Баландин Василий Петрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баландин Василий Петрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 28 декабрь 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Тыуған урыны Бабушкин[d], Мәскәү өйәҙе[d], Мәскәү губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 28 март 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (68 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрө инженер-механик
Уҡыу йорто Мәскәү дәүләт тимер юл университеты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы ВКП(б)-ның XVIII съезы[d]
Хәрби звание генерал-майор[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Баландин Василий Петрович (28 декабрь 1904 йыл28 март 1973 йыл) — СССР-ҙың дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1941 йылдың авгусынан хәҙерге Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе директоры, 1946 йылдан — СССР авиация сәнәғәте министры урынбаҫары, 1958—1970 йылдарҙа СССР Дәүләт план комитеты рәйесе урынбаҫары. Авиация-инженер хеҙмәте генерал-майоры (1944). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1945).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Василий Петрович Баландин 1904 йылдың 15 (28) декабрендә тимер юлсы ғаиләһендә тыуған. 1925 йылдан ВКП (б) ағзаһы.

Хеҙмәт юлын 1916 йылда Ярославль тимер юлының Лосиноостровский станцияһында ялланған эшсе-ремонтсы булып башлай. Мәскәү тимер юл транспорты инженерҙары институты рабфагында уҡып, 1930 йылда уны тамамлай. Институтты тамамлағандан һуң, Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла, Рыбинский № 26 хәрби авиация заводына хәрби эшләүсе булып йүнәлтелә, унда слесарь-йыйыусынан завод директорына тиклем (1938) хеҙмәт юлын үтә. 1939—1941 йылдарҙа — СССР авиация сәнәғәте Халыҡ комиссары урынбаҫары. 1941 йылдың авгусынан 1946 йылға тиклем — СССР авиация сәнәғәте Халыҡ комиссары урынбаҫары — Өфө моторҙар эшләү заводы директоры.

1936 йылда инженер-новатор үҙе эшләгән йыйыу цехына моторҙарҙы конвейер йыйыуҙы индерә. Бындай конвейерҙар элек СССР-ҙа булмаған. Тупланған тәжрибәһе Василий Баландинға авиация моторҙарын ағым менән етештереүҙе ойоштороу уға һуңғараҡ Өфө моторҙар эшләү заводының директоры булғас та ярҙам итә.

1937 йылдан алып В. П. Баландин — Рыбинск 26-сы моторҙар заводы (Ярославль өлкәһе) директоры, ә 1939 йылда, директорлыҡ вазифаһын ҡалдырмайса, СССР авиация сәнәғәте халыҡ комиссарының урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

Әммә 1941 йылдың йәй башында уның завод директоры һәм халыҡ комиссары карьераһы көтмәгәндә нигеҙһеҙ ҡулға алыныу менән өҙөлә. Ул ике айҙан артыҡ дауам итмәй. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында илгә «һауа кеүек» яңы самолет, ә һуңғыһына — авиация двигателдәре бик күп кәрәк була. Сталиндың СССР авиация сәнәғәте халыҡ комиссары А. Шахурин, авиаконструктор А. Яковлев, СССР һәм авиапромышленность комиссары урынбаҫары П. Дементьевтар юллауы хаты буйынса талабы арҡаһында Баландин төрмәнән азат ителә.

1941 йылда Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөгә илдең төрлө ойошмаларыһәм учреждениелары эвакуациялана. Өфө ҡалаһынан 20 километр алыҫлыҡта Черниковск ҡалаһында (хәҙер Өфө сиктәрендә) һуғышҡа тиклем үк төҙөлә башлаған комбайн заводы Рыбинский заводы документациялары буйынса авиамоторҙар заводына реконструкциялана. Бер нисә производство бинаһы, ҙур корпусты төҙөү бара. Һуғыш башында Өфө заводы майҙанына бер нисә моторҙар эшләү заводы эвакуациялана, шулар иҫәбендә Рыбинск заводы ла була. 1941 йылдың 17 декабрендә Ленин орденлы Рыбинск 26-сы моторҙар заводы, ике Ленинград дублер-завод (№ 234-се һәм 451-се), өлөшләтә Мәскәү № 219, ЦИАМ-дың Мәскәү проект бюроһы, Воронеж ҡалаһының Добрынин конструкторҙар бюроһы һәм Өфө ике — моторҙар (№ 384) һәм дизель (№ 336) заводтары дөйөм берләштерелә. Яы предприятие берләштерелгән заводтарҙың вариҫы була ала һәм уға баш предприятиеның һаны — 26 бирелә. Артабан ул Өфө моторҙар эшләү заводы тип атала. 1941 йылдың авгусында СССР авиация сәнәғәте халыҡ комиссары урынбаҫары вазифаһын һаҡлаған Баландин Василий Петрович заводтың директоры итеп тәғәйенләнә һәм Өфөгә килә.

1941 йылдың аҙағында ун производство корпусы, бер йөҙ ете йорт һәм барак, ике палатка лагеры төҙөлә, унда 6600 кешелек урын була. 1941 йыл менән сағыштырғанда 1942 йылда моторҙар сығарыу күпкә арттырыла һәм һуғыш йылдарында артҡандан арта бара. В. П. Баландин етәкселегендә ҙур авиация «М-105», «М-105ПА», «ВК-107А», «ВК-107ПФ», «ВК-108». моторҙары конвейер юлы менән сығарыла. Ул етәкләгән Өфө моторҙар эшләү заводы «Як-3», «Як-9», «Пе-2» хәрби самолеттары өсөн моторҙар эшләп сығара.

СССР Халыҡ Комиссарҙары Советының ҡарары менән 1944 йылда В. П. Баландинға «инженер-авиация хеҙмәте генерал-майоры» хәрби званиеһы бирелә .

В. П. Баландин етәкләгән завод егерме өс тапҡыр Дәүләт оборона комитетының күсмә Ҡыҙыл байрағын яулай. 1945 йылдың 26 июлендә «Правда» гәзите мәҡәләһендә «Өфө моторҙар заводы тыныс ваҡыттың башына тиклем туҡһан ете мең авиация моторы сығарып, батырлыҡ күрһәтте» тип яҙыла.

СССР Юғары Совет Президиума Указы менән 1945 йылдың 16 сентябрендә заводтың хеҙмәт коллективы менән оҫта етәкселек иткәне һәм фронтты авиация двигателдәре менән тәьмин итеүгә ҙур өлөш индергәне өсөн инженер-авиация хеҙмәте генерал-майоры Баландин Василий Петровичҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә, уға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла. Ошо уҡ көндө Өфө моторҙар эшләү заводы Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә, ә уның иң яҡшы 299 хеҙмәткәре СССР миҙалдары һәм ордендарына лайыҡ була.

1945 йылдың 9 майына Өфө моторҙар эшләү заводы истребителдәр һәм бомбардировщиктар өсөн 97 меңдән ашыу моторҙар сығара, уларҙы авиаконструкторҙар А. С. Яковлев, С. А. Лавочкин, В. М. Петляков һәм башҡалар булдырған. Һәр бер өсөнсө хәрби самолетта Өфө моторҙары тора. «ВК-107А» моторлы «Як-9У» самолет-истребителе Икенсе бөтә донъя һуғышының иң ҙур тиҙлекле истребителе итеп таныла.

1946 йылдан һуң инженер-авиация хеҙмәте генерал-майор Баландин В. П. — төрлө дәүләт вазифаларын башҡара. 1957 йылдан алып Мәскәү ҡала совнархозы рәйесе урынбаҫары, ә һуңынан РСФСР Госпланы рәйесе урынбаҫары булып эшләй. Мәскәүҙә билдәле «Яр буйындағы йорттоң» № 255 фатирында йәшәй. 1970 йылдан персональ пенсияла.

1973 йылдың 23 мартында вафат була. Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында (7 участкала) ерләнгән.

Хәтер һәм наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Биш Ленин ордены (1936, 1943, 1945, 1945, 1949), өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1954, 1964, 1969), Ҡыҙыл йондоҙ ордены, миҙалдар менән бүләкләнгән.

Элекке Өфө моторҙар эшләү заводының (хәҙер — Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе) бер зданиеһында В. П. Баландин горельефы менән мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. УМПО хеҙмәт коллективы һорауы буйынса элекке Өфө моторҙар эшләү заводы директоры исеме Өфө ҡалаһының Калинин районы Инорс микрорайонындағы бульвар йөрөтә[1].

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]