Рәхмәтуллин Айбулат Дәүләтбай улы
Рәхмәтуллин Айбулат Дәүләтбай улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 12 май 1967 (57 йәш) |
Тыуған урыны | Нәби ауылы, Иҫке Монасип ауыл Советы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | музыкант |
Уҡыу йорто | Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Рәхмәтуллин Айбулат Дәүләтбай улы (12 май 1967 йыл) — ҡурайсы, мәҙәниәт хеҙмәткәре. Нефтекама дәүләт филармонияһының художество етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014),
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Айбулат Дәүләтбай улы Рәхмәтуллин 1967 йылдың 12 майында Башҡорт АССР-ының (1993 йылдан Башҡортостан Республикаһы) Бөрйән районы Нәби ауылында күренекле ҡурайсы һәм танылған йырсы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дәүләтбай Абдрахман улы Рәхмәтуллин (1937) ғаиләһендә тыуған.
Бала сағынан башҡорт халыҡ йырҙарын һәм үҙенсәлекле ҡурай моңдарын тыңлап үҫә. Атаһы өлгөһөндә ҡурайҙа уйнарға өйрәнә, мәктәп йылдарында төрлө сәхнәләрҙә даими сығыш яһай.
Билдәле көйҙәрҙән башлап аҙ башҡарылғандарына тиклем ҡурайҙа яңғырата, йылдан-йылға үҙенең оҫталығын арттыра һәм шымарта бара. Шуға ла киләсәктә «кем булырға» тигән уй уның башына ла инеп сыҡмай.
Нәби мәктәбендә һигеҙенсе синыфты тамамлағас та Өфө сәнғәт училищеһына юллана. Уның «ҡурай» класын 1986 йылда тамамлағас, Бөрйән районы мәҙәниәт йортоноң ҡурайсылар ансамбле етәксеһе булып үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.
1994 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай.
- 1986—1988 йылдар — Совет Армияһында сафында хәрби хеҙмәттә була. Монголия Халыҡ Республикаһы территорияһында урынлашҡан ғәскәри подразделениеның хәрби оркестрында өлкән музыкант.
- 1988—1993 йылдар — Бөрйән районы балалар музыка мәктәбендә, Өфө дәүләт сәнғәт институты ҡарамағындағы урта махсус музыка мәктәбендә, Нариман Сабитов исемендәге балалар музыка мәктәбендә уҡытыусы.
- 1993—1998 йылдар — Учалы музыка мәктәбе уҡытыусыһы, башҡорт фольклоры бүлегендә комиссия мөдире.
- 1998 йылдан — Нефтекама дәүләт филармонияһының солист—ҡурайсыһы, директорҙың концерт эшмәкәрлеге буйынса урынбаҫары, филармонияның художество етәксеһе.
Айбулат Рәхмәтуллин — ҡурайсыларҙың төрлө кимәлдә үткәрелгән бәйге—конкурстарының әүҙем ҡатнашыусыһы. Рәсәйҙең төрлө төбәктәре һәм бик күп ҡалаларынан тыш Испания, Төркиә, Италия һәм Украинала уңышлы сығыш яһай. Уның репертуарында башҡорт халҡының 200-гә яҡын оҙон һәм бейеү көйҙәре бар.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡурайсы, ҡумыҙсы, думбырасы һәм өҙләүселәрҙең Йомабай Иҫәнбаев исемендәге III республика конкурсы лауреаты (1984).
- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған «Ҡурай байрамы» республика бәйгеһендә Гран-при яулаусы һәм лауреат (1995).
- Һөнәрмән ҡурайсыларҙың Ғата Сөләймәнов исемендәге республика конкурсы лауреаты (1997).
- Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының Маҡтау грамотаһы (1997, 2003).
- Ҡурайсы, ҡумыҙсы, думбырасы һәм өҙләүселәрҙең Йомабай Иҫәнбаев исемендәге IX республика конкурсында Гран-при яулаусы һәм лауреат (1999).
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1999).
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014).
Ваҡытлы матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Айбулат Рәхмәтуллин: «Бөрйән балын ғына ашайым». «Йәшлек» гәзите, 6 март 2019 йыл[1].
- Айбулат Рахматуллин
- Ғүмерҙәрҙе һүнмәҫ йыр итәйек! 2016 йыл 9 март архивланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Йәшлек» гәзите, 6 март 2019 йыл(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2020)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт энциклопедияһы — Рәхмәтуллин Айбулат Дәүләтбай улы 2020 йыл 27 ноябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2020)
- Рахматуллин Давлетбай Абдрахманович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 438. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.