Эстәлеккә күсергә

Гнусин Александр Фёдорович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Александр Гнусин битенән йүнәлтелде)
Гнусин Александр Фёдорович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Украина
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 24 декабрь 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны Бәләбәй районы
Вафат булған көнө 20 июль 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (87 йәш)
Вафат булған урыны Одесса, Украина
Ерләнгән урыны Одесса
Һөнәр төрө офицер
Хәрби звание полковник[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Гнусин Александр Фёдорович (24 декабрь 1919 йыл20 июль 2007 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, уҡсылар дивизияһы артиллерия полкының разведка начальнигы. Полковник (1975). Советтар Союзы Геройы (1945).

Александр Фёдорович Гнусин 1919 йылдың 24 декабрендә Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе [1] Топчий Ключ ҡасабаһында (1960-сы йылдарҙа бөткән) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Мәктәптең ун синыфын, артабан уҡытыусылар курсын тамамлай, һуңынанБашҡорт АССР-ының Бәләбәй ҡалаһында мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. 1939 йылдың сентябрендә Гнусин Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһына хеҙмәткә саҡырыла. 1940 йылда ул полк мәктәбен, 1941 йылдың декабрендә Рязань хәрби артиллерия училищеһын тамамлай. 1942 йылдың ғинуарынан — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 1944 йылдың декабренә капитан Александр Гнусин 46-сы армия, 2-се Украина фронты 316-сы уҡсылар дивизияһының 857-артиллерия полкында разведка начальнигы була. Венгрияны азат итеүҙә батырлыҡ күрһәтә[2].

1944 йылдың 4 декабренән 5 декабренә ҡарай төндә Гнусин ике радист менән Будапешттан көньяҡҡа ҡарай Текель ҡалаһы районында Дунайҙы аша сыға. Маскировкаланып, ул дошман позицияларына совет артиллерияһының утына төҙәтмәләр бирә. Шәхсән дошман уты нөктәһен юҡ итә. Гнусин төн дауамында атыуға уңышлы төҙәтмәләр индерә, был уҡсылар частәренә Дунайҙы уңышлы һуғышып аша сығыуға мөмкинлек бирә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы Указы менән «командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм немец илбаҫарҙары менән һуғышта ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәне өсөн» капитан Александр Гнусинға Ленин ордены һәм 4877 һанлы «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» тигән юғары исем бирелә.

Гнусин һуғыш тамамланғандан һуң Совет Армияһында хеҙмәтен дауам итә. 1955 йылда ул офицер составын камиллаштырыу буйынса Үҙәк артиллерия курстарын тамамлай. 1960 йылда полковник дәрәжәһендә запасҡа китә. Одесса хәрби округының штабында эшләй. Одессала йәшәй, 2007 йылдың 20 июлендә вафат була, Одесса ҡалаһында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бәләбәй ҡалаһында 1-се урта мәктәп бинаһына (Ҡыҙыл Армия урамы, 77) «Беҙҙең мәктәптә Советтар Союзы Геройы Александр Федорович Гнусин уҡыған. Артиллерист» Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте" тигән мемориаль таҡтаташ ҡуйылған belebey.bashkortostan.ru/about/places/325996/

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы
  2. Гнусин Александр Фёдорович. «Герои страны» сайты.
  3. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 11, л. 60, 61)
  4. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 28, л. 3)
  5. Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  6. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 3604, л. 2, 43, 44)
  7. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 1134, л. 236, 237)
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
  • Славные сыны Башкирии. Книга 2. Уфа, 1966.