Барто Агния Львовна
Агния Львовна Барто(тыумыштан «Волова»[6]; 17 февраль 1901 йыл, Каунас[7] — 1 апрель, 1981, Мәскәү) — урыҫ совет балалар шағиры, яҙыусы, сценарист, радио алып барыусыһы .
Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1950) һәм Ленин премияһы (1972) лауреаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ул 1901 йылдың 4 февралендә (иҫке стиль) Каунаста белемле йәһүд ғаиләһендә тыуған[8] . Уның атаһы Лев Николаевич (Абрам-Лев Нахманович) Волов (1875—1924[9]), Шяуляйҙан[10], ветеринар табип булған[11][12]. Әсәһе, Мария Ильинична (Эльяшевна-Гиршовна) Волова (ҡыҙ фамилияһы Блох; 1881—1959, тыумышы менән Каунастан[13]), өй хужалығы менән шөғөлләнә. Ата-әсәһе 1900 йылдың 16 февралендә Каунаста өйләнешәләр[14]. Әсәһенең ағайы — танылған табип-оториноларинголог һәм фтизиатр Григорий Ильич Блох (1871—1938), 1924—1936 йылдарҙа Ялта туберкулез климатологияһы институтының тамаҡ клиникаһы директоры (хәҙерге И. М. Сеченов исемендәге Физик дауалау алымдары һәм медицина климатологияһы ғилми-тикшеренеү институты); балалар өсөн тәрбиәүи шиғырҙар яҙа.
Агния Барто гимназияла һәм шул уҡ ваҡытта балет мәктәбендә уҡый. Шуның менән бергә хореография училищеһына уҡырға инә һәм уны тамамлағас, 1924 йылда балет труппаһына ҡушыла һәм унда бер йыл самаһы эшләй.
Волкованың беренсе ире шағир Павел Барто була. Уның менән бергә ул өс шиғыр яҙа — «Девочка-рёвушка», «Девочка чумазая» һәм «Считалочка». 1927 йылда улдары Эдгар (Гарик) тыуа, һәм 6 йылдан һуң пар айырылыша.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Барто ғаиләһе Свердловска эвакуациялана. Унда Агнияға токарь һөнәрен үҙләштерергә тура килә. Һуғыш ваҡытында алған премияны ул танк төзелешөнә бирә[15].
1944 йылда ғаилә Мәскәүгә ҡайта. Улы Гарик 18 йәшендә, 1945 йылдың 5 майында вафат була — Лаврушинский тыҡрығында велосипедта саф һауала йөрөгән ваҡытында йөк машинаһы бәрә[16].
Бартоның икенсе ире йылылыҡ энергияһы инженеры, СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Андрей Владимирович Шегляев; ҡыҙы — техник фәндәр кандидаты Татьяна Андреевна Шегляева.
Агния Барто 1981 йылдың 1 апрелендә вафат була. Уны Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләйҙәр (участок номеры 3).
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1924 йылда хореография училищеһын тамамлаусыларҙың күрһәтмә концертында халыҡ мәғарифы комиссары Луначарский ҙа ҡатнаша. Ул Агнияның шиғырҙарын башҡарыуына иғтибар итә һәм бер нисә көндән һуң уны халыҡ комиссариатына ҡабул итергә саҡыра, унда уға шағирә булырға кәңәш итә[17].
Беренсе баҫылған шиғыры «Китайчонок Ван Ли» һәм «Мишка-воришка» (1925), «Стихи детям» (1949), «За цветами в зимний лес» (1970) йыйынтыҡтары.
1964—1973 йылдарҙа ул «Маяк» радиоһында Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында юғалған балаларҙың ғаиләләре эҙләү тураһында «Найти человека» программаһын алып бара .Был тапшырыу арҡаһында меңгә яҡын совет ғаиләһе ағзалары араһындағы бәйләнеш урынлаштырыла[18]. Программа нигеҙендә «Найти человека» (1968) проза китабы яҙыла. Һуңыраҡ программаның форматы «Жди меня» телевизион программа өсөн нигеҙ итеп алына.
«Записки детского поэта» китабы (1976).
«Подкидыш» (Рина Зеленая менән бергә, 1939), «Слон и веревочка» (1945), «Алеша Птицын вырабатывает характер» (1953), «10000 мальчиков» (1961) кинофильмдары сценарийҙары авторы. Ералаш киножурналы менән хеҙмәттәшлек итә, киножурналдың беренсе сығарылышында сыҡҡан «Позорное пятно» юмористик хикәйәһен яҙа.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әсәйе яғынан өләсәйе — Дейра Ароновна Блох (ҡыҙ фамилияһы Дембо, 1839—1922) — атаҡлы физиолог һәм гигиенист, медицина докторы, хоҡуҡ белгесе Лев Исаакович Дембо һәм гигиенист Григорий Исаакович Дембоның атаһы, Исаак Аронович Дембоның бер туған һеңлеһе (1848—1906).
- Ике туған ағайы — журналист Владимир Осипович Дембо (1887—1937, атылған), «Бессарабский вопрос» (1924) һәм «Кровавая летопись Бессарабии» (1924) китаптары авторы, «Красная Бессарабия» журналының редакция секретаре.
- Өс туған ағайы һәм һеңлеһе — спорт кардиологияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Александр Григорьевич Дембо (1908—1995); психолог Тамара Вулфовна Дембо.
Премиялары һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1950) — балалар өсөн «Стихи детям» шиғырҙар йыйынтығы өсөн (1949)
- Ленин премияһы (1972) — «За цветами в зимний лес» (1970) шиғырҙар китабы өсөн (балалар өсөн әҫәрҙәре өсөн премия)
- Ленин ордены (02.16.1976)
- Октябрь Революцияһы ордены
- ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (02.16.1956; 02.22.1966)
- «Почёт Билдәһе» ордены (31.01.1939)
- «Һыуға батҡан кешеләрҙе ҡотҡарыу өсөн» миҙалы.
- I дәрәжә «Шахтер даны» миҙалы (Ҡарағанда шахтерҙарынан)
- Йылмайыу ордены
- Лев Толстой исемендәге Халыҡ-ара алтын миҙал «Балалар һәм йәштәр өсөн әҫәрҙәр ижад итеүҙә хеҙмәттәре өсөн» (үлгәндән һуң).
Адрестар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәскәү, Лаврушин тыҡрығы, й.17 — «Дом писателей» (1937, 1948—1950, архитектор И. Н. Николаев)
Әҫәрҙәренең экранизациялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Агния Барто сценарийҙарына нигеҙләнгән фильмдар[19]
- «Подкидыш» — фильм 1939 года киностудии «Мосфильм»
- «Слон и веревочка» — фильм 1945 года киностудии «Союздетфильм»
- «Алеша Птицын вырабатывает характер» — фильм 1953 года киностудии «Ленфильм»
- «Десять тысяч мальчиков» или «10000 мальчиков» — фильм 1961 года Киностудия имени М. Горького
- «От семи до двенадцати» — фильм 1965 года киностудии «Мосфильм»
- «Ищу человека» — фильм 1973 года Киностудия имени М. Горького
Агния Барто шиғырҙарына нигеҙләнгән мультфильмдар :[20]
- «Две иллюстрации» — кукольный двухсюжетный мультфильм 1962 года (первый сюжет «Девочка-рёвушка» по стихотворению писателя).
- «Снегирь» — рисованный мультфильм 1983 года по одноимённому произведению писательницы («Союзмультфильм»).
- «Волшебная лопата» — рисованный мультфильм 1984 года по стихам писателя, снятый ТО «Экран».
- «Мы с Тамарой» — российский 2D-компьютерный мультфильм, современная интерпретация стихотворения писателя. Фильм участвовал в конкурсной программе фестиваля Суздаль-2004.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Агния Барто исеме Марс һәм Юпитер орбиталары араһында урынлашҡан ҙур булмаған планетаға (2279) Барто, шулай уҡ Венера кратерҙарының береһенә бирелә.
Документалистика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2013 — Документальный фильм «Всё равно его не брошу. Агния Барто» (реж. В. Спиридонов), телеканал «Культура».
Телевидение
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1986 — Выпуск детской телепередачи «Будильник», посвящённый стихам Агнии Барто. Стихи инсценировали Наталья Назарова, Юрий Богатырёв и Авангард Леонтьев.
Квест
- 2020 — Квест «МОРАТ» по мотив стихотворения Барто.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 И сколько хочешь радуйся
- ↑ 2,0 2,1 БАРТО Агния Львовна // Русская литература XX века. Прозаики, поэты, драматурги (урыҫ) / под ред. Н. Н. Скатов — 2005. — С. 173—174. — ISBN 5-94848-245-6
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #115857052 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 4,0 4,1 БАРТО // Большая российская энциклопедия (урыҫ) — М.: Большая российская энциклопедия, 2004.
- ↑ Pshaloré
- ↑ Сайт семьи Барто 2010 йыл 15 декабрь архивланған. утверждает, что первоначальные имя и отчество Агнии были Гетель Ле́йбовна, однако источник информации там не указан, а другие источники это не подтверждают.
- ↑ Факсимиле записи на иврите о рождении Агнии Воловой 4 февраля 1901 года (28 числа месяца Шват 5661 по еврейскому календарю) (Факсимиле записи о рождении на русском языке): Согласно архивным данным, Агния Волова родилась 4 февраля (по старому стилю) 1901 года в Ковно, родители Авраам-Лев Нахманович Волов и Мария Эльяш-Гиршевна Блох — см. запись о рождении в канцелярии ковенского городского раввина на JewishGen.org — база данных Lithuania (Births, требуется регистрация). Согласно дочери поэтессы, Т. А. Щегляевой, Агния Барто родилась в 1907 году; согласно большинству энциклопедий — в 1906 году; согласно прижизненной Литературной энциклопедии в 11 тт. под редакцией В. М. Фриче и А. В. Луначарского (1929) — в 1904 году.
- ↑ Интервью с Татьяной Щегляевой
- ↑ Надгробный памятник Льва Николаевича Волова на Востряковском еврейском кладбище: Здесь же похоронена бабушка поэтессы по отцовской линии — Генриета Михайловна Волова (1852—1926).
- ↑ В Шавлях жил дед поэтессы Нахман Меерович Волов (1847—1909).
- ↑ «Попутчик» нашего детства 2014 йыл 6 июнь архивланған.
- ↑ Агния Барто о себе
- ↑ Надгробный памятник Марии Ильиничны Воловой на Востряковском еврейском кладбище (Москва)
- ↑ См. JewishGen.org (требуется регистрация), база данных Lithuania (Lithuania Marriages and Divorces). Отец в записи о браке записан как Абрам-Лев Нахманович Волов, в записи о рождении дочери Авраам-Лев Нахманович Волов.
- ↑ Переводчица с детского / Еврейские новости. 2015 йыл 2 апрель архивланған.
- ↑ Необходимо задать параметр
url=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . Дата обращения: 27 ғинуар 2014. - ↑ Барто Агния Львовна
- ↑ .
- ↑ Agniya Barto — IMDb
- ↑ Поиск «Барто» на сайте animator.ru в разделе «Фильмы»
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дмитриева В. Агния Барто. — М.; Л., 1953.
- Жизнь и творчество Агнии Барто. — М., 1989.
- Казак В. Лексикон русской литературы XX века = Lexikon der russischen Literatur ab 1917 / [пер. с нем.]. — М. : РИК «Культура», 1996. — XVIII, 491, [1] с. — 5000 экз. — ISBN 5-8334-0019-8.
- Соловьёв Б., Мотяшов И. Агния Барто: очерк творчества. — М., 1979.
- Доманский Ю. В. {{{заглавие}}} // Детские чтения. — 2012. — Т. 2. — № 2. — С. 176—196. — ISSN 2304-5817.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дочь Агнии Барто Татьяна Щегляева: «В Испании, в бомбёжку, мама побежала покупать кастаньеты. Алексей Толстой поинтересовался: не купила ли она ещё и веер, чтобы обмахиваться во время налёта?» журнал «Бульвар Гордона», № 7 (43). Дата обращения: 25 сентябрь 2010.
- Барто Агния Львовна . Библиогид. Дата обращения: 8 сентябрь 2016.
- Документальный фильм «Агния Барто» 2020 йыл 19 сентябрь архивланған. // ГТРК «Культура».
- Стихи Агнии Барто: полная коллекция — Stihipoeta.ru
- [1] 2020 йыл 1 октябрь архивланған. БРЭ
- Википедия:Cite web (некорректное использование: не указан url)
- Википедия:Cite web (некорректное использование: не указан title)
- 17 февралдә тыуғандар
- 1901 йылда тыуғандар
- 17 ноябрҙә тыуғандар
- 1906 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 1 апрелдә вафат булғандар
- 1981 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Ленин ордены кавалерҙары
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Ленин премияһы лауреаттары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Йылмайыу ордены кавалерҙары
- Н. К. Крупская миҙалы менән наградланғандар
- Алфавит буйынса шағирҙар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Рәсәй сценаристары
- Сталин премияһы лауреаттары
- Рус шағирҙары
- СССР Яҙыусылар союзы ағзалары