Эстәлеккә күсергә

Башкиров Вячеслав Филиппович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башкиров Вячеслав Филиппович
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 9 (22) апрель 1915
Тыуған урыны Льгов өйәҙе[d], Курск губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 15 февраль 2001({{padleft:2001|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (85 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Ваганьков зыяраты[d]
Һөнәр төрө лётчик
Уҡыу йорто Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание генерал-майор авиации[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө Авиация ПВО[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Хеҙмәт ветераны» миҙалы «Берлинды алған өсөн» миҙалы "СССР-ҙың Ҡораллы Көстәре ветераны" миҙалы медаль «В память 850-летия Москвы» «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы Жуков миҙалы Ватан һуғышы ордены В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы "Совет Армияһының һәм Флоттың утыҙ йыллығы" юбилей миҙалы юбилейная медаль «40 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «70 лет Вооружённых Сил СССР» «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы

Башкиров Вячеслав Филиппович (22 апрель 1915 йыл — 15 февраль 2001 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр. Авиация генерал-майоры (1966). Советтар Союзы Геройы (1943).

Вячеслав Филиппович Башкиров 1915 йылдың 22 апрелендә Лукашевка ауылында (хәҙер — Курск өлкәһенең Курчатов районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Рус. Мәскәү ҡалаһында йәшәй. 1935 йылда Тушинола Осоавиахимдың — Үҙәк йәйге мәктәбен, икенсе йылда лётчик-инструкторҙар мәктәбен тамамлай. Граждан Һауа Флоты Аэропроектында инженер-конструктор булып эшләй. 1940 йылда Бөтә Союз индустриаль институтын ситтән тороп тамамлай. 1940 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

Ҡыҙыл Армияла — 1940 йылдан. 1941 йылда Чугуев хәрби осоусылар мәктәбен, ә һуңынан Ростов өлкәһендәге Батайск ҡалаһында хәрби комиссарҙар курстарын тамамлай.

Бөйөк Ватан һуғышында 1941 йылдан алып ҡатнаша. Противоздушный оборона частарында хеҙмәт итә. Як-1 истребителендә осорға өйрәнгәндән һуң 788-се истребитель авиацияһы полкы эскадрильяһының хәрби комиссары итеп тәғәйенләнә. Башкиров Сталинград өсөн алышта айырыуса батырлыҡ күрһәтә. Һауалағы алыштарҙа ул үҙенең хәрби өлгөһө менән бөтә осоусылар хҙыәрби ҡаһарманлыҡҡа илһамландыра. 1942 йылдың авгусында ғына Башкиров алты дошман самолетын атып төшөрә, шул иҫәптән дүртJunkers Ju 88 һәм ике Messerschmitt Bf.109. Башкировтың эскадрилья осоусылар составы ошо уҡ ай эсендә дошмандың 18 самолетын бәреп төшөрә. Башкиров үҙе ҡаты яраланған була.

СССР Юғары Совет Президиумының 1943 йылдың 8 февралендәге Указына ярашлы һауа алыштарында күрһәткән батырлығы өсөн политрук Башкиров Вячеслав Филиппович «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була (790-се «Алтын Йондоҙ» миҙалы).

Һауыҡҡандан һуң 907-се истребителдәр авиация полкы составында һуғыша (илдең ПВО ғәскәрҙәре). Курск дуғаһы һуғышында, Украина һәм Белоруссияны азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғыш осоронда барыһы 300-ҙән ашыу хәрби осош яһай, 18 дошмн самолетын юҡҡа сығара.

Һуғыштан һуң ПВО ғәскәрҙәрендә хеҙмәтен дауам итә. 1950 йылда КПСС-тың Үҙәк комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен, 1955 йылда Хәрби-һауа академияһын ситтән тороп тамамлай,[1].

1966 йылдан авиация генерал-майоры Башкиров В. Ф. — запаста. Мәскәүҙә йәшәй. 1990 йылға тиклем Авиация һәм космонавтика Үҙәк Йорто начальнигы була. 2001 йылдың 15 февралендә вафат була.

Тышҡы һүрәттәр
Надгробный памятник
Стела Героев в Волгограде
  • Мәскәүҙә Ваганьково зыяратында ерләнгән.
  • В. Ф .Башкировтың исеме Волгоградта Геройҙар Аллеяһындағы стелала уйып яҙылған.
  1. Коллектив авторов. История командного факультета Военно-Воздушной академии имени Ю. А. Гагарина / В.Е. Зенков. — Москва: ЗАО СП «Контакт РЛ», 2007 год. — С. 256. — 368 с. — ISBN 5-902908-02-7.
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.

Башкиров Вячеслав Филиппович. «Герои страны» сайты.  (Тикшерелеү көнө: 10 декабрь 2011)(Тикшерелгән 10 декабрь 2011)