Аронян Левон Григорьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Lua хатаһы: not enough memory.

Лена Аронян (уңдан өсөнсө) командалаштары менән 2008 йыл Олимпиадаһында. Әрмәнстан маркаһы. 2009 й.

Аронян Левон Григорьевич (әрм. Լևոն Գրիգորիի Արոնյան; 6 октябрь 1982 йыл) — әрмән шахматсыһы, гроссмейстер. Күп абруйлы халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе, шул иҫәптән Линарес (2006), Вейк-ан-Зея (2012, 2014), Синкфилд Кубогы (2015), Ставангер (2017) турнирҙарында шәхси еңеүсе. ФИДЕ-ның Донъя кубогына ике тапҡыр тапҡыр эйә була (2005, 2017), Әрмәнстан йыйылма командаһы составында өс тапҡыр Олимпия чемпионы (2006, 2008, 2012), блиц буйынса донъя чемпионы (2010).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Левон Григорьевич Аронян (тыуғанда Лев Аронов исеме бирелә[12])1982 йылдың 6 октябрендә Ереванда, әрмән Седа һәм йәһүд Григорий Леонтьевич Аронов ғаиләһендә тыуа. Биш йәшкә өлкән апаһы Лилиттан шахмат уйнарға өйрәнә[13]. Беренсе тренеры Ереван ҡалаһының Пионерҙар йортоноң шахмат түңәрәгенән Людмила Финарева була[14].

1994 йылда Аронян 12 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында Сегед ҡалаһында (Венгрия) донъя чемпионы исемен яулай. Был чемпионатта еңеүе өсөн уға шахмат буйынса ФИДЕ мастеры дәрәжәһе бирелә. 1995 йылда Аронян Парижда 14 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында сираттағы донъя чемпионаты еңеүсеһе була. 1996 йылдан Аронян — халыҡ-ара мастер. 1997 йылда 20 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында донъя чемпионаты еңеүсеһе Мәскәүҙә үҫмерҙәр араһында үткәрелгән мөһим турнирҙарҙың береһе — "Каспаров кубогы"нда еңеп сыға. 1999 йылда Аронян Әрмәнстан вице-чемпионы исемен ала һәм Батумиҙа үткән шахмат буйынса Европаның команда чемпионатында республиканың йыйылма командаһы составында сығыш яһау хоҡуғын ала. Әрмәнстан йыйылма командаһы унда Венгрия (2-се урын) һәм Германия йыйылма командаларын (3 урын) артта ҡалдырып, чемпион исемен яулай[15]. 2000 йылдан Аронян — гроссмейстер. 2002 йылда Һиндостан 20 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында ҡабаттан донъя чемпионаты еңеүсеһе була.

Левон Аронян. 19.08.2007

2001 йылдан Аронян Германияла йәшәй.

2005 йылда Хикару Накамура һәм Борис Аврух менән берлектә Гибралтарҙа һәм Степанакертта Накамура (АҠШ) менән Иванчукты (Украина) үтеп китеп, асыҡ чемпионатта еңә. 2005 йылда Варшавала Европа чемпионатында Аронян, өҫтәмә күрһәткестәр буйынса, 3-сө урынды яулай.

2005 йылдың декабрендә Аронян Ханты-Мансийск ҡалаһында нокаут системаһы буйынса уҙғарылған шахмат буйынса ФИДЕ-ның донъя кубогын яулап, иң ҙур уңыш ҡаҙана. Финалда ул ФИДЕ-ның экс-донъя чемпионы Руслан Пономаревты 3:1 (0,5:0,5; 0,5:0,5; 1:0; 1:0) иҫәбе менән еңә. Беренсе ваҡытты классик контролләү партиялары тигеҙ иҫәп менән тамамлана, тиҙ шахмат буйынса ике өҫтәмә партиялая еңеү Аронян яғында була. Был уңыш Аронянға донъя чемпионы өсөн көрәшкә ҡушылыу мөмкинлеген бирә. 2007 йылдың яҙында дәғүәселәрҙең беренсе матчында Аронян Норвегияның йәш талантлы шахматсыһы Магнус Карлсен менән осраша.

Левон Аронян. 14.08.2005

Донъя кубогында еңгәндән һуң Аронян абруйлы шахмат турнирҙарына саҡырыуҙар ала башлай. XIX категориялағы шундай беренсе турнир Голландияның Вейк-ан-Зее ҡалаһында үтә. Аронянуңышһыҙ сығыш яһай, мәрәйҙәрҙең 50 % ғына йыя һәм 14 ҡатнашыусы араһында 7—9 урындарҙы бүлешә.

2006 йылдың мартында Аронян Линареста ғы турнирҙа еңә (XX категория).

Июндә Владимир Акопян, Карен Асрян, Смбат Лпутян, Габриел Саркисян һәм Арташес Минасян менән бергә Туринда 37-се шахмат Олимпиадаһы чемпионы булып, Мовсес Хоренаци миҙалы менән бүләкләнә[16]. Дрезденда 38-се олимпиадала еңгәне өсөн икенсе дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» миҙалына лайыҡ була[17]. Стамбулда 40-сы олимпиадала еңгәс, Әрмәнстан президенты указына ярашлы, Изге Месроп Маштоц миҙалы менән бүләкләнә[18].

2008 йылдың 16 февралендә шәхси осрашыуҙа беренсе тапҡыр донъя чемпионы Вишванатан Анандты еңә һәм Михаил Чигориндың символик клубы ағзаһы итеп алына.

2010 йылдың ноябрендә Мәскәүҙә Таль мемориалы еңеүсеһе була, бер нисә көндән һуң шунда уҡ блиц-2010 буйынса донъя чемпионатында еңә[19].

2011 йылдың майында Левон Аронян Ҡазанда үткән шахмат буйынса донъя чемпионы титулына дәғүә итеүселәр уйындарында ҡатнаша һәм сирек финалда Рәсәй шахматсыһы Александр Грищуктан еңелә.

2013 йылдың майында Аронян 9 мөмкинлектән 5,5 мәрәй йыйып Алехин Мемориалы еңеүсеһе була. Ул өҫтәмә күрһәткестәр буйынса Борис Гельфандты үтеп китә. Турнирҙа шулай уҡ В. Ананд, М. Вашье-Лаграв, В. Крамник, Н. Витюгов, М. Адамс, Л. Фрессине, Дин Лижэнь, П. Свидлер ҡатнаша.

2008—2013 йылдар осоронда классик контроль булған ярыштарҙа шәхси осрашыуҙар һөҙөмтәһе буйынса Левон Аронян донъя чемпионы Вишванатан Анандты ҙур айырма менән еңә +5,-1,=14. Был уңыш Этот Левон Ароняндың исеменә Ефим Боголюбовтың чемпилндарҙы еңеүселәрҙең символик клубы исемлегенә яҙып ҡуя[20].

2017 йылдың апрелендә Германияла, донъя чемпионы Магнус Карлсен ҡатнашҡан «GRENKE Chess Classic» супертурнирында Левон Аронян ҙ мөмкинлектән 5,5 мәрәй йыйып 1-се урын яулай.

2017 йылдың июнендә ул Норвегияның Ставангер ҡалаһында үткән шазхмат супертурниры еңеүсеһе була. Турнир барышында әрмән гроссмейстеры шәхси осрашыуҙа ғәмәлдәге чемпион Магнус Карлсенды, шахмат тажына дәғүә иткән Сергей Карякинды, шулай уҡ донъяның 14-се чемпионы Владимир Крамникты еңә һәм һөҙөмтәлә 6 мәрәй йыя. Уның дәғүәселәре Хикара Накамура менән Владимир Крамник 5-әр мәрәй менән 2-3-сө урынлдарҙы бүлешә. Был уңыш Левон Аронянды Эугенио Торреның символик клубына индерә[20].

2017 йылдың сентябрендә Тбилисиҙа Левон Аронян икенсе тапҡыр Донъя кубогын яулай. Финалда ул Ҡытай гроссмейстеры Дин Лиженде еңә. Тәүге дүрт партия тигеҙ иҫәпкә тамамлана, тай-брейкта Левон Аронян беренсе партияны — аҡ, икенсеһен ҡара фигуралар менән уйнап еңеү яулай.

2017 йылғы Донъя кубогы һөҙөмтәләре буйынса Левон Аронян 2018 йылда Берлинда үтәсәк донъя чемпионы исеменә дәғүәселәр турнирында ҡатнашыу хоҡуғын ала.

Эло рейтингы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2010 йылдың ноябрендә Левон Аронян Гарри Каспаров, Владимир Крамник, вишванатан Ананд, Веселин Топалов һәм Карлсен Магнустан ҡала, ФИДЕ-ның рейтинг-лисында 2800 пунктты үтеп, алтынсы шахматсы була.

Рейтингының үҫеш динамикаһы һәм айҙар буйынса топ-100.

Ай, йыл Рейтинг 100 араһында урыны
Ғинуар 2003 2610 85
Апрель 2003 2606 91
Июль 2003 2649 44
Октябрь 2003 2649 47
Ғинуар 2004 2648 45
Апрель 2004 2645 51
Июль 2004 2671 32
Октябрь 2004 2675 29
Ғинуар 2005 2684 21
Апрель 2005 2693 21
Июль 2005 2724 10
Октябрь 2005 2724 10
Ғинуар 2006 2752 5
Апрель 2006 2756 3
Июль 2006 2761 3
Октябрь 2006 2741 7
Ғинуар 2007 2744 7
Апрель 2007 2759 5
Июль 2007 2750 8
Октябрь 2007 2741 9
Ғинуар 2008 2739 10
Апрель 2008 2763 6
Июль 2008 2737 12
Октябрь 2008 2757 7
Ғинуар 2009 2750 11
Апрель 2009 2754 6
Июль 2009 2768 4
Сентябрь 2009 2773 3
Ноябрь 2009 2786 4
Ғинуар 2010 2781 5
Март 2010 2782 5
Май 2010 2783 5
Июль 2010 2783 5
Сентябрь 2010 2783 4
Ноябрь 2010 2801 3
Ғинуар 2011 2805 3
Март 2011 2808 3
Май 2011 2808 3
Июль 2011 2805 3
Сентябрь 2011 2807 3
Ноябрь 2011 2802 3
Ғинуар 2012 2805 2
Март 2012 2820 2
Май 2012 2825 2
Июль 2012 2816 2
Август 2012 2816 2
Сентябрь 2012 2816 2
Октябрь 2012 2821 2
Ноябрь 2012 2815 2
Декабрь 2012 2815 2
Ғинуар 2013 2802 3
Февраль 2013 2809 3
Март 2013 2809 3
Апрель 2013 2809 2
Май 2013 2813 2
Июнь 2013 2813 2
Июль 2013 2813 2
Август 2013 2813 2
Сентябрь 2013 2813 2
Октябрь 2013 2795 3
Ноябрь 2013 2801 2
Декабрь 2013 2803 2
Ғинуар 2014 2812 2
  • Ҡалын шрифт менән Ароняндың 100 кеше араһында рейтинг түбәһе һәм урыны билдәләнгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. http://www.worldatlas.com/webimage/countrys/europe/armenia/amfamous.htm
  2. 2,0 2,1 https://web.archive.org/web/20110824132919/http://ratings.fide.com/fedchange.phtml?year=2003
  3. 3,0 3,1 https://web.archive.org/web/20121014010636/http://ratings.fide.com/fedchange.phtml?year=2004
  4. Халыҡ-ара шахмат федерацияһы Переходы в другую шахматную федерацию в 2021 году — 2021.
  5. http://ratings.fide.com/toparc.phtml?cod=241
  6. http://en.chessbase.com/post/economist-wins-european-club-cup-in-plovdiv
  7. http://chess-db.com/public/pinfo.jsp?id=13300474
  8. https://www.triposo.com/loc/Yerevan/sports
  9. http://chess-news.ru/node/23794
  10. ratings.fide.com (ингл.)
  11. Bartelski W. List of players on FIDE lists 1967-2001 — 2019.
  12. В Разведку С Гельфандом
  13. news.am // Первые шаги Ароняна
  14. Новое время // Первый тренер Ароняна 2016 йыл 6 март архивланған.
  15. Lua хатаһы: not enough memory.Lua хатаһы: not enough memory.
  16. Lua хатаһы: not enough memory.Lua хатаһы: not enough memory.
  17. Армянские шахматисты получат медаль За заслуги перед Отечеством Газета. Ru Новости
  18. Левон Аронян награждён Орденом Святого Месропа Маштоца: mediamax.am
  19. Советский спорт // Аронян сделал дубль в Москве 2011 йыл 22 март архивланған.
  20. 20,0 20,1 [1]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]