Арыҫлан (күл)
Арыҫлан | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡурған өлкәһе |
Арыҫлан (рус. Араслан) — Рәсәй, Ҡурған өлкәһе Щучье районындағы аҡмай торған күл. Иртыш һыу бассейны округына инә.
Урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күл Щучье ҡалаһынан 12 км көньяҡтараҡ урынлашҡан. Күл эргәһенән Мейәс ҡушылдығы Сүмләк йылғаһы ағып ята. Күл ярында өлкәнең Арыҫлан ауылы урамдары теҙелеп киткән.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҡмай торған йәки тымыҡ күл тип ер өҫтө йәки ер аҫтынан ағымы булмаған күлдәрҙе атайҙар[1], күлдән һыу сығымы быуға әйләнеү, инфильтрация йәки яһалма һыу алыу ҡоролмаһы иҫәбенә тормошҡа ашырыла[2].
Ошондай күлдең һыу режимын һүрәтләү өсөн шулай уҡ «эндорейд күл» термины файҙаланыла[3][4]. Ҡоро климатта бындай күлдә минераль тоҙҙар туплана. Тымыҡ күлдәр тирә-яҡ мөхит бысраныуға бик бирешеүсән була.
Һыу реестры мәғлүмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һыу көҙгөһө майҙаны — 0,18 км2[5]. Һыуйыйғыс бассейны майҙаны — 1,2 км2. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 167 м[6].
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса күл Иртыш һыу бассейны округында, һыу хужалығы участкаһы — Мейәс йылғаһы Силәбе ҡалаһынан алып тамағына тиклем, бәләкәй йылға бассейны — Тубыл. Йылға бассейны — Иртыш[5].
Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 14010501011111200009549[5].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күл дә, уның ярында урынлашҡан ауыл да бер үк Арыҫлан исемен йөрөтә. Атаманың килеп сығышы тураһында мәғлүмәттәр юҡ, антропонимдан булыуы ихтимал. Был күл һыуын файҙаланған ауыл тәүге тапҡыр 1776 йылда телгә алына[7]. 1834 йылғы рәүиз мәғлүмәттәре буйынса ауылда әйүкә-ҡалмаҡ ырыуы башҡорттары йәшәгән. 1926 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәрен алғанда иһә ауылда 238 кеше теркәлгән, уларҙың 220 — башҡорттар, 18 — урыҫтар булған. 2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда күпселек башҡорттар (95 %) йәшәй[8].
Революцияға тиклем Арыҫлан ауылы Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Ҡалмаҡ улусы ҡарамағында була[7]. Революциянан һуң Арыҫлан ауылы административ-территориаль йәһәттән бер нисә тапҡыр үҙгәреш кисерә: 1923 йылда Урал өлкәһе ойошторолғас, Силәбе округы Һарт-Ҡалмаҡ районының Әптекәй ауыл советы составына инә. 1924 йылда Һарт-Ҡалмаҡ районы үҙе исемен үҙгәртеп, Ялан районы булып китә. Ялан районы 1930 йылда бөтөрөлә, ауыл Щучье районында булып сыға. Район үҙе лә ике субъектҡа инеп ала: 1934 йылда Щучье районы Силәбе өлкәһенә, ә 1943 йылда — Ҡурған өлкәһе составына инә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Eesti Entsüklopeedia. — Tallinn: Eesti Entsüklopeediakirjastus, 1998. — Т. 10. — 672 с.
- ↑ Озеро / К. К. Эдельштейн // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- ↑ Под общей редакцией доктора биологических наук, профессора А. Г. Незавитина. Экология и правовые основы рационального природопользования. Учебное пособие. Издание 3-е, дополненное. C. 287-288. Новосибирск: Новосибирский государственный аграрный университет (2016).
- ↑ Зоогигиена. Вода: водоисточники, водоснабжение и основные методы санитарно-гигиенических исследований. Учебно-методическое пособие. С. 13-14. Новосибирск: Новосибирский государственный аграрный университет, Биолого-технологический факультет (2014).
- ↑ 5,0 5,1 5,2 «Арасланово» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- ↑ Карта бите N-41-30-C.
- ↑ 7,0 7,1 Урал аръяғы Ырымбур губернаһы башҡорттары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.