Эстәлеккә күсергә

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда совет хәрби әсирҙәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда совет хәрби әсирҙәре
Рәсем
Хеҙмәт итеүе СССР
Урын Көнсығыш Европа
 Бөйөк Ватан һуғышы осоронда совет хәрби әсирҙәре Викимилектә
Немецтар совет хәрби әсирҙәрен тейәп алып китеп бара 1941 йыл.
Файл:Немецкая листовка 1941.jpg
Һуғыштың тәүге йылдарында таратылған Сталиндың улы Яков Джугашвили фотоһы ҡуйылған немец листовкалары, «әсирлеккә пропуск», немец пропагандистары фекеренсә, әсиргә бирелеүгә өндәгән[1] эффектив сара була[2].

Бөйөк Ватан һуғышы осорода совет хәрби әсирҙәре — Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Советтар Союзы армияһының үҙҙәре теләп йә көс ҡуланыу арҡаһында Гитлер армияһы йә Германия союздаштары ғәскәрҙәренә әсирлеккә эләккән хәрби хеҙмәткәрҙәр категорияһы.

Өсөнсө рейх фюреры Гитлерҙың коммунизмды идеологик ҡабул итмәүенә бәйле совет хәрби әсирҙәренә аяуһыҙ шарттар тыуҙырыуы һәм йәшәү йәшәү арауығын киңәйтеүгә ынтылышы һәм уларға формаль нигеҙ ҙә табыла — Советтар Союзы 1907 йылғы Гаага 1907 йылда конвенцияһын танымауы һәм Хәрби әсирҙәр тураһындағы Женева конвенцияһына, ҡушылыуҙан баш тартыуы, фюрер фекере буйынса, барыһы ла Гаага ҡағиҙәләрен бергә йыйыу һәм тамамлау, элегерәк Германия был ике килешеүгә лә ҡул ҡуйғанлыҡтан, совет хәрби әсирҙәрен тотоу шарттарын был документтар менән регламентламаһа ла була. Ысынында иһә, Совет Рәсәйе Гаага конвенцияһын 1918 йылда уҡ (Ҡыҙыл Тәре тураһында килешеү булараҡ) таный, ә СССР ҡул ҡуймаған Женева конвенцияһы, хәрби әсирҙәргә, дошман илдәр уға ҡул ҡуйыу-ҡуймауына ҡарап тормаған мөнәсәбәт регламентын ҡабул иткән була[3][4][5].

Әсирлеккә эләккән тотҡондар һаны рәсәй (совет), немец тарихнамәһендә оҙаҡҡа һуҙылған бәхәс предметы булып тора. Германия командованиеһының рәсми мәғлүмәттәрендә 5 миллион 270 мең кеше күрһәтелгән. Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генштабының мәғлүмәттәре буйынса, әсирлеккә эләккән юғалтыуҙар күләме 4 млн 559 мең кеше тәшкил итә[6].

Әсирҙәрҙең бик күп булыуы сәбәптәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Немец дәүләт архивы фотографияһы. Совет хәрби әсирҙәре лагерҙа, 1942 йыл, август
Хәрби әсир лётчик Советтар Союзы Геройы майор Антонов Яков Иванович тәүге допрос мәлендә. 1942 йыл
Хәрби әсир Советтар Союзы Геройы подполковник Власов Николай Иванович (лётчик). 1943 йыл

Хәрби-стратегик сәбәптәр: Өсөнсө рейхтың СССР-ға көтөлмәгән һөжүм итеүе, ауыр һуғыш шарттары, Ҡыҙыл Армия һалдаттарының ауыр һуғыш шарттарында ҡалыуы (әсирҙәрҙең күп өлөшө «ҙур ҡаҙандар»ҙа тотҡонлоҡҡа эләккән), Ҡыҙыл армия частарының эре төркөмдәре, ҡаршы тороуҙың бөтә мөмкинлектәрен ҡулланған һәм, ахырҙа, командование ярҙамынан мәхрүм ҡалып, әсирлеккә эләккән.[7].

РККА команда составының етмәүе һәм булған кадрҙарҙы әҙерләү сифаты кимәленең адекват булмауы сәбәптәре: граждандар һуғышы осоронда рус офицер корпусының күпләп эмиграцияға китеүе; 1920-се йылдар аҙаҡтарында «военспецтар»ҙы РККА-нан сығарыу (ҡара: «Весна» эше); 1937—1938 йылдарҙа РККА-ла сталин репрессиялары;[8][9][10]; шулай уҡ 1939—1941 йылдарҙа армияны киңәйтеү, шуның һөҙөмтәһендә офицерҙарҙың 70 % һәм политработниктарҙың 75 % вазифаны 1 йылдан кәмерәк ваҡыт биләгән, 1 миллион ҡыҙылармеец 1 йылдан кәмерәк хеҙмәт иткән, ә армия шул уҡ ваҡытта өс тапҡырға артҡан[11].

РККА командованиеһына ҡарата масштаблы репрессияларҙы потенциаль дошман көсһөҙләнеү тип ҡабул итә. 1937 йылда «Верфронт» немец журналы Ҡыҙыл Армиялағы репрессиялар тураһында яҙа:[12]:

Судтан һуң <…> Сталин РККА хәрби начальниктарынан иң яҡшы һигеҙен атып үлтерергә ҡушты. Ҡыҙыл армия командованиеһын яңыртып ойоштороу буйынса ҡыҫҡа осор шулай тамамланды <…> Хәрби квалификация сәйәсәт һәм большевистик системаның хәүефһеҙлеге хаҡына ҡорбан ителде

.

Ижтимағи-сәйәси сәбәптәр: совет дәүләтенең репрессив сәйәсәте (ҡыҙыл террор, коллективлаштырыу, сталин репрессииялары) СССР халҡында, бигерәк тә крәҫтиәндәр араһында, һәм яңы ҡушылған территорияларҙа (Көнбайыш Украина, Балтик буйы) ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙыра, СССР яғында ҡораллы ҡаршылыҡ күрһәтергә теләмәгәндәр һәм үҙ иректәре менән әсирлеккә бирелгәндәр[13].

Һуғыштың тәүге осоронда адекват командалыҡ итеүҙең булмауы һәм немец ғәскәрҙәренең күренеп торған өҫтөнлөгө арҡаһында барлыҡҡа килгән субъектив-психологик факторҙар: юғалып ҡалыу, ҡаушап төшөү (паника)[14].

Немец командованиеһы, Гаага һәм Женева конвенцияларын боҙоп, хәрби әсирҙәр рәтенә РККА-ның шәхси составынан башҡа кешеләрҙе лә индергәнен иҫәпкә алыр кәрәк[15]:

  • партия һәм совет органдарының барлыҡ хеҙмәткәрҙәрен;
  • йәшенә ҡарамай, ҡамауҙан сығыусы ғәскәр менән бергә сигенеүсе ир-егеттәрҙе;
  • ҡайһы берҙә, 16 йәштән 55 йәшкә тиклемге барлыҡ ир-атты;
  • партизандарҙы һәм подпольщиктарҙы;
  • партизандар хәрәкәте солғап алынған райондарҙан алынған аманаттарҙы.

Мәҫәлән, немец командованиеһы хәбәр итеүенсә, Киевтан көнсығыштараҡ 665 мең кеше әсилеккә бирелгән тигәне, Киев оборона операцияһы башына әскәрҙәре Көньяҡ-Көнбайыш фронт ғәскәрҙәре шәхси составында 627 мең кеше була, шуның 150 меңе ҡамауҙан ситтә хәрәкәт иткән, ә тиҫтәләрсәһе ҡамауҙан сыға. Севастополдә 100 мең хәрби әсир ҡулға алына тип иғлан ителә. Инглиз тарихсыһы Фуллер раҫлауынса, «немецтарҙың еңеүҙәре тураһындағы коммюникеларына ышанырға ярамай, сөнки йыш ҡына улар астрономик һандар килтерә»[15].

Сит ил матбуғатында совет әсирҙәренең дөйөм һаны 5,2-5,75 миллион сиктәрендә билдәләнә. М. А. Гәрәев рәйеслегендәге комиссия яҡынса 4 млн тирәһе тип билдәләне[15]. 1 836 562 кеше әсирлектән ҡайта, шуларҙан: 1 млн самаһы — артабан хәрби хеҙмәт үтергә; 600 меңе — эшсе батальондары составындағы сәнәғәттә хеҙмәткә; 339 меңе (шул иҫәптән 233,4 мең элекке хәрби хеҙмәткәр) — әсирлек осоронда яманаты сыҡҡан булараҡ НКВД лагерҙарына ебәрелгән[16].

Немецтарҙың хәрби әсирҙәргә мөнәсәбәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Совет хәрби әсирҙәренә ҡарата ҡаты мөнәсәбәттең төп сәбәбе булып фашистарҙың славяндар кәм сифатлы раса тигән теорияһы, атап әйткәндә, рустарҙы нацистар «кәмселекле раса, алйоттарҙан торған күмәк халыҡ» тип ҡабул иткән[17].

Гитлерсыларҙың башҡа расаларға ҡарата дошманлығына тағы коммунистик иделогияны күрә алмау өҫтәлә. Фюрер, 1941 йылдың 30 мартында үткән вермахтың иң юғары команда составы алдында сығыш яһағанда, былай ти:

Коммунист бер ваҡытта ла беҙҙең иптәшебеҙ булманы һәм булмаҫ та. Һүҙ уларҙы юҡ итеү хаҡында бара. Шулай ҡарамаһаҡ,хатта беҙ дошманды еңгән хәлдә лә, бер 30 йыл үтеүгә тағы коммунистик хәүеф янаясаҡ. <…> Комиссарҙар һәм ГПУ кешеләре енәйәтсе һәм уларға енәйәтселәр итеп ҡарар кәрәк[18].
<…>
Ҡыҙыл Армия политкомиссарҙары большевизм нигеҙе, национал-социализмға дошман идеологияны йөрөтөүселәр һәм һалдат итеп ҡабул ителергә тейеш түгел. Шуның өсөн, әсирлеккә алыныу менән уларҙы атырға кәрәк[19].

Вермахт юғары командованиеһының 14 май директиваһы (ОКВ) буйынса СССР-ҙың граждан халҡына аяуһыҙ саралар ҡулланыуҙы талап итә, ә вермахт һалдаттары теләһә ниндәй яуызлыҡ ҡылһа ла, яуаплылыҡтан тулыһынса азат ителә[20]. 6 июндә, һуғыш башланырға ике аҙна ҡалғас, ОКВ «Комиссарҙар тураһында» тигән бойороҡ сығара:

Комиссарҙарҙы һалдат сифатында танылмай; бер ниндәй ҙә халыҡ-ара хоҡуҡи яҡлау уларға ҡарата ҡулланылмай.
Сорттарға айырғандан һуң, уларҙы юҡ итер кәрәк.

Һуғыш башланыу менән бындай мөнәсәбәт барлыҡ совет хәрби әсирҙәренә лә ҡағылған. Июндә баҫылған 112-се һанлы ғәскәр өсөн мәғлүмәт бюллетенендә[21] «Ҡыҙыл етлекмәгәндәрҙе, уларҙың кремль диктаторҙары менән ҡуша, юҡ итер кәрәк». Барлыҡ немец командующийҙары «германлыларҙың славянлыҡҡа ҡаршы тороуы һәм йәһүд большевизмынан һаҡланыуы» рухындағы бойороҡтар сығарған[20]. Распоряжение ОКВ от 8 сентября 1941 года гласило[22]:

Большевизм — Германияның национал-социализмының үлемесле дошманы. Немец һалдаты алдында тәүге тапҡыр хәрби яҡтан ғына түгел, ә сәйәси яҡтан большевизм рухында өйрәтелгән дошманы тора. Национал-социализмға ҡаршы көрәш уның есеменә һәм ҡанына һеңгән. Ул эшен теләһә ниндәй ысул: саботаж, емерткес пропаганда, ут төртөү, үлтереүҙәр ярҙамында алып бара. Шуның өсөн большевистик һалдат Женева килешеүенә нигеҙләнгән ысын һалдатҡа ҡарата мөнәсәбәткә хоҡуғын юғалта.

(Нюрнберг процестары ҡарарына ярашлы: Германияның ҡоро ер ғәскәрҙәре Генераль штабы начальнигы Һайнц Вильһельм Гудериан, флот командующийы адмирал Отто Шнивинд, көнбайыш фронт Хәрби-Һауа Көстәре Люфтваффе командующийы генерал-фельдмаршал Хуго Шперле, «B», «F» армия төркөмдәре командующийы генерал-полковник Максимилиан фон Вейхс, генерал-майор Герман Фёрч, штаб начальнигы Курт Риттер фон Гайтнер ғәйепһеҙ тип табылды һәм азат ителде; «A» армияһы төркөмдәре командующийы генерал-фельдмаршал Вильгельм фон Лееб, армия командующийы генерал-полковник Карл-Адольф Холлидт хәрби әсирҙәргә ҡарата ҡанһыҙ мөнәсәбәттә ғәйепләнмәне[23])

ОКВ ҡарамағындағы хәрби әсирҙәр эштәре буйынса йәшерен бүлегенең «Совет хәрби әсирҙәрен һаҡлау тураһында» 1941 йылдың 8 сентябрь күрһәтмәһендә әсирҙәрҙең ҡаршылығын баҫтырыу өсөн ҡорал ҡулланыу тураһында әйтелә, һәм «ҡасырға маташҡан хәрби әсирҙе кисектермәйенсә атып үлтерергә», «хәрби әсирҙәр менән төрлө һөйләшеүҙәр тыйыла» тиелә. Шулай уҡ был ҡараҙа совет хәрби әсирҙәре Женева конвенцияһына ярашлы мөғәмәлә итеү хоҡуғына эйә түгел тигән күрһәтмә була.

Ысынбарлыҡта хәрби ҡаҙандан үтә йонсоп килеп сыҡҡан хәлһеҙләнгән әсирҙәргә түҙеп торғоһоҙ шарттарҙа тере ҡалыу мөмкинлеге ҡалмай һәм улар, лагерға ла барып етә алмай юлда һәләк була[24]:

Немец әсирлегендә күп кенә һуғышсылар үлеп ҡалды. СССР тере көстәрен дөйөм һәм әсирҙәрҙе айырым юҡ итеү немецтарҙың бурысы торған. Әсирҙәр йәшәү мөмкин булмаған аяуһыҙ шарттарға ҡуйылған. Лагерға алып килгәндә, уларҙы бөтөнләй ашатмағандар. Әсирҙәр юлда осраған кәбеҫтә япрағы, тамырҙар, уңышы йыйылып алынмаған баҫыуҙарҙан арыш башаҡтары табып ашаған. Аяҡ аҫтындағы күләүектәрҙең һыуын эскән. Ҡоҙоҡтар янында туҡтарға һәм крәҫтиәндәрҙән һыу һорарға ҡәтғи тыйылған. 1941 йылдың 9—13 октябрендә — биш көн буйына Дорогобуж лагерына әсирҙәр колоннаһын ҡыуғандар. Колоннаны дүрт парлы пулемёт ҡуйылған машина оҙатып барған. Бер ауылға илткән юлда янып юҡҡа сыҡҡан йорттоң мейесендә ярым көйгән картуф күреп ҡала әсирҙәр. 200-ләгән кеше шунда ынтыла. Дүрт пулемёт кешеләр төркөмөнә тоҫҡап ут аса. Бер нисә тиҫтә әсир һәләк була. Әгәр юл буйындағы баҫыуҙа ҡаҙып алынмаған катруф күреп, шунда йүгерә башлаһа халыҡ, шунда уҡ пулемёт уты асылған.

Харьковта фашистарҙың енәйәттәре буйынса уҙған суд процесында Вяземский лагерынан Смоленскиға оҙатылған 15 мең әсирҙең тәғәйенләнгән урынға 2 меңе генә барып еткәнлеге асыҡлана[25].

Халыҡ-ара конвенциялар мәсьәләләре тураһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Совет хәрби хеҙмәткәрҙәренең нацист тотҡонлоғонда түҙеп торғоһоҙ ауыр хәле сәбәптәрен гитлер етәкселеге СССР-ҙың 1907 йылғы «Ер өҫтө һуғышы закондары һәм йолалары тураһында» Гаага конвенцияһын танымауында һәм 47 ил тарафынан имзаланған хәрби әсирҙәрҙең хоҡуҡи статусын билдәләүсе 1929 йылғы Женева конвенцияһына ҡул ҡуймауында тип аңлата.

Ысынында иһә, Гаага конвенцияһына СССР түгел, ә Рәсәй империяһы ҡул ҡуя, ә Женева конвенцияһы хәрби әсирҙәргә мөнәсәбәтте, уларҙың илдәре конвенцияға ҡул ҡуйғаны-ҡуймағанына ҡарамай, ҡанунлаштыра[3][4]

Был конвенция положениелары һөйләшеп килешеүсе юғары яҡтар тарафынан теләһә ниндәй осраҡта ла үтәлергә тейеш.
Һуғыш башланып киткәндә, бер яҡтың конвенцияла ҡатнашмауына ҡарамаҫтан, уның положениелары конвенцияға ҡул ҡуйған һәр һуғышыусы яҡ өсөн мотлаҡ күҙәтелергә тейеш.

— Статья 82. Хәрби әсирҙәргә мөнәсәбәт тураһында конвенция.

1931 йылдың 25 авгусында сит ил эштәре халыҡ комиссары М. М. Литвинов СССР 1929 йылдың 27 июлендә Халыҡ-ара Ҡыҙыл Тәренең Женевала ҡабул ителгән бер, атап әйткәндә: «Яралы һәм сирле хәрби әсирҙәрҙең хәлен яҡшыртыу тураһында» конвенцияһына ҡушыла тип белдерә[26].

Советтар Союзы 1929 йылғы Женева конвенцияһына ҡул ҡуймауының төп сәбәбе — әсирҙәрҙе милли билдә буйынса бүлеп ҡарау менән риза булмағанлыҡтан[27]. СССР-ҙың конвенцияға ҡул ҡуйыуҙан баш тартыуы нацистарға был фактты совет әсирҙәрен көнбайыш илдәре әсирҙәренә ярҙам итеүсе Халыҡ-ара Ҡыҙыл Тәре һ. б. ойошмаларҙың яҡлауынан һәм контроленән мәхрүм ҡалдырыу маҡсатында ҡулланыла. Вермахтың ер өҫтө көстәренең баш командованиеһы штабы начальнигы Ф. Гальдер Нюрнберг процесында Гитлерҙың һүҙҙәрен килтерә: «рустар Гаага конвенцияһын танымағанлыҡтан, уларҙың хәрби әсирҙәренә мөнәсәбәт тә Гаага конвенцияһы ҡарарҙары менән тап килмәҫкә тейеш»[28].

1941 йылдың 17 июлендә В. М. Молотов СССР-ҙағы Швеция Ҡыҙыл Тәреһе аша тапшырылған хөкүмәт нотаһында, ике яҡтың үҙ-ара килешеүе нигеҙендә Гаага конвенцияһына ҡушылыуын белдерә. Әммә Германия был нотаны кире ҡаға[29]. Һуңынан Советтар Союзы ике тапҡыр, СССР Сит ил эштәре халыҡ комиссариатының 1941 йылдың 25 ноябрь һәм НКИД-тың 1942 йылдың 27 апрель ноталарында, герман хәрби әсирҙәренә мөнәсәбәт Гаага конвенцияһы принциптарына таянып үтәлеүен белдерә, ә немец яғы уны үтәмәүҙә ғәйепләнә. Шулай уҡ 1942 йылдың 27 апрель нотаһына СССР Гаага конвенцияһына де-факто ҡушылды тип әйтелә[27].

Нюрнберг процесында яҡлаусы яҡ, йәнәһе, СССР Женева конвенцияһында ҡатнашыусы булмауына нигеҙләнеп, конвенция совет хәрби әсирҙәренә ҡағылмай тигән белдереү менән сығыш яһаны. Әммә Халыҡ-ара хәрби трибунал яҡлаусы яҡтың дәлилдәрен нигеҙһеҙ тип тапты. Һәм тағы шуға иғтибар ителә: һәр ваҡыт һәм төрлө осраҡта ла әсирҙәргә ҡарата халыҡ-ара хоҡуҡтың дөйөм принцибы ҡулланылырға тейеш: әсирлектә тотоу бер маҡсатҡа — әсирҙәрҙең хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыуына кәртә ҡуйыуға хеҙмәт итергә тейеш. Яҡлауһыҙ кешеләрҙе үлтереү йәки үслек менән кешегә ниндәйҙер зыян килтереү — хәрби традицияға ҡаршы килә[19].

Халыҡ-ара Ҡыҙыл Тәре Комитеты президенты Макс Хубер һуғыш башланыу менән үк, 22 июндә, СССР, Германия, Румыния һәм Финляндия хөкүмәттәренә һәләк булыусылар, яраланыусылар һәм әсирҙәр исемлектәре менән алмашыу кәрәк, тип тәҡдим итә. Ҡыҙыл Тәре лә фронтта зыян күргәндәрҙең барыһын да ҡайғыртырға тейеш була. Хәрби әсирҙәр менән булған хәлде төҙәтергә тырышып, 1941 йылдың 27 июнендә сит ил эштәре халыҡ комиссары В. М. Молотов МККК рәйесенә исемлектәр менән алмашыуға һәм «Ҡоро ер һуғышы закондары һәм йолалары тураһында» тип аталған Гаага конвенцияһына мөнәсәбәтен ҡайтанан ҡараға әҙерлеге тураһында хәбәр итә. Әммә 1929 йылғы Женева конвенцияһына ҡушылыу тураһындағы мәсьәләне совет хөкүмәте тағы ла күтәреп сыҡмай. Бер үк ваҡытта СССР СССР Халыҡ комиссарҙары советының шул конвенцияға нигеҙләнгән һәм һуғышты халыҡ-ара ҡануниәт нормаларын таянып алып барыуын документ ярҙамында 1941 йылдың 1 июль «Хәрби әсирҙәр тураһында» положениеһы менән раҫлай. Положениеға өҫтәп, «НКВД лагерҙарында хәрби әсирҙәрҙе тотоу һәм иҫәпкә алыу тәртибе тураһында» тигән 1941 йылдың 7 авгусы һәм 1941 йылдың 15 авгусы «Хәрби әсирҙәр лагерҙарының торошо тураһында» бойороҡтары донъя күрә[30].

Совет етәкселегенең әсирлеккә эләккән совет хәрбиҙәренә мөнәсәбәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, фронт һыҙығы аръяғында аҙ ғына ваҡыт булған хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм бөтә граждан шәхестәр ҙә хыянатсы тигән шик аҫтына эләгә. Кадрҙар буйынса һәр анкетала ла: «Һеҙҙең туғандарығыҙ оккупацияланған территорияла булдымы?» тигән һорау барлыҡҡа килә[6].

1926 йылғы РСФСР Уголовный Кодексының 193-сө статьяһы «киҫкен хәрби хәл янамаған мәлдә әсирлеккә бирелгәндәргә — мөлкәтен конфискациялау һәм атыу» язаһы ҡарала[31]. В статье 22 «Положения о воинских преступлениях» 1927 года говорилось, что сдача в плен, не вызванная боевой обстановкой, а также переход на сторону врага предусматривают высшую меру наказания (расстрел) с конфискацией имущества[32]. Закон йөкмәткеһе буйынса «һуғыш хәле менән бәйләнмәгән ораҡта әсиргә бирелеү» өсөн яза ҡаралған була. 1926 йылда Положениеның алда исемләнгән статьяһына шундай аңлатма бирелә: «ҡайһы бер саҡта һуғыш яланында ҡаршы тороу мөмкинлеге лә булмай, һуғышсыны юҡ итеү ҙә маҡсатҡа яраҡһыҙ була. Бындай осраҡта әсирлеккә бирелеү мөмкин тип ҡарала һәм бындай хәл суд эҙәрлекләүенә лә килтерергә тейеш түгел»[33].

Фронт һыҙығы аръяғында булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе ситтән тороп Тыуған илгә хыянат итеүҙә ғәйепләү практикаһы киңәйә барған. Бының өсөн оператив юл менән уларҙың, йәнәһе, антисовет эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт табыу ғына кәрәк булған. Бер ниндәй тикшереүһеҙ, ҡайһы берҙә хатта бары тик кемдеңдер ғаризаһы буйынса, вердикт сығарылған[6].

Юғары Баш командование Ставкаһының 1941 йылдың 16 авгусында сыҡҡан 270-се Бойороғона ярашлы, айырыу билдәләрен (знаки отличия) олҡоп алып әсирлеккә бирелеүсе командирҙар һәм сәйәси хеҙмәткәрҙәр (политработники) дезертир тип иғлан ителә һәм уларҙың ғаиләһенә ҡулға алыныу яна. Ҡаршы тороуҙың бөтә юлдарын ҡулланып ҡарамай, әсирлеккә эләккән командирҙар һәм ҡыҙылармеец төркөмдәре дәүләт пособиеһынан һәм ярҙамынан мәхрүм ителгән. Бойороҡ «үҙебеҙҙең ғәскәрҙәр яғына йырып сығыр өсөн һуңғы мөмкинлеккә тиклем һуғышырға» саҡырған[34].

Хәрби әсирҙәр өсөн немец лагерь системаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Германияла сит ил әсирҙәрен тотоу мәсьәләлре буйынса герман армияһының ҡораллы көстәре Дөйөм идараһы составындағы хәрби әсирҙәр бүлеге шөғөлләнгән занимался отдел военнопленных германской армии в составе Общего управления вооружённых сил. Идаралыҡты оҙаҡ йылдар дауамында генерал Герман Рейнеке етәкләгән.

Хәрби әсирҙәр бүлеге етәкселәре:

  • полковник Брейер (1939—1941 йй.)
  • генерал Гревениц (1942—1944 йй.)
  • генерал Вестһофф (1944 й.)
  • СС обергруппенфюреры Бергер (1944—1945 йй.)

Совет хәрби әсирҙәре, пленға эләгеү менән, йә фронт һыҙығы зонаһы, йә немец ғәскәрҙәренең оператив тылында урынлашҡан "дулаг"тарҙа тотолған. Унан уларҙы хәрби әсирҙәр өсөн стационар лагерҙарға — "шталаг"тарға, ә команда составын — офицер лагерҙарына — "офлаг"тарға күсергәндәр.

Хәрби әсирҙәр өсөн лагарҙар биш категорияға бүленгән:

  • йыйыу пункттары (лагеря)
  • күсереү лагерҙары («Дулаг», нем. DulagDulag)
  • даими лагерҙар («Шталаг», нем. StalagStalag) и офицерские лагеря («Офлаг», нем. OflagOflag от Offizierlager)
  • төп хеҙмәт лагерҙары
  • кесе хеҙмәт лагерҙары

Хәрби әсирҙәрҙең дивизион йыйыу пункттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йыйыу пункттары фронт һыҙығына йәки операция үткәреү районына яҡын булдырылған. Бында әсирҙәр тулыһынса ҡоралһыҙландырылған, тәүге иҫәп документтары төҙөлгән.

Әсирҙәрҙең артабанғы хәрәкәт этабы «Дулагтар» — ғәҙәттә тиер юл үҙәктәрендә урынлашҡан күсереү лагерҙары. Әсирҙәрҙе беренсел сортлағандан һуң, һуғыш хәрәкәттәренән алыҫ ятҡан урында, тылда даими урынлашыу урыны булған лагерҙарға оҙтҡандар. Ҡағиҙә булараҡ, бөтә лагерҙар ҙа номерҙары буйынса айырылған, уларҙа ғәҙәттә әсирҙәр күп булған[35].

Мәҫәлән, Смоленск янындағы Шталаг-126-ла 1942 йылдың апрелендә 20 мең кеше тотолған. Рига районында урынлашҡан Саласпилс концлагерында (Шталаг-350) 1941 йылда 40 мең кеше була. «Шталаг» тибындағы лагерҙар уға буйһоноусы төп хеҙмәт лагерҙары селтәренең нигеҙе булып торған. Уларында бер нисә мең тотҡон булып, бер-береһенән төп лагерҙың атамаһына ҡушылған хәрефтәре менән айырылған[35].

Һуғышҡа тиклем Германия һәр береһенә рим цифраһы менән билдәләнгән үҙ номеры ҡушылған 17 хәрби округҡа бүленгән. Өсөнсө рейхтың:

  • 1-се хәрби округы I — Кёнигсберг округы (Konigsberg)
  • 2-се хәрби округы II — Штеттин округы (Stettin)
  • 3-сө хәрби округы III — Берлин округы (Berlin)
  • 4-се хәрби округы IV — Дрезден округы (Dresden)
  • 5-се хәрби округы V — Штутгарт округы (Stuttgart)
  • VI — Мюнстер округы (Munster)
  • 7-се хәрби округы VII — Мюнхен округы (Munchen)
  • VIII — Бреслау округы (Breslau) (Wroclaw)
  • IX — Кассель округы (Kassel)
  • X — Һамбург округы (Hamburg)
  • XI — Һанновер округы (Hannover)
  • XII — Висбаден округы (Wiesbaden)
  • XIII — Нюрнберг округы (Nurnberg)
  • XVII — Вена округы (Wien) (Австрия)
  • XVIII — Зальцбург округы (Salzburg) (Австрия)
  • ХХ — Данциг округы (Danzig) (Гданьск, хәҙерге Польша)
  • XXI — Позен округы (Posen) (Познань, Польша)

Шулай итеп, «Шталаг IV Б» һүҙендә IV цифраһы күрһәтелгән округҡа ҡарауын, «Б» индексы — был округта урынлашҡан стационар лагерь номеры аңлатҡан. Әйткәндәй, Дрезден округында төрлө ҡалалар эргәһендә Stalag — А, С, D, E, G һәм LW5 (хәрби-һауа көстәренең хәрби әсир лётчиктары өсөн махсус) индекстары менән IV цифралы Stalag-тар була. Шулай уҡ офицер составы хәрби әсирҙәре һәм генералитет өсөн махсус лагерҙар була, улар IV A, B, C һәм D Offizierlager (ҡыҫҡартып Oflag — Офлаг), уларҙы эшләтмәгәндәр. Ҡайһы бер урында «КМ» индексы менән билдәләнгән «Дулаг» һәм «Шталаг» тибындағы оряк әсирҙәргә тәғәйенләнгән лагерҙар була. Heillager (Heilag — Хайлаг, йәки ябай «Н» индекслы) лагерҙар «сирлеләрҙе һәм яралыларҙы дауалау» лагерҙары була. Уларҙан башҡа ауырып киткән йә яраланған әсирҙәргә тәғәйенләнгән ҙур лазареттар була.

Һәр лагерь администрацияһы түбәндәге бүлектәрҙән торған:

  •  — лагерь етәкселеге. Был бүлек лагерҙы һаҡлау, хәрби әсирҙәрҙе тотоу режимы буйынса яуаплы һәм лагерь эшмәкәрлеге тураһында отчёт төҙөй.
  •  — хәрби әсирҙәрҙе эшкә егеү. Был бүлек предприятиеларҙан эшсе көсөнә килгән заявкалар буйынса яуаплы була, улар менән килешеү төҙөй, хәрби әсирҙәрҙе мәжбүри хеҙмәт урындарына бүлә һәм әсирҙәрҙе файҙаланыу тураһында отчёт әҙерләй.
  •  — хәрби әсирҙәрҙең иҫәбен алып бара. Бүлек хеҙмәткәрҙәре лагерға килеүсе әсирҙәрҙе теркәгән һәм уларҙың күсеүен күҙәткәәндәр. Бүлектә хәрби әсирҙәрҙең фамилиялары картотекаһы һәм уларға бирелгән номерҙары һаҡланған.
  •  — Абвер контрразведкаһы. Был бүлек хәрби әсирҙәр араһынан совет разведчиктарын һәм РККА сәйәси етәкселәрен (политрук) һәм команда составына ҡарағанын йәшереүселәрҙе, йәһүдтәрҙе, шулай уҡ немецтарға дошмандарса ҡараусыларҙы һәм ҡасыу әҙерләгәндәрҙе белеү маҡсатында агентура яллау менән шөғөлләнгән.
  •  — цензура бүлексәһе хәрби әсирҙәрҙең бөтә хатлашыуын тикшереү менән шөғөлләнгән.
  •  — хужалыҡ
  •  — санчасть.

Кесе хеҙмәт лагерҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шталагтарға ҡараған урындағы айырымArbeitskommando тигән атама йөрөткән ваҡ лагерҙар — ғәрәп цифрҙары менән билдәләнгән үҙ номерҙары менән бик күп хеҙмәт командалары була. Хеҙмәт һәм йәшәү шарттары бик ауыр лагерҙарҙа штраф командалары эшләгән, унда төрлө лагерҙарҙан «ғәйепле» хәрби әсирҙәрҙе килтергәндәр.

Кесе хеҙмәт лагерҙары төп хеҙмәт лагерҙарына йәки даими Шталагтарға буйһонған. Урынлашҡан тораҡ пункты атамаһы һәм буйһонған төп хеҙмәт лагеры атамаһы буйынса айырылғандар. Мәҫәлән, Эльзастағы Виттенһайм ауылындағы 1943 йылдан эшләгән рус хәрби әсирҙәре лагеры «Виттенһайм Шталаг УС» тип аталған. Кесе хеҙмәт лагерҙарында тотҡондар һаны бер нисә тиҫтәнән алып бер нисә йөҙгә еткән.

Тотҡонлоҡ шарттары һәм үлем күренештәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шунан әсирҙәрҙе стационар лагерҙарға — «шталагтар»ға, команда составын — офицер лагерарына — «офлаг» күсергәндәр.

Фронт лагерҙары һәм "дулаг"тар ауыл хужалығы, келәт биналарында, әммә йышыраҡ — асыҡ арауыҡта — йырындарҙа, карьерҙа, уйһыу ерҙәрҙә урынлашҡан. Совет хәрби әсирҙәре өсөн лагерь бик ябай ысул ҡулланып төҙөлә: бер нисә гектар асыҡ арауыҡты сәнскеле сым менән кәртәләп алып, тирә-яғына ҡарауыл вышкалары ҡуйыла[36]. Әсирҙәр араһында күпләп үлем осраҡтары ғына һуңыраҡ нацистарҙы совет һалдаттарын һәм офицерҙарын барактарға йәки ат аҙбарҙарына ҡуйырға мәжбүр итә, әммә уларында ла әсирҙәрҙе тотоу шарттары бик насар була.

Файл:Советские военнопленные 1941 г.jpg
Совет хәрби әсирҙәре, 1941 йыл

Советтар Союзына һөжүм итеүенең тәүге айҙарында совет хәрби әсирҙәрен, немецтар араһында коммунизм таралыуынан ҡурҡып, рейх территорияһына ебәрмәгәндәр. Һәм хәрби әсирҙәр лагерҙарында эпидемия башланғас, ә Германия иҡтисады эшсе ҡулдар етмәүен тойғас ҡына, Гитлер әсирҙәрҙе Германияға оҙатырға рөхсәт бирә.

Совет хәрби хеҙмәткәрҙәрен әсиргә алған ерҙәренән (нигеҙҙә Белоруссиянан, Украинанан һәм көнбайыш Рәсәйҙән) йәйәү йәки тимер юл эшелондарында Польша, Германия һ. б. илдәр территоиияһындағы немец лагерҙарына килтергәндәр.

1943 йылдан башлап немец командованиеһы «хеҙмәт батальондары», хеҙмәт командалары формалаштыра башлай. Элекке совет хәрби хеҙмәткәрҙәрен һәм Германияға эшкә ҡыуып килтерелгән «көнсығыш эшселәре» (остарбайтеры) сикһеҙ эксплуатацияға дусар ителгән: немец властары хеҙмәт командаларын порттарҙа һәм тимер юл станцияларында тейәү-бушатыу, яңынан ҡороу-тергеҙеү эштәрендә, күмер һәм тау-мәғдән сәнәғәтенең, ҡара һәм төҫлө металлургияның төрлө ауыр хеҙмәттәрендә файҙаланғандар. Эш һәм ял, байрам, төнгө эштәрҙә хеҙмәт итеүҙе яйға һалыу һ. б. закондар уларға ҡағылмаған. «ИГ Фарбениндустри» концерны директорының бер күрһәтмәһендә ныҡышмалы рәүештә «хәрби әсирҙәрҙең хҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүҙе ризыҡ биреү нормаһын ҡыҫҡартыу, <…> шулай уҡ армия инстанциялары язалары аша тормошҡа ашырырға була тип яҙылған була. Әгәр көнсығыш эшселәренең кемелер хеҙмәт етештереүсәнлеген түбәнәйтә башлаһа, уға ҡарата көс, хатта ҡорал ҡулланырға» тиелә[37].

Көн һайын хәлдәрен алған физик хеҙмәт, туҡланыуҙың ҡытлығы хәрби әсирҙәрҙең ауыр хәлен ҡатмарлаштырған. Шулай, вермахт Ҡораллы көстәре Юғары командованиеһының 1941 йылдың 8 октябрь бойороғо буйынса, совет булмаған хәрби әсиҙәр менән сағыштырғанда, совет хәрби әсирҙәренең 28 көнлөк нормаһы (проценттарҙа) һәм (күтәргеһеҙ ауыр хеҙмәтте иҫәпкә алыр кәрәк) бына нисек булған[38]:

продукт һаны %
икмәк 9 кг 100
ит 800 г 50
майҙар 250 г 50
шәкәр 900 г 100

Эшсәнлеген тергеҙер өсөн һәр хәрби әсиргә 6 аҙнаға: аҙнаһына 100 грамм яһалма бал, аҙнаһына 50 грамға яҡын тәрәс балығы (треска), аҙнаһына 3,5 килограмға яҡын картуф бүленгән. Шуның менән бергә өҫтәмә ризыҡты 6 аҙна ғына алырға мөмкин булған. Марштар ваҡытында йөҙәрләгән хәрби әсир, аслыҡтан да, физик өҙлөгөүҙән дә, шулай уҡ буйһонмағаны һәм ҡасырға маташҡаны өсөн атылып, күпләп үлтерелгән.

Совет хәрби әсирҙәре бигерәк тә йыйыу лагерҙарында күпләп ҡырылған, сөнки әсирлеккә төшкәндең тәүге көндәрендә уларҙы йүнләп ашатмағандар. Күптәр хәлһеҙлектән үлгән; бынан тыш, уларҙы йыш ҡына маҡсатлы юҡ иткәндәр. Совет хәрби әсирҙәрен күпләп үлтерергә ынтылған нацист Германияһы властары Ҡыҙыл Армия һалдаттарын, бер ниндәй ҙә медицина ярҙамы күрһәтмәйенсә, аслыҡтан һәм йоғошло сирҙәрҙән юҡҡа сығыу сигенә ҡуйҙы. Мәҫәлән, Польша территорияһында ғына, польша органдары мәғлүмәттәре буйынса, күп һанлы нацист лагерҙарында вафат булған 883 485 совет хәрби әсире ерләнгән[39]

Концентрацион лагерҙарҙа ағыулы матдәләр ҡулланып, иң беренсе күпләп совет хәрби әсирҙәрен юҡ иткәндәре билдәле булды; шунан аҙаҡ ҡына был ысул —холокост, йәһүдтәрҙе юҡ итеү, өсөн ҡулланылған[22].

Йәһүд милләтле хәрби әсирҙәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Совет йәһүд хәрби әсиренең күкрәгендә һары Давид йондоҙо, 1941 йыл

Немец командованиеһының махсус директиваларында әсирлеккә эләккән йәһүдтәр юҡ ителергә тейеш тип яҙылған була. Йыш ҡына йәһүд хәрби әсирҙәрен урында уҡ үлтергәндәр, ҡайһы осраҡта уларҙы, башҡа хәрби әсирҙәрҙән айырып алып, һуңғараҡ үлем лагерҙарына оҙатҡандар. Павел Маркович Полян «Немецтарҙың йәһүдтәрҙе физик юҡ итеү системаһы булараҡ холокост, хронология буйынса ҡарағанда, 1941 йылдың 22 июненән, Ванзей конференцияһынан күпкә алда һәм граждан йәһүд кешеләрен юҡ итеүҙең тәүге акцияларынан ике көн алдараҡ, йәһүд хәрби әсирҙәрен системалы рәүештә үлтереүҙән башланған», тип һыҙыҡ өҫтөнә ала[40].

Совет йәһүд хәрби әсирҙәренең 94%-ы һәләк булған, ти Павел Полян[41]. Йәһүд хәрби әсирҙәрен юҡ итеүҙең төп ысулы — атып үлтереү була. «Плен» китабы авторы доктор Арон Ильич Шнеер фекеренсә, Ҡыҙыл Армия йәһүд хәрби тотҡондарының күпләп ҡырылыуы немецтарға улар тураһында бергә хеҙмәт иткән кешеләренең мәғлүмәт биреүе, «һатыуы», менән бәйле. Шнеер үҙенең фекерен күп һанлы факттар һәм шаһиттарҙың һөйләгән һүҙҙәре менән нығыта[42].

Һебертсһаузен полигоны

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1937/1938 йылдарҙа СС ғәскәрҙәре Дахау концлагерынан ни бары 2 километр алыҫлыҡта төҙөлгән Һебертсһаузен атыу полигонының дөйөм майҙаны 85.000 m² була[43]. 1941—1942 йылдарҙа "Комиссарҙар тураһында бойороҡ"то үтәп, язалау буйынса яуаплы снайперҙар взводы бында 4 меңдән ашыу совет хәрби әсирен — башлыса офицерҙарҙы, коммунистик эшмәкәрҙәрен һәм йәәһүдтәрҙе атып үлтергән. Уларҙың бөтәһен дә Дахау, Рёнелағы Һаммельберг, Нюрнберг-Лангвассер, Мемминген, Мосбург концлагерҙарынан, шулай уҡ Штутгарт хәрби округынан «алдан һайлап алғандар». «Һайлап алынғандарҙы» Һебертсһаузен полигонына килтереп атҡандар. Һәләк булғандарҙы концлагерь территорияһындағы крематорийҙа, шулай уҡ Мюнхен крематорийында яндырғандар[44].

Һуғыштан һуң элекке атыу полигоны территорияһы америка ғәскәрҙәре биләмәһенә күсә һәм атырға өйрәтеү полигоны булараҡ файҙаланыла. 1997 йылда атыу территорияһы сәйәси-уҡытыу эштәре дәүләт үҙәге күҙәтселеге аҫтында тора һәм унда иҫтәлекле саралар үткәрелә. 2014 йылда мемориаль Дахау концлагеры мемориаль комплексы элекке Һебертсһаузен полигоны территорияһында яңы хәтер урыны асты. Хәҙерге ваҡытта мемориаль таҡталарҙа Һебертсһаузендә һәләк булған 816 совет хәрби әсире исеме яҙылған. Оҙайлы ваҡытҡа һуҙыласаҡ перспективала 1500—2000 иемде эҙләп табыу планлаштырыла[45].

Һуғыш барышында хәрби әсирҙәрҙе Германия яғында файҙаланыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәрби әсирҙәр араһынан лагерҙа ҡарауыл-конвой хеҙмәтен атҡарырлыҡ подразделениелар формалашҡан. 1941 йылдың көҙө немец армияһы тылында оккупацияланған территорияларҙа тәртип һаҡлау маҡсатында полиция командалары, «казак» роталары һәм эскадрондары формалаша башлай. 1942 йылдың йәйе ер өҫтө ғәскәрҙәре Генераль штабы этник һәм казак ялан частары һәм подразделениелары ойоштороу тураһында директива әҙерләй. Алдараҡ, 1941 йылдың ноябренән, совет граждандары, шул иҫәптән хәрби әсирҙәр араһынан төҙөлөш һәм тәбмин итеү транспорт батальондары формалаштырыу тураһында директивалар донъя күрә. Дөйөм алғанда, немец командованиеһының совет граждандарынан формалаштырған ҡораллы төҙөлөш формированиеларында һуғыш барышында 250 мең кеше тупланған була.

Башлыса төҙөлөш частары немец оператив тылында һаҡ-ҡарауыл һәм этап-кәртә хеҙмәтен башҡарған, шулай уҡ партизандарға һәм тыныс халыҡҡа ҡаршы йүнәлтелгән язалау акцияларында ҡатнашҡан.

Шуларҙы ла иҫәпкә алғанда, полицияла, Германии ҡораллы көстәрендә хеҙмәт иткән совет граждандарының һаны 200—300 мең кешенән артмаған. Был формированиеларҙы булдырыу һәм файҙаланыуға мөнәсәбәте булған немец хәрби хеҙмәткәрҙәре күрһәтеүенсә, уларҙа совет хәрби әсиҙәре өлөшө яҡынса 60 % була, ҡалғандары — урындағы халыҡ һәм эмигранттар[6].

Вальтер Шелленберг үҙенең хәтирәләрендә былай тип яҙҙы[46]:

Хәрби әсирҙәр өсөн лагерҙарында меңәәрләгән рус кешеһен һайлап, уҡытып, парашюттарҙа төпкөл урыҫ территорияһына төшөргәндәр. Уларҙың бурысы булып, ағымдағы мәғлүмәтте еткереүҙән башҡа, халыҡты сәйәси тарҡатыу һәм диверсиялар булған. Башҡа төркөмдәр совет партизандарына ҡаршы көрәш маҡсатында ебәрелгән. Уңышҡа тиҙерәк өлгәшеү маҡсатында беҙ рус хәрби әсирҙәре араһынан фронт һыҙатында уҡ теләүселәрҙе туплай башланыҡ.

Һуғыштан һуң: репатриация, фильтрация һәм амнистия

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
1945 йылдың майында Норвегияла азат ителгән совет хәрби әсирҙәре полиция начальнигын тыңлайҙар. Хамар ҡалаһына яҡын урын тип фаразларға мөмкин

Һуғыш осоронда уҡ ҡамауҙан сыҡҡан хәрби хеҙмәткәрһәр һәм фронт һыҙығын аша сыҡҡан армияла хеҙмәт итергә тейешле граждандар, фильтрация үткәәндән һуң, нигеҙҙә тыл ғәскәрҙәрен, атап әйткәндә хеҙмәт армияларын тулыландырған. Был армиялар хәрби-сәнәғәт объекттары, миҫал өсөн, Куйбышев авиацион заводын һ. б. төҙөгән.

«Әсирлектә һәм дошман ҡамауында булған Ҡыҙыл Армияның элекке хәрби хеҙмәткәрҙәрен», Оборона Дәүләт комитетының 1941 йылдың 27 декабрь постановлениеһы менән СССР НКВД-һы тикшереү-фильтрацион лагерҙар селтәре булдырыла[47]. 1942 йылда алдараҡ булдырылған Южский спецлагерынан башҡа Вологда, Тамбов, Рязань, Курск, Воронеж һ. б. өлкәләрҙә тағы 22 лагерь барлыҡҡа килә. Ысынында иһә был махсус лагерҙар күпселек өлөшө ниндәй ҙә булһа енәйәттә ҡатнашмаған әсирҙәргә тәғәйенләнгән була[6].

1944 йылда Советтар Союзына әйләнеп ҡайтыусы хәрби әсирҙәр һәм репатриирланғандар һаны киҫкен арта. Шул уҡ йылдың йәйендә фильтрация һәм дәүләт именлеге органдары тикшереүенең яңы системаһы эшләнә һәм индерелә.

1945 йылдың яҙ һәм йәйендә Германияла һәм Европаның башҡа илдәрендәге тикшереү-фильтрация һәм йыйыу-күсереү пункттарына бик күп репатрианттар тула, һәм был пункттарҙың үткәреү мөмкинлегенән күпкә артып китә.

Совет һәм рәсәй хәрби тарихсыһы Г. Ф. Кривошеев СССР Эске Эштәр Халыҡ Комссариатының мәғлүмәттәренә таянып түбәндәге цифрҙар килтерә: тотҡонлоҡтан ҡайтҡан 1 836 562 һалдат араһынан 233 400 кеше коллаборационизмда йәки дошман менән хеҙмәттәшлек итеүҙә ғәйепләнде һәм ГУЛАГ системаһында яза мөҙҙәтен үтте[48]

Һуғыш ваҡытында тотҡонлоҡтан азат ителгән хәрби хеҙмәткәрҙәр күпселек осраҡта оҙаҡҡа һуҙылмаған тикшереүҙән һуң, рядовой һәм сержант составы ғәҙәти частарҙа, ә офицерҙар, ҡағиҙә булараҡ, офицер званиеһынан мәхрүм ителгән һәм офицер штраф батальондарына оҙатылып, хәрби хеҙмәттә тергеҙелгән. Һуғыштан һуңғы осорҙа азат ителгән офицерҙар, тағы ла ентеклерәк тикшереү үтер өсөн, НКВД лагерҙарына һәм Ҡыҙыл Армияның Главупраформ запас частарына ебәрелгән.

Һуғыштан һуң тотҡонлоҡтан азат ителгән герман армияһында йәки хыянатсыл формированиеларында хеҙмәт итмәгән рядовой һәм сержант составы хәрбиҙәре йәш билдәһе буйынса ике ҙур төркөмгә — демобилизация йәшендәгеләргә һәм демобилизация йәшенә етмәгәндәргә бүленә. 1945 йылда, демобилизация тураһындағы бойороҡ сиктәренә ҡараған рядовой һәм сержант составындағы әсирҙәр, армиянан запасҡа сығарылған ҡыҙыылармеецтар өйҙәренә ҡайтарылған. Демобилизация йәшенә етмәгән рядовой һәм сержант составына ҡараған хәрби әсирҙәр Оборона дәүләт комитетының 1945 йылдың 18 август махсус постановлениеһына ярашлы, хеҙмәт батальондары составында сәнәғәттә хеҙмәт итергә һәм һуғыш ваҡытында емерелгән объекттарҙы тергеҙеү эштәренә ебәрелгән. Эшсе батальондарға яҙылғандарҙы йәшәү урындарына ҡайтарыу шуға ярашлы йәштәге сроклы хеҙмәт үткән хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ҡасан демобилизацияланыуына бәйле булған.

СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабының 1946 йылдың 12 июль директиваһы буйынса хеҙмәт батальондары таратыла, ә унда тороп ҡалғандарға «даими сәнәғәт кадрҙарына күсерелгәндәр» термины ҡулланыла башлай. Тиҫтерҙәре армиянан демобилизацияланған хәлдә лә, уларҙың эш урынын алмаштырыу һәм тыуған иленә ҡайтыу хоҡуғы булмаған[49].

1956 йылда бик күп хөкөм ителгән хәрби әсирҙәрҙең эштәре яңынан ҡаралған. По инициативе Жуков Георгий Константинович, юстиция министры Горшенин Константин Петрович һәм генераль прокурор Руденко Роман Андреевич башланғысы менән КПСС Үҙәк Комитеты һәм СССР Совет министрының берлектәге 1956 йылдың 29 июнендәге «Об устранении последствий грубых нарушений законности в отношении бывших военнопленных и членов их семей» тигән постановлениеһы сыға[50]. После этого началось внесение прокурорских протестов на приговоры советским военнопленным. По итогам рассмотрения внесенных во втором полугодии 1956 года протестов военной прокуратуры суды прекратили дела с полной реабилитацией в отношении 253 осужденных, а еще 13 осужденным приговоры изменили с переквалификацией[51]. Мәҫәлән, 1956 йылдың 11 декабрендә СССР Юғары суды пленумы, енәйәт составы булмау сәбәпле, элекке хәрби әсир П. Охотинды иреккә сығара[51]. Эште яңынан ҡарау немец лагерында ашнаҡсы вазифаһын башҡарған Охотинды, йәнәһе, кухняла тәртип боҙған хәрби әсирҙәрҙе туҡманы тигән һүҙҙәрҙең яла яғыу икәне асыҡлана (ошо яла яғыу арҡаһында ул, Ленинград хәрби округы трибуналы тарафынан 1948 йылдың 16 июлендә 25 йылға холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерына оҙатылған була)[52]. 20 сентября 1956 года постановление Президиума Верховного совета СССР распространило указ об амнистии от 17 сентября 1955 года на бывших советских военнослужащих, осужденных за пособничество врагу[51]. Элекке хәрби әсирҙәргә хөкөм язаһы ысынында ултырған кеүек кәметелә һәм азат ителергә тейеш була[51]. Вафат булған (атылған) элекке хәрби әсирҙәр тикшерелмәгән[51].

Германия яғынан компенсация

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Германия властары оҙайлы ваҡыт совет хәрби әсирҙәренә бер ниндәй ҙә компенсация түләмәне. Фәҡәт 2015 йылда ғына Бундестаг, элекке совет хәрби әсирҙәренә, тере ҡалған 4 мең потенциал претендентҡа 2,5 мең евро компенсация түләүҙе күҙаллап, Германия бюджетына 10 млн евро һалдырҙы[53]. Компенсация шарттары Германия Финанс министрлығының 2015 йылдың 30 сентябрь Инструкцияһында ҡаралған:

  • Компенсация алыусылар — 1941 йылдың 22 июненән алып 1945 йылдың 8 май арауығында вермахт тарафынан әсирлеккә алынған Ҡыҙыл армияның элекке хәрби хеҙмәткәрҙәре;
  • Компенсация күләме — 2015 йылдың 20 майынан алып 2017 йылдың 30 сентябренә тиклем шәхсән мөрәжәғәт иткән һәр бер хәрби әсиргә 2500 евро.

Совет хәрби әсирҙәре һанын хәҙерге заманда баһалау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1990-сы йылдарҙа Рәсәйҙә йәшерен материалдарҙы һәм документтарҙы астылар, һәм төрлө илдәр тарихсылары араһында диалог башланды. Һөҙөмтәлә ҙур халыҡ-ара конференция үткәрелде һәм хәрби әсирлек тарихы буйынса бик күп коллектив хеҙмәттәр баҫылды[54].

2005 йылда баҫылған РФ Оборона министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда барлығы 4,559 млн совет хәрби хеҙмәткәре әсрлеккә эләгә[55].

Хәрби тарихсы М. В. Филимошин мәғлүмәттәре буйынса, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында 4,559 млн совет хәрби хеҙмәткәре һәм хәрби хеҙмәткә саҡырыла торған әммә ғәскәри исемлеккә индерелмәгән 500 мең йәш егет әсирлеккә эләгә һәм хәбәрһеҙ юғала[56].

Тарихсы Г. Ф. Кривошеев мәғлүмәттәре буйынса, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда 3 396 400 хәрби хеҙмәткәр хәбәрһеҙ юғалды һәм әсирлеккә эләкте[55]. Улар араһынан 1 836 000 хәрби хеҙмәткәр кире әйләнеп ҡайтманы (һәләк булды йә эмиграцияға китте) — 1 783 000.

Немец баһалауы һәм сығанаҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыш осорондағы немец документтарына ярашлы[57], 1944 йылдың 1 майына ҡарата совет әсирҙәре буйынса статистика түбәндәгесә була:

Статусы Һаны
(мең кеше)
%
Лагерҙарҙа тотола 1053 20,4
Иреккә сығарылған йәки
хәрби хеҙмәткә алынған
818 15,9
Лагерҙа вафат булғандар 1981 38,4
Ҡалғандары: 1308 25,3
0• ҡасҡан 67 1,3
0• язаланған 473 9,1
0• транзит лагерҙарҙа вафат булғандар
00йәки теркәлмәгәндәр
768 14,9
Дөйөм һаны 5160 100,0

Билдәле совет хәрби әсирҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Военнопленные в СССР во время Второй мировой войны
  • Оккупация территории СССР войсками Третьего рейха и его союзников
  • Список высших советских офицеров, попавших в плен во время Великой Отечественной войны
  1. «Пропаганда для разложения Красной Армии», кандидат политических наук Сергей Мошкин: «В июле 1941 года под Витебском попал в плен сын Сталина — командир батареи 14-го гаубичного артиллерийского полка Яков Джугашвили. Для германских пропагандистов это стало настоящей удачей. В срочном порядке была изготовлена листовка, озаглавленная „А вы знаете, кто это?“, где были помещены фотографии Якова в окружении немецких офицеров».
  2. «Особый фронт. Немецкая пропаганда на Восточном фронте в годы Второй мировой войны» (ISBN 978-5-85887-237-5), 2007, историк Александр Васильевич Окороков: «Одним из сильных ходов немецкой пропаганды на первом этапе войны, на наш взгляд, стали материалы, освещающие сотрудничество с немцами бывших руководящих советских работников или родственников членов правительства. Примерами таких акций могут служить многочисленные материалы о якобы сдавшихся немцам (а в действительности попавших в плен) сыне Сталина Якове Джугашвили и сыне Молотова Георгии Скрябине».
  3. 3,0 3,1 Дюков А. Р. Интерлюдия (3): Кто на самом деле предал советских военнопленных // За что сражались советские люди: «Русский не должен умереть». — М.: Яуза, Эксмо2, 2007. — С. 345—357. — 330 с. — (Война и мы). — 5000 экз. — ISBN 978-5-699-22722-8.
  4. 4,0 4,1 Гаагская Конвенция 1907 года.
  5. Иванов Д. Повлияло ли неподписание СССР Женевской конвенции на участь советских военнопленных? Сайт «История государства» (21 октябрь 2009). Дата обращения: 23 сентябрь 2012. Архивировано 23 октябрь 2012 года.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 Судьба военнопленных и депортированных граждан СССР. Материалы Комиссии по реабилитации жертв политических репрессий // Новая и новейшая история. — 1996. — № 2. — С. 91—112.
  7. Шнеер А. Часть I. Глава 2. Военно-организационные причины // Плен. Советские военнопленные в Германии, 1941-1945. — Мосты культуры / Гешарим, 2005. — Т. 1. — 624 с. — ISBN 5-93273-195-8.
  8. Donald Rayfield. Stalin and his hangmen: the tyrant and those who killed for him. — Random House, 2005. — С. 324.
  9. Минаков С. Т. За отворотом маршальской шинели. — Орёл, 1999. — С. 249—358. — ISBN 5-87025-034-X.
  10. Соколов Б. Истреблённые маршалы. — Смоленск: Русич, 2000. — С. 82—202.
  11. Бобров В. Большая ложь о великой войне
  12. Черушев Н. С. Как реагировали в СССР и за рубежом на репрессии в Красной Армии // 1937 год: элита Красной Армии на Голгофе. — М.: Вече, 2003. — 560 с. — (Военные тайны XX века). — ISBN 5-94538-305-8.
  13. Шнеер А. Часть I. Глава 3. Социально-политические причины // Плен. Советские военнопленные в Германии, 1941—1945. — Мосты культуры / Гешарим, 2005. — Т. 1. — 624 с. — ISBN 5-93273-195-8.
  14. Шнеер А. Часть I. Глава 4. Субъективно-психологические факторы // Плен. Советские военнопленные в Германии, 1941—1945. — Мосты культуры / Гешарим, 2005. — Т. 1. — 624 с. — ISBN 5-93273-195-8.
  15. 15,0 15,1 15,2 Гуркин В. В. О людских потерях на советско-германском фронте в 1941-45 гг. Новая и новейшая история № 3, 1992. Дата обращения: 12 февраль 2013.
  16. Россия и СССР в войнах XX века. Потери вооружённых сил. — Статистическое исследование. Под общ. ред. Г. Ф. КривошееваМ.: Олма-Пресс, 2001. Дата обращения: 12 февраль 2013.
  17. Замечания и предложения «Восточного министерства» по генеральному плану «Ост»
  18. Дневник Гальдера 2011 йыл 26 июль архивланған.
  19. 19,0 19,1 Краснов В. В. К суду истории: записки военного прокурора. — Саратов: Приволж. кн. изд-во, 1986. — С. 33. — 176 с. — 25 000 экз.
  20. 20,0 20,1 Ветте Вольфрам. Война на уничтожение: вермахт и Холокост. Новая и новейшая история № 3, 1999. Дата обращения: 12 февраль 2013.
  21. Mitteilungen fiir die Truppe, № 112, Juni 1941. Экземпляр информационного бюллетеня хранится в библиотеке Военно-исторического ведомства в Потсдаме.
  22. 22,0 22,1 Советские военнопленные до весны 1942 г. // Война Германии против Советского Союза, 1941-1945: Документальная экспозиция [города Берлина к 50-летию со дня нападения Германии на Советский Союз: каталог выставки / Рейнгард Рюруп. — 2-е изд. — М.—Берлин, 1994. — 287 с. Архивированная копия. Дата обращения: 27 октябрь 2007. Архивировано 11 июль 2010 года. 2010 йыл 11 июль архивланған.
  23. ВОЕННАЯ ЛИТЕРАТУРА --[ Первоисточники ]-- Нюрнбергский процесс. Сборник материалов в 8 томах. militera.lib.ru. Дата обращения: 1 октябрь 2017.
  24. Свидетельство Бориса Рунина, ополченца. Цитируется по: Владимир Кириллов. Вяземский котёл: подвиг жертвоприношения 2012 йыл 20 ноябрь архивланған., Аргумены и факты
  25. Смоленский процесс — История России. histrf.ru. Дата обращения: 12 апрель 2020.
  26. Существовавшие до сих пор правила отменяются // Военно-исторический журнал. — 1991. — № 10. — С. 10.
  27. 27,0 27,1 Шнеер А. И. Часть II. Глава 1. Лагеря, лагеря… // Плен. — Т. I. Книга II.
  28. Нюрнбергский процесс над главными немецкими военными преступниками. В 7 т. Т. 3. Военные преступления и преступления против человечности. Сборник материалов, 1958. — С. 19—20
  29. Полян П. Жертвы двух диктатур. Остарбайтеры и военнопленные в Третьем рейхе и их репатриация. — М.: Ин-т географии РАН, Ин-т по изуч. последствий войн им. Л. Больцмана, 1996. — С. 45. — 442 с.
  30. Золотарёв В. А. Пленных войн XX века разыскивают в веке XXI. Независимое военное обозрение (8 октябрь 2004). Дата обращения: 1 ноябрь 2008.
  31. Уголовный Кодекс РСФСР редакции 1926 г. — М.: 1957. — С. 86.
  32. М. Потапов, Н. Аничкин. Как уродуют нашу историю 2020 йыл 12 апрель архивланған.
  33. Змиев Б. Положение о воинских преступлениях в редакции 1927 г. — М., 1928. — С. 52.
  34. Приказ № 270 Ставки Верховного Главного Командования Красной Армии. Новое зеркало Хроноса (16 август 1941). Дата обращения: 16 август 2008.
  35. 35,0 35,1 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; soldat.ru-5-13-08 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  36. Датнер Ш. Преступления немецко-фашистского вермахта в отношении военнопленных во Второй мировой войне. — М.: Политиздат, 1963. — С. 352—353.
  37. Бродский Е. А. Во имя победы над фашизмом: Антифашистская борьба советских людей в гитлеровской Германии (1941—1945 гг.). — М.: Наука, 1970. — С. 14. — 587 с.
  38. Веремеев Ю. Нормы питания советских военнопленных в 41-м году
  39. Семиряга М. И. Тюремная империя нацизма и её крах. — М.: Юридическая литература, 1991. — С. 126.
  40. Советские евреи в немецком плену // Обречённые погибнуть / Сост. Полян П. М., Шнеер А. И.. — М.: «Новое издательство», 2006. — С. 14. — 576 с. — ISBN 5983790692.
  41. Полян П. М. Отрицание отрицания или Битва под Аушвицем. Полит.ру (30 июль 2008). Дата обращения: 17 июль 2010. Архивировано из оригинала 16 июнь 2011 года.
  42. Шнеер А. И. Часть 2. Глава 4. Селекция на поле боя и в приёмных пунктах. Поиски и уничтожение евреев в лагерях // Плен. — Гешарим — Мосты культуры, 2005. — Т. 2. — 620 с. — ISBN 5-93273-195-8.
  43. Süddeutsche Zeitung. Stilles Gedenken (нем.). Süddeutsche.de. Дата обращения: 1 июль 2020.
  44. Инна КУМЕЙКО | Сайт «Комсомольской правды». «О страшной смерти отца мы узнали от его товарища, который бежал из плена». KP.RU - сайт «Комсомольской правды» (21 февраль 2014). Дата обращения: 1 июль 2020.
  45. Gedenkstättenpädagogik Bayern - SS-Schießplatz Hebertshausen. www.gedenkstaettenpaedagogik-bayern.de. Дата обращения: 1 июль 2020. 2020 йыл 16 октябрь архивланған.
  46. Шелленберг В. Лабиринт: Мемуары гитлеровского разведчика. — М.: Дом Бируни, 1991. — С. 215.
  47. Государственный Комитет Обороны. Постановление № ГКО-1069сс от 27 декабря 1941 г.
  48. Кривошеев Г. Ф. Россия и СССР в войнах XX века: Статистическое исследование / Под общей ред. Г. Ф. Кривошеева. — М.: ОЛМА-ПРЕСС, 2001. — С. 453—464. — 608 с. — (Архив). — 5000 экз. — ISBN 5-224-01515-4.
  49. В. Земсков. Репатриация перемещённых советских граждан
  50. Асташкин Д., Епифанов А. Холодная осень пятьдесят пятого // Историк. — 2020. — № 9 (69). — С. 67.
  51. 51,0 51,1 51,2 51,3 51,4 Асташкин Д., Епифанов А. Холодная осень пятьдесят пятого // Историк. — 2020. — № 9 (69). — С. 68.
  52. Асташкин Д., Епифанов А. Холодная осень пятьдесят пятого // Историк. — 2020. — № 9 (69). — С. 67 — 68.
  53. Полян П. М. Историомор, или трепанация памяти. — М.:АСТ, 2016. — С. 279.
  54. Проблемы военного плена: история и современность // Материалы Международной научно-практической конференции 23—25 октября 1997 года в Вологде. — Вологда, 1997.
  55. 55,0 55,1 Леонид Радзиховский. Неизвестные солдаты. Российская газета № 4359 (8 май 2007). Дата обращения: 31 март 2008.
  56. Филимошин М. В. Людские потери вооружённых сил СССР. Дата обращения: 1 апрель 2008. Архивировано из оригинала 18 ноябрь 2008 года. 2008 йыл 18 ноябрь архивланған.
  57. Ueberschar Gerd R., Wette Wolfram. Unternehmen Barbarossa: Der Deutsche Uberfall Auf Die Sowjetunion, 1941 Berichte, Analysen, Dokumente. — Frankfurt-am-Main: Fischer Taschenbuch Verlag, 1984. — P. 364—366. — ISBN 3-506-77468-9., со ссылкой на: Nachweisung des Verbleibes der sowjetischen Kriegsgefangenen nach dem Stand vom 1.05.1944 (Bundesarchiv/Militararchiv Freiburg, RH 2 / v. 2623).

  • In der Hand des Feindes: Kriegsgefangenschaft von der Antike bis zum Zweiten Weltkrieg / Rüdiger Overmans (ed.). Köln: Böhlau, 1999. xii, 551 p. ISBN 978-3-412-14998-7
  • Rüdiger Overmans. Soldaten hinter Stacheldraht. Verlag: Ullstein Tb (2002), ISBN 978-3-548-36328-8
  • Christian Streit. Keine Kameraden. Die Wehrmacht und die sowjetischen Kriegsgefangenen 1941—1945. Verlag J.H.W. Dietz. Nachf., Bonn 1997. ISBN 3-8012-5023-7. — Aktualisierte Neuausgabe des Standardwerks von 1978.
  • Alfred Streim. Die Behandlung sowjetischer Kriegsgefangener im «Fall Barbarossa». Eine Dokumentation. C.F. Müller Juristischer Verlag. Heidelberg/Karlsruhe 1981. ISBN 3-8114-2281-2. — Wertvolle Ergänzung zu Streit wegen der starken Einbeziehung deutscher Strafverfahren durch den inzwischen verstorbenen Leiter der «Zentralen Stelle der Landesjustizverwaltungen zur Aufklärung von NS-Verbrechen» in Ludwigsburg.
  • Rüdiger Overmans. Die Kriegsgefangenenpolitik des Deutschen Reiches 1939 bis 1945 // Das Deutsche Reich und der Zweite Weltkrieg, Bd. 9/2. München 2005. Seite 749f.
  • Reinhard Otto. Wehrmacht, Gestapo und sowjetische Kriegsgefangene im deutschen Reichsgebiet 1941/42 (Schriftenreihe der Vierteljahrshefte für Zeitgeschichte, Bd. 77). R. Oldenbourg Verlag. München 1998. ISBN 3-486-64577-3. — Otto beschreibt, unter Benutzung auch von Dokumenten aus ehemals sowjetischen Archiven, detailliert die Selektionen sowjetischer Kriegsgefangener aus den Lagern der Wehrmacht durch Einsatzkommandos der Gestapo und die von der Polizei begangenen Massenmorde im Reichsgebiet.
  • Lang M. Stalins Strafjustitz gegen deutsche Soldaten. Die Massenprozesse gegen deutsche Kriegsgefangene in den Jahren 1949 und 1950. Herford, 1981
  • Frieser K.-H. Krieg hinter Stacheldraht. Die deutschen Kriegsgefangenen in der Sowjetunion und das «Nationalkomitee Freies Deutschland». Mainz, 1981
  • Lehmann A. Gefangenschaft und Heimkehr. Deutsche Kriegsgefangene in der Sowjetunion. München, 1986; Streit Ch. Keine Kameraden;
  • Karner S. Im Archipel GUP VI. Kriegsgefangenschaft und Internierung in der Sowjetunion 1945—1956. Wien—München, 1995.
  • Stratievski D. Sowjetische Kriegsgefangene in Deutschland 1941—1945 und ihre Rückkehr in die Sowjetunion. Berlin 2008. — 292 s. — ISBN 978-3-940452-51-1
  • Kontakte-Kontakty e.V. (Hrsg.) Ich werde es nie vergessen. Briefe sowjetischer Kriegsgefangener 2004—2006. Berlin 2007. (Первый сборник воспоминаний бывших советских военнопленных на немецком языке)
  • Цитирование немецких документов, свидетельствующих об обращении с советскими военнопленными и их судьбе: