Эстәлеккә күсергә

Халыҡ иҫәбен алыу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Халыҡ иҫәбен алыу
Рәсем
 Халыҡ иҫәбен алыу Викимилектә
2014 йылға ҡарата һуңғы халыҡ иҫәбен алыу

Халыҡ иҫәбен алыу — билдәле ваҡытта илдә йәки илдең бер өлөшөндә йәшәгән барлыҡ халыҡ тураһында демографик, иҡтисади һәм социаль мәғлүмәт йыйыу, дөйөмләштереү, анализлау һәм нәшер итеү эшмәкәрлеге.

Дөйөм мәғлүмәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбен алыуҙың төп төшөнсәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбен алыу программаһы — иҫәп алғанда йыйылған мәғлүмәт исемлеге. Иҫәп ҡағыҙына кәрәкле мәғлүмәт алыу мөмкинлеген биргән һорауҙар индерелә. Мәҫәлән, адрес, демографик билдәләр — енесе, йәше, ғаилә хәле, гражданлығы, этник характеристика, дине, белеме һ. б.

Тиҙ иҫәп алыу — ҡыҫҡа ваҡытта ойошторолған халыҡ иҫәбен алыу (2 көндән 11 көнгә тиклем). Уға мәғлүмәттәр йыйыу һәм уны эшкәртеүҙең үҙәкләштерелгән етәкселек,ҡәтғи сикләнгән маҡсат һәм ҡыҫҡа күҙәтеү программаһы (1-5 һорау), шулай уҡ мәғлүмәтте тиҙ арала тапшырыу хас.

Иҫәп алыуға индерелгән халыҡ категорияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбен алыуҙа төп өс категория бүленә: даими йәшәгән, ошо ерҙә булған һәм юридик.

  • Булған халыҡ — иҫәп алыу мәлендә билдәле ваҡытта ошо территорияла йәшәгән, шул иҫәптән ваҡытлыса булған халыҡ
  • Даими халыҡ — тикшерелгән биләмәлә даими йәшәүсе халыҡ (6 айҙан йәки йылдан ашыу)
  • Юридик халыҡ — ошо ерҙә юридик яҡтан нығытылған халыҡ[1].

Халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙең төп принциптары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Северодвинск ҡалаһында халыҡ иҫәбен алыуҙың стационар участкаһы (2010)
  1. Дөйөмлөлөк;
  2. Одномоментность;
  3. Берҙәм иҫәп алыу программаһы;
  4. Исемлелек;
  5. Үҙбилдәләнеш;
  6. Конфиденциаллек;
  7. Иҫәп алыу менән идара итеүҙең ҡәтғи үҙәкләштерелеүе;
  8. Халыҡ иҫәбен алыуҙың даимилығы[1].

Халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреү ысулдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. һорашыу — иҫәп ҡағыҙҙары иҫәп алыусы (счетчик, теркәүсе) яуап биреүсенең шәхси һүҙҙәренән тултырыла. Рәсәйҙә һәм СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу ошо ысул буйынса башҡарыла;
  2. үҙ-үҙеңде иҫәпләү — яуап биреүсе иҫәп алыу ҡағыҙын үҙе тултыра, ә теркәүсе бары тик уның тултырыу дөрөҫлөгөн тикшерә, төшөп ҡалған йәки аңлашылмаған урындарын асыҡлай. Ҡайһы бер Европа илдәрендә ҡулланыла;
  3. ҡатнаш (анкета) ысул (сит илдәрҙә , шул иҫәптән АҠШ-та әүҙем ҡулланыла) — был ысул буйынса анкеталар халыҡҡа таратыла, улар иҫәп ҡағыҙҙарын тултыра һәм иҫәп бюроһына йәки статистика хеҙмәтенә ебәрелә. Анкеталар йыйып алынғас, статхеҙмәт (иҫәп алыу бюроһы) уларҙы сағыштыра һәм анкеталар алынмаған адрестар буйынса, халыҡтан һорау алыу өсөн, иҫәп алыусыларға ебәрә. Ғәҙәттә, халыҡ иҫәбен алыуҙы бындай алым менән үткәреүгә сығымдар әҙерәк булыуға ҡарамаҫтан, тултырып кире ҡайтарылған анкеталар күләме, хатта иҫәп алыуҙы пропагандалауға ҙур сығымдар китеүгә ҡарамаҫтан, (яҡынса 15-20 %) түбән булып ҡала.

Халыҡ иҫәбен алыу программаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. адрес өлөшө (иҫәпкә ҡуйылыусының исеме һәм адресы, уның ғаилә /йорт хужалығы башлығына мөнәсәбәте);
  2. иҫәп алыуҙың төп программаһы (шәхси демографик (енес, йәш, никах никахы), социаль-иҡтисади (белем кимәле, һөнәре, шөғөле, килем сығанағы, социаль хәле), этник (этник сығышы, туған телен, башҡа телдәр, дине/ниндәй конфессияға ҡарауы) характеристика; халыҡ һанын арттырыуҙы өйрәнеүгә бәйле һорауҙар; миграция мәсьәләләре);
  3. башҡа тикшереүҙәргә бәйле мәсьәләләр (аныҡ иҫәп алыу бурыстары менән билдәләнә).

БМО-ның статистика бюроһы иҫәп алыу составына …[2]

Халыҡ иҫәбен алыу борондан, дәүләттәрҙең административ ҡоролошо бурыстары һәм уларҙың һалым, хәрби эшмәкәрлегенә бәйле барлыҡҡа килә. Боронғо һиндтарҙың ману ҡанундарында хакимдар, үҙҙәренең ҡеүәтен белеү һәм һалымдарҙы билдәләү өсөн халыҡ иҫәбен алыуҙы билдәләгән. Мысырҙа халыҡ иҫәбен алыу, боронғо батшалыҡ (беҙҙең эраға тиклем 2800—2250 йыл) заманынан башланған. Ошо уҡ ваҡытҡа Боронғо Месопотамияла үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу тураһындағы мәғлүмәт тура килә. Боронғо Ҡытай һәм Боронғо Японияла ла иҫәп алып барылғанлығы тураһында мәғлүмәт бар.

Халыҡ иҫәбен алыу хәрби һәм ҡаҙнасылыҡ маҡсатында файҙаланыла. Характеры буйынса бындай иҫәп алыуға Европа колонияһына тиклем Американың иртә феодаль дәүләттәре үткәргән саралар яҡын.

Тәүраттың Иҫке Ғәһедтең Батшаларҙың икенсе китабында Дауыт батша ойошторған халыҡ иҫәбен алыу шулай тасуирлана: «Иоаву батша эргәһендәге хәрби етәксеһенә: Израилдең Дандан Вирсавияға тиклем барлыҡ быуындарынан үтеп, халыҡ һанын алығыҙ, мин уны белергә тейеш»[3].

Боронғо Грецияла, Аттикта беҙҙең эраға тиклем IV быуатта бөтә булған ир-аттың иҫәпкә алыныуы билдәле, Боронғо Рим>да беҙҙең эраға тиклем 435 быуаттан даими рәүештә ценздар үткәрелә..

Халыҡ иҫәбен ҡаҙнасылыҡ маҡсатында йәки айырым хәл-торошта эпизодик иҫәп алыу иртә Урта быуатта уҙғарыла. Мәҫәлән, 1086 йылда, Англияла Вильһельм I Яулап алыусы бойороғо буйынса 34 графлыҡта халыҡ иҫәбе алына һәм уның һөҙөмтәләре «Ҡурҡыныс хөкөм китабы» атамаһын ала. Европаның ҡайһы бер ҡалаһында: Нюрнбергта (1449), Страсбургта (1473), Цюрихта (һәм бөтә да) (1567), Флоренцияла (1427—1430) хужалыҡтар иҫәпләнә.

Новгород республикаһында һәм ҡайһы бер урыҫ кенәзлектәрендә һалым түләү өсөн халыҡ иҫәбен алыу XIII быуаттың икенсе яртыһында башлана[4].

Рустә беренсе халыҡ иҫәбен алыу ҡаҙнасылыҡ маҡсатында 1245 йылда үткәрелә[<span style="" title="не указан источник на утверждение (1 сентября 2010)">сығанаҡ 3314 көн күрһәтелмәгән</span>].

XVIII быуат уртаһынан Европа илдәрендә (Австрия, Бавария, Голландия, Дания, Испания), Азияла (Япония), Америкала халыҡ иҫәбен алырға тырышып ҡарайҙар.

1718 йылда йән башына һалым түләүгә күсеү менән Петр I халыҡ иҫәбен алыу тураһында указ сығара. Унда, атап әйткәндә, былай тиелә: «бөтә кешенән сказкалар алырға (бер йыл ваҡыт бирергә), ҡайһы ауылда кемдә нисә ир-ат булыуы тураһында дөрөҫ мәғлүмәт килтерһендәр». «Сазкалар» (исемлек) өс йылдан һуң йыйып алына һәм артабанғы өс йылда тикшерелә (ревизия яһала). Һуңынан иҫәп алыу мәғлүмәттәре «һалым түләүсе халыҡ ревизияһы» тип атала башлай[4].

Тәүге тулы халыҡ иҫәбен алыу 1790 йылда АҠШ-та үтә.

  1. 1,0 1,1 ИСТОРИЯ ПЕРЕПИСИ В РОССИИ : Всероссийская перепись населения 2010 в Муромском районе 2013 йыл 1 август архивланған.
  2. http://unstats.un.org/unsd/publication/SeriesM/Seriesm_67rev2r.pdf Принципы и рекомендации в отношении переписей населения и жилого фонда Второе пересмотренное издание
  3. Вторая книга Царств.
  4. 4,0 4,1 СКАЗКИ О ДУШАХ 2013 йыл 1 август архивланған.
  • Боярский А. Я., Шушерин П. П., Демографическая статистика, М., 1955;
  • Гозулов А. И., Переписи населения СССР и капиталистических стран, М., 1936;
  • Пустоход П. И., Воблый В. К., Переписи населения, М., 1936;
  • Боярский А. Я., Переписи населения в капиталистических странах, М., 1938;
  • Урланис Б. Ц., История американских цензов, М., 1988;
  • Послевоенные переписи населения, М., 1957;
  • Население мира. Справочник, (М., 1965);
  • Курс демографии, под ред. А. Я. Боярского, 2 изд., М., 1974;
  • Demographic Yearbook, N. Y., 1949-65;
  • Population census methods. United nations, N. Y., 1949;
  • International population census bibliography, (v. 1-5, Austin), 1965-(67).