Шпайер
Шпайер[21] (шулай уҡ Шпейер; нем. Speyer, пфальц. Schbaija) — Германияла, Рейнланд-Пфальц ерендәге ҡала.
Рейн йылғаһы буйында урынлашҡан (Рейн-Неккар төбәгендә). Халҡы яҡынса 50 мең кеше тәшкил итә.
Исеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Археологик мәғлүмәттәр беҙҙең эраға тиклем 500 йыл элек ҡалала кельттар ултырған тип фаразларға мөмкинлек бирә, башта ул Новиомаг (Noviomagus) исемен йөрөтә, һуңыраҡ, рим дәүерендә, ҡала Аугуст Неметум һәм Цивитас Неметум (Неметер ҡәбиләләре ҡалаһы) исеме аҫтында, был өлкәлә йәшәгән герман ҡәбиләһе исеме буйынса билдәле була. VI быуатта ҡала үҙенең биләмәһе аша аҡҡан Шпайербах йылғаһы исеменән Спира (Spira) исемен ала.
Урта быуатта Шпайер бик мөһим була.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шпайер Үрге Рейн уйһыулығында урынлашҡан, Людвигсхафендан һәм Маннхаймдан көньяҡҡа табан 20 км алыҫлыҡта һәм Карлсруэнан төньяҡҡа табан 34 км алыҫлыҡта, Шпайер йылғаһының Рейнға ҡойған ерендә ята. Ҡапма-ҡаршы яҡта, йылғанан көнсығышҡа табан Хоккенхаймға ҡараған Зигельхайн (Siegelhain) ултырағы урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- б. э.10 й.— Шпайер биләмәһендә рим хәрби лагерына нигеҙ һалына.
- 346 — беренсе тапҡыр ҡала епископы тураһында телгә алына
- 496 йылдан 506 йылға тиклем— тәүге тапҡыр «Спира» исеме барлыҡҡа килә.
- 1030 — Изге Рим империяһы императоры Конрад II Шпайер соборын ҡора башлай. Бөгөнгө көндә был — роман стилендәге һаҡланып ҡалған иң ҙур сиркәү, 1981 йылдан — объект ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән.
- 1076 — император Генрих IV үҙенең баш ҡалаһы Шпайерҙан Каноссаға данлыҡлы походын яһай.
- 1096 — беренсе тәре походы ваҡытында билдәле йәһүд погромдары
- 1294 — Шпайер үҙенең элекке баш ҡала хоҡуғын юғалта һәм Изге Рим империяһының ирекле ҡалаһы була.
- 1526 — ҡалала Беренсе Шпайер рейхстагы үтә.
- 1529 — Шпайерҙа съезда лютеран немец кенәзлеге вәкилдәре антиреформацион резолюцияға ҡаршы протест белдерә. Ошонан протестантизм төшөнсәһе барлыҡҡа килгән.
- 1689 — ҡала француз отрядтары тарафынан ныҡ емерелә.
- 1792 һәм 1814 йылдар араһында Шпайер француз идаралығы аҫтында була.
- 1990 — Шпайер үҙенең 2000-йыллығын билдәләй.
- 1991 — Зинсхайм техника музейы үҙенең филиалын Шпайерҙа аса.
Административ ҡоролошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙидара субъекты коды — 07 18 3 000. Ҡала дүрт ҡала районына бүленә.
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Георг Фридрих Кольб (1800—1884) — билдәле немец статистигы һәм публицисы
- Ансельм Фейербах (1829—1880) — немец тарихи рәссамы
- Ойген Йегер (1842—1926) — иҡтисадсы һәм публицист.
- Герман Децнер (1882—1970) — колониаль ғәскәрҙәр офицеры, Яңы Гвинеяны тикшереүсе.
Туғандаш ҡалалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Курск (Рәсәй)
- Шартр (Франция)
- Равенна (Италия)
- Гнезно (Польша)
- Явне (Израиль)
- Ҡалып:Флаг Руанды Каренгера (Руанда)
Фотоһүрәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Ратуша
-
Троицк соборы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ISIL- und Sigeladressen mit Koordinaten ausgestattet — Берлинская государственная библиотека, 2016.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Duden K. Die Deutsche Rechtschreibung (нем.) / Hrsg.: Cornelsen Verlag — 1880.
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ https://gruenes-mikro.de/die-oberbuergermeisterin-der-stadt-speyer-stefanie-seiler-im-interview-ueber-kommunale-politik-und-klimaschutz-%EF%BF%BC (нем.)
- ↑ http://www.klimabuendnis.org/nc/kommunen/das-netzwerk.html
- ↑ https://www.staedtetag-rlp.de/wir-ueber-uns/portraet/
- ↑ https://www.bv-pfalz.de/politik-verwaltung/bezirksverband-pfalz/
- ↑ Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2023 (нем.) — DESTATIS, 2024.
- ↑ https://www.destatis.de/DE/Themen/Laender-Regionen/Regionales/Gemeindeverzeichnis/Administrativ/04-kreise.html
- ↑ https://it-ch.topographic-map.com/map-nd2x51/Speyer/?zoom=19¢er=49.31692%2C8.43862&popup=49.31717%2C8.43855
- ↑ https://www.speyer.de/de/kultur/staedtepartnerschaften/yavne-israel/
- ↑ https://www.rheinpfalz.de/lokal/speyer_artikel,-erster-offizieller-speyerer-besuch-in-m%C3%B6glicher-neuer-partnerstadt-_arid,5388260.html
- ↑ https://www.speyer.de/de/kultur/staedtepartnerschaften/chartres-frankreich/
- ↑ https://www.speyer.de/de/kultur/staedtepartnerschaften/kursk-russische-foederation/
- ↑ http://www.kurskadmin.ru/node/911
- ↑ https://www.speyer.de/de/kultur/staedtepartnerschaften/ravenna-italien/
- ↑ https://www.speyer.de/de/kultur/staedtepartnerschaften/gniezno-polen/
- ↑ https://www.speyer.de/de/kultur/staedtepartnerschaften/rusizi-ruanda/ (нем.)
- ↑ https://www.speyer.de/de/kultur/staedtepartnerschaften/ningde-china/ (нем.)
- ↑ Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2018 (4. Quartal) — Federal Statistical Office.
- ↑ Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — 459 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шпайер Викикитапханала | |
Шпайер Викимилектә | |
Шпайер Викигид |
- Рәсми ҡала сайтында (нем.)