Аллен Гинзберг

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аллен Гинзберг
ингл. Allen Ginsberg[1]
Allen Ginsberg.jpg
Тыуған көнө

3 июнь 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[2][3][4][…]

Вафат булған көнө

5 апрель 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[3][2][4][…] (70 йәш)

Ил

Flag of the United States.svg Америка Ҡушма Штаттары

Автограф

Allen Ginsberg signature.svg

Commons-logo.svg Аллен Гинзберг Викимилектә
Аллен Гинзберг һәм Боб Дилан, 1975 йыл.

Ирвин Аллен Гинзберг (ингл. Irwin Allen Ginsberg; / 3 июнь 1926 йыл, Ньюарк, Нью-Джерси, АҠШ — 5 апрель 1997 йыл, Нью-Йорк, АҠШ) — Америка прозаигы, журналист һәм XX быуаттың икенсе яртыһы шағиры, Д. Керуак һәм У. Берроуз менән бер рәттән битҡа (Нью-Йорк андерграунды — социаль-сәйәси ҡараштарҙа нонкомформизм хөкөм һөргән үҙенсәлекле субмәҙәниәт, асоциаль тәртип) нигеҙ һалыусы һәм бит-быуынының төп вәкиле[5][6]. Билдәле «Вопль» (ингл. Howl, 1956) поэмаһының авторы. Уильям С. Берроуздың «Джанки» романы өҫтөндә эшләй. 1960 йылдарҙағы контрмәҙәниәткә ҙур йоғонто яһай.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ирвин Аллен Гинзберг 1926 йылдың 3 июнендә Ньюарк ҡалаһында (штат Нью-Джерси, АҠШ) Львовтан шағир Һәм филология уҡытыусыһы Луис Гинзберг һәм мәктәп уҡытыусыһы Наоми Леви Гинзбергтарҙың[7] йәһүд ғаиләһендә тыуа[8].

Әгәр атаһы хаҡ динле йәһүд һәм консерватив либерал булһа, әсәһе-марксист була[9], АҠШ Коммунистар партияһы активисткаһы, был эҙәрлекләүҙәрҙән ҡурҡҡан кешенең күңел ауырыуын тағы ла тәрәнәйтә. Ул, мәҫәлән, Америка Ҡушма Штаттары президенты уларҙың өйөнә тыңлау ҡоролмалары индергән һәм ҡәйнәһе уны үлтерергә маташҡан, тип раҫлай[10][11]. «Америка[en]"(1956) поэмаһында шағир ете йәшендә әсәһенең уны компартия ячейкаһы йыйылыштарына («Америка, бала булып мин коммунист инем, һәм мин был хаҡта үкенмәйем...») алыуын иҫенә төшөрә. Тап уның йоғонтоһо аҫтында Аллен, хеҙмәтсәндәргә ярҙам итер тип өмөтләнеп, иҡтисадты өйрәнә башлай.

Гинзберг, оялсан һәм проблемалы үҫмер, бала сағын Нью-Джерси штатының Патерсон ҡаласығында үткәрә[12], ул үҙенең гомосексуаль оҡшашлығын иртә аңлай.

Үҫмер сағында Гинзберг The New York Times сәйәси проблемалар, Икенсе донъя һуғышы хеҙмәтсәндәрҙең хоҡуҡтары тураһында хаттар яҙа башлай[13].

Өлкән кластарҙа Уолт Уитмен[14], Уильям Блейк, Гийом Аполлинер, Томас Стернз Элиот, Эзра Паунд кеүек авторҙарҙың шиғриәте менән таныша, әммә шиғриәт менән ҡыҙыҡһыныуына ҡарамаҫтан, атаһы талабы буйынса үҙен юридик карьераға әҙерләй башлай. 1943 йылда Колумбия университеты хоҡуҡ факультетына уҡырға инә[9]. Университетта Гинзберг Люсьен Карр менән бер төркөмдә уҡый, ул Алленды альма-матер богема мөхитенә индерә, башҡа битниктар — Уильям Берроуз һәм Джек Керуак менән таныштыра. Керуак Алленға былай тип әйтә: «Һин бер ҡасан да фабрикала ла, заводта ла эшләмәнең, хеҙмәт тураһында нимә беләһең?». Уның йоғонтоһо аҫтында Гинзберг юриспруденцияны өйрәнеүҙе ҡалдыра һәм әҙәбиәт ғилеме факультетына күсә.

1965 йылда Гинзберг Кубаға «Evergreen Review (инг.)баш.» хәбәрсеһе стфатында килә. Әммә Гавана университетында гомосексуал кешеләрҙе яҡлап сығыш яһағандан һуң, уны илдән сығып китеүен һорайҙар. Шул уҡ йылда УЛ СССР-ға бара, Мәскәүҙә шағирҙар-алтмышынсылар Андрей Вознесенский һәм Белла Әхмәҙуллина менән таныша. Апрелдә Варшаваға килә, ә ай аҙағында Прагаға (Чехословакия) эләгә, унда йәштәрҙең урам карнавалында «Май короле» («Kral Majales») итеп һайлайҙар. Әммә Прагала Гинзбергты өс тапҡыр махсус хеҙмәттәр ҡулға ала, ә һуңынан уны «бысраҡ дегенерат» кеүек Лондонға депортациялайҙар.

Гинзберг ҙур сәйәси әүҙемлек һәм гражданлыҡ позицияһы күрһәтә, күп йылдар һүҙ азатлығы, гомосексуалдар хоҡуғы һәм марихуананың енәйәтселеген бөтөрөү өсөн сығыштарҙа, шулай уҡ Вьетнамдағы һуғыштан башлап цензураға, полиция хеҙмәткәрҙәренә һәм наркотиктарға ҡаршы көрәш буйынса кампанияға тиклем байтаҡ күренештәргә ҡаршы көс ҡулланмаусы сәйәси ҡаршылыҡтарҙа ҡатнаша[15] бының өсөн бер нисә тапҡыр ҡулға алына.

1967 йылда Аллен Гинзбергты Нью-Йорктағы һуғышҡа ҡаршы демонстрация ваҡытында ҡулға алалар. Ошо уҡ йылдың октябрендә уны яңы һулдарҙың, пацифистарҙың һәм Вашингтонға хиппиһы өсөн күренекле маршында ҡатнашҡаны өсөн ҡабаттан ҡулға алалар. Киләһе йылда ул, 35 әҙәбиәтсе иҫәбендә, СССР-ҙа диссиденттарҙы ҡулға алыуға ҡаршы сығыш яһай. Протест хаты 1968 йылдың 14 мартында баҫылып сыға, шунан һуң СССР-ҙа уның ижадына тыйыу һалына. 1968 йылдың авгусында Гинзберг Чикагола Демократик партияның дөйөм милли һайлау алды съезы ваҡытында сыуалыштар ваҡытында ҡабаттан ҡулға алына. Һуңынан ул суд процесында «Чикаго етәүһен» яҡлауҙың шаһиты булараҡ сығыш яһай.

Ул Вьетнам, Куба һәм Бангладеш менән теләктәшлеккә саҡыра (ул 1971 йылда шиғырҙарының береһендә Көнбайыш Пакистан армияһы ҡулынан бенгал граждан ҡорбандарына иғтибар йәлеп итә).

Битник хәрәкәтенә нигеҙ һалыусылар — Гэри Снайдер и Джек Керуак менән бергә пропагандасы Дайсэцу Тэйтаро Судзуки уның уҡыусыһы һәм эйәрсәне Алан Уотстың дзен-буддизм йоғонтоһон кисерә[16]. Дини өҫтөнлөктәр буйынса буддист була[17][18]. Бер нисә тапҡыр Һиндостанға хаж ҡыла. Шулай уҡ кришнаизм менән ҡыҙыҡһына[19].

«Руль артындағы ғалим» документаль фильмында төшә

Аллен Гинзберг асыҡ гей була һәм 30 йылдан ашыу яҙыусы Питер Орловски менән фактик никахта йәшәй. Колумбия университетында уҡығанда, Люсьен Карр Алленға ҙур йоғонто яһай, был «Убей своих любимых» фильмында сағылыш таба. Тап Люсьен Гинзбергты Уильям Берроуз һәм Джек Керуак менән таныштыра, асыҡланыуынса, был хәл иткес осрашыу бит-быуын тарихында тәүге этәргес булып тора ла инде.

Аллен Гинзберг 1997 йылдың 5 апрелендә Нью-Йоркта вафат була. Табиптар яман шеш менән ҡатмарланған киң бауыр циррозын билдәләй[20]. Аллен Гинзбергтың кәүҙәһе Gomel Chesed Cemetery зыяратында ғаилә кәшәнәһендә ерләнә.

Телгә алыныуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Жизнь и времена Аллена Гинзберга[en]» (1993) —Джерри Аронсондың биографик фильмы, Гинзберг тыуғандан алып 66 йәшендә вафат булыу тураһындағы фекерҙәргә тиклем уның тормошо тураһында һөйләй.
  • «Аллен Гинзберг: Жизнь в Лондоне[en]» (1995) — Гинзберг үҙенең әҫәрҙәрен уҡый, йырлай һәм тибет медитацияһын күрһәтә. Был хәл 1995 йылдың 19 октябрендә Лондонда Heaven төнгө клубында була.
  • «Ритмы"(2000) — режиссёр Гэри Волковтың Америка кинофильмы.
  • «Вопль» (2010) — Аллен Гинзбергтың шул уҡ исемдәге поэмаһы һәм автор биографияһы нигеҙендә америка нәфис фильмы. Сюжет үҙәгендә — 1956 йылда уның ғауғалы «Вопль» поэмаһы баҫылып сыҡҡан Гинзбергты суд эҙәрлекләүе.
  • «На дороге» (2010) — режиссёр Вальтер Саллестың нәфис фильмы, Джек Керуактың шул уҡ исемдәге романы экранлаштырыла.
  • «Убей своих любимых» (2014) — режиссёр Джон Крокидастың нәфис фильмы. Аллен Гинзберг ролен инглиз актёры Дэниел Рэдклифф башҡара.

Библиографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Супермаркет в Калифорнии / A Supermarket in California (1955)
  • Вопль и другие стихотворения / Howl and Other Poems (1956)
  • Каддиш и другие стихотворения / Kaddish and Other Poems (1961)
  • Индийские дневники / Indian Journals (1970)
  • Китайское рисование / Indian Journals (1970)

Тәржемәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Антология поэзии битников / Г. Андреева. — Ультра.Культура, 2004. — 3000 экз. — ISBN 5-98042-072-X.
  • Гинзберг А. О чём это? / Перевод с английского А. Щетникова. — Новосибирск: Артель «Напрасный труд», 2017. — 56 с. — 100 экз.
  • Гинзберг А. «Вопль», «Каддиш» и другие стихи / Перевод с английского А. Щетникова. — Новосибирск: Артель «Напрасный труд», 2018. — 80 с. — 100 экз.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Library of Congress LCNAF (ингл.)
  2. 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 Deutsche Nationalbibliothek, Staatsbibliothek zu Berlin, Bayerische Staatsbibliothek, Österreichische Nationalbibliothek Record #11853940X // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  4. 4,0 4,1 Allen Ginsberg // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  5. Vorhees, Mara.Boston.— Lonely Planet, 2009.— P.36.— 280 p.— ISBN 9781741791785.
  6. Kimmel, Michael.Men and masculinities. — ABC-CLIO.— P.71.— ISBN 9781576077740.
  7. Шохина, Виктория.Ангел нагой и обдолбанный. Перемены. Толстый веб-журнал.// peremeny.ru (3 июня 2011). Дата обращения: 25 марта 2020. Архивировано 17 апреля 2013 года.
  8. Шохина, Виктория. Ангел нагой и обдолбанный. Перемены. Толстый веб-журнал. // peremeny.ru (3 июнь 2011). Дата обращения: 25 март 2020. Архивировано 17 апрель 2013 года.
  9. 9,0 9,1 Hampton, Wilborn. Allen Ginsberg, Master Poet Of Beat Generation, Dies at 70, The New York Times (6 апрель 1997). 14 апрель 2008 тикшерелгән.
  10. Miles, p. 26.
  11. Hyde, Lewis and Ginsberg, Allen (1984) On the poetry of Allen Ginsberg. University of Michigan Press. ISBN 0-472-06353-7, ISBN 978-0-472-06353-6. p. 421.
  12. Hampton, Willborn. Allen Ginsberg, Master Poet Of Beat Generation, Dies at 70 (6 апрель 1997). 26 апрель 2020 тикшерелгән.
  13. Biographical Notes on Allen Ginsberg. Дата обращения: 20 октябрь 2005. [no Архивировано] 23 октябрь 2005 года.
  14. Miles, Barry. Ginsberg: A Biography. — London: Virgin Publishing Ltd (инг.)баш., 2001. — ISBN 978-0-7535-0486-4.
  15. Ginsberg, Allen. Deliberate Prose: Selected Essays 1952—1995 / Foreword by Edward Sanders. — New York: HarperCollinsPublishers, 2000. — С. xx—xxi., from the foreword by Edward Sanders; P. xxi.
  16. Балагушкин, 1986
  17. Allen Ginsberg Project — Bio (билдәһеҙ). // allenginsberg.org. Дата обращения: 3 ғинуар 2014. Архивировано 24 август 2013 года.
  18. Miles, Barry. Ginsberg: A Biography. — London: Virgin Publishing Ltd, 2001. — С. 440—444. — 628 с. — (paperback). — ISBN 0-7535-0486-3.
  19. Ученик Шрилы Прабхупады вспоминает историю с Аленом Гинсбергом (билдәһеҙ). Дата обращения: 21 февраль 2022. [no Архивировано] 21 февраль 2022 года.
  20. Олег Ъ-Алякринский. Умер Аллен Гинзберг. Глубокой ночью в субботу в Нью-Йорке скончался американский поэт Аллен Гинзберг. Он не дожил двух месяцев до 71 года. Врачи констатировали обширный цирроз печени, осложнённый раковой опухолью (билдәһеҙ). «Коммерсантъ» (1997). — № 47. Дата обращения: 25 апрель 2020. Архивировано 25 апрель 2020 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Е. Г. Балагушкин. Критика современных нетрадиционных религий (истоки, сущность, влияние на молодёжь Запада). — М.: Изд-во МГУ, 1986. — 286 с. — 12 300 экз.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Видео