecified title) — ISBN 0-8493-0485-7
- ↑ https://www.chemistryscl.com/advancedlevel/general/oxidation-states-elements/index.php
- ↑ https://gsrs.ncats.nih.gov/ginas/app/beta/substances/D1JT611TNE
- ↑ Месторождение титана.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Титан//Большая российская энциклопедия(недоступная ссылка)
- Титан на Webelements
- Титан в Популярной библиотеке химических элементов 2007 йыл 15 октябрь архивланған.
- Титан и его сплавы
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Титан// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 25-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.