Азия финанс кризисы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Азия кризисының географияһы

1997—1998 йылдарҙағы Азия финанс кризисы — Көньяҡ-Көнсығыш Азиялағы иҡтисади кризис, 1997 йылдың июлендә башланып, 1990-сы йылдар аҙағында донъя иҡтисады өсөн етди тетрәнеү булды. «Азия юлбарыҫтарының» үтә йылдам үҫеүе уның төп сәбәбе ине, сөнки ошо арҡала был илдәргә капитал ағымы көсәйҙе, дәүләт һәм корпоратив бурыс артты, иҡтисад үтә әүҙемләште һәм күсемһеҙ милек баҙары ҙур тиҙлек менән үҫте.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Көньяҡ-Көнсығыш һәм Көнсығыш Азия иҡтисадтарында кризис күренештәре үҫеше оҙаҡ йылдар буйы барҙы. ЭТП менән ситтән бурысҡа алыу нисбәте йәһәтенән бөлгөнлөккә беренсе булып Таиланд төшәсәге күренде. 1997 й. майында тай баты халыҡ-ара алыпһатарҙарҙың көслө һөжүменә дусар булды. Был шарттарҙа Таиланд хөкүмәте 1997 й. 30 июнендә баттың девальвацияһын иғлан итте, уның курсы АҠШ долларына бәйле ине. Һөҙөмтәлә бат курсы — яртылаш, ә Таиландтың фонд баҙары дүрттән өскә төштө.

Киләһе айҙа кризис Индонезия, Малайзия һәм Көньяҡ Корея иҡтисадтарына күсте. Япония, Гонконг, Лаос, Филиппин, Ҡытай, Һиндостан һәм Вьетнам кризистан әҙерәк зыян күрҙе. «Азия юлбарыҫтары» араһынан Сингапур менән Тайвань иһә кризисҡа бирешмәне тиерлек. Үрҙә аталған иҡтисадтарға 1997—1998 йылдарҙа милли валюталар курсы төшөү (мәҫәлән, Таиланд валютаһы — бат — тәүҙә 48 %, ә 1997 йыл аҙағына 100 % тиерлек арзанайҙы; Индонезия рупияһы 228 % төштө[1]), фонд индекстары кәмеү, инфляция үҫеше, корпоратив бурыс үҫеүе, корпорацияларҙың шау-шыулы бөлгөнлөктәре хас булды.

Эҙемтәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Азия финанс кризисы Индонезия диктаторы Сухартоның отставкаға китеүе, Көнсығыш Тиморҙың үҙаллылыҡ иғлан итеүе һәм Маһатһир Мөхәмәд хөкүмәтенең бүленеүе кеүек сәйәси эҙемтәләргә сәбәпсе булды. Донъя иҡтисады глобалләшеүе тураһындағы раҫлауҙарҙы дәлилләгәндәй, кризис эҙемтәләре бөтөн Ер шары буйлап йылдам таралды. Капиталдың ситкә ағыуы һәм сеймал тауарҙарының арзанайыуы 1998 йылғы Рәсәй иҡтисади кризисына сәбәпсе булды. 2001 йылғы Аргентиналағы дефолт кризистың һуңғы шаңдауы булып ҡалды.

Айырым дәүләттәр тарафынан киләсәкте уйламайынса «Азия юлбарыҫтары» иҡтисадтарының үҫеүен дәртләндереүгә ҙур тырышлыҡ һалыуҙа ғәйепләнгән Халыҡ-ара валюта фонды уның эҙемтәләрен бөтөрөүгә 40 млрд доллар бүлде. Көньяҡ-Көнсығыш Азиялағы төп иҡтисадтарҙың һауығыу билдәләре 1999 йыл башында күренде. Милли иҡтисадтарҙың структураһын сәйәси һәм иҡтисади яҡтан үҙгәртеү 2001 йылғы кризис эҙемтәләрен еңеп сығырға һәм йылдам үҫеште яңыртырға мөмкинлек бирҙе.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Kaufman, GG., Krueger, TH., Hunter, WC. (1999) The Asian Financial Crisis: Origins, Implications and Solutions . Springer. ISBN 0-7923-8472-5
  • Pettis Michael The Volatility Machine: Emerging Economies and the Threat of Financial Collapse — Oxford University Press, 2001. — ISBN 0-19-514330-2.
  • Blustein Paul The Chastening: Inside the Crisis that Rocked the Global Financial System and Humbled the IMF — PublicAffairs, 2001. — ISBN 1-891620-81-9.
  • Кетти Лин Дейтрейдинг на рынке Forex. Стратегии извлечения прибыли = Day Trading the Currency Market: Technical and Fundamental Strategies to Profit from Market Swings — М.: Альпина Паблишер, 2012. — 240 б. — ISBN 978-5-9614-1326-7.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]