Зәй-Ҡаратай (ауыл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ауыл
Зәй-Ҡаратай
татар. Зәй-Каратай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Лениногорск

Ауыл биләмәһе

Зәй-Ҡаратай

Нигеҙләнгән

XVIII быуат

Халҡы

#Н/Д[1] кеше ([[#Н/Д[2] йыл|#Н/Д[2]]])

Милли состав

татарҙар

Конфессиональ составы

мосолмандар

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Почта индексы

423273

Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

92 236 810 001

Зәй-Ҡаратай — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Лениногорск районы ауылы. Зәй-Ҡаратай ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.

География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауыл Зәй-Ҡаратай йылғаһы буйында, Лениногорск ҡалаһынан төньяҡ-көнбайыштараҡ 22 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Зәй-Ҡаратай — Юрмый һәм Тамъян улустары башҡорттарының ауылы. Тәүге тапҡыр 1772 йылда телгә алына. Ауыл һуңыраҡ Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл башта Әмекәй улусы, артабан Ҡаратай улусы составына керә. ХХ быуат башында ауылда 2 һыу тирмәне, 2 мәсет һәм 2 мәктәп теркәлгән[4]. 1917 йылда земство мәктәбе асыла[3].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылда Әлмәт районы, 1935 йылда — Яңы Песмән районы, ә 1955 йылда — Лениногорск районына составына инә[3].

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1762 йылда ауылда 9 ихатала 55 йән типтәр, 1816 йылда — ир енесле 3 йән башҡорт; 1859 йылда 117 ихатала 1032 ҡаҙна крәҫтиәндәре һәм башҡорт иҫәпләнгән. 1870 йылда 45 ихатала — 270 башҡорт, 1905 йылда 95 йортта 519 кеше, 1912 йылда 123 ихатала — 634 башҡорт йәшәй[4].

1746 1782 1859 1883 1897 1920 1926 1938 1949 1958 1970 1979 1989[3]
42 153 1032 1283 1941 2238 2614 2291 2372 2200 2131 1686 1226
  1. Н/Д[5]

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Зай-Каратай (село) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  2. Зай-Каратай (село) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Татарская энциклопедия.
  4. 4,0 4,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир — Уфа: Китап, 2009. — Б. 498—500. — 600 б. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  5. Зай-Каратай (село) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник