Эстәлеккә күсергә

Шмидт Отто Юльевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шмидт Отто Юльевич
рус. Отто Юльевич Шмидт
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Рәсәй республикаһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Отто-Фридрихъ-Юліусъ Юльевичъ Шмидтъ
Тыуған көнө 18 (30) сентябрь 1891[2] или 30 сентябрь 1891({{padleft:1891|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[3]
Тыуған урыны Могилёв, Рәсәй империяһы[4]
Вафат булған көнө 7 сентябрь 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[4][2][5][…] (64 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР[4]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d][2]
Үлем сәбәбе туберкулёз[2]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d][6]
Ҡәбере һүрәте
Хәләл ефете Шмидт, Вера Фёдоровна[d]
Балалары Владимир Оттович Шмидт[d] һәм Сигурд Оттович Шмидт[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө астроном, математик, сәйәхәтсе-тикшеренеүсе, сәйәсмән, университет уҡытыусыһы, физик, дәүләт эшмәкәре, психоаналитик, геофизик, географ, сәйәхәтсе
Эшмәкәрлек төрө төркөмдәр теорияһы, астрономия[7], математика[7], география[7], геофизика[d][7] һәм психоанализ[d]
Эш урыны Рәсәй Фәндәр академияһы
Изге Владимир Император университеты[d][2]
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Главное управление Северного морского пути[d]
Рәсәй Фәндәр академияһының О. Ю. Шмидт исемендәге Ер физикаһы институты[d]
Народный комиссариат продовольствия РСФСР[d]
ОГИЗ[d]
Математический сборник[d]
Арктический и антарктический научно-исследовательский институт[d]
Тарас Шевченко исемендәге Киев милли университеты
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d], директор[d], приват-доцент[d], баш мөхәррир[d], кафедра мөдире[d], баш мөхәррир[d], глава экспедиции[d], директор[d], начальник[d], вице-президент[d] һәм директор[d]
Уҡыу йорто Физико-математический факультет Киевского университета[d][8]
Вторая киевская гимназия[d]
Могилёвская мужская гимназия[d]
Ғилми исеме академик АН СССР[d] һәм профессор[d]
Ғилми дәрәжә магистр[d]
Диссертация Абстрактная теория групп[d][8]
Ғилми етәксе Граве, Дмитрий Александрович[d]
Аспиранттар Андрунакиевич, Владимир Александрович[d][8], Сергей Антонович Чунихин[d][8], Леопольд Яковлевич Окунев[d][8], Александр Антипович Кулаков[d][8], Алексей Петрович Дицман[d][8] һәм Владимир Константинович Туркин[d][8]
Әүҙемлек урыны Памир, Арктика һәм СССР[7]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы, Рәсәй социал-демократик эшселәр фирҡәһе[d] һәм Российская социалистическая рабочая партия интернационалистов[d]
Сәләмәтлек торошо туберкулёз
Ойошма ағзаһы Украинаның Милли фәндәр академияһы, СССР Фәндәр академияһы[d] һәм Рәсәй Фәндәр академияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
Вики-проект Проект:Математика[d]
 Шмидт Отто Юльевич Викимилектә

Шмидт Отто Юльевич (30 сентябрь 1891 йыл, Могилёв — 7 сентябрь 1956 йыл, Мәскәү) — СССР математигы, географ, геофизик, астроном, китап баҫыуҙы һәм мәғариф системаһындағы реформаларҙы ойоштороусы. Памирҙы (1928) һәм Төньяҡты тикшереүсе.

Профессор (1924). СССР Фәндәр Академияһы (01.06.1935, 01.02.1933 йылдан ағза-корреспондент), УССР Фәндәр Академияһы (27.05.1934) академигы, Советтар Союзы Геройы (1937).

Атаһы яғынан ата-бабалары — XVIII быуаттың икенсе яртыһында Лифляндияға (Латвияға) күсеп килгән немец-колонистары, ә әсәһе яғынан — Эргле фамилияһын йөрөткән латыштар.

Шуныһы ҡыҙыҡ, Отто Юльевич Шмидттың ғаиләһендә өс телдә аралашалар: урыҫ, немец һәм латыш телдәрендә. Һуңғараҡ ул үҙен урыҫ мәҙәниәтенә индереүен белдерә[9].

Бала саҡта ул яҙыу әсбабтарын һатыу менән шөғөлләнгән кибеттә эшләй. Классик Могилев ирҙәр гимназияһында уҡый. Һәләтле малайҙы гимназияла уҡытыу өсөн аҡсаны латыш олатаһы Фрицис Эргле бүлә.

Киевтың 2-се гимназияһын алтын миҙалға (1909) һәм Киев университетының физика-математика факультетын (1913) тамамлай. Университетты тамамлағандан һуң профессор дәрәжәһенә әҙерләү өсөн артабан уҡырға ҡалдыралар һәм профессор Д. А. Граве етәкселегендә төркөмдәр теорияһы буйынса тикшеренеү эштәрен башлай. 1916 йылдан — Киев университетының приват-доценты.

1917 йылдың октябренән — Аҙыҡ-түлек Халыҡ комиссариаты идаралығының (Наркомат) аҙыҡ-түлек һатыу-һатып алыу буйынса начальнигы, 1918—1920 йылдарҙа — Наркомпрод коллегияһы ағзаһы. 1918 йылда РСДРП (интернационалистар) сафына инә, 1918—1919 йылдарҙа — Үҙәк Комитет ағзаһы. 1919 йылда бөтә партия менән бергә РКП(б)[10] сафына ҡабул ителә, интернационалистар партияһы сафында булыуы ла партия стажына индерелә.

1921—1924 йылдарҙа Дәүләт нәшриәтендә мөдир булып эшләй, мәғариф системаһындағы реформаларҙы ғәмәлгә ашырыу менән шөғөлләнә, Ҙур Совет энциклопедияһына (1924—1942) нигеҙ һалыусыларҙың береһе була, баш мөхәррир вазифаһын башҡара.

1928 йылда О. Ю. Шмидт СССР Фәндәр Академияһы ойошторған беренсе совет-герман Памир экспедицияһында ҡатнаша. Экспедицияның маҡсаты — Көнбайыш Памирҙың иң бейек түбәләрен тикшереү һәм уларға күтәрелеү.

1929 йылда Мәскәү Дәүләт университеты физика-математика факультетында Юғары алгебра кафедраһына нигеҙ һала(1933 йылдан — МДУ-ның механика-математика факультеты), 1949 йылға тиклем уны етәкләй[11].

1932 йылдан 1950 йылға тиклем «Математика йыйынтығы» журналының баш мөхәррире.[12]

1930—1934 йылдарҙа «Седов», «Сибиряков» һәм «Челюскин» боҙватҡыс пароходтарында данлыҡлы арктик экспедициялар етәксеһе була [13]. 1930—1932 йылдарҙа — Бөтә Союз Арктика институты директоры[14], 1932—1938 йылдарҙа — Төньяҡ диңгеҙ юлы баш идаралығы (ГУСМП) начальнигы.

1939 йылдың 28 февраленән 1942 йылдың 24 мартына тиклем СССР Фәндәр Академияһы вице-президенты.

Фәнгә индергән өлөшө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡояшты уратып алған газ-саң болоттарының конденсацияһы һөҙөмтәһендә Ҡояш системаһында есемдәрҙең барлыҡҡа килеүе тураһындағы космогоник гипотеза өҫтөндә эшләй.

«Төркөмдәрҙең абстракт теорияһы» монографияһы (1916, 2, нәшере — 1933) был теорияның үҫешенә ярайһы уҡ ҙур йоғонто яһай. Был өлкәләге иң мөһим ҡаҙаныш — сикһеҙ оператор төркөмдәренең туранан-тура тарҡалыуы изоморфемы тураһынджағы теорема (1928). Шмидт Мәскәү алгебра мәктәбенә нигеҙ һалыусы булып тора, ул күп йылдар буйы уның етәксеһе була. Был мәктәп Шмидт 1930 йылда ойошторған төркөмдәр теорияһы семинары нигеҙендә барлыҡҡа килә[15].

Төньяҡ поляр территорияларҙы өйрәнеүгә тос өлөш индерә. 1932 йылда тарихта беренсе тапҡыр бер навигация осоронда Төньяҡ диңгеҙ юлы буйлап «Сибиряков» боҙ ватҡыс тибындағы параходта үткәрелгән экспедиция начальнигы була. «Ҙур совет энциклопедияһын» булдырыу инициаторы һәм ойоштороусыһы, Советтар Союзы хөкүмәте ҡушыуы буйынса уның баш мөхәррире. Академик геофизика институтын булдырыу инициаторы.

Отто Шмидттың өс ҡатынан өс ул тыуа:, Владимир, Сигурд һәм Александр[16]:

  • Владимир Оттович Шмидт (2 март, 1920 — 25 декабрь, 2008) — техник фәндәр кандидаты, профессор. Әсәһе — Шмидт Вера Федоровна; китапхана эшмәкәре, китап белгесе, библиограф, тарихсы, географ, статистика, география фәндәре докторы, профессор Николай Федорович Яницкийҙың һеңлеһе.
    • Ҡыҙ — Шмидт Вера Владимировна (3 февраль, 1944 — 7 ноябрь, 2014) — педиатр.
    • Улы — Шмидт Федор Владимирович (тыу. 3 октябрь, 1946) — табип-проктолог.
  • Сигурд Шмидт Оттович (15 апрель, 1922 — 22 май, 2013) — СССР һәм Рәсәй тарихсыһы. Әсәһе — Маргарита Эммануиловна Голосовкер (19 апрель, 1889 — 8 ноябрь, 1955), музей һәм әҙәбиәт белгесе, СССР Фәндәр Академияһының Донъя әҙәбиәте институтында нәфис иллюстрация секторы мөдире (1935—1949), «М. Ю. Лермонтов: тормошо һәм ижады» (М.: Сәнғәт, 1941)монографияһы авторы; философ һәм тәржемәсе апаһы Я. Э. Голосовкерҙың апаһы.
  • Александр Оттович Шмидт[17] (15 сентябрь, 1934—2010, 11 июнь). Әсәһе — Горская Александра Александровна[16] (1906—1995), «Челюскин» пароходы экспедицияһында ҡатнаша (исемлектә йыйыштырыусы булараҡ теркәлгән), Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.
  • 1956 йылдың 14 декабрендә СССР Фәндәр Академияһы Президиумының 681-се һанлы Ҡарары менән СССР Фәндәр Академияһының Ер физикаһы Институтына, О. Ю. Шмидт исеме бирелә. 2011 йылдың 26 октябрендә институт холында Шмидттың бронза бюсы ҡуйыла (скульпторы А. Д. Казачок).
  • 97Н проектының Ғилми-тикшеренеү боҙватҡысы «Отто Шмидт» исемен йөрөтә (ҡулланыу ваҡыты: 1979—1991 йылдар).
  • 1938 йылға тиклем боҙватҡыс Шмидт исемен йөрөтә. 1938 йылда Шмидт Төньяҡ диңгеҙ юлы баш идаралығы начальнигы вазифаһынан бушатыла, артабан боҙватҡысҡа «Анастас Микоян» исеме бирелә.
  • Антарктидала Шмидт исемендәге боҙ аҫты тигеҙлеге бар.
  • Чукот диңгеҙе яры буйында Отто Шмидт мороно бар.
  • Шмидт мороно — Чукот автономиялы округының Иультин районындағы ҡала тибындағы ҡасаба.
  • Шмидт утрауы Төньяҡ Ер архипелагында урынлашҡан.
  • 1973—2008 йылдарҙа Чукот автономиялы округында Шмидт районы була.
  • 1971 йылдан СССР Фәндәр Академияһында, 1991 йылдан Рәсәй Фәндәр Академияһында Арктиканы тикшереү һәм үҙләштереү өлкәһендәге күренекле эштәр өсөн О. Ю. Шмидт исемендәге премия тапшырыла.
  • Могилевтағы проспект Шмидт исемен йөрөтә.
  • БДБ илдәре ҡалаларының күбеһендә уны исемендәге урамдар бар.
  • Уның оҙаҡ йылдар буйы йәшәгән дачаһы урынлашҡан Николина Гора ҡасабаһындағы проспект О. Ю. Шмидт исемен йөрөтә.
  • Мурманск ҡалаһының 4-се гимназияһындағы Арктиканы үҙләштереү тураһындағы мәктәп музейына Отто Юльевич Шмидт исеме бирелгән.
  • Отто Шмидт (2108) исемле астероид бар.
  • Исемдәр — Оюшминальд(а): «Отто Юльевич Шмидт боҙ өҫтөндә», Лагшминальд(а): «Шмидттың боҙ өҫтөндәге лагеры», Лагшмивар(а), Лашмивар(а): «Шмидттың Арктикалағы лагеры»[18]
  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #119218259 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Архив по истории математики Мактьютор — 1994.
  3. Историческая энциклопедия Сибири (урыҫ) / под ред. В. А. ЛаминНовосибирск: 2009. — ISBN 5-8402-0230-4
  4. 4,0 4,1 4,2 Шмидт Отто Юльевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  5. Otto Yulyevich Shmidt // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  6. Find a Grave (ингл.) — 1996.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 Чешская национальная авторитетная база данных
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 8,5 8,6 8,7 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
  9. Отто Юльевич Шмидт – герой, мореплаватель, академик и просветитель. ardexpert.ru. Дата обращения: 26 декабрь 2018.
  10. Шмидт Отто Юльевич
  11. Мехмат МГУ 80. Математика и механика в Московском университете / Гл. ред. А. Т. Фоменко. — М.: Изд-во Моск. ун-та, 2013. — 372 с. — ISBN 978-5-19-010857-6. — С. 60.
  12. Математический энциклопедический словарь / Гл. ред. Прохоров, Юрий Васильевич. — М.: БСЭ, 1988 — С. 764..
  13. О людях Московского университета, 2019, с. 112—113: «Экспедиция на ледоколе «Челюскин» закончлась неудачей. Ледокол был раздавлен льдами, а члены экспедиции высадились на льдину и дрейфовали два месяца в условиях полярной ночи. В этих экстремальных условиях Шмидт — руководитель экспедиции — читал своим сотрудникам лекции на самые разные темы: о международном положении, истории философии, проблемах освоения Арктики, полётах на луну, взаимовлиянии языков…»
  14. 90 лет ГНЦ РФ «Арктический и антарктический научно-исследовательский институт» 2016 йыл 5 март архивланған. (пресс-релиз).
  15. Большая советская энциклопедия / Гл. ред. Прохоров, Юрий Васильевич. — М.: БСЭ.
  16. 16,0 16,1 Международный портал России 2011 йыл 24 февраль архивланған..
  17. Потаённое № 2/15, 2002 год 2005 йыл 10 март архивланған..
  18. Мокиенко В. М., Никитина Т. Г. . Толковый словарь языка Совдепии. — СПб: Фолио-Пресс, 1998. — ISBN 5-7627-0103-4.
  • .Визе В. Ю Моря Российской Арктики: В 2-х тт. — Т. II. — М.: Paulsen, 2016. — 340 с.: ил. — Серия «Международный полярный год». — ISBN 978-5-98797-130-7.
  • Колчинский И. Г., Корсунь А. А., Родригес М. Г. . Астрономы: Биографический справочник. — 2-е изд., перераб. и доп. — Киев: Наукова думка, 1986. — 512 с.
  • Корякин В. С. Отто Шмидт. — М.: Вече, 2011. — 416 с. — (Великие исторические персоны). — 4 000 экз. — ISBN 978-5-9533-5770-8.
  • Садовничий В. А. Отто Юльевич Шмидт (1891—1956) // О людях Московского университета. — 3-е изд., дополненное. — М.: Издательство Московского университета, 2019. — С. 111—116. — 356 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-19-011397-6.