Бәкер (Лениногорск районы)
Ауыл | |
Бәкер татар. Бәкер | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Элекке исеме |
Иштерәк |
Халҡы |
696 человек (2000) |
Милли состав | |
Конфессиональ составы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 +7 |
Почта индексы |
423284 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Бәкер — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Лениногорск районы ауылы. Иҫке Иштерәк ауыл биләмәһе составына керә.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Шишмә йылғаһы буйында, Лениногорск ҡалаһынан көнбайыштараҡ 36 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бәкер (Иштерәк) — юрмый ырыуы башҡорттарының һәм типтәрҙәрҙең ауылы[2]. XVIII быуаттың икенсе яртыһында нигеҙләнгән. 12-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Көҙәй улусы составына керә.
1859 йылда ауылда мәсет, ел тирмәне теркәлгән[1].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Шөгер районы, 1959 йылдан — Лениногорск районы составында була[1].
1931 йылда ауылда «Шишмә» колхозы ойошторола, ул 1950 йылда Куйбышев исемендәге колхоз бригадаһы тип үҙгәртелә[1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1762 йылда ауылда ир енесле 24 йән башҡорт; 1834 йылда — 37 башҡорт; 1840 йылда — 86 типтәр теркәлгән[2].
1859 | 1897 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2000 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
117 | 689 | 673 | 623 | 619 | 649 | 696 | 605 | 642 | 696 |
Инраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылда башланғыс мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет, «Бәкер» курорты бар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Татарская энциклопедия.
- ↑ 2,0 2,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 577. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.