Эстәлеккә күсергә

Александров Александр Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Александров Александр Васильевич
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 1 (13) апрель 1883[3][4][5]
Тыуған урыны Плахино[d], Рязань губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 8 июль 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[6][2][7][…] (63 йәш)
Вафат булған урыны Берлин, Советская зона оккупации Германии[d][6]
Үлем сәбәбе разрыв сердца[d]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d][8]
Балалары Борис Александров[d]
Һөнәр төрө композитор, дирижёр, хоровой дирижёр, музыка педагогы, хәрби хеҙмәткәр
Эш урыны П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы
Академический музыкальный колледж при Московской консерватории[d]
Уҡыу йорто Санкт-Петербург консерваторияһы
П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы
Ғилми дәрәжә сәнғәт фәндәре докторы[d]
Кемдә уҡыған Метнер, Николай Карлович[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание генерал-майор[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ойошма ағзаһы СССР Композиторҙар союзы[d] һәм Ансамбль песни и пляски Российской армии имени А. В. Александрова[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
1-се дәрәҗә Сталин премияһы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены СССР-ҙың халыҡ артисы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы орден Белого льва 1-се дәрәҗә Сталин премияһы Сталин премияһы
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Йөҙ ҡылдары усы щёточкой[d]
 Александров Александр Васильевич Викимилектә

Александров Александр Васильевич (13 апрель 1883 йыл — 8 июль 1946 йыл) — Рәсәй империяһы һәм СССР композиторы, хор дирижеры, хормейстер, педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1937), сәнғәт фәндәре докторы (1940). Ике беренсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1942, 1946). Генерал-майор (1943).

СССР гимны музыкаһы авторы[9] һәм шул уҡ көйгә Рәсәй Федерацияһы гимны һалынған.

А. В. Александров, 1945 йыл

Александр Васильевич Александров (төп фамилияһы — Коптелев йәки Коптелов) 1883 йылдың 13 апрелендә Рәсәй империяһының Плахино ауылында[10] крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1890—1892 йылдарҙа земство мәктәбендә уҡый, ундағы хорҙа йырлай.

1891 йылда Санкт-Петербургҡа бара. Бында Ҡазан соборы хорында йырлай. 1898 йылда Санкт-Петербургтың Ҡазан сиркәү-мәхәллә мәктәбе курсын тамамлай[11].

1897 йылдан — Һарай (Придворный) йыр капеллаһы регент (дирижёрлыҡ) класс уҡыусыһы (хәҙерге М. И. Глинка исемендәге хор училищеһы), 1900 йылда уны тамамлай, регент дәрәжәһен ала. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң. Санкт-Петербург консерваторияһының А. К. Глазунов һәм А. К. Лядова композиция класына уҡырға инә. Ләкин 1902 йылда сәләмәтлеге һәм матди хәле насарланыу сәбәпле, уҡыуын туҡтатырға мәжбүр була Бологоеға китә, йәмиғ хор регенты, шулай уҡ тимер юл һәм техник училищеһының хор сәнғәте буйынса педагогы булып эшләй .

1906 йылдан — Тверь Спас-Преображенск йәмиғ архиерей хоры регенты булып эшләй. Шулай уҡ Тверь дини семинарияһында хор менән етәкселек итә. Был ваҡытта ул симфония һәм «Смерть и жизнь» симфоник поэмаһын яҙа.

1909 йылда Мәскәү консерваторияһында уҡыуын дауам итә, уны 1913 йылда С. Н. Василенконың композиция класында ҙур көмөш миҙал менән, ә 1916 йылда — У.Мазеттиҙың йыр класын тамамлай.

1913 йылдан ҡабаттан Тверь ҡалаһына ҡайта, унда оркестр, солистар һәм хор менән «Пиковая дама» (1913) операһын ҡуя, Евгений Онегин (1914) (икеһе лә П. И. Чайковский), Ш. Ф. Гуно «Фауст» , М. И. Глинканың «Жизнь за царя» һәм А. С. Даргомыжскийҙың «Русалка» операларынан фрагменттар башҡара.

Спектаклдәрҙең режиссеры, дирижеры, хормейстеры һәм ҡайһы берҙә йырсыһы була. Өйҙәге музыкаль спектаклдәрҙең береһендә Ленский («Евгений Онегин») «Пиковая дама» ла Чекалинский партияһын башҡара. Тверь ҡалаһында музыка мәктәбен ойоштора һәм етәкселек итә (һуңыраҡ музыка мәктәбе итеп үҙгәртелә)[11].

19181922 йылдарҙа — Христос Ҡотҡарыусы Ҡорамы регенты. 1919—1930 йылдарҙа — А. Н. Скрябин исемендәге техникумдың (хәҙерге Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге музыка академия училищеһы) музыкаль композиция һәм хор йыры уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта, 1919 йылдан — Беренсе дәүләт хорының 2-се төркөм етәксеһе ярҙамсыһы. 1921—1923 (1926—1930 йылдарҙа — дирижёр) — Дәүләт хор капеллаһы (хәҙ А. А. Юрлов исемендәге Рәсәй дәүләт академияһы хор капеллаһы), Камерный театрҙың хормейстеры (1922—1928), К. С. Станиславский исемендәге Дәүләт опера театры һәм Республикаһының халыҡ артисы И.Немирович-Данченко исемендәге Музыка театры (хәҙерге К. С. Станиславский һәм Вл. И. Немирович-Данченко исемендәге Мәскәү академик музыкаль театры) консультаты . (1928—1930) (бөтәһе лә Мәскәүҙә).

1918 йылдан — сольфеджио, полифония, хор һәм дирижёрлыҡ оҫталығы уҡытыусыһы, 1926—1929 йылдарҙа — педагогия факультетында хор класы алып бара, 1932—1934 йылдарҙа — хор кафедраһы мөдире, 1940 йылдан — дирижёр-хор факультет хоры деканы, 1942 йылдан— Мәскәү консерваторияһының берләштерелгән дирижёрлыҡ-хор һәм музыка-педагогия факультеты деканы (1922 йылдан — профессор). Уның уҡыусылары: К. Б Птица, В. Г. Соколов, Д. Б Кабалевский, К. П. Кондрашин һ. б.

1928 йылда асылған хәрби-капельмейстерский класы инициаторы (М. В. Блажевич менән берлектә), Мәскәү хәрби консерваторияһы факультеты нигеҙе була (1935, 2006 йылдан — РФ Оборона министрлығының хәрби университетының Хәрби институты (хәрби дирижёрҙар), 1929—1936 йылдарҙа — хәрби факультет деканы урынбаҫары.

1928 йылдан — Ф. Н. Данилович һәм П. И. Ильин менән берлектә ойоштороусыһы һәм музыкаль етәксеһе, 1937 йылдан — М. Фрунзе исемендәге РККА Үҙәк Йорто Ҡыҙыл Армия Йыр ансамбле етәксеһе, художество етәксеһе һәм баш дирижёры (хәҙер — Рәсәй армияһының Александров исемендәге йыр һәм бейеү ансамбле), уның менән Советтар Союзын һәм ҡайһы бер сит илдәр: Чехословакия, Монголия, Финляндия, Польша, Франция, Канада, Ҡытай һ. б. урап сыға, 1937 йылда Парижда Бөтә донъя күргәҙмәһендә «Гран-при» яулай[11].

Бер үк ваҡытта, 1936 йылдан — Үҙәк концерт залының йыр һәм бейеү Ансамбленең художество етәксеһе, 1937 йылдан Мәскәү ҡала пионерҙар һәм октябряттар һарайының йыр һәм бейеү Ансамблен (хәҙер Локтев В. С. исемендәге йыр һәм бейеү Ансамбле) ойоштороу инициаторы һәм художество етәксеһе була.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, «Священная война» (1941 й., июнь), «В поход! поход!», « Несокрушимая и легендарная» һ. б. йырҙарын ижад итә. 1941 йылдың 26 июнендә Белоруссия вокзалында Ҡыҙыл байраҡлы ҡыҙылармеецтар йыр һәм бейеү ансамбле[12] «Священная война» йырын тәүге тапҡыр башҡара.

1943 йылда үҙенең «Гимн партии большевиков» нигеҙендә мөһабәт көй (мелодия) тыуҙыра, ул 1944 йылдан рәсми рәүештә СССР гимны булып китә. Һүҙҙәрҙе Г. А. Аль-Регистан һәм С. В. Михалков яҙған, өлөшләтә И. В. Сталин үҙе төҙәткән. 2000 йылдан шул уҡ көйгә Рәсәй Федерацияһы гимны һалынған. СССР композиторҙар Союзы ағзаһы[11].

1946 йылдың 8 июлендә Берлинда 64 йәшендә[13] ансамбль менән Европа буйлап гастролдәр ваҡытында йөрәк өйәнәгенән вафат була. 9 июлгә композиторҙың кәүҙәһен Мәскәүгә ҡайтаралар һәм 10 июлдә Новодевичье зыяратында ерләнә (участка No 3).[14].

  • Ҡатыны — Ксения Морозова, Бологое ҡалаһы йәмиғ хор йырсыһы. Ире үлгәндән һуң, 1946 йыл дан, совет власынан бер тапҡыр бирелгән пособие күләме-50 мең һум һәм ай һайын 750 һум персональ пенсия ала[15].
    • Улы — Александров Борис Александрович (1905—1994), композитор, дирижёр, педагог, етәксе, Ҡыҙыл Байраҡ ансамбленең художество етәксеһе һәм баш дирижеры (1946—1986). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975), СССР-ҙың халыҡ артисы (1958), Ленин (1978) һәм Сталин премиялары лауреаты (1950), генерал-майор (1973).
    • Улы — Александров Владимир Александрович (1910—1978), композитор, дирижёр, Ҡыҙыл Байраҡ ансамбле оркестрының етәксеһе һәм дирижеры (1942—1968), РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1949), РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1960)
    • Улы — Александр Александрович Александров (1912—1942) — композитор, дирижёр, Ҡыҙыл Байраҡ ансамбле оркестры етәксеһе (1938—1942).
    • Ейәндәре — Юрий Александрович һәм Олег Борисович, шулай уҡ ансамблдә эшләйҙәр. Евгений Владимирович (29.12.2017 вафат була) Ҡыҙыл Байраҡ ансамбле һәм Александровтар ғаиләһе музейы етәксеһе була[16] .Александрова Тамара Владимировна (1944 йылдың 28 майында тыуған), документаль кинорежиссёры, әлеге ваҡытта хаҡлы ялда.
  • Граждан ҡатыны — Лаврова людмила, балерина.
    • Улы — Александров Юрий Александрович (1939).

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музыкаға индергән өлөшө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

А. В. Александров үҙенең ансамблендә рус көнкүреше, опера, сиркәү һәм һалдат йырҙары традицияларын берләштереп, халыҡ-ара профессиональ сәхнәгә ватан хор сәнғәтен сығара. Солистар менән ир-ат полифоник хоры, симфоник һәм халыҡ музыка ҡоралдарынан торған ҡатнаш оркестр, ансамблдең балеты донъяла иң яҡшыларҙан һанала. Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә Александров коллективы өлгөһөндә бер нисә хәрби музыкаль-хореографик ансамблдәр булдырылған. Ул 81 үҙенсәлекле йырға музыка яҙа, төрлө ил халыҡтарының тиҫтәләгән йырҙарын һәм 70-тән ашыу рус халыҡ һәм революцион йырҙарын юғары кимәлдә эшкәртә.

1911—1946 йылдарҙағы иң билдәле әҫәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Рязань ҡалаһында Совет Армияһы урамында А. В. Александровҡа һәйкәл
Йырҙары
    • Гимн пятилетки
    • Бронепоезд
    • Забайкальская (сл. С. Алымова)
    • Бейте с неба, самолёты (сл. С. Алымова)
    • Гимн партии большевиков (сл. В. Лебедева-Кумача, 1938)
    • Винтовка
    • Кантата о Сталине (сл. М. Инюшкина)
    • В поход! В поход!
    • Вспомним-ка товарищи (сл. С. Алымова)
    • Священная война (сл. В. Лебедева-Кумача, 1941)
    • Ударом на удар
    • За великую землю Советскую (сл. В. Лебедева-Кумача, 1941)
    • Песнь о Советском Союзе (сл. М. Голодного, 1942)
    • Святое Ленинское знамя (сл. О. Колычева, 1942)
    • Слава Советскому Союзу
    • 25 лет Красной Армии (Несокрушимая и легендарная) (сл. О. Колычева)
    • Песня о Родине
    • Славься Советская наша страна
    • Цвети, Советская страна (сл. B. Лебедева-Кумача, 1943)
    • Наша гвардия (сл. А. Арго, 1944)
    • Песня победы (сл. А. Шилова, 1945)
    • Жить стало лучше (сл. В. Лебедева-Кумача, 1936)
    • Эшелонная (Боевая красногвардейская) (сл. О. Колычева)
    • Песня о военном комиссаре (сл. О. Колычева)
    • Голубая ноченька (сл. С. Алымова, 1933)
    • Волжская бурлацкая (сл. О. Колычева, 1933)
    • Песня о Сталине (сл. С. Алымова)
    • Боевая песня партизан
    • Песня краснофлотцев (Морская песня) (сл. Н. Лабковского, 1943)
    • Бой у озера Хасан (сл. С. Алымова)
    • Дальневосточные частушки
    • На Каспийском сером море (сл. С. Алымова)
    • Налетели на Царицын враны (Смерть партизана) (сл. О. Колычева)
    • О папанинцах (Слава храбрым) (сл. B. Лебедева-Кумача)
    • Орлиное племя (сл. B. Лебедева-Кумача)
    • Партизанская
    • Песня 5-й дивизии (сл. С. Алымова)
    • Песня 11-й армии
    • Песня 2-й Приамурской дивизии (сл. С. Алымова, 1929)
    • Песня 32-й дивизии (сл. С. Алымова)
    • Песня Красногвардейской дивизии (сл. А. Мейера, 1941)
    • Песня о Лазо (сл. Б. Зернит, 1938)
    • Сторонка родная
    • Песня о маршале Рокоссовском
    • Торжественная победная кантата
    • Частушки о частушке (сл. А. Иркутова, 1931)
    • Песня о Донбассе (Шахтёрская)
    • Героическая лётная (сл. С. Алымова, 1934)
    • Гибель «Челюскина»
    • Забайкальские частушки (сл. С. Алымова, 1935)
    • Песня о Климе Ворошилове (сл. О. Колычева и А. Шилова, 1938)
    • Марш артиллеристов (сл. A. Шилова и И. Шувалова, 1941)
    • Плясовая походная (сл. Д. Седых, 1944)
Дини музыка
    • «Христос воскресе», поэма для хора, оркестра, органа и солистов (1918)
    • Концерт «Помилуй мя, Боже» (1926)
    • 6 песнопений Литургии
    • 2 песнопения Страстной седмицы «Разбойника благоразумнаго»
    • 8 песнопений Всенощного бдения
    • «Величание» святителю Николаю Чудотворцу
    • «Хвалите имя Господне»
Опералары
    • «Русалка», опера, по А. Пушкину (дипломная работа, 1913)
    • «Смерть Ивана Грозного», опера в трёх действиях по пьесе А. Толстого (1913, не окончена)
Оркестр һәм хор солистары өсөн
  • «Украина хаҡында поэма» (.О. Колычев һүҙҙәре[22][23])
Оркестр өсөн
    • Симфоническая поэма «Смерть и жизнь» (1911)
    • «Симфония fis-moll» в 3 частях (1912)
Башҡа әҫәрҙәре
    • Соната для скрипки и фортепиано (1-я редакция — 1913, 2-я редакция — 1924)
    • Концерт для хора в четырёх частях (1917)
    • Песенные композиции (монтажи) — «22-я Краснодарская дивизия» (1928), «Первая Конная» (1929), «Особая Краснознаменная Дальневосточная армия» (1929), «Красный флот в песнях» (1929), «Песнь о Магнитогорске» (1930), «7-я Краснознаменная дивизия» (1931), «Перекоп» (1932), «Пути побед» (1933), «Песнь о Царицыне» (1933)
    • Музыкальные обработки революционных и солдатских, народных песен, песен разных народов, произведений оперной и камерной классики: «Ах ты, степь широкая», «Утушка луговая», «Ночуй, Дунюшка», «Вниз по матушке по Волге», «По долинам и по взгорьям», «Глухой, неведомой тайгою», «Гулял по Уралу Чапаев-герой», «Из-за лесу», «Ой, да ты калинушка», «Гей по дороге», «Кабачок» (американская солдатская песня), «Слушай, рабочий», «Наш паровоз», «Там, вдали за рекой», «Плещут холодные волны», «Варяг», «Ноченька», «Во поле берёзонька стояла», «Не осенний мелкий дождичек», «Ты взойди, солнце красное», «Не шуми ты мати, зелёная дубравушка», «Ой, при лужку, при луне», «Калинка», «Сулико», «Сусидко», «Взяв бы я бандуру», «Марсельеза», «Походная», «Типперери», «Хор солдат» Ш. Гуно, «Ода радости» Л. Бетховена, «Тише, тише» Дж. Верди, «Эхо» О. Лассо и др.[24].[25]
  • 1942 — Концерт фронту (фильм-концерт) — руководитель Краснознамённого ансамбля песни и пляски
Рәсәй армияһының йыр һәм бейеү академия ансамбле А. В. Александров һәйкәле эргәһендә
  • А. В. Александров исеме Рәсәй армияһы йыр һәм бейеү академия ансамбленә бирелә.
  • А. В. Александроа исемен Рязань өлкәһе Плахино ауыл мәктәбе йөрөтә[26].
  • В. Александров исемен Дәүләт концерт залы «Александровский» йөрөтә (Мәскәү).
  • А. В. Александров исемен МГИК Беренсе музыкаль кадет корпусы йөрөтә (Мәскәү)
  • 2003 йылда музыканттың тыуған Плахино ауылында бюст һәм уның исемендәге мәктәптә музей асыла. Мәктәп фасадында мемориаль таҡтаташ ҡуйыла..
  • Мәскәүҙә " Аллея звёзд"та А. В. Александровҡа иҫтәлекле билдә ҡуйылған.
  • 1971 йылда СССР Мәҙәниәт министрлығы һәм СССР Композиторҙар Союзы хәрби-патриотик музыка ижад итеүҙәге уңыштары өсөн А. В. Александров исемендәге Алтын һәм өс Көмөш миҙал, ә 2005 йылда Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы — «генерал-майор Александр Александров» миҙалын булдыра.
  • «Битва за Москву» киноэпопеяһында (1985) А. В. Александровты актёр Анатолий Иванов уйнай.
  • Рәсәйҙең ҡайһы бер консерваториялары А. В. Александров исемендәге стипендиялар булдырған..
  • А. В. Александров йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[27].
  • 2013 йылдың 13 апрелендә, Александровтың тыуыуына 130 йыл тулыу айҡанлы, Мәскәүҙә, ансамблдең бөгөнгө көндә урынлашҡан Ауыл хужалығы тыҡрығындағы 20-се һанлы йорт алдындағы майҙанда уға һәйкәл асыла (скульпторы А. Таратынов, архитектор М. Корси).
  • 2014 йылда Рязань ҡалаһында Совет Армияһы урамындағы майҙанда А. В. Александровҡа һәйкәл асыла.[28]. Хәҙер сквер үҙе уның исемен йөрөтә.
  • Тверь дәүләт университетының тарих факультеты бинаһында А. В. Александровҡа мемориаль таҡтаташ асыла.
  • А. Александровтың исемен — Airbus A321-211 моделе VP-BFQ «Аэрофлот» борты йөрөтә1[29][30].
  1. Record #34642391, Record #804146998614318942784, Record #29148995918059751330 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. Alexander Vasilyevich Alexandrov // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  4. Alexander Wassiljewitsch Alexandrow // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  5. Чешская национальная авторитетная база данных
  6. 6,0 6,1 Александров Александр Васильевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  7. Alexander Vasilyevich Alexandrov // SNAC (ингл.) — 2010.
  8. Find a Grave (ингл.) — 1996.
  9. Большая Российская энциклопедия: В 30 т. / Председатель науч.-ред. совета Ю. С. Осипов. Отв. ред С. Л. Кравец. Т. 1. А — Анкетирование. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2005. — 766 с.: ил.: карт.
  10. хәҙер — Рәсәй Федерацияһы Рязань өлкәһенең Захаров районы
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 Биография и творчество Александрова А. В.
  12. хәҙер А. В. Александров исемендәге йыр һәм бейеү ансамбле
  13. Композитор, дирижер А. В. Александров
  14. Газета «Вечерняя Москва», 9 июля, 1946 г. 2020 йыл 23 июнь архивланған.
  15. Мамяченков В. Н. Материальное положение инвалидов войны, пенсионеров и семей погибших воинов в Свердловской области в первые послевоенные годы // Документ. Архив. История. Современность: сборник научных трудов. Выпуск 10. — Екатеринбург: Издательство Уральского государственного университета, 2009. — С. 153.
  16. «Теперь будет решаться вопрос о дальнейшей деятельности ансамбля» // Коммерсантъ. — 2016-12-25.
  17. Дважды Краснознамённый Академический ансамбль песни и пляски Российской Армии имени А. В. Александрова. Дата обращения: 26 декабрь 2011. Архивировано 4 ғинуар 2012 года.
  18. Театральная энциклопедия. / Гл. ред. С. С. Мокульский. — Т. 1. — М.: Советская энциклопедия, 1961.
  19. Музыкальная энциклопедия. / Гл. ред. Ю. В. Келдыш. — Т. 1. — М.: Советская энциклопедия, 1973.
  20. Александров Александр Васильевич на сайте hrono.ru
  21. Указ Президиума Верховсного Совета СССР от 16.01.1939 «О награждении работников Краснознамённого ансамбля Красноармейской песни и пляски СССР»
  22. Поэма об Украине — YouTube
  23. Поема про Україну вик. Сергій Магера, сл. В.Мельников, муз. О.Олександров — Александров Анатолий Николаевич (видео)
  24. Александр Васильевич Александров // SovMusic.ru
  25. Александр Васильевич Александров // SovMusic.ru
  26. Школа Им. А.в. Александрова, Плахино Отзывы — Рейтинг школ
  27. Александр Васильевич Александров | Северная линия 2017 йыл 9 май архивланған.
  28. В Рязани торжественно открыли памятник композитору Александрову
  29. Список бортов «Аэрофлота» 2017 йыл 17 октябрь архивланған.
  30. Фотография борта с сайта flightradar24
  • Крылов В. Композитор Александров А. В. Рязань күге аҫтында тыуа. — Литера, 2013. — ISBN 978-5-906008-02-2.
  • Н Дроздецкая. Тверь йәмиғ хор регенты Александров А.В тураһында // Вестник славян мәҙәниәте. — 2009. — № 3 (XXI). — С. 100—110.
  • Александровы, российские музыканты // Ҙур Рәсәй энциклопедияһы : [һ 35] / гл. ред. Осипов С. Ю.. — М. Ҙур Рәсәй энциклопедияһы, 2004—2017.