Абулкарамов Тәлғәт Абулкарам улы
| Абулкарамов Тәлғәт Абулкарам улы | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 13 август 1915 |
| Тыуған урыны | Упҡанкүл, Яубүләк ауыл Советы, Асҡын районы, СССР |
| Вафат булған көнө | 3 май 1991 (75 йәш) |
| Һөнәр төрө | яугир |
| Хәрби звание | кесе сержант |
| Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
| Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Абулкарамов Тәлғәт Абулкарам улы (рус. Абулкарамов Талгат Абулкарамович) (13 август 1915 йыл — 3 май 1991 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се гвардия кавалерия полкы 2-се эскадроны пулемётсыһы. Кесе сержант. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәлғәт Абулкарам улы Абулкарамов 1915 йылдың 13 авгусында (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Асҡын районы) Упҡанкүл ауылында тыуған.
1941 йылда Асҡын районы хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се гвардия кавалерия полкының 2-се эскадронында пулемётсы була.
Дивизияның Көньяҡ-Көнбайыш фронты составындағы һөжүмендә немец илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән батырлығы өсөн
| Абулкарамов Тәлғәт пулемёт уты менән дошмандың взводҡа яҡын һалдатын юҡ итте. 15.12.1942, 280-се бойороҡ[2]. |
кесе сержант Тәлғәт Абулкарам улы «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1942)
- «Берлинды алған өсөн» миҙалы
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1987)[3]
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Абулкарамов Тәлғәт Абулкарам улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Асҡын районы Упҡанкүл ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ЦАМО. ЦАМО. Фонд 33. Опись 686044. Единица хранения 4305.
- ЦАМО. Картотека награждений, шкаф 1, ящик 14.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шаймуратовцы. Абулкарамов Талгат Абулкарамович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 июль 2021)
- Память народа. Абулкарамов Талгат Абулкарамович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 июль 2021)
- РГБ: Они вернулись с победой. Аскинский район, т. 1, 2001 ISBN 5-295-02997-2
- Дорога памяти. Талгат Абулкарамов 2021 йыл 13 июнь архивланған.