Эстәлеккә күсергә

Черногория кенәзлеге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Черногория кенәзлеге
Књажевина Црна Гора
Knjaževina Crna Gora
Флаг Герб
Флаг Герб

Гимн: Убавој нам Црној Гори[d]

     Черногория кенәзлеге 1890 йылда
     Черногория кенәзлеге 1890 йылда

 
 
1852 — 1910
Баш ҡала

Цетине

Телдәр

черногор

Дин

юҡ

Майҙаны

5,475 км² (1852)
9,475 км² (1878)

Халҡы

317,856 (1909)

Идара итеү формаһы

абсолют монархия[1]

Династия

Петровичи-Негоши

Валюта

черногор перперы

Черногория кенәзе һәм господаре
 • 18521860

Данило I

 • 1860 — 1910

Никола I

Тарихы
 • 13 март 1852

Черногория Ғосман империяһы составынан сыға

 • 28 август 1910

Черногорияны короллек тип иғлан ителеүе

 Черногория кенәзлеге Викимилектә

Черногория кенәзлеге (черн. Књажевина Црна Гора, Knjaževina Crna Gora) — 1852 йылдың 13 мартынан 1910 йылдың 28 авгусына ҡәҙәр Балҡан ярымутрауында булған дәүләт. 1910 йылда кенәз Никола I Петрович король титулын алған һәм Черногорияны короллек тип иғлан иткән.

Кенәзлектең баш ҡалаһы — Цетинье. Дәүләт валютаһы — черногор перперы (1909 йылда әйләнешкә индерелгән). Кенәзлектең территорияһы хәҙерге Черногорияның үҙәк өлөшөндә урынлашҡан.

Данило I-нең хакимлығы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Кенәз Данило I Петрович: Черногорияның тәүге донъяуи хакимы

Кенәзлек 1852 йылдың 13 мартында барлыҡҡа килгән, был көндө кенәз Данило I Петрович (шулай уҡ Владыка Данило II исеме аҫтында билдәле) үҙенән владыка (епископ) санын сисергә һәм өйләнергә ҡарар иткән. Шулай итеп Черногория теократик дәүләттән донъяуиға әйләнгән.

Ғосман империяһы Черногрияла яңы форма идаралығының иғлан ителеүен насар ҡабул иткән. Шунлыҡтан Данила власҡа килеү менән, кенәзлек Герцеговина халҡына уларҙың төрөктәргә ҡаршы азатлыҡ көрәшендә булышлыҡ күрһәтә башлаған. 1858 йылдың 1 майында черногорҙар һәм төрөктәр араһында Грахово алышы булған[2]. Кенәз Данилоның ағаһы 7500 кешенән торған армияның башында тороп төрөктәргә (уларҙың армияһы төрлө баһаламалар буйынса 7 меңдән 13 меңгә тиклем кеше тәшкил иткән) ҡаршы мөһим алышта еңгән. Алышта еңеү черногорҙарға трофей булараҡ ҙур арсенал алып килгән, был ҡоралдар бойондороҡһоҙлоҡ өсөн 1862 һәм 1875—1878 йылдарҙағы мөһим алыштарҙа кәрәк булған.

Был еңеү шулай уҡ мөһим дипломатик әһәмиәткә эйә булған. Черногор ҡоралының даны тиҙҙән күп кенә көньяҡ славян халыҡтарының, айырым әйткәндә Австро-Венгрия составында булған Воеводина сербтарының) йырҙарында һәм әҙәбиәтендә мәңгеләштерелегән. Грахово янындағы еңеү бөйөк державаларға Черногория (фактк рәүештә күп йылдар дауамында бойондороҡһоҙ булған) һәм Ғосман империяһы араһындағы сикте рәсми рәүештә бүлергә мәжбүр иткән. Черногория үҙенең территорияһын күпкә киңәйтергә ирешкән. 1852 йылдың декабрендә ғосман армияһы Черногория территорияһының эсенә үтеп ингән. Австрия һәм Рәсәй империяларының дипломатик ҡыҫылышы һуғыштың тамамланыуына килтергән[3]. Был һуғыштан һуң Франция һәм Рәсәй ҡатнашлығында 1859 йылдың апрелендә Черногория һәм Ғосман империяһы араһында сик урынлаштырылған. Черногория составына Албанияның һәм Герцеговинаның ҡайһы бер ерҙәре, шул иҫәптән Никшич жупы ингән[2]. Данило 1860 йылдың 13 авгусында үлтерелгән.

Никола I-нең хакимлығы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кенәз Данилоны үлтерелгәндән һуң, уның ағаһының улы Никола I Черногорияның киләһе хакимы булып киткән. 1861 йылда илдә көслө аслыҡ булған. Диңгеҙгә сығыу юлы булмағанлыҡтан һәм иҡтисади яҡтан артта ҡалыуы арҡаһында Австрия империяһы баҙарына иҡтисади буйһоноу көсәйгән[3].

1862 йылда Черногорияның кенәзе Герцеговина халҡының ихтилалын хуплаған, уның арҡаһында төрөктәр Черногория килеп ингән[2]. Тулы еңелеүҙән Черногорияны Франция менән Рәсәйҙең дипломатик ҡыҫылышы ҡотҡарған[4]. Тыныслыҡ килешеүе һөҙөмтәләре буйынса нығытмалар бөтөрөлгән, ә ғосман ғәскәрҙәре Черногория территорияһында урынлашҡан (1866 йылдың аҙағына ҡарай Рәсәй империяһының баҫымы арҡаһында сығарылған)[5]. Кенәз Никола I Петрович буйынса уның династияһы серб ерҙәрен берләштереү миссияһын башҡарырға тейеш булған. 1866 йылдың 23 сентябрендәге серб-черногор килешеүенә ярашлы Сербия менән Черногория ҡушылыуһын өсөн кенәз Никола сербтарҙың Обреновичтар династияһы файҙаһына властан китергә ризалашҡан. Әммә 1868 йылда Сербия кенәзе Михаил Обренович үлтерелгәндән һуң, ике кенәзлек араһындағы союз тарҡалған, һәм Никола йәнә серб ерҙәрен берләштереү эшендә алдынғы ролгә дәғүә итә башлаған. 1871 йылда сербтарҙы азат итеү һәм берләштереү өсөн Цетинелә «Дружина» ойошмаһы төҙөлгән, уның ағзалары көньяҡ славян ерҙәрендә, шул иҫәптән Герцеговина һәм Боснияла ихтилалды әҙерләй башлай[4].

Черногория территорияһының үҙгәреше (1830—1944)

1875—1878 йылдарҙағы Герцеговина-босний ихтилалы барышында Черногория ихтилалсыларға булышлыҡ күрһәткән. 1876 йылдың июнендә Черногория Сербия менән бергә Ғосман империяһына ҡаршы һуғыш иғлан иткән. 16 июлдә Герцеговинала Вучег Дол янындағы алышта черногор-герцеговина көстәре төрөк ғәскәрҙәрен еңгән. 2 августта албан фронтында черногорҙарҙың 5 меңлек көстәре Фундин янындағы алышта 40-меңлек төрөк ғәскәрҙәрен еңгән[6]. 1878 йылғы Сан-Стефано солохо Черногорияның бойондороҡһоҙлоғон иғлан иткән. 1878 йылғы Берлин конгрессының ҡарары буйынса Черногория территорияһының майҙаны 4405 км² алып 7 мең км² тиклем артҡан. Черногория 70 км оҙонлоҡтағы Адриатик диңгеҙ яр буйын менән Подгорица, Колашин, Никшич, Жабляк, Улцинь һәм Бар ҡалаларын алған[7].

Черногорҙар Колашин һәм Никшич ҡалаларында төпләнгән, уларҙан төрөк халҡы сығарылған[8]. 1870-се йылдар аҙағында эшселәрҙең тәүге сығыштары башланған. 1879 йылда Сенат яңы ойошторлған Дәүләт Советы һәм Юғары суд менән алмаштырылған. Ил территорияһы капитанияларға бүленгән ун нахиянан торған[9]. 1880 йылда йәшерен оппозицион сәйәси йәмғиәте ойошторолған, ул хөкүмәтте алмаштырырға һәм конституцияны ҡабул итергә ынтылған. Властар яғынан оппозиционерҙарҙы эҙәрлекләү башланған, уларҙың күбеһе эмиграцияға китергә мәжбүр булған[10].

Кенәз Никола I (1909)

Рәсәй империяһы йоғонтоһо аҫтында бер нисә реформалар уҙғарылған, улар заманса дәүләт булдырған. 1901 йылда дәүләт бюджеты тураһында закон сығарылған[11]. 1902 йылда Никола I Петрович дәүләт реформалары башланыуы тураһында тантаналы рәүештә иғлан иткән[12]. Бынан һуң Черногорияның яңы административ-территориаль бүленеше индерелгән, улар ҡәбилә бүленешен алмаштырған: ил өлкәләргә һәм округтарға бүленгән[12]. 1905 йылда Конституция ҡабул ителгән, ул 1869 йылғы Сербия Конституцияһынан күсерелгән булған. Барлыҡ власть элеккесә кенәздең ҡулында ҡалған, ул хөкүмәтте тәғәйенләгән. Скупщина кәңәшләшеү власть органы булған[13]. Баш ҡалаһы Цетине XX быуат башында ҡалаға әйләнгән. Сәнәғтә предприятиелары күпселектә бәләкәй булған. 1906 йылда Подгорицала итальян компанияһы тарафынан тәмәке фабрикаһы төҙөлгән[8]. 1906 йылда черногор тәңкәһен — перперҙы сығарыу башлана, ул австро-венгр кронаһына тиңләштерелгән. 1901—1912 йылдарҙа биш банк барлыҡҡа килгән. Иң ҙур финанс операцияларҙы Черногория банкы һәм Черногория кенәзлегенең Халыҡ банкы башҡарған. 1909 йылда Бар—Вирпазар тар колеялы тимер юлы асылған[14]. Черногория күрше Италия һәм Австро-Венгрия капиталынан бойондороҡло булып киткән. Рәсәй империяһы хөкүмәте тарафынан йыл һайын түләнелгән субсидия Черногория бюджетына ҙур килем килтергән[9].

1907 йылдың октябрендә Скупщинаға һайлауҙарҙан һуң Сербия Черногория менән дипломатик мөнәсәбәттәрҙе өҙгән. Босния көрсөгө ваҡытында ике дәүләт араһында мөнәсәбәттәр тергеҙелгән[15]. XX быуат башында Черногория бәләкәй генә аграр дәүләт булған, бында 1909 йылға ҡарай яҡынса 222 мең кеше йәшәгән, шуларҙың тик 15,57 % — ҡалаларҙа[16]. Ауыл хужалығы ябай булған, йыш ҡына игендең уңмауы һәм аслыҡ күҙәтелгән. Мәҫәлән, XX быуат башында 1900, 1903, 1904, 1911 һәм 1913 йылдарҙа игендең уңмауы күҙәтелгән[16]. 1909 йылда кенәз Николайҙы властан ситләтергә маҡсат итеп ҡуйылған заговор асылған[15]. 1909 йылда рус инженеры Болотов етәкселегендә Скадар күле тирәһендәге һаҙлыҡтарҙы киптереү уҙғарылған[11]. Тиҙҙән йәнә бер заговор асылған, унда ҡатнашыусылар кенәз Николаны ҡолатып тәхеткә уның улы Даниланы ултыртырға һәм сәйәси золомдарҙы иреккә сығарырға ниәтләгән[17]. 1910 йылдың 28 авгусында кенәз Никола I Петрович король титулын алған һәм Черногорияны короллек тип иғлан иткән[18]. Һуғыш йылдары алдында Никола Рәсәй империяһы һәм Австро-Венгрия араһында ярамһаҡланып, уларҙан субсидия алырға тырышҡан[19]. Никола I Петрович 1910 йылда Рәсәйгә барғандан һуң, Рәсәй империяһы хөкүмәте Черногория өсөн йыллыҡ субсидияһын ике тапҡырға арттырған[18].

1882 йылда Черногория кенәзлегендә 160 000 (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 230 000) кеше йәшәгән.

1900 йылда сит ил сығанаҡтарына ярашлы, кенәзлек халҡы 311 564 кеше тәшкил иткән.

  • Уҡый-яҙа белеүе:
    • 77 % уҡый-яҙа белмәй,
    • 23 % уҡый-яҙа белә.

Черногория халҡының күпселек өлөшөн сербтар тәшкил иткән. Иң ҙур милли общиналар араһынан 5000 албандарҙы һәм 800 сиғандарҙы айырым атап үтергә була.

1907 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы кенәзлектә 282 000 кеше йәшәгән. Шуларҙың күбеһе серб милләтенән булған.

1909 йылда кенәзлек властары рәсми йән иҫәбен уҙғарған. Уның буйынса милләт туған тел буйынса билдәләнгән. Бөтә халыҡ һаны 317 856 кеше тәшкил иткән.

  • Шуларҙың тел буйынса:
    • сербтар — яҡынса 95%,
    • башҡалар, күбеһенсә — албандар.
  • Дин буйынса:
    • православиелылар — 94,38%
    • башҡалары — мосолмандар.

Халыҡтың дөйөм һаны сәйәси сәбәптәр буйынса арттырылған. Черногория ысынында 220 000 кеше йәшәгән.

  1. 1905 йылан де-юре конституцион монархия
  2. 2,0 2,1 2,2 История Югославии, 1963, с. 511
  3. 3,0 3,1 История Югославии, 1963, с. 510
  4. 4,0 4,1 История Югославии, 1963, с. 512
  5. Мцхвариашвили А. Д. Положение Черногории в 60-х годах XIX века (по материалам записок графа Н. П. Игнатьева) // Вестник Удмуртского университета. Серия История и филология. — 2013. — № 1. — С. 126
  6. История Югославии, 1963, с. 513
  7. История Югославии, 1963, с. 514
  8. 8,0 8,1 История Югославии, 1963, с. 518
  9. 9,0 9,1 История Югославии, 1963, с. 520
  10. История Югославии, 1963, с. 521
  11. 11,0 11,1 Югославия в XX веке: очерки политической истории / К. В. Никифоров (отв. ред.), А. И. Филимонова, А. Л. Шемякин и др. — М.: Индрик, 2011. — С. 56, 58.
  12. 12,0 12,1 Югославия в XX веке: очерки политической истории / К. В. Никифоров (отв. ред.), А. И. Филимонова, А. Л. Шемякин и др. — М.: Индрик, 2011. — С. 58.
  13. История Югославии, 1963, с. 522
  14. История Югославии, 1963, с. 519
  15. 15,0 15,1 История Югославии, 1963, с. 525
  16. 16,0 16,1 Югославия в XX веке: очерки политической истории / К. В. Никифоров (отв. ред.), А. И. Филимонова, А. Л. Шемякин и др. — М.: Индрик, 2011. — С. 55.
  17. Югославия в XX веке: очерки политической истории / К. В. Никифоров (отв. ред.), А. И. Филимонова, А. Л. Шемякин и др. — М.: Индрик, 2011. — С. 63.
  18. 18,0 18,1 История Югославии, 1963, с. 526
  19. История Югославии, 1963, с. 660