Эгер (ҡала)
Э́гер (мадьярса EgerEger; нем. ErlauErlau) — Венгрияның төньяғында, Бюкк һәм Матра тау массивтарының көньяҡ битләүенә яҡын урынлашҡан ҡала, Хевеш медьеһының административ үҙәге. Халҡы 54 527[5] кеше (2014 йылдың 1 ғинуарына).
Ҡала Эгер крепосы, термаль сығанаҡтары (бальнеологик курорт), тарихи биналары (шул иҫәптән илдең төньяғындағы төрөк манараһы), шулай уҡ «Эгер үгеҙе ҡаны» тип аталған ҡыҙыл шарабы менән танылған. Ҡала атамаһы венгр телендәге g(e)r (кәртәләп алынған урын, ҡала) һүҙенә бәйле.
Эгер — католик архиепархияһы үҙәге. Ҡалала йәшәүселәрҙең күбеһе — католиктар (латин йолаһындағы, шулай уҡ грек католиктары); шулай уҡ православныйҙар, протестанттар һәм йәһүдтәр бар.
Географияһы һәм транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала Будапештан төньяҡ-көнсығышҡа табан яҡынса 130 километрҙа урынлашҡан. Эгерға Будапешт — Мишкольц магистраленән тимер юлы һуҙыла. Ҡала Будапешт һәм күрше ҡалалар менән даими йөрөгән автобус маршруты һәм тимер юлы менән тоташҡан. Будапештҡа 2—2,5 сәғәт тирәһендә барып етеп була.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эгер ҡалаһы урынында иң боронғо замандан тораҡ пункты булған. Иртә Урта быуат осоронда төбәктә герман ҡәбиләләре көн иткән, уларҙан һуң был урынға аварҙар килгән. Уларҙы ҡырып һалғандан һуң Эгер тирәләй славяндар килеп төпләнә. X быуатта ҡала венгрҙар ҡулында ҡала. Изге Иштван Эгерҙа епископлыҡҡа нигеҙ һала. Ҡалала беренсе собор Крепость убаһында урын ала, хәҙерге ваҡытта унда Эгер крепосы урынлашҡан. Ҡала собор тирәләй үҫә башлай һәм илдең иң мәһим дини үҙәге булып ҡала. XIII быуатта Крепость убаһында ҡеүәтле крепость төҙөлә.
Ҡаланың ныҡ үҫешкән осоро XIV—XVI быуаттарға тура килә. Матьяш Корвин (1458—1490) идара иткән йылдарҙа Эгерҙа бик күп матур биналар төҙөлә, ҡала ситендә виноград үҫтереү һәм шарап эшләү тармағы ныҡ үҫешә.
1552 йылда Венгрияға төрөктәр яу менән килгәндә Эгер крепосы ҡамап алына. Капитан Иштван Добо командалыҡ иткән венгр һуғышсылары дошмандың күп тапҡырҙар артыҡ көсөнә ҡаршы тора (крепосты һаҡлаусыларҙың һаны 2000 кешегә лә етмәй, ә төрөк армияһында 80 000-дән ашыу һуғышсы). 1596 йылда төрөктәр тағы ла Эгерға яу менән килә, был юлы улар маҡсаттарына ирешә, һәм 1687 йылға тиклем Эгер төрөктәр ҡулында була. Төрөктәр христиан ғибәҙәтханаларын мәсеттәргә әйләндерә, крепосты ҡайтанан төҙөй, ҡалала мунсалар һәм манаралар ҡалҡып сыға.
1687 йылда төрөктәр ҡаланан ҡыуыла, тотош Венгрия кеүек үк, ҡала Габсбургтар ҡул аҫтында ҡала. Эгер тағы ла йылдам үҫешә башлай, күп һанда Барокко стилендәге һарайҙар һәм ғибәҙәтханалар төҙөлә. Ғәмәлдә Эгер епископтары ҡала хужалары була һәм уның сәскә атыуына булышлыҡ итә. 1836 йылда Эгерҙа ғәйәт ҙур базилика төҙөлә, ул ваҡытта был дини ҡоролма илдәге иң ҙур сиркәү тип иҫәпләнелә. Епископтар (1804 йылдан архиепископтар) власы XIX быуаттың 50-се йылдарындағы реформаларҙан һуң тамамлана. Ҡала әкренләп үҙенең әһәмиәтен юғалта башлай, Будапешт — Мишкольц тимер юл линияһы ла Эгерҙы ситләтеп үтә.
Икенсе донъя һуғышы осоронда Эгер, Венгрияның башҡа ҡалаларынан айырмалы рәүештә, бик аҙ зыян күрә, шуға ла ҡаланың архитектура ҡомартҡылары һаҡланып ҡала, һәм Эгер артабан илдең төп туристик үҙәктәренең береһенә әйләнә.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Геза Гардони яҙған «Эгер йондоҙҙары» тарихи романы 1552 йылда Эгер крепосын батырҙарса һаҡлап алып ҡалыусыларға арнала.
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Эгерҙың тарихи үҙәге бик яҡшы һаҡланған. Барокко, цопф, классицизм стилдәрендә эшләнгән күп һанлы матур биналар биҙәй уның урамдарын.
- Эгер крепосы (цитадель) (XIII быуат) XVI быуаттағы нығытмалары менән. Крепоста иҫке епископ һарайы урынлашҡан (1470 год), хәҙер унда Иштван Добоның музейы һәм картиналвр галереяһы урынлашҡан. Крепостың үҙендә Иштван Добо, шулай уҡ яҙыусы Геза Гардони ерләнгән.
- Базилика. 1831—1836 йылдарҙа неоклассицизм стилендә төҙөлгән, оҙаҡ йылдар Венгриялағы иң ҙур ғибәҙәтхана булып иҫәпләнә, 1856 йылда Эстергомда базилика төҙөлгәндән һуң ҙурлығы буйынса икенсе булып ҡала. Архитекторы Йожеф Хильд.
- Архиепископ һарайы (XV быуат). Базиликанан төньяҡҡа табан урынлашҡан. Хәҙер — дини сәнғәт музейы.
- Лицей (1765—1785, арх. Я. Фельнер) — Венгрияның иң боронғо мәктәптәренең береһе, базиликаға ҡаршы ғына урынлашҡан. Лицейҙа бик яҡшы китапхана бар, бинаның эске интерьеры бик матур итеп биҙәлгән.
- Изге Антоний Падуанский сиркәүе. Ул да минориттар (католик дине ордендарының береһе) сиркәүе булараҡ билдәле. 1773 йылда төҙөлгән. Францискан-минориттар орденына ҡарай, Венгрияның барокко стилендә төҙөлгән сиркәүҙәренең береһе.
- Цистерциандар сиркәүе. 1743 йылда барокко стилендә төҙөлгән.
- Төрөк манараһы XVII быуат башы). Ҡасандыр төрөктәрҙеке булған бик боронғо манара, илдә бөтә өс ошондай манара һаҡланған. Был манара янындағы мәсет 1841 йылда емертелә, манараны емермәйҙәр, тик Венгрияла христианлыҡтың еңеү билдәһе итеп тәре төшөрөп ҡуялар.
- Серб православие сиркәүе. XVIII быуатта төҙөлгән. Унда Главная достопримечательность — золочёный иконостас, созданный в 1791 йылда булдырылған иконостас бар.
- Өлкә советы йорто (1751—1755, архитектор М. Герль).
- 2015 йылдың майында Эгерҙа The Egri Road асыла, был музейҙа Битлзға арналған коллекция һаҡлана[6]
- Карой Эстерхази исемендәге университет.
Туғанлашҡан ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- — Арҡалыҡ, Ҡазағстан
- — Чебоксары, Рәсәй
- — Эслинген-ам-Неккар, Германия
- — Гейнсвилл, Джорджия, АҠШ
- — Георгени, Румыния
- — Ареццо, Италия
- — Макон, Франция
- — Памуккале, Төркиә
- — Пори, Финляндия
- — Сарцана, Италия
- — Иерихон, Палестина милли администрацияһы
- — Дольни-Кубин, Словакия
- — Мукачево, Украина
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Эрлау // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907. — Т. 41. — С. 34.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ https://egrivalasz.hu/mirkoczki-adam-bocsanatot-kert-vagner-akos-elfoglalta-hivatalat/ (венг.)
- ↑ Magyarország helységnévtára, Detailed Gazetteer of Hungary (венг.) — KSH, 2024.
- ↑ http://www.comune.arezzo.it/il-comune/ufficio-servizi-demografici/servizio-statistica-e-censimenti/carta-didentita-del-comune-di-arezzo/carta-didentita-del-comune-di-arezzo#Gemellaggi
- ↑ Ежегодное издание «Административная Венгрия», Центральное Статистическое Бюро, 2014.
- ↑ beatlesmuzeum.hu 2016 йыл 10 март архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт города Эгер (венг.)(венг.)
- Информация о городе Эгер (инг.)(инг.) (венг.)(венг.)
- Роман Г. Гардони «Звёзды Эгера» (рус.)(рус.) пер. с венг., в «Библиотеке Мошкова»