Эстәлеккә күсергә

Богомолов Дмитрий Васильевич (дипломат)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Богомолов Дмитрий Васильевич (дипломат)
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй империяһы
 РСФСР
 Украина Совет Социалистик Республикаһы
Тыуған көнө 16 июнь 1890({{padleft:1890|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 7 май 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (47 йәш)
Вафат булған урыны Коммунарка атыу полигоны
Ерләнгән урыны Коммунарка атыу полигоны
Һөнәр төрө дипломат, дәүләт эшмәкәре
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
 Богомолов Дмитрий Васильевич (дипломат) Викимилектә

Богомолов Дмитрий Васильевич (16.06.1890, Санкт-Петербург — 7.05.1938, «Коммунарка» атыу полигоны, Мәскәү өлкәһе) — совет дипломаты, Польшала (1927—1929) һәм Ҡытайҙа (1933—1937) тулы хоҡуҡлы вәкил.

Д. В. Богомолов 1890 йылдың 16 июнендә Санкт-Петербург ҡалаһында, трамвайҙан элгәр булған пассажирҙар транспорты кондукторы һәм тәмәке фабрикаһы хеҙмәткәре ғаиләһендә тыуа. Өс класлы башланғыс училищены, һуңынан дүрт класлы ҡала училищеһын тамамлай. 1910 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырылғанға тиклем бер банкта контора хеҙмәткәре булып эшләй. Хеҙмәт иткән ваҡытында гимназия курсы өсөн экстерн булып имтихандар тапшыра. 1911 йылда прапорщик званиеһында хеҙмәттән китә һәм Владивостокка килә, унда бухгалтер һәм конторщик булып эшләй. Үҙ аллы белем алыу менән шөғөлләнә, сит телдәрҙе өйрәнә. Беренсе донъя һуғышы башында хәрәкәт итеүсе армияға мобилизациялана. 1915 йылдың авгусында яралана һәм Германияға әсирлеккә эләгә, унда һуғыш аҙағына тиклем була[1].

1918 йылда Петроградҡа әйләнеп ҡайта, РКП(б) сафына инә һәм Украинаның пропаганда халыҡ комиссариаты ҡарамағына ебәрелә. Рәсәйҙә Граждандар һуғышы ваҡытында Махно, һуңынан Петлюра әсирлегендә була[1].

1920 йылда Богомолов Одессала РСФСР сит ил эштәре халыҡ комиссариаты мәғлүмәт бюроһында, артабанМәскәүҙә Украина миссияһында хеҙмәт итә.

1922 йылдан алып Богомолов сит илдәр менән дипломатик хеҙмәттә була: 1922 йылда Австрияла хәрби әсирҙәрҙе репатриациялау буйынса Украина делегацияһында ҡатнаша, ә шул уҡ йылдың ноябрендә Украинаның Берлинда тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең беренсе секретары итеп тәғәйенләнә.

1923 йылдың майында СССР-ҙың Австрияла тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең беренсе секретары, ә 1924 йылдың декабрендә — Бөйөк Британияла тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең беренсе секретары итеп ебәрелә[2][1]. 1927 йылда СССР-ға ҡайтып килешләй (Бөйөк Британия менән дипломатик мөнәсәбәттәр өҙөлгәндән һуң), әйләнеп ҡайтыусы совет дипломаттары менән осрашыу өсөн Варшавала вокзалға килгән П. Л. Войковты үлтереү шаһиты була[3].

1927 йылдың 17 сентябрендә Д. В. Богомолов Польшала тулы хоҡуҡлы вәкил итеп тәғәйенләнә. Был осорҙа ул Польшанан революцияға тиклем сығарылған архивты, тарихи һәм мәҙәни ҡиммәттәрҙе кире ҡайтарырға булышлыҡ итә. Богомолов сауҙа килешеүе һәм һөжүм итешмәү тураһында килешеү буйынса уңышҡа өлгәшә алмай[3].

Д. В. Богомолов ҡулға алынғандан һуң

1929 йылдың декабренән 1932 йылдың ноябренә тиклем Богомолов Лондонда тулы хоҡуҡлы вәкиллектең кәңәшсеһе булып хеҙмәт итә[4][1].

1933 йылдың 20 февралендә Ҡытайға тулы хоҡуҡлы вәкил итеп тәғәйенләнә. Һөжүм итешмәү тураһында совет-ҡытай килешеүен төҙөүгә ҙур тырышлыҡ һала, ләкин тырышлығы уңыш килтермәй[1].

1937 йылдың 13 октябрендә, Мәскәүҙә сағында, советтарға ҡаршы террорсылар ойошмаһында ҡатнашыуҙа ғәйепләнеп ҡулға алына. 1938 йылдың 7 майында «Коммунарка» полигонында атып үлтерелә[5][1].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Соколов В.В., 2004
  2. Документы внешней политики СССР. — Изд-во полит. лит-ры., 1963. — Т. 8. — С. 35. — 862 с.
  3. 3,0 3,1 Брыкин О. А., 2010
  4. Документы внешней политики СССР. — Изд-во полит. лит-ры., 1967. — Т. 13. — С. 163. — 883 с.
  5. Жертвы политического террора в СССР.
  • Соколов В.В. "Забытый дипломат" Д.В.Богомолов (1890-1938) // Новая и новейшая история. — 2004. — № 3. — С. 165-195.