Эстәлеккә күсергә

Болтнев Андрей Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Андрей Николаевич Болтнев битенән йүнәлтелде)
Болтнев Андрей Николаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 5 ғинуар 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1][2]
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 12 май 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[2] (49 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе инсульт
Ерләнгән урыны Востряково зыяраты[d]
Балалары Мария Андреевна Болтнева[d]
Һөнәр төрө актёр
Эш урыны Драматический театр Восточного военного округа[d]
Национальный театр Республики Адыгея[d]
Новосибирский драматический театр «Красный факел»[d]
Московский академический театр имени Владимира Маяковского[d]
Уҡыу йорто Ярославль дәүләт театр институты
Үзбәкстан дәүләт сәнғәт институты[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1995
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Государственная премия РСФСР имени братьев Васильевых

Болтнев Андрей Николаевич (5 ғинуар 1946 йыл — 12 май 1995 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең театр актёры. 1973 йылдан Уссурийск, Майкоп, Новосибирск ҡалалары драма театрҙары, 1985 йылдан — Владимир Маяковский исемендәге Мәскәү театры артисы. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1986).

Андрей Николаевич Болтнев 1946 йылдың 5 ғинуарында Өфөлә тыуған.

Уның ҡартатаһы, Добжинский Константин Андреевич (1889—1966), Грузия ССР-ының халыҡ артисы (1954), ә өләсәһе Нина Леонидовна Иртеньева — РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы. Буласаҡ артист тыуыу тураһындағы танытмаһында Андрей Вячеславович Тусов була. Тик Андрейҙың туған атаһы Тусов 1951 йылда вафат була, Андрейға 5 йәш тулғанда уның тормошона үгәй атаһы Николай Болтнев, алыҫ диңгеҙҙәргә йөҙөү капитаны, инә. Андрей үгәй атаһы менән бик ныҡ дуҫ була, бала сағын һәм үҫмер йылдарын Севастополь һәм Туапсе портлы ҡалаларында үткәрә.

Ярославль театр училищеһында 1970-1972 йылдарҙа уҡый. Театр училищеһын тамамлағандан һуң Уссурийск, Майкоп һәм Новосибирск театрҙарында эшләй. 1985 йылда ситтән тороп А. Островский исемендәге Ташкент театр-художество институтын тамамлай.

1983 йылда тәүге тапҡыр киноэкранда Семен Арановичтың «Торпедоносцы» фильмында капитан Гавриловичтың сағыу роле менән сыға.

Уны ысынлап популыр итеүсе Юлиан Семеновтың «Противостояние» романы буйынса ҡуйылған шул уҡ исемле телесериал (1985) була. Болтнев Андрей унда төп ролдәрҙең береһен — һатлыҡ йән Кротовты уйнай.

Актёрҙың исеме 1984 йылда Алексей Германдың «Мой друг Иван Лапшин» фильмы сыҡҡандан һуң киң танылыу ала. Был фильмда ул төп ролде башҡара.

1985 йылда Новосибирск театры актёры баш ҡаланың Вл. Маяковский исемендәге Академия театрына саҡырып алына. Уның саҡырылыуында ул ваҡытта абруйлы һәм авторитетлы РСФСР-ҙың халыҡ артисы Наталья Гундарева ҙур роль уйнай. Ләкин Мәскәүҙә актёрға йәшәргә прописка бирмәйҙәр һәм шунлыҡтан уның ҡатыны балаһы менән Новосибирск ҡалаһында ҡала. Актёр вафат булғас, уны баш ҡалала ерләү өсөн, дуҫтары уға прописка юллап ала.

1995 йылдың 12 майында Болтнев Андрей йоҡлаған сағында инсульттан Мәскәүҙә вафат була. Востряковский зыяратында ерләнгән[3].

Болтнев Андрейҙың ҡыҙы — актриса Мария Болтнева «Глухарь» телесериалында Настя Клименко ролен башҡарыусы булараҡ билдәле.

  1. Andrej Boltnev // filmportal.de — 2005.
  2. 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France Andrej Boltnev // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. Могилы знаменитостей. Андрей Болтнев, m-necropol.ru  (Тикшерелеү көнө: 17 апрель 2014)(Тикшерелгән 17 апрель 2014)