Эстәлеккә күсергә

Башҡортостандың хор музыкаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Башҡортостандың хор музыкаһы — хор менән башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән музыканың Башҡортостанда хәл-торошо. Хор музыкаһы башҡарыусы состав (a cappella, башлап йырлаусы ҡатнашлығында, музыка ҡоралына ҡушылыу), күп тауышлылыҡ (полифония, гетерофония, гомофония) һәм башҡа билдәләр буйынса айырыла. Үҙ аллы хор музыкаһы әҫәрҙәренән тыш, ҙур күләмле әҫәрҙәрҙең (опера, кантата, оратория, симфония, балет һәм башҡалар) өлөшө булып торған хор музыкһы әҫәрҙәре була. Вокаль йәки инструменталь жанр әҫәрҙәренең хор өсөн эшкәртмәләре, аранжировкалары, транскрипциялары йыш осрай[1] 2020 йыл 28 октябрь архивланған..

Башҡортостанда хор музыкаһы тәүге үҙешмәкәр хор коллективтары барлыҡҡа килгән ваҡыттан алып үҫә, уларҙың репертуарында таҡмаҡ тибындағы халыҡ көйҙәренең бер-ике тауышлы ябай эшкәртмәләре («Золотой», «Косилка, молотилка», «Наза»), революцион һәм һалдат йырҙары өҫтөнлөк итә.

Башҡорт театры, «Нур», «Сәйәр» труппалары хор музыкаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Халыҡ йырҙары күмәкләп башҡарылған «Башмағым», «Еҙнәкәй», «Зөлхәбирә» (өсөһөнөң дә авторы Хәбибулла Ибраһимов), «Башҡорт туйы», «Ҡарлуғас» (Баязит Бикбай), «Тальян гармун» (Ғабдулла Әхмәтшин), «Һаҡмар» (Сәғит Мифтахов) пьесалары ҡуйыла һәм хор йырҙарын популярлаштыра.

Композиторҙар В. А. Белый, М. М. Вәлиев, С. Х. Ғәбәши, А. С. Ключарёв, К. Й. Рәхимов, А. Г. Тихомиров, А. А. Эйхенвальд һәм башҡа композиторҙар, халыҡ музыкаһын эшкәртеп, ҡатмарлы партитуралы, күп тембрлы һәм күп тауышлы хор өсөн әҫәрҙәр яҙа.

ХХ быуаттың 40-сы йылдарынан «Аҡһаҡ ҡола» (Х. Ф. Әхмәтов эшкәртеүендә), «Кутузов» (З. Ғ. Исмәғилев), «Ағын һыу» (Р. Ә. Мортазин) башҡорт халыҡ йырҙарының эшкәртмәләрендә милли стиль билдәләре асыҡлана һәм дөйөмләштерелә, композицион алымдар киңәйтелә, образлы-хисле йөкмәтке тәрәнәйтелә һәм байытыла. Р. Л. Ғәбитовтың халыҡ һүҙҙәренә хор өсөн (a cappella) яҙылған «Уралды маҡтау» поэмаһы хор музыкаһының сағыу өлгөһө була.

50—60-сы йылдарҙа хеҙмәтте данлаған, хәрби еңеүҙәргә, партияға, комсомолға, тыныслыҡ һәм дуҫлыҡҡа арналған марштар киң тарала. Ундай әҫәрҙәр араһында айырыуса күренеклеләре: З. Исмәғилевтең Н. Иҙелбай шиғырына «Ел, ерәнем!», Р. Мортазиндың М. Сөндөклө шиғырына «Ватанға дан», Х. Әхмәтовтың Ғ. Әмири шиғырына «Йәшәһен тыныслыҡ!», Н. Сабитовтың Ғ. Рамазанов шиғырына «Дуҫлыҡҡа дан».

Хор музыкаһы ижад итеүселәр араһында Шамил Ибраһимов ижады мөһим күренеш була. Уның Яҡуп Ҡолмой шиғырҙарына «Уралым», «Ямғыр», Ҡадир Даян шиғырына «Дилә», Шәриф Бикҡол шиғырына «Хәтирә» тигән хор әҫәрҙәре классик стилдә яҙылып, халыҡ музыкаһы традицияларын да дауам итә.

70-се йылдар башынан Башҡортостандың Хор капеллаһы хор музыкаһын үҫтереүгә айырыуса ҙур өлөш индерә. Капелла аккомпанементһыҙ (a cappella) Хөсәйен Әхмәтовтың Хәсән Туфан шиғырына «Ағыла ла болот, ағыла», Таһир Кәримовтың Хәким Ғиләжев шиғырына «Таныш тулҡындар», Илшат Йомағолов шиғырына «Торналар», Рим Хәсәновтың үҙ шиғырына «Башҡорт иле» тигән йырҙарын башҡара. Хөсәйен Әхмәтовтың башҡорт шағирҙары шиғырҙарына «Ауыл йәштәре», Заһир Исмәғилевтең Рәшит Назаров шиғырына «Әсә һүҙҙәре», Рәшит Шәкүр шиғырына «Уралымдың ағым һыуҙары», Абрар Ғабдрахмановтың Рафаэль Сафин шиғырына «Мәңгелек яралар», Айрат Кәримовтың Мостай Кәрим шиғырына «Карусель» (Е. М. Николаевская тәржемәһе), Айрат Ҡобағошовтың Рәшит Назаров шиғырына «Тауҙар тураһында уйланыу» әҫәрҙәрен башҡара.

Вокал һәм оркестр өсөн музыканың ҙур күләмле жанрҙары үҫеш ала: «Россиянмын» Заһир Исмәғилев музыкаһы, Мостай Кәрим шиғыры), «Халыҡҡа дан!» (Шамил Ҡолбарисов музыкаһы, Шәриф Бикҡол шиғыры) кантаталары, «Беҙ — еңеүселәр» (Заһир Исмәғилев музыкаһы, Абдулхаҡ Игебаев шиғыры), «В дороге — ноги… В песне — думы» (Роберт Ғәзизов музыкаһы, Мостай Кәрим шиғыры, Е. Николаевская тәржемәһе), «Халыҡ тормошо күренештәре» (Данил Хәсәншин музыкаһы, халыҡ һүҙҙәре) ораториялары ижад ителә.

80—90-сы йылдарҙа кантаталар, ораториялар, хор өсөн аккомпанементлы һәм a cappella әҫәрҙәр, башҡорт халыҡ йырҙарының эшкәртмәләре яҙыла. Хормейстер һәм композитор Борис Шестаковтың әҫәрҙәре һәм эшкәртмәләре нескә лиризм менән һуғарылған, көйҙәре ябай һәм үҙенсәлекле. Салауат Низаметдинов лирик-психологик һәм фәлсәфәүи йөкмәткеле хор әҫәрҙәре ижад итә. Уның «Ай тотолған төндә», «Наки», «Memento» операларында хор музыкаһына ҙур урын бирелгән. Хор коллективтары үҙ репертуарына Салауат Низаметдиновтың «Странички из вагантов», Рәми Ғарипов шиғырына «Пять размышлений» (Я. И. Серпин тәржемәһе) циклдарын, Таңһылыу Ҡарамышева шиғырына «Вышиваю своё счастье» (Р. В. Паль тәржемәһе) әҫәрҙәрен индерә.

Композитор Нур Дауытов хор музыкаһы өлкәһендә әүҙем эшләй. Уның Вәлит Илембәтов шиғырына «Еремә тыныслыҡ», «Аҡмулланың һүҙе шул» кантаталары, Салауат Юлаев һәм халыҡ шиғырҙарына «Мин киткәнгә илап ҡайғырмағыҙ» хор симфонияһы билдәлелек яулаған. Салауат Сәлмәновтың хор циклдары тәбиғәтте, кеше тойғоларын нескә лиризм менән һүрәтләй, ижадсы хәҙерге заман композиция техникаларын оҫта ҡуллана. Композиторҙар Рафаэль Ҡасимов, Рөстәм Сабитов, Айһылыу Сәлмәнова, Светлана Шаһиәхмәтова балалар өсөн хор музыкаһы яҙа[2] 2020 йыл 28 октябрь архивланған..

Фоменков М. П. Башкирская народная песня. Уфа, 1976; Фоменков М. П. Очерки истории развития хорового искусства Башкортостана. Уфа, 2001.

Башҡортостандың хор музыкаһы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.