Ырымбур өлкәһе
Рәсәй Федерацияһы субъекты | |||||
Ырымбур өлкәһе
| |||||
| |||||
Административ үҙәк |
Ырымбур | ||||
29-сы | |||||
- Барлығы |
123 732 км² км² | ||||
- Барлығы |
↘1 994 762[1] (2016) 16,3 кеше/км² | ||||
Волга буйы | |||||
Урал | |||||
Берг Юрий Александрович | |||||
Грачёв Сергей Иванович | |||||
56 | |||||
RU-ORE | |||||
YEKT һәм Азия/Екатеринбург[d][2] | |||||
Бүләктәре: |
Ырымбур өлкәһе (рус. Оренбургская область) — өлкә, Рәсәй Федерацияһы субъекты, Көньяҡ Уралда урынлашҡан, Волга буйы Федераль округына ҡарай. Өлкә үҙәге — Ырымбур ҡалаһы. Территорияһы 123 732 км². Халҡы 2 032 915 кеше (2010).
Ҡаҙағстан (Көнсығыш Ҡаҙағстан, Аҡтүбә, Ҡостанай өлкәләре), Башҡортостан һәм Татарстан республикалары, Һамар, Һарытау һәм Силәбе өлкәләре менән сиктәш.
Өлкәлә башҡорттар нигеҙ һалған 135 ауыл бар[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ырымбур өлкәһе тарихы Ырымбур экспедицияһынан башлана, 1744 йылда ойошторолған Ырымбур губернаһы тарихы менән бәйле.
Ҡарағыҙ: Ырымбур экспедицияһы
Ҡарағыҙ: Ырымбур губернаһы
Өлкәләге власть
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өлкә Уставына ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә. Өлкә Губернаторы, Хөкүмәте, Закондар сығарыу йыйылышы һәм Рәсәй Президентының тулы хоҡуклы вәкиле резиденцияһы 1936—1939 йылдарҙа Дом Советов тип төҙөлгән йортта урынлашҡан[4]
Башҡарма власть
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ырымбур өлкәһе Губернаторы — өлкәләге иң юғары вазифа.
Өлкә губернаторҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Елагин Владимир Васильевич (24 октябрь 1991 — 29 декабрь 1999).
- Чернышёв Алексей Андреевич (29 декабрь 1999 — 15 июнь 2010).
- Берг Юрий Александрович 2010 йылдың 15 июненән
Суд власы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ырымбур өлкәһе суд системаһы составында:
- Ырымбур өлкәһе өлкә суды — Рәсәйҙен юғары судының түбәнге инстанция суды
- Ырымбур өлкәһе арбитраж суды — Рәсәйҙен юғары судының түбәнге инстанция суды
Закондар сығарыу власы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ырымбур өлкәһенең Закондар сығарыу йыйылышы — Ырымбур өлкәһенең юғары закондар сығарыу органы. Йыйылышҡа 47 депутат һайлана.
Халыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өлкәлә 2 008 535 кеше йәшәй.
Милли состав
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ | Һан, 2010 йылда[5]. |
---|---|
Урыҫтар | 1 519 525 (75 ,9 %) |
Татарҙар | 151 492 (7 ,6 %) |
Ҡаҙаҡтар | 120 262 (6 ,0 %) |
Украиндар | 49 610 (2 ,5 %) |
Башҡорттар | 46 696 (2 ,3 %) |
Мордвалар | 38 682 (1 ,9 %) |
Немецтар | 12 165 (0 ,6 %) |
Сыуаштар | 12 492 (0 ,6 %) |
Әрмәндәр | 10 547 (0 ,5 %) |
Әзербайжандар | 7 421 (0 ,4 %) |
Белорустар | 5 590 (0 ,3 %) |
Иҫәптәре 5 меңдән ашыу халыҡтар күрһәтелгән |
Административ ҡоролош
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өлкәлә 35 район, 12 ҡала һәм 1 ябыҡ административ-территориаль берәмек — Комаровск ҡасабаһы[6].
Муниципаль райондар һәм ҡала округтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абдулла районы
- Адамовка районы
- Аҡбулаҡ районы
- Александровка районы
- Әсекәй районы
- Беляевка районы
- Боғорослан районы
- Быҙаулыҡ районы
- Гай ҡала округы
- Грачёвка районы
- Домбаровка районы
- Илек районы
- Кваркено районы
- Красногвардейск районы
- Ҡыуандыҡ ҡала округы
- Ҡорманай районы
- Матвеевка районы
- Новоорск районы
- Новосергиевка районы
- Октябрьский районы
- Ырымбур районы
- Первомайский районы
- Переволоцк районы
- Пономарёвка районы
- Һаҡмар районы
- Һарыҡташ районы
- Светлый районы
- Северный районы
- Соль-Илецк ҡала округы
- Сорочинск ҡала округы
- Ташлы районы
- Тоцк районы
- Төйлөгән районы
- Шарлыҡ районы
- Ясный ҡала округы
Ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абдулла
- Боғорослан
- Быҙаулыҡ
- Гай
- Ҡыуандыҡ
- Медногорск,
- Новотроицк
- Ырымбур
- Орск
- Соль-Илецк
- Сорочинск
- Ясный
Башҡорт халҡының тормошонда өлкә роле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Өлкә башҡорт һәм ҡаҙаҡ ерҙәренең сигендә урынлашҡан. Өлкә аша Ҡәнифә юлы үтә.
- I Бөтә башҡорт ҡоролтайы 1917 йылдың 20—27 июлендә Ырымбур ҡалаһында үтә.
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Любушкин Виктор Васильевич (23.10.1913—1.02.1983), совет партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1939—40 йылдарҙағы совет‑фин һуғышында ҡатнашыусы. 1955—1961 йылдарҙа КПСС-тың Сибай ҡала комитетының 1‑се секретары; 1966—1974 йылдарҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты директоры. Башҡорт АССР-ының III—VI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин (1956), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949, 1971), Ҡыҙыл Йондоҙ (1970), ике Почёт Билдәһе (1961, 1966) ордендары кавалеры. Кваркен районы Айҙарәле ҡасабаһынан[7].
Өлкәлә тыуған башҡорттар — Советтар Cоюзы Геройҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фәйзуллин Хәниф Шакир улы Ҡыуандыҡ районы, Сабаҡлы ауылы[3]
- Әхмәтшин Йәғәфәр Әхмәт улы — Ҡыуандыҡ районы, Ҡотлой ауылы
- Әғзәм Хәйретдинов — Абдулла районы, Яңы Яҡут ауылы
Өлкәлә тыуған башҡорт әҙиптәре һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Амантаев Ғабдулла Сәхипгәрәй улы
- Буранғолов Мөхәммәтша Абдрахман улы
- Юлтыев Дауыт Исхаҡ улы
- Бикбаев Рауил Төхфәт улы
- Вәлиулла Мортазин-Иманский
- Ибраһимов Хабибулла Калимулла улы
- Йәғәфәров Аллабирҙе Нурмөхәмәт улы
- Артур Туҡтағолов, «Далан» төркөмө солисы Ҡыуандыҡ районында тыуған
- Әхмәмәтов Шәрәф Хисам улы, башҡорт яҙыусыһы
- Чанышев Әмир Иҙрис улы, башҡорт яҙыусыһы
- Хисмәт Юлдашев
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Оценка численности постоянного населения на 1 января 2016 года и в среднем за 2015 год . Дата обращения: 27 март 2016. Архивировано 27 март 2016 года.
- ↑ https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/europe
- ↑ 3,0 3,1 Минзәлә башҡорттары араһында нисә Герой булған? 2016 йыл 7 март архивланған.
- ↑ Ырымбур өлкәһе Хөкүмәте йорто 2016 йыл 5 март архивланған.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года (xls) 2012 йыл 30 май архивланған.
- ↑ Муниципальные образования 2012 йыл 18 апрель архивланған.. Портал органов государственной власти «Оренбуржье»
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Любушкин Виктор Васильевич 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 19 октябрь 2018)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хусаинова Г. Т. Ырымбур өлкәһе // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Ырымбур йыры(недоступная ссылка)
- Ырымбур башҡорттары. Тарих. Мәҙәниәт. Этнография. Махсус сайт. 2013 йыл 16 июнь архивланған.
- Ырымбур өлкәһе көнсығыш башҡорттары