Төркиәлә һәм Сүриәлә ер тетрәү (2023)
Төркиәлә һәм Сүриәлә ер тетрәү | |
| |
| |
Ваҡыты |
6 февраль 2023 йыл |
---|---|
Магнитуда |
7,8 (беренсе ер тетрәү) |
Гипоцентр тәрәнлеге |
17,9 км (беренсе ер тетрәү) |
Ээпицентр | |
Зыян күргән илдәр (региондар) |
Төркиә |
Цунами |
Еңелсә |
Зыян күреүселәр |
27 030-ҙан ашыу кеше һәләк булған, 87370-тән ашыу кеше яралана |
Иҡтисади зыян |
$4 млрд (иртә баһалар) |
Афтершок |
1118 |
Төркиәлә һәм Сүриәлә ер тетрәү (2023) Викимилектә | |
2023 йылда Төркиәлә һәм Сүриәлә ер тетрәү — 2023 йылдың 6 февралендә туғыҙ сәғәт арауығында булған бер-бер артлы ике көслө ер тетрәүҙең шартлы атамаһы. Беренсеһенең үҙәге 7,8 магнитудалы (± 0,1) Газиантепта (Төркиә) Шеһиткамил районында урынлашҡан, икенсеһенең үҙәге, 7,5 (± 0,1) магнитудалы Каһраманмараш (Төркиә) Экинёзю районында урынлашҡан. Ер тетрәүҙән һуң йөҙҙәрсә ҡабат һелкенеү (афтершоктар) теркәлә, уларҙың иң көслөһөнең магнитудаһы 6,7-гә етә[1]. Ошо ер тетрәүҙәр һөҙөмтәһендә Төркиәлә 27 меңдән ашыу[2] кеше һәләк була, ә Сүриәлә 5000 кеше[3][4], тағы ла тиҫтәләгән мең кеше зыян күргән. Төркиәлә ғәҙәттән тыш хәл һәм ете көнлөк матәм иғлан ителде. Ер тетрәү Төркиәлә 1939 йылда Эрзинджанда булған ер тетрәүҙән һуң иң көслө ер тетрәү тип таныла. Донъяла һуңғы тапҡыр ер тетрәүҙән зыян күреүселәр һаны һуңғы тапҡыр 2010 йылда Гаитиҙа була.
Алдағы тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төркиә донъялағы иң әүҙем сейсмик зоналарҙың береһендә урынлашҡан[5]. Ер тетрәү булған район өс тектоник плита киҫелешендә урынлашҡан: анатолия, ғәрәп һәм африкан[6][7]. Ғәрәп плитаһы төньяҡҡа хәрәкәт итә, һөҙөмтәлә Анатолия плитаһы (Төркиәнең ҙур өлөшө урынлашҡан) көнбайышҡа ҡыҫырыҡлана[6]. Плиталар хәрәкәте улар араһындағы һынылыш зоналарына баҫым яһай. Был баҫымдың һаҡланған энергияһының ҡапыл бүленеп сығыуы ер тетрәүҙәргә килтерә[6].
1970 йылдан ер тетрәүҙән 250 километр радиуста 2023 йылдың 6 февралендә 6 һәм унан да күберәк магнитудалы өс ер тетрәү була. Уларҙың иң ҙуры 6,7 магнитудалы 2020 йылдың 24 ғинуарында булған[8].
Ер тетрәүҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе ер тетрәү Газиантептың Шаһиткамил районында Сүриә сиге янында урындағы ваҡыт менән 04:17 сәғәттә (01:17 UTC) 17,9 километр тәрәнлектә була[9][10]. Уның магнитудаһы 7,8[11]. Ер тетрәүҙән һуң алты сәғәт эсендә Газиантепта 24 афтершок була. Уларҙың иң көслөләренең ҙурлығы — 6,7[1][12].
Шул уҡ көндө Төркиәлә 7,6 магнитудалы сираттағы көслө ер тетрәү була. Уның үҙәге Каһраманмараш гпровинцияһының Эльбистан районында була[5]. Төркиәнең Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса идаралығы ер тетрәүҙән һуң 1117 афтершок булыуы тураһында хәбәр итте[13]. Белгестәр әйтеүенсә, афтершоктар кәмендә тағы бер йыл дауам итәсәк[14].
Фамагуста (Кипр) яры буйында ҙур булмаған цунами тулҡындары теркәлгән. Улар зыян килтермәгән[15]. Италияның Граждандарҙы яҡлау департаменты Италия ярҙарында цунами булыуы ихтималлығы тураһында иҫкәртә (һуңынан уны кире ҡаға).[16]
Шул уҡ көндө Ҡаҙағстандың көньяғында 5,4 магнитудалы ер тетрәү була, ҡайһы бер тораҡ пункттарҙа 2-3 балл көсөндәге ер аҫты ер тетрәндеүе һиҙелә, тип хәбәр итә Ҡаҙағстандағы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының сейсмологик тәжрибә-методик экспедицияһы.[17] Хмельницкий һәм Көньяҡ-Украина АЭС-тарында ер тетрәү һөҙөмтәһендә ҙур булмаған афтершоктар теркәлгән.[18] Дания геология институты хәбәр итеүенсә, ер тетрәүҙәр Гренландияла сейсмографтарҙа теркәлгән[19][20].
-
Газиантептағы ер тетрәү
-
Каһраманмараштағы ер тетрәү
-
Газиантептағы ер тетрәү
-
Каһраманмараштағы ер тетрәү
Эҙемтәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ер тетрәү һөҙөмтәһендә 27 030-ҙан ашыу кеше һәләк була, 87 370 кеше яралана[4][21]. Эҙләү-ҡотҡарыу эштәре барышында емереклектәрҙән 8 меңдән ашыу кеше ҡотҡарылған[10].
Төркиә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Провинция | Һәләк булғандар | Яраланғандар |
---|---|---|
Адана | 408 | 7450 |
Адыяман | 3105 | 11 778 |
Батман | 0 | 20 |
Диярбаҡыр | 212 | 899 |
Газиантеп | 2141 | 11 563 |
Хатай | 5111 | 15 613 |
Каһраманмараш | 5323 | 9243 |
Килис | 22 | 518 |
Малатья | 289 | 7300 |
Ғосмания | 878 | 2224 |
Шанлыурфа | 304 | 2551 |
Элазыг | 5 | 379 |
Төркиә президенты Рәжәп Тайип Эрдоған әйтеүенсә, был Төркиәлә 1939 йылдан алып иң көслө ер тетрәү[24][25]. Төрөк лираһының курсы рекордлы кимәлгә төштө.[26].
Дөйөм алғанда, Төркиәлә 6217 бина емерелә, шул иҫәптән Каһраманмарашта 310 бина, Хатайҙа 1278 бина, Ғәзиантепта 581, Шанлыурфта 201 бина, Ғосманияла 101, Малатьела 130 бина, Килиста 50 бина, Адияманда 600 бина, Диярбаҡырҙа 20 бина һәм Аданда 24 бина.[27]
Граждандар рейстары өсөн Каһраманмараш һәм Газиантеп аэропорттары ябыла.[28]
Газиантеп
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе ер тетрәүҙең үҙәге Ғазиантепта 500-гә яҡын бина емерелгән. Ҡала халҡының яртыһынан күберәге өйҙәренә ҡайта алмай, йәғни 1 миллион кеше. Тарихи ҡәлғә емерелә. Газиантеп-Нурдаги автомагистрале зыян күрә, «Каһраманмараш-Газиантеп» газ үткәргесе зыян күргәнгә тәбиғи газ һурҙырыу туҡтатыла[29].
Хатай
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хатайҙа, ер тетрәү ҙур зыян килтергән провинцияларҙың береһендә, 2 меңгә яҡын бина емерелә.[30] Хатай аэропортының осоу-ултырыу һыҙаты зыян күрә, аэропорт бөтә рейстар өсөн ябыла. Шулай уҡ Хатайға тәбиғи газ биреү туҡтатыла. Искендерун провинцияһының иң ҙур ҡалаһында порт пристаненең емерелеүе һөҙөмтәһендә контейнерҙар түңкәрелә, был янғынға килтерә. Бынан тыш, Искендерун дәүләт дауаханаһы бинаһы, полиция участкаһы һәм суд бинаһы емерелә.[30] Искендерун портында диңгеҙ кимәле күтәрелә. Яр буйындағы юлдарҙы һәм майҙандарҙы һыу баҫа. Эргәләге предприятиеларҙа йәшәүселәр һәм хеҙмәткәрҙәр эвакуациялана.[31]
Адыяман
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Адыяман — ике ҙур ер тетрәүҙән иң ныҡ зыян күргән ҡалаларҙың береһе. Күп фатирлы йорттарҙың күләмле емереклектәре булған ҡалала 3 километр самаһы оҙонлоҡтағы юлда торған биналар ҡалмаған тиерлек, дүрт квартал тулыһынса тиерлек емерелгән. Адыяман үҙәге составына ингән Коул ҡалаһы мэры Эркан Каракаш әйтеүенсә, үҙәк, атап әйткәндә, Бахчелиевлер һәм Ҡарапынар райондары, «тулыһынса емерелгән», тип белдерә. Ер тетрәү һөҙөмтәһендә Адыяман ратушаһы, Ҙур мәсет һәм Гельбаша дәүләт дауаханаһы емерелә. Ҡаланың иң ҙур ҡунаҡханаһы, Isias, шулай уҡ ер тетрәүҙән тулыһынса емерелә.[32]
Каһраманмараш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Каһраманмараш 7,7 һәм 7,5 магнитудалы ике ер тетрәүҙең эпиүҙәгенә эләгә. Ҡала үҙәгендәге биналарҙың күп өлөшө емерелә.[33]
Сүриә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ер тетрәүҙән иң ныҡ зыян күргән райондарҙың береһе — Сүриәнең төньяҡ-көнбайышы[34].
Сүриәләге иң ҙур нефть эшкәртеү заводы Банияста ҡорамалдар зыян күргәнлектән, нефть продукттары ағып сыҡҡанлыҡтан эшләүен туҡтата.[35] Сүриәнең Раджа ҡалаһындағы зыян күргән төрмә бинаһынан «Ислам дәүләте» террористик төркөмөнөң ике тиҫтә яугиры ҡасҡан[34]. Сүриәнең Музейҙар һәм иҫтәлекле урындар департаменты хәбәр итеүенсә, ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән Алеппо цитаделе стеналарында ярыҡтар барлыҡҡа килгән.[36]
Реакция
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төркиәлә кризис өсөн дүртенсе кимәлдә хәүеф иғлан ителә (иң юғарыһы)[10]. 10 провинцияла өс айлыҡ ғәҙәттән тыш хәл[37][38] һәм милли ете көнлөк матәм осоро иғлан ителә[24][25].Рәжәп Тайип Эрдоған ер тетрәүҙән зыян күргән ғаиләләргә һәр береһенә 10 000 төрөк лираһы түләнәсәге тураһында белдерҙе[39]. Ул шулай уҡ бер йыл эсендә хөкүмәт 10 провинцияла зыян күреүселәр өсөн йорттар төҙөйәсәк тип белдерҙе[40]. Төркиәгә 70 ил һәм 14 ойошма ярҙам тәҡдим иткән[41]. Төрөк Ҡыҙыл Ярым Айы зыян күреүселәргә ярҙам итеү өсөн ҡан запасы бирә башлай. Ойошма халыҡты уны өҫтәмә тапшырырға саҡыра[10]. Төркиә вице-президенты Фуат Октай эҙләү-ҡотҡарыу эштәренә йәлеп ителгән кешеләрҙең дөйөм һаны 103 800 кеше тәшкил итә тип белдерҙе. 5531 берәмек ауыр техника һәм 900 кран ҡулланыла. Шулай уҡ 10 карап, 50 самолет һәм 72 вертолет ҡатнаша. Төркиәгә 66 илдән ҡотҡарыу отрядтары килде[42]. Октай шулай уҡ ер тетрәү һөҙөмтәһендә йортһоҙ ҡалған 1,05 миллион кеше ваҡытлыса приюттарҙа тип белдерҙе.[43]. Евросоюз Төркиә менән Сүриәгә 6,5 миллион евро бирергә йыйыныуы тураһында белдерҙе. Сүриә хөкүмәте Евросоюзға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Европаның кризис менән идара итеү буйынса комиссары Янез Ленарчич, Сүриә хөкүмәтенә ҡарата санкцияларға ҡарамаҫтан, Сүриәгә гуманитар ярҙам күрһәтеләсәк, тип белдерҙе[44]. Бөтә донъя банкы Төркиәгә ер тетрәү эҙемтәләрен бөтөрөү һәм ярҙам күрһәтеү өсөн 1,78 миллиард доллар ярҙам күрһәтәсәген белдерҙе.[45][46].
Associated Press билдәләүенсә, халыҡ-ара ярҙамдың күп өлөшө Сүриәгә түгел, ә Төркиәгә ебәрелгән. Төркиәға ярҙам иткән һәм үҙенең ҡотҡарыусыларын ошо илгә ебәргән беренсе ил Әзербайжан була[47].
Баһалауҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сейсмологтар булған хәлде 1999 йылдағы Измит ер тетрәүе менән сағыштырҙы[10]. Һәләк булыусылар һаны 3400-ҙән артҡас, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы уның 8 тапҡырға күберәк булыуы ихтимал тип белдерҙе.[48]. Әзербайжан сейсмологтары әйтеүенсә, Төркиәлә афтершоктар бер ай дауам итәсәк[49]. Итальян эксперты Джанлука Валенсизе Кипр районында һәм Төркиәнең көнсығышында афтершоктар хәүефе тураһында иҫкәртте[10]. Төркиәнең хәүеф менән идара итеү агентлыҡтары ер тетрәүҙән килгән зыян күләмен 15 миллиард доллар тип баһалай (был 1999 йыл менән сағыштырғанда әҙерәк)[50]. Американың Fitch рейтинг агентлығы зыянды 4 миллиард доллар тип баһаланы[51]. АҠШ-тың геология тикшеренеүҙәре баһалауынса, Төркиәнең юғалтыуҙары уның ЭТП-һының яҡынса 2 % тәшкил итеүе ихтимал.[26]
Эрдоған мәғлүмәттәре буйынса, Төркиәләге ер тетрәүҙән 13 миллиондан ашыу кеше зыян күргән. Ул уны «донъялағы иң ҙур бәлә-ҡазаларҙың береһе»[52] һәм «быуат катастрофаһы» тип атай[53]. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, Төркиәлә һәм Сүриәлә һәләкәт зонаһында яҡынса 23 миллион кеше, шул иҫәптән 1,4 миллион бала булған[41].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Son Depremler . www.koeri.boun.edu.tr. Дата обращения: 7 февраль 2023. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «Son Depremler» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән - ↑ Over 18,340 killed in powerful earthquakes that hit southern Türkiye . www.aa.com.tr (10 февраль 2023). Дата обращения: 10 февраль 2023.
- ↑ More than 11,000 confirmed dead in Turkey and Syria in deadliest earthquake in over a decade . Sky News. Дата обращения: 8 февраль 2023.
- ↑ 4,0 4,1 Henley, Jon. Turkey-Syria earthquake updates: death toll nears 16,000 as 72-hour ‘rescue window’ passes - live news, The Guardian (9 февраль 2023). 9 февраль 2023 тикшерелгән.
- ↑ 5,0 5,1 Турцию и Сирию сотрясли два мощных землетрясения. Погибли почти 2 тысячи человек, BBC News Русская служба. 6 февраль 2023 тикшерелгән.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 Землетрясения в Турции и Сирии с точки зрения науки . vesti.ru. Дата обращения: 8 февраль 2023.
- ↑ Jenny Jenkins. Turkey-Syria earthquakes: a seismologist explains what has happened . The Conversation. Дата обращения: 8 февраль 2023.
- ↑ Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр
archive-url=
, должен задаваться и параметрarchive-date=
, и наоборот. Необходимо задать параметрurl=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . Дата обращения: 6 февраль 2023. - ↑ Huge quake toppled buildings in Turkey and Syria as people slept, BBC News (6 февраль 2023). 6 февраль 2023 тикшерелгән.
- ↑ 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 10,5 Что известно о землетрясении в Турции . Архивировано 6 февраль 2023 года. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «:0» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән - ↑ Необходимо задать параметр
url=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ]. 2023-02-06 . Дата обращения: 6 февраль 2023. - ↑ Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр
archive-url=
, должен задаваться и параметрarchive-date=
, и наоборот. Необходимо задать параметрurl=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . Дата обращения: 6 февраль 2023. - ↑ Kahramanmaraş merkezli depremlerde can kaybı ve yaralı sayısı son durum . www.haberturk.com (10 февраль 2023). Дата обращения: 10 февраль 2023.
- ↑ 'Artçı sarsıntılar en az 1 yıl devam edecek' . Milliyet. Дата обращения: 7 февраль 2023.
- ↑ Earthquake in Turkey caused 'small tsunami' off Famagusta coast (Update) | Cyprus Mail . Дата обращения: 6 февраль 2023. [no Архивировано] 6 февраль 2023 года.
- ↑ Allerta maremoto: possibili onde in arrivo sulle coste italiane . Дата обращения: 6 февраль 2023. [no Архивировано] 6 февраль 2023 года.
- ↑ В Казахстане произошло землетрясение магнитудой 5,4. 2023-02-06 . Дата обращения: 7 февраль 2023. [no Архивировано] 7 февраль 2023 года.
- ↑ На двух украинских АЭС зафиксировали незначительные толчки после землетрясения в Турции . Дата обращения: 8 февраль 2023.
- ↑ Turkey's powerful earthquake tremors felt as far as Greenland, Le Monde.fr (6 февраль 2023). 8 февраль 2023 тикшерелгән.
- ↑ Толчки от землетрясения в Турции и Сирии дошли до Гренландии. 2023-02-06 . Дата обращения: 8 февраль 2023.
- ↑ Необходимо задать параметр
url=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. Sakina Fatima. [ ]. 2023-02-07 . Дата обращения: 7 февраль 2023. - ↑ Необходимо задать параметр
url=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . Дата обращения: 11 февраль 2023. - ↑ Необходимо задать параметр
url=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . Дата обращения: 11 февраль 2023. - ↑ 24,0 24,1 Эрдоган назвал землетрясение в Турции самым мощным за последние 84 года . РБК (6 февраль 2023). Дата обращения: 6 февраль 2023. Архивировано 6 февраль 2023 года. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «:8» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән - ↑ 25,0 25,1 Крупнейшее за десятки лет землетрясение в Турции и Сирии. Главное . Дата обращения: 7 февраль 2023. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «:9» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән - ↑ 26,0 26,1 Стихийные последствия (7 февраль 2023). Дата обращения: 7 февраль 2023. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «:2» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән - ↑ Необходимо задать параметр
url=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . Дата обращения: 8 февраль 2023. - ↑ Главное о землетрясении в Турции и Сирии: больше тысячи погибших, разрушенные памятники и новые мощные толчки . Коммерсантъ (6 февраль 2023). Дата обращения: 6 февраль 2023.
- ↑ Gaziantep'te son durum: Şehrin yarısı evine giremiyor (6 февраль 2023). Дата обращения: 8 февраль 2023.
- ↑ 30,0 30,1 Hatay'da son durum: 'Deprem nedeniyle 2 bine yakın bina yıkıldı, kayıplarımız çok fazla' (төр.). BBC News Türkçe (6 февраль 2023). Дата обращения: 8 февраль 2023.
- ↑ На юге Турции после землетрясения поднялся уровень моря. Видео . РБК. Дата обращения: 9 февраль 2023.
- ↑ Gazete Duvar. Adıyaman’da deprem: Bize makine lazım, makine, makine… 2023-07-02 . Дата обращения: 8 февраль 2023.
- ↑ Kahramanmaraş’taki büyük yıkım havadan görüntülendi (төр.). MSN. Дата обращения: 10 февраль 2023.
- ↑ 34,0 34,1 Голод, разруха, холера, а теперь — землетрясение. Почему Сирия пострадала сильнее, чем Турция . BBC News Русская служба (7 февраль 2023). Дата обращения: 8 февраль 2023. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «:10» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән - ↑ Крупнейший НПЗ в Сирии приостановил работу после землетрясения . Lenta.RU. Дата обращения: 8 февраль 2023.
- ↑ Признанная объектом всемирного наследия цитадель в Алеппо повреждена при землетрясении. 2023-02-06 . Коммерсантъ. Дата обращения: 8 февраль 2023.
- ↑ Эрдоган ввел режим ЧП в десяти пострадавших от землетрясения провинциях Турции (7 февраль 2023).
- ↑ Эрдоган объявил чрезвычайное положение в пострадавших от землетрясения районах . Дата обращения: 7 февраль 2023.
- ↑ Пострадавшим от землетрясения в Турции семьям выплатят пособие в размере $530 . Дата обращения: 9 февраль 2023.
- ↑ Ангелина Мильченко. Землетрясение в Турции. Что известно спустя двое суток после начала толчков, gazeta.ru (2023.02.08).
- ↑ 41,0 41,1 Геосотрясение . Дата обращения: 8 февраль 2023. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «:4» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән - ↑ В спасательных операциях в Турции участвуют 103 тысячи человек . Дата обращения: 9 февраль 2023.
- ↑ Kemal Aslan, Maya Gebeily, Khalil Ashawi. Two women survive for days in earthquake rubble as death toll tops 24,150, Reuters (11 февраль 2023). 11 февраль 2023 тикшерелгән.
- ↑ Ирина Шелудкова. Спасательные операции в Турции и Сирии. 2023-02-08 . Дата обращения: 9 февраль 2023.
- ↑ Всемирный банк выделит $1,78 млрд на помощь пострадавшей от землетрясения Турции . Дата обращения: 10 февраль 2023.
- ↑ Death toll climbs above 20,000 after Turkey-Syria earthquake . Дата обращения: 10 февраль 2023.
- ↑ Azerbaycan, 370 kişilik ekiple deprem bölgesinde. 2023-02-07 (ингл.). Demirören Haber Ajansı. Дата обращения: 11 февраль 2023.
- ↑ Turkey earthquake: Death toll could increase eight-fold, WHO says, BBC News (6 февраль 2023). 7 февраль 2023 тикшерелгән.
- ↑ Сейсмологи: афтершоки после землетрясения в Турции будут длиться месяц . РИА Новости (6 февраль 2023). Дата обращения: 7 февраль 2023. Архивировано 6 февраль 2023 года.
- ↑ Стал известен возможный размер ущерба от землетрясений в Турции . www.mk.ru. Дата обращения: 7 февраль 2023.
- ↑ Подсчитан возможный ущерб от землетрясений в Турции . Lenta.RU. Дата обращения: 10 февраль 2023.
- ↑ Эрдоган назвал землетрясение в Турции одним из самых крупных мировых бедствий . TACC. Дата обращения: 7 февраль 2023.
- ↑ Землетрясения в Турции и Сирии: число жертв превысило 21 тысячу, но масштаб катастрофы до конца неясен. 2023-02-09 . BBC News Русская служба. Дата обращения: 10 февраль 2023.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- В Турции произошло сильнейшее за 80 лет землетрясение. 2023-02-06 . Дата обращения: 6 февраль 2023.
- Землетрясения в Турции и Сирии . Дата обращения: 9 февраль 2023.
- Ару Сатбаева, Юлия Сарачакова. «Многие умирали не от землетрясения» — казахстанцы о трагедии в Турции. 2023-02-07 . Дата обращения: 9 февраль 2023.
- Обрушение здания в Турции попало на камеры в прямом эфире. 2023-02-07 . Дата обращения: 7 февраль 2023.
- Число жертв землетрясения в Турции и Сирии превысило 23 тысячи человек. 2023-02-11 . Дата обращения: 11 февраль 2023.