Александровка районы (Ырымбур өлкәһе)
| ||
Ил | ||
---|---|---|
Урынлашҡан урыны | ||
Берләштерә |
14 берекмә | |
Административ үҙәк |
Александровка | |
Барлыҡҡа килеүе | ||
Писарев Александр Петрович | ||
Халҡы (2010) |
19 291[1] кеше | |
Милли состав |
урыҫтар — 61 %, | |
Майҙаны |
3100 км² | |
Ваҡыт бүлкәте | ||
Телефон коды |
+7 35359 | |
Автомобиль номерҙары коды |
56 | |
Информационный сайт Александровского района. Рәсми сайты] | ||
Александровка районы Викиһаҡлағыста | ||
Алекса́ндровка райо́ны (рус. Александровский район) — Ырымбур өлкәһе . Административ үҙәге — Александровка ауылы.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Александровка районы Ырымбур өлкәһенең көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Майҙаны — 3,1 мең км². Төньяҡта Пономарёвка, көнсығышта — Шарлыҡ һәм Октябрьский, көньяҡта — Переволоцк, көнбайышта — Новосергиевка һәм Красногвардейск райондары менән сиктәш.
Районда нефть (Благодаровск-Коган төркөмө һәм Соболевск) һәм кирбес балсығы (Каменск) ятҡылыҡтары бар.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Территорияһы 1917—1922 йылдарҙа Башҡортостандың Туҡ-Соран, ә 1922—1924 йылдарҙа — Бәләбәй кантондары составында була.
Үҙ аллы булараҡ район 1935 йылдың 20 ғинуарында ойошторола.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халҡы — 19,3 мең кеше (2010), шул иҫәптән башҡорттар (11 %), уларҙың төп өлөшө Ырымбур башҡорттарына ҡарай.
Александровка районы — (Ҡыуандыҡ һәм Ҡыҙыл Гвардия райондары менән бергә) Ырымбур өлкәһенең башҡорттар тығыҙ йәшәғән төбәге. Милләттәртәребеҙ тупланып көн иткән иң ҙур ауылдар (2002): Аҡтейен, Иҫәнгилде, Күрпәс, Ҡәйепҡол, Ҡансыра, Ҡотос.
Башҡорт теле, мотлаҡ уҡытыла торған предмет булараҡ, райондың 2 мәктәбендә өйрәнелә (2013).
Александровкала 1998 йылдан «Ырымбур өлкәһенең Александровка районы башҡорттары ҡоролтайы», Ҡотос ауылында «Райхан» вокал ансамбле (1992 йылдан), «Сулпан» бейеү ансамбле (1993 йылдан) эшләй.
Ауыл советтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Районда 14 ауыл советы, 54 ауыл торама пункты бар.
- Александровка
- Георгиевский
- Добринский
- Ждановский
- Зеленорощинский
- Каликинский
- Марксовский
- Новомихайловский
- Романовский
- Султакай
- Тукай
- Хортицкий
- Чебоксаровский
- Яфар, Мишәрҙәр ауылы
Районда тыуған шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абдразаҡов Әмир Ғәбделмән улы (15.01.1934—6.03.2008), башҡорт театр актёры, кинорежиссёр, сценарист. «Башҡортостан» киностудияһын ойоштороусы һәм уның беренсе директоры. 1961 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы, 1997 йылдан Рәсәй Кинематографсылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2006) һәм Зәйнәб Биишева исемендәге премия (2010, үлгәндән һуң) лауреаты. Ҡәйепҡол ауылынан.
- Сәғит Агиш (25.12.1904 — 21.05.1973) — башҡорт яҙыусыһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
- С. Н. Сәйетов
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Александровка районы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Район на сайте органов государственной власти 2014 йыл 25 июль архивланған.
- Район на сайте Оренбургской области