Эстәлеккә күсергә

Байбулат (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Байбулат — башҡорт ир-ат исеме

Байбулат ҡорос булат һымаҡ ныҡ, бай тигәнде аңлата[1]

Байбулат Торсонбаев (1783—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.

Байбулатов Раил Фәтхелислам улы (2 июнь 1937 йыл — 22 июль 2002 йыл) — яҙыусы, публицист, тәржемәсе. 1984 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1997) һәм Башҡорт АССР-ының (1988) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Байбулатов Валерий Тимиргалиевич (13 февраль 1959 йыл) — ауыл хужалығы һәм йәмәғәт эшмәкәре, педагог, 1992 йылдан Мишкә районы үҙәге Мишкә ауылындағы 150-се һөнәри училищеның (артабан һөнәри лицей, хәҙер агросәнәғәт колледжы) директоры.

Байбулатова Гөлфирә Ғәлимйән ҡыҙы (15 май 1974 йыл) — ғалим-тел белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, журналист. Филология фәндәре кандидаты (2010).

Байбулат (рус. Байбулатово) — Башҡортостандың Саҡмағош районындағы ауыл


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
  1. Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.