Антонин Дворжак
Антонин Дворжак Antonín Dvořák | |
Төп мәғлүмәт | |
---|---|
Исеме |
чех Antonín Leopold Dvořák |
Тыуған | |
Тыуған урыны |
Нелахозевес, Австрия империяһы |
Үлгән | |
Үлгән урыны | |
Һөнәрҙәре |
композитор |
Жанрҙар |
классик музыка |
Хеҙмәттәшлек | |
Автограф | |
antonin-dvorak.cz | |
Аудио, фото, видео Викимилектә | |
Антони́н Леопо́льд Дво́ржак (чех Antonín Leopold Dvořák ; 8 сентябрь 1841 йыл — 1 май 1904 йыл) — чех композиторы, романтизм осоро ижадсыһы. Әҫәрҙәрендә Моравия һәм Богемия халыҡ музыкаһы йоғонтоһо көслө. Б. Сметана менән берлектә чех милли музыка мәктәбенә нигеҙ һалалар. Дворжактың иң танылған әҫәрҙәренә АҠШ-та яҙылған «Из Нового света» 9-сы Симфонияһы, «Русалка» операһы, Виолончель һәм оркестр өсөн концерты, «Американский» ҡыллы квартеты, Реквием, Stabat Mater һәм «Славянскик танцы» инә.
Биография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ижадының тәүге йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Антонин Дворжак 1841 йылда Нелагозевес ауылында тыуған,[1] Праганан алыҫ түгел был төбәктә ул тормошоноң күп өлөшөн үткәргән. Атаһы Франтишек Дворжак итсе, трактирсы булған, цитрала оҫта уйнаған. Ата-әсәһе баланың музыкаль һәләтен бик иртә тойоп алған, шуға алты йәшенән үк ауыл урта мәктәбенә биргәндәр. Урындағы сиркәү музыканты уны органда уйнарға өйрәткән[1]. 1854—1857 йылдарҙа Злоницала музыка теорияһына, альтта, фортепианола, органда уйнарға өйрәнә[1]. 1857—1858 йылдарҙа Дворжак Прага орган мәктәбендә белем ала[1], шунда ул скрипкала һәм альтта виртуоздарса уйнай башлай ҙа инде.
1860-сы йылдарҙа Дворжак Чехия провизия театрындағы оркестрҙа альтсы булып эшләй. 1866 йылда оркестрға Бедржих Сметана етәкселек итә башлай. Даими аҡса етмәү арҡаһында йәш музыкант өҫтәмә эш ала, ваҡыты етмәй, шуға 1871 йылда музыка ижады менән генә шөғөлләнер маҡсат менән оркестрҙан китә.
Шул осорҙа Дворжак үҙенең уҡыусыһы — Жозефина Чермяковаға ғашиҡ була, «Кипаристар» тигән музыкаль йыйынтығын уға бағышлай. Һөйгәне икенсе кешегә кейәүгә сыҡҡас, һеңлеһе Аннаға тәҡдим яһай. Анна менән никахтан уның туғыҙ балаһы донъяға килә.
Шул йылдарҙа Дворжактың композиторлыҡ таланты асыла башлай. Прагалағы Изге Адальберт сиркәүендә органсы булып эшләгәндә башкөллө ижад эсенә сума. 1875 йылда ул ҡыллы квинтет өсөн икенсе әҫәрен тамамлай. 1877 йылда тәнҡитсе Эдуард Ганслик Дворжакҡв уның әҫәрҙәренең Брамсҡа оҡшауын әйтә, бер аҙ һуңғараҡ был ике композитор дуҫтар булып китә. Тап Брамс музыкаль нәшриәтсе Ф. Зимрок менән һөйләшеп, 1878 йылда Дворжактың «Славян бейеүҙәрен» баҫтырып сығарта һәм был композиторға дәрт өҫтәп ебәрә. Ул халыҡ араһында танылыу яулай. Дворжактың сит илдә башҡарылған тәүге әҫәре — Stabat Mater (1880 й.).
Британияла уңыш яулаған был әҫәре донъя күргәс, 1883 йылда Дворжак Лондонға саҡырыла, 1884 йылда ул унда бик уңышлы сығыш яһай. Уның 7-се симфонияһы махсус рәүештә Британия баш ҡалаһына арнап яҙыла, һәм шунда 1885 йылда премьераһы уйнала. Дөйөм алғанда Дворжак Бөйөк Британияла туғыҙ тапҡыр була, йыш ҡына әҫәрҙәрен уйнаған оркестрҙарға үҙе дирижёрлыҡ итә. П. И. Чайковскийҙың йоғонтоһонда ул Рәсәйҙә 1890 йылда булып китә. Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта үҙенең әҫәрҙәрен уйнаған оркестрҙарға дирижерлыҡ итә[2].
1891 йылда Дворжак Кембридж университетының маҡтаулы исеменә лайыҡ була. Шул уҡ йылда Бирмингем музыкаль триенналеһында уның Реквиемының премьераһы уйнала.
Америка
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1892 йылдан 1895 йылға тиклем Дворжак Нью-Йоркта Милли консерватория директоры була. Бында ул афроамерикандарҙың беренсе композиторҙарының береһен — Харли Берлиҙы осрата, ул Дворжакты спириучэл стилендәге Америка музыкаһы менән таныштыра.
1893 йылдың ҡышы һәм яҙы дауамында Дворжак үҙенең билдәле 9-сы «Из Нового света» симфонияһын яҙа. Йәй Айова штатындағы Спиллвиллға чехтар диаспораһына бара. Бында эмиграциялағы туғандары һәм яҡташары араһында ул 2 ҡыллы квартет һәм скрипка менән фортепиано өсөн сонатина яҙа. 1895 йылдың өс айы дауамында ул си-бемоль минорҙа скрипкалы концерт өҫтөндә эшләй.
Европала популярлығы үҫә барыуы менән бер рәттән матди билдәһеҙлек һәм йортон һағыныу Дворжакты Чехияға ҡайтырға мәжбүр итә.
Артабанғы эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғүмеренең һуңғы йылдарында Дворжак опера һәм камера музыкаһын яҙыуға иғтибарын йүнәлтә. 1896 йылда ул һуңғы тапҡыр Лондонға килә, унда үҙенең си-бемоль-минорҙа скрипкалы концертының премьераһында була.
Дворжак, вафатына тиклем, Прага консерваторияһының директоры вазифаһын биләгән Антонин Бенневицты алмаштыра. Чехия Фәндәр һәм сәнғәттәр академияһы ағзаһы. Композиторҙың алтмыш йәшлек юбилейы киң ҡоласлы милли байрам кеүек билдәләнә.
Антонин Дворжак йөрәк өйәнәгенән Прагала 1904 йылдың 1 майында вафат була[1] Вышеград зыяратында ерләнә.
Дворжак күп тамамланып бөтмәгән әҫәрҙәр, шул иҫәптән ля-мажорҙа скрипка өсөн концерт ҡалдыра.
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дворжак төрлө жанрҙа һәм формала әҫәрҙәр ижад итә. Уның туғыҙ симфонияһы Людвиг ван Бетховен ҡуйған классик моделгә ориентирлашҡан, әммә бының менән бер үк ваҡытта ул XIX быуат уртаһында барлыҡҡа килгән симфоник поэмаһын эшләй. Ҡайһы бер әҫәрҙәрендә Рихард Вагнерҙың йоғонтоһо һиҙелә.
Дворжак музыкаһы Вена классикаһы һәм чех халыҡ көйҙәре һәм ритмдары менән романтизм элементтарын үҙ эсенә ала. Шуға күрә уның үҙ стиле оҙаҡ формалаша. Башта Моцарт һәм Бетховенға йүнәлеш тотоп, 1873 йылдан һуң ижадының нигеҙе итеп милли музыканы ала. Халыҡ йоғонтоһо эҙҙәре ҙур әҫәрҙәрендә һиҙелһә лә, ике «Славянские танцы» йыйынтығы, шулай уҡ йырҙары классик өлгөләрҙән алыҫ тора. Был ҡыҙыҡһыныу композиторҙың Ҡушма Штаттары, индейҙар һәм негрҙар мәҙәниәте менән мауығыуҙарында күренә, ул был һыҙаттарҙы үҙ әҫәрҙәренә күсерергә маташа. Ғүмере аҙағында Дворжак программалы музыка, бигерәк опера яҙыуға иғтибарын йүнәлтә. 1900 йылда Дворжактың «Русалка» кеүек танылған шедевры барлыҡҡа килә, ул бөтә донъяла әле лә ҡуйыла. Чех милли музыкаһын төҙөү буйынса Б. Сметананың эшен тамалаған Дворжак менән немец романтизмының ике полюсы — Р. Вагнер, И. Брамс һоҡлана.
Әҫәрҙәре нумерацияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дворжак ҡулы менән бөтә симфонияларҙың, үҙе юғалған тип иҫәпләгән 1-се симфониянан тыш, тәртибе һәм йылдары күрһәтелгән. Инде баҫтырылған биш симфонияһы менән йәнәш нәшриәтселәрҙең фамилиялары күрһәтелгән — Фриц Зимрок һәм Новелло. Дворжак күп әҫәрҙәренә үҙе номер ҡуйып сыға — был опустары (әҫәрҙәре) буйынса нумерация. Ләкин ул уларҙың барлыҡҡа килеүенең йәки баҫтырылып сығыуының ысын тәртибен күрһәтмәй. Бик үк танылмаған композиторҙарҙы яҡшы һатыуға өлгәшеү өсөн, нәшриәтселәр, шул иҫәптән Дворжакты баҫтырып сығарыусы Ф. Зимрок, йыш ҡына иртә эштәргә ҙур опус ҡуя. Икенсе яҡтан, Дворжак үҙе ҡайһы берҙә, контракт төҙөгән кешегә бирмәй икенсе нәшриәтсегә һатыу өсөн, яңы әҫәренә иртә опус бирә. Һуңғы осраҡтың өлгөһө булып «Чешская сюита» тора, уны Дворжак Зимрокҡа бирергә теләмәй, 52-сы опус урынына 39 опус тип баҫтырып сығара. Дворжактың мираҫында ориентирлашыуҙа тағы бер факт ҡыйынлыҡ тыуҙыра, бындай махинациялар бер үк опус аҫтында бер нисә әҫәрҙең барлыҡҡа килеүенә сәбәп була. Мәҫәлән, 12-се опус менән шундай хәл була: баштан «Король и угольщик» операһына (1871) ҡараған, уға нигеҙләнгән Фа-мажорҙа концерт увертюраһы (1871) аҫтында ҡуйылған була, аҙаҡ 6-сы ля-минор ҡыллы квартет (1873) аҫтында, Фортепиано өсөн соль-минор (1879) һәм Фортепиано өсөн до-минор (1884) исеме аҫтында ҡуйыла. Һәм тағы ла, кире осраҡтар ҙа бар, бер үк эш төрлө нәшриәтселәрҙә бер нисә төрлө (өскә тиклем) опус ала.
Дворжактың бөтә әҫәрҙәре Я. Бургхаузер тарафынан 1960 йылда Прагала нәшер ителгән «Антонин Дворжак. Тематический каталог. Библиография. Обзор жизни и творчества» китабында хронология буйынса каталогҡа индерелгән[3].
Симфониялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дворжак тере сағында тәүге өс симфонияһы башҡарылһа ла, уның биш симфонияһы баҫылып сыға. Беренсе симфонияһын автор үҙе юғалған тип иҫәпләй. Был нумерацияға буталсыҡлыҡ индерә, һәм XX быуат уртаһында ғына яҙыуының дөрөҫ эҙмә-эҙлеклелеге тергеҙелә.
1-се Симфония до минор B.9 — Дворжак тарафынан егерме дүрт йәшендә Германиялағы конкурс өсөн яҙыла. Ул композиторҙы тәжрибәһеҙ, әммә өмөтлө йәш композитор икәнлеген күрһәтә. Унда Людвиг ван Бетховендың бишенсе симфонияһы менән ҙур формаль оҡшашлыҡ күҙәтелә: мәҫәлән, бөтә дүрт өлөшөнөң тоналектәре бер иш (до минор, ля-бемоль минор, до минор һәм до мажор). Икенсе яҡтан, гармония һәм инструментовка Ф. Шуберт эшләгән стилгә тартым. Һуңғараҡ Дворжак симфонияға, 1853—1856 йылдарҙа үҙе йәшәгән Богемиялағы ауыл исеме менән, «Злоницкие колокола» исемен бирә. Уның материалының бер өлөшө «Силуэты» 8-се опус әҫәрендә ҡулланыла.
2-се Симфония си-бемоль мажор op. 4 — сағыуыраҡ, яҡты һәм пастораль образдар булыуына ҡарамаҫтан, һаман да Бетховенға ҡарап төҙөлгән.
3-сө Симфония ми-бемоль мажор op. 10 — Рихард Вагнер һәм Ф. Лист музыкаһы менән танышыу Дворжакҡа тиҙ һәм тәрән йоғонто яһайп. Скерцо юҡ. Был симфонияның икенсе өлөшө «Легенда» op. 59 симфонияһында ҡулланыла.
4-се Симфония ре минор op. 13 — Дворжак ижадындағы боролош. Вагнер йоғонтоһоноң эҙҙәре булһа ла (бигерәк тә икенсе өлөшө, ул «Тангейзеру» увертюраһынан сыға), бер үк ваҡытта милли чех музыкаһы скерцоға индерелә.
5-се Симфония фа мажор op. 76 һәм 6-сы Симфония ре мажор op. 60 характеры буйынса бик пастораль һәм Вагнер стиеленең эҙҙәре бөтөнләй юҡ. Алтынсы симфония, күрәһең, И. Брамс йоғонтоһо аҫтында яҙылған, бигерәк тә, беренсе һәм һуңғы өлөшө. Әммә был оҡшашлыҡ өсөнсө өлөшө — традицион чех фурианты менән юҡҡа сыға. Тап ошо алтынсы симфонияһы менән Дворжак симфоник композитор булараҡ бөтә донъяға билдәлелек ала. Ул беренсе нәшер ителгән симфония була (1880).
Симфония № 7 ре минор op. 70 туғыҙынсы симфонияға ҡарағанда формаль киҫкенлеге һәм ҙур ҡыҙыулығы менән Дворжак стилен сағылдырған симфония тип һанала. Бәлки, был композиторҙың уның яҙғанда шәхси кисерештәре менән бәйлелер: ул Венала тап шул мәлдә үҙенең чех операларын тығырға маташа, ләкин унан уларҙы немецса яҙыуын талап итәләр. Бер үк ваҡытта нәшриәтсе менән бәхәскә инә. Етенсе симфония ҡараламалары уны төҙөү өсөн күпме тырышлыҡ кәрәк булыуын күрһәтә.
8-се Симфония соль мажор op. 88 етенсе симфониянан ныҡ айырыла: ул йылыраҡ һәм оптимистик. Ҡайһы берҙә уны Густав Малер эштәре менән сағыштыралар[4] Ҡайһе бер тикшеренеүселәр уны Дворжактың иң яҡшы симфонияһы тип иҫәпләй (ҡайһы берҙәр етенсе смифония тигән һымаҡ). Был, әлбиттә, туғыҙынсы симфонияның популярлығы алдағы бөтә әҫәрҙәрҙе үҙе менән ҡаплағанлығы өсөн күрһәтмә.
Симфония № 9 ми минор op. 95 «Из Нового света» 1893 йылдың ғинуар-майында Нью-Йоркта яҙыла. Дворжак башта унда негрҙарҙың спиричуэлсы йәки индеецтарҙың йыры кеүек Америка музыкаһын ҡулланыуы тураһында әйтһә лә, һуңғараҡ быны кире ҡаға башлай. Симфонияның беренсе өлөшөндә флейта-пикколо солоһы «Swing Low, Sweet Chariot» спиричуэлсын хәтерләтә. Дворжактың уҡыусыларының береһе икенсе өлөшө Гайавата илауын һүрәтләй тип әйтә. Шуның менән бергә ул шул тиклем спиричуэлс менән оҡшаш, хатта В. Фишер уға һүҙҙәр яҙа һәм «Ҡайтыу» (англ. Goin' Home) тигән исем бирә. Дворжак үҙе индеецтар музыкаһының үҙенсәлектәрен генә ҡулланыуы, ә симфонияның бөтә көйөн үҙенеке икәнлеген яҙа[5].
Опералары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Альфред» (Alfred, 1870).
- «Король и угольщик» (Král a uhlíř, 1871, икенсе редакция 1874, өсөнсөһө 1887).
- «Упрямцы» (Tvrdé palice, 1874).
- «Ванда» (Vanda, 1875, икенсе редакция 1879, өсөнсө 1883).
- «Хитрый крестьянин» (Šelma sedlák, 1877).
- «Димитрий» (Dimitrij, 1881—1882, икенсе редакция 1883, өсөнсө 1885, дүртенсе 1894—1895).
- «Якобинец» (Jakobín, 1887—1888, икенсе редакция 1897).
- «Чёрт и Кача» (Čert a Káča, 1898—1899).
- «Русалка» (Rusalka, 1900).
- «Армида» (Armida, 1902—1903).
Симфоник әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Виолончель өсөн ля мажор концерты (1865), Г. Рафаэль тарафынан оркестрға һалына (1925 һәм 1929 йылдар араһында) һәм Я. Бургхаузер тарафынан оркестрға һалына (1952).
- соль минор оркестры менән фортепиано өсөн концерт (1876).
- Скрипка өсөн ля минор оркестры менән концерт (1878).
- Виолончель өсөн си минор оркестры менән концерт (1894—1895).
- Туғыҙ симфония, шул иҫәптән «Из Нового Света» 9-сы симфония (1893).
- Биш сифоник поэма: «Водяной», «Полуденица», «Золотая прялка», «Голубок», «Богатырская песнь» (1896—1897).
- Биш увертюра, шул иҫәптән «Моя Родина» (1882)8ём «Гуситская» (1883).
- Ҡыллы оркестр өсөн серенада (1875).
Вокал һәм хор әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Оратория «Святая Людмила» (1886), чех музыкаһы тарихында беренсе оратория[6].
- Stabat Mater (1877).
- Реквием (1890).
- Кантаталар, шул иҫәптән Te Deum (1892).
- Месса ре-мажор (1892).
- «Моравские дуэты» (1876), фортепиано менән вокал дуэттар.
- «Библейские песни» (1894) фортепиано менән, һуңыраҡ композитор 10 йырҙан бишеһен оркестрға һала (1895), ҡалғандары В. Земанек тарафынан оркестрға һалына.
Мәҙәниәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Прагала 1932 йылдан Антонин Дворжак музейы асылған.
- Дворжак хөрмәтенә Меркурийҙа кратер аталған.
- Композитор хөрмәтенә (2055) Дворжак астероиды аталған[7].
- Дворжак — Йозеф Шкворецкийҙың «Scherzo capriccioso» биографик романында герой (шулай уҡ инглиз «Dvořák in Love» исеме аҫтында билдәле)
- Дворжак музыкаһы япондарҙың Галактика Геройҙары турыһында Легенда анимында ҡулланыла (1988—1997).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дворжак в письмах и воспоминаниях. — Музыка, 1964. — 224 с. — 3860 экз.
- Бэлза И. Ф. Пятая симфония Дворжака. — М.—Л.: Музгиз, 1950. — 20 с. — 3000 экз.
- Гулинская З. К. Антонин Дворжак. — М.: Музыка, 1973. — 242 с.
- Егорова В. Н. Антонин Дворжак. — Музыка, 1997. — 616 с. — 1000 экз. — ISBN 5-7140-0641-0.
- Лушина Я. Антонин Дворжак. Очерк жизни и творчества. — Л.: Музыка, 1961. — 104 с.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Дворжак Антонин — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание). И. Ф. Бэлза
- ↑ Соловьёв Н. Ф. Дворжак, Антон // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Antonín Dvořák. Thematic Catalogue. Bibliography. Survey of Life and Work (Export Artia, Prague, 1960).
- ↑ См. статью Карла Шумана в буклете к изданию записи всех симфоний Р. Кубеликом.
- ↑ Статья Дворжака в New York Herald, 15 декабря 1893 года.
- ↑ Бэлза И. Ф. Дворжак Антонин. // БСЭ, 3-е изд.
- ↑ Schmadel, Lutz D. Dictionary of Minor Planet Names (англ.). — Fifth Revised and Enlarged Edition. — B., Heidelberg, N. Y.: Springer, 2003. — P. 166. — ISBN 3-540-00238-3.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Всё o Дворжакe
- Дворжак Антонин — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание). И. Ф. Бэлза
- Краткое содержание (синопсис) оперы «Русалка» на сайте «100 опер» 2012 йыл 6 март архивланған.
- В.ЕГОРОВА — Симфонические поэмы Дворжака на сюжеты баллад Эрбена 2010 йыл 30 май архивланған.
- Дворжак: ноты произведений на International Music Score Library Project
- 8 сентябрҙә тыуғандар
- 1841 йылда тыуғандар
- 1 майҙа вафат булғандар
- 1904 йылда вафат булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Прагала вафат булғандар
- Алфавит буйынса музыканттар
- Алфавит буйынса композиторҙар
- Чехия композиторҙары
- XIX быуат композиторҙары
- XX быуат композиторҙары
- Опера композиторҙары
- Чехия музыканттары
- Романтик композиторҙар