Карбышев Дмитрий Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Карбышев Дмитрий Михайлович
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union (1924–1955).svg СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 14 (26) октябрь 1880
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Көнбайыш-Себер генерал губернаторлығы[d], Омск ҡалаһы[1]
Вафат булған көнө 18 февраль 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[1][2] (64 йәш)
Вафат булған урыны Маутхаузен[d]
Үлем сәбәбе гипотермия[d]
Балалары Карбышева Елена Дмитриевна
Место содержания под стражей Освенцим[d], Маутхаузен[d] һәм Концлагерь Заксенхаузен[d]
Һөнәр төрө Офицер, инженер
Эш биреүсе Военный институт (инженерных войск) Общевойсковой академии Вооружённых Сил Российской Федерации[d]
Биләгән вазифаһы профессор[d]
Уҡыу йорто Николаевское инженерное училище[d]
Ғилми дәрәжә хәрби фәндәр докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание генерал-лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Рус-япон һуғышы, Беренсе донъя һуғышы, Рәсәйҙә Граждандар һуғышы, Совет - Финляндия һуғышы (1939—1940), Икенсе бөтә донъя һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө инженерные войска[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Святой Анны 3-й степени Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Советтар Союзы Геройы «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының егерме йыллығы» юбилей миҙалы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены орден Святой Анны 2-й степени орден Святой Анны 4-й степени орден Святого Станислава 2-й степени орден Святого Владимира 4-й степени орден Святого Станислава 3-й степени орден Святого Владимира 4-й степени с мечами и бантом орден Святой Анны 2-й степени с мечами орден Святой Анны 3-й степени с мечами и бантом орден Святого Станислава 2-й степени с мечами
Commons-logo.svg Карбышев Дмитрий Михайлович Викимилектә

Карбышев Дмитрий Михайлович (14 октябрь (26 октябрь) 1880 йыл — 18 февраль 1945 йыл, Өсөнсө рейхтағы Маутхаузен концентрацион лагеры, хәҙер Австрия) — Рәсәй империяһы һәм СССР фортификаторы, ғалим—хәрби инженер[3]. Инженер ғәскәрҙәре генерал-лейтенанты. РККА (хәҙер — Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең) Генераль штабы Хәрби академияһының хәрби фәндәр докторы, профессор. КПСС (ВКП(б) ағзаһы (1940). Советтар Союзы Геройы (1946, үлгәндән һуң)[3].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бала сағы, үҫмер йылдары, хәрби хеҙмәтенең башы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дми́трий Миха́йлович Ка́рбышев 1880 йылды 14 октябрендә Рәсәй империяһының Омск ҡалаһында керәшен татарҙары[4][5][6]: Омск (Себер) кадет корпусын тамамлаған Ҡырым һуғышы ветераны, хәрби чиновник Михаил Ильич Карбышев (1829—1892) һәм бай 2-се гильдия Омск сауҙагәрҙәренән коллежский советник ҡыҙы Лузгина Александра Ефимовна ғаиләһендә тыуған[7]. Олатаһы Ильяның ике туған ағаһы Иван Семёнович Карбышев — Верный (Алма-Аты) ҡалаһына нигеҙ һалған[8]. Атаһы ҡалын нәҫелле себер казактарынан — төп сығышы менән Дон дворяндары[9] Омск станицаһы Карбышевтарҙан[10][11][12][13][14] Атаһы хәрби хеҙмәте өсөн Изге Станислав, III дәрәжә Изге Анна ордендары, миҙалдар менән бүләкләнгән. Өлкән улы мәктәп йәшенә еткәндә, Михаил Ильич хәрби жеҙмәттән китә, Омскиҙа Себер казак ғәскәрендә хәрби чиновник була. Уның дүрт улы, ике ҡыҙы була (Дмитрий — кинйә улы). Михаил Ильич тәүҙә бухгалтер ярҙамсыһы, артабан Ҡарасуҡ тоҙло күлдәренең ҡараусыһы була: далала кәсепселек, тоҙ табыу, геология разведкаһы менән шөғөлләнә. Фотография менән мауыға. Өлкән балалары гимназияла, ике улы Михаил һәм Сергей — Себер кадет корпусында уҡый. Өлкән ағаһы отличие менән гимназияны тамамлағанда, ксе улы ладшему Дмитрийға 4 йәш була. Владимир врач булырға хыяллана, Митяны сәсәк сиренән терелтә[15]. Юғары мәғрифәтле әсәһе Дмитрийҙы әҙәби рус телендә лә, керәшен татар телендә лә акцентһыҙ һөйләшергә өйрәтә[16], француз һәм немец елдәрендә һөйләшеп алғандарын хәтерләп яҙған. Митя ун ике йәштә саҡта атаһы вафат була. Дмитрий казак балаларын әйҙәүсе смфатына эйә булып, ҡарҙан йә ерҙән ҡәлғәләр төҙөп уйнайҙар.

Өлкән ағаһы Владимир Казан университетының медицина факультетында уҡығанда, А. Ульяновтың реводюцион хәрәкәтендә ҡатнашҡаны өсөн 1887 йылда ҡулға алына, һуңынан төрмә, Себер казак атлылар полкы һәм туберкулёз сиренән вафат була.

Дмитрийҙың ике туған ағаһы Александр Дмитриевич Шайтанов та Архангель губернаһына һөргөнгә ебәрелгән була. Карбышевтар ғаиләһе полиция департаменты күҙәтеүе аҫтында булғанлыҡтан[17][18], Дмитрийҙы Омск кадет корпусына дәүләт иҫәбенә уҡырға алмайҙар. 1891 йылда уны түләүле уҡыуға ҡабул итәләр. Дмитрий Карбышев дәрес ҡалдырмай, уҡыу отличнигы булып китә һәм ике йылдан тулы хоҡуҡлы кадет итеп алына. Омск (Себер) кадет корпусын уңышлы тамамлағас, Дмитрий, атаһы кеүек, хәрби инженер профессияһын һайлай.

1898 йылда Николаев инженер училищеһына уҡырға инә. 1900 йылда 1-се Көнсығыш-Себер сапёр батальонына телеграф ротаһының кабель бүлеге начальнигы итеп ебәрелә. Батальон Маньчжурияла урынлашҡан була. 1903 йылда поручик. 1903 йылда Нагасаки ҡалаһында отпускыла була[19][20][21].

Рус-япон һәм Беренсе донъя һуғышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рус-япон һуғышында батальон составында позицияларҙы нығыта, элемтә сараларын ҡора, күперҙәр төҙөй, һуғыш разведкаһына бара. Мукденское алышында батырлыҡ күрһәтә. Офицер Карбышев — IV дәрәжә Изге Владимир орденын — Вафангоу эргәһендәге алыш өсөн ала. 1-се Көнсығыш-Себер сапёр батальонының 4-се телеграф ротаһы кабель бүлеге менән командалыҡ итеп, (гелиограф (телеграф) ҡоломалары ярҙамында сигналдар биреү), ул техника һәм ҡоралдары менән 60 хәрбиҙе ҡамауҙан сығара[22]. Һуғышты биш хәрби награда һәм өс миҙал менән поручикчинында тамамлай[23].

1906 йылда һалдаттар араһында агитация алып барыуҙа (дөрөҫөрәге һалдаттарҙың кәйефе тураһында ошаҡламағаны өсөн — ул үҙ ғүмерендә бер ваҡытта ла кеше өҫтөнән ялыу менән шөғөлләнмәй) ғәйепләп маташалар, уға хәрби суд һәм төрмә йә атып үлтереү янай. Әммә намыҫ хәрби (офицер) суды ҡыйыу офицерҙы яҡлап алып ҡала. Ул запасҡа китә. Владивостокта йәшәй, һыҙым чертёж эше менән шөғөлләнә.

1906 йылдың 27 октябрендә Алиса Карловна Троянович-Пиотровскаяны йәрәшә.

1907 йылда Владивостокта яңы формалашҡан ҡәлғә сапёр батальонында рота командиры була. 1908 йылдың көҙөндә Санкт-Петербургтағы Николаев инженер академияһына уҡырға инә.

1911 йылда отличие менән Николаев хәрби-инженер академияһын тамамлай. Штабс-капитан Карбышев йүнәлтмә буйынса империяның көнбайыш сиктәрен нығытыу менән шөғөлләнгән 1-се Севастополь ҡәлғә мина ротаһына ебәрелә, 1912 йылдың октябрендә Варшава хәрби округы начальнигы ҡарамағына Брест-Литовскиға мина ротаһы командиры вазифаһына күсерелә[24]. ике вазифала ла ул Брест ҡәлғәһе форттарын һәм оборона һыҙыҡтарын төҙөү эштәрен атҡарыусы була.

Тәүге көнөнән башлап Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. Карпатта [[8-я армия генерал Алексей Алексеевич Брусиловтың 8-се армияһы (Көньяҡ-Көнбайыш фронт) составында ҡатнаша. 78-се пехота дивизияһы һәм 69-сы пехота дивизияларының дивизион инженеры, һуңғараҡ 22-се финлянд армия корпусының инженер хеҙмәте начальнигы була. 1915 йыл башында Перемышль ҡәлғәһен ҡамауҙа ҡатнаша. Аяғы яралана. Батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Изге Анна ордены менән бүләкләнә һәм подполковник исеменә лайыҡ була. 1916 йылда күренекле Брусилов һөжүмендә ҡатнаша. 1917 йылда — Румыния менән сиктәге позицияларҙы нығытыу эштәрен башҡарыусы.

Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына килеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1917 йылдың декабрендә Могилёв-Подольскийҙа подполковник Д. М. Карбышев Ҡыҙыл гвардия сафына баҫа[25]. 1918 йылдан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафтарында. Граждандар һуғышында ҡатнаша.

1918 йылдың апрелендә Д. М. Карбышев РККА-ның Баш хәрби-техник идаралығы ҡарамағындағы илдең оборонаһы Коллегияһына тәғәйенләнә[26]. 1918 йылдың июлендә Д. М. Карбышев Төньяҡ-Кавказ хәрби округының айырым инженер идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнә.

1919 йылдың яҙында Д. М. Карбышев Көнсығыш фронттың бөтә оборона эше баш етәксеһе итеп тәғәйенләнә, Сембер, Һамар, Һарытау, Силәбе, Златоуст, Троицк, Ҡурғанского нығытылған райондарын төҙөүҙә ҡатнаша; Өфө һәм Ағиҙел йылғаларын аша сығыуҙы, Себергә Һөжүм итеүҙең башын тәьмин итә, Уральскиҙың оборона ҡоролмаларын проектлай.

1920 йылдың ғинуарынан Д. М. Карбышев — Хәрби-ялан төҙөлөшө идаралығы начальнигы. Омскиҙа Иртыш йылғаһы аша тимер юл күперен тергеҙеү эштәре менән етәкселек итә, Байкал аръяғы плацдармын нығыта.

1920 йылда Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы Көнсығыш фронтының 5-се армия инженерҙары начальнигы итеп тәғәйенләнә.

1920 йылдың октябренән Көньяҡ фронт инженерҙары начальнигы вазифаһында, Каховка плацдармында нығытмалар төҙөү менән етәкселек итә. 1920 йылдың ноябрендә Чонгар һәм Перекоп нығытмаларын инженер тәьмин итеү менән етәкселек итә. 1921—1923 йылдарҙа — башта ярҙамсы, урынбаҫар, ә һуңыраҡ Украина һәм Ҡырым ҡораллы көстәре инженерҙары начальнигына тиклем үрләй.

Фрунзе исемендәге академия, Генштаб Академияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1923—1926 йылдарҙа — РККА-ның Баш хәрби-инженер идаралығының Инженер комитеты рәйесе. 1926 йылдан — М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияның преподавателе. 1929 йылда Советтар Союзының көнбайыш сиге буйында нығытылған райондарҙы (Сталин линияһы) проектлауҙа ҡатнаша. 1934 йылдың февралендә Генераль штаб Хәрби академиһының хәрби-инженер эше кафедраһы начальнигы итеп тәғәйенләнә.

«Ростовты алыу» диорамаһын булдырғанда һәм «Перекопты штурмлау» тигән беренсе совет панорамаһын әҙерләгәндә хәрби-техник консультант була[27].

1935 йылдың 5 декабрендә дивизион инженеры исеме бирелә[28].

1936 йылдан Ҡораллы Көстәрҙең Генштабы К. Е. Ворошилов исемендәге Юғары хәрби академияһының инженер ғәскәрҙәре буйынса юғары соединениелар тактикаһы кафедраһы начальнигы ярҙамсыһы була. 1938 йылда Генштабтың Юғары Хәрби академияһын тамамлай. 1938 йылдың 23 октябрендә ғилми профессор исемендә раҫлана.

1930-сы йылдар ахырына Дмитрий Карбышев СССР-ҙа ғына түгел, ә бөтә донъяла хәрби-инженер сәнғәтенең күренекле белгесе булып таныла[17].

1940 йылда уға инженер ғәскәрҙәре генерал-лейтенанты исеме, 1941 йылда — хәрби фәндәр докторы ғилми дәрәжәһе бирелә. Бөйөк Ватан һуғышы башланыр алдынан П К. Е. Ворошилов исемендәге Юғары хәрби академияһының инженер ғәскәрҙәре буйынса юғары соединениелар тактикаһы кафедраһының өлкән преподавателе вазифаһында[29].

Карбышев емереү һәм кәртәләр ҡороу мәсьәләләрен тулыһынса тикшерә һәм эшләй. Йылғаларҙы һәм башҡа һыу кәртәләрен аша сығыуҙы фәнни эшләүгә лә ул әһәмиәтле өлөш индерә. Ул хәрби-инженер сәнғәте һәм хәрби тарих буйынса 100-ҙән артыҡ фәнни хеҙмәт яҙҙы. Һуғыш алды йылдарында уның алышты йә операцияны инженер тәьмин итеү теорияһы мәсьәләләре, инженер ғәскәрҙәренең тактикаһы буйынса яҙылған мәҡәләләре Ҡыҙыл армия командирҙарын әҙерләгәндә төп материал булып торҙо.

Бынан тыш, Карбышев тимер юлдар, күперҙәр, туннелдәр төҙөү, эксплуатациялау һәм тергеҙеү, боронғо ҡәлғәләрҙе һәм ҡорамдарҙы реставрациялау өлкәһендә ҙур белгес була, Троице-Сергиева лавраһындағы реставрациялау эштәренең Ғилми советы консультанты була.

Д. М. Карбышевтың лавраны ҡәлғә тип таныған эксперт һығымтаһынан һуң, уны ретаврациялауға 6 млн аҡса бүленә[30].

Совет-фин һуғышы һәм тыныс осор[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Совет-финлянд һуғышында (1939—1940) ҡатнаша. Оборона төҙөлөшө буйынса Баш хәрби-инженер идаралығы начальнигы урынбаҫары төркөмө составында Маннергейм һыҙатын йырып сығыуҙы инженер тәьмин итеү тәҡдимдәрен биргән.

1940 йылдан КПСС (ВКП(б) ағзаһы[31].

1940 йылда Брест ҡәлғәһе цитаделен камиллаштырыу буйынса фортификацион эштәр менән етәкселек итә.

Бөйөк Ватан һуғышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡурған ҡалаһында Карбышев һәйкәле. Скульпторы Анатолий Иванович Козырев, архитекторы Б. А. Воропай


1941 йылдың июнь башында Д. М. Карбышев Көнбайыш махсус хәрби округҡа командировкаға ебәрелә, бында ул 68‑се Гродненский нығытылған районының фортификацион ҡоролмаларына инспекция үткәрә. Мәскәүҙән киткәндә ул, дошманды тиҙ арала еңеүгә иҫәп тотҡанлығын белдерә.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда, ул Гроднолағы 3-сө армияның штабында була. 2 көндән ул 10-сы армия штабына күсә. 27 июндә армия штабы ҡамауға эләгә.

1942 йылдың июнендә Ҡыҙыл армияның инженер ғәскәрҙәре штаб начальнигы Ҡыҙыл армияның формалашыу һәм комплектлау Баш идаралығына Д. М. Карбышев «1941 йылдың июль уртаһында, граждан кейемендә, Константин Дмитриевич Голубевтың (10-сы армия командующийы) отряды ҡамауҙан сығыуынан бер аҙна элек, Смоленск йүнәлешендә отрядтан киткән» тип хәбәр итә[32].

1941 йылдың 8 авгусында ҡамауҙан сығырға тырышҡанда, генерал Карбышев Днепр йылғаһы буйындағы Добрейка ауылы эргәһендәге (Белорусия ССР-ының Могилёв өлкәһе) алышта ҡаты контузия ала. Аңынан яҙған килеш әсирлеккә эләгә.

Концлагерҙар буйлап үткән юлы һәм һәләк булыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Карбышев Острув-Мазовецк ҡалаһы янындағы (филиалы Гроднола була) Шталаг-324 хәрби әсирҙәр өсөн лагерҙа, Берлинда гестапо төрмәһендә, Бреслауҙа Рәсәй азатлыҡ Армияһының (РОА) пересыльный пункты лагерында[33], немец концентрацион лагерҙарында: Замостье (Замосць), Хаммельбург, Флоссенбюрг, Майданек, Освенцим (Аушвиц), Заксенхаузен, Маутхаузен тотола. Күп тапҡырҙар лагерь администрациялары хеҙмәттәшлек итергә саҡыра. Андрей Андреевич Власовтың шәхси һаҡсыһы, хәүефһеҙлек хеҙмәткәре, СД офицеры Хмыров-Долгорукий күрһәткәнсә, гитлерсылар тәүҙә «Рус Азатлыҡ Армияһы» командующийы посын Власовҡа түгел, ә тәүге ҡатыны немка булған һәм немец телен туған теле кеүек белгән Дмитрий Карбышевҡа, элекке батша армияһының православие динендә торған подполковнигына йөкмәтергә уйлай[34]. Гитлерсыларҙың архивта табылған яҙыуҙарынан күренеүенсә:[35][36][37] «… Был бик ҙур совет фортификаторы, элекке рус армияһының кадровый офицеры, йәше алтмыштан уҙған кеше, фанатик рәүештә хәрби бурысҡа һәм патриотлыҡ идеяһына тоғро булып сыҡты… Карбышевты беҙҙә хәрби-инженер белгесе итеп файҙаланыуға өмөт юҡ». Һәм ике йыл буйы димләгәндән һуң, 1943 йылда нацистар вердикт сығара:[35][38][39] «Флоссенбург концлагерына каторга эштәренә ебәрергә, вазифаһы һәм йәше буйынса бер ниндәй ҙә ташлама ҡулланмаҫҡа». Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, лагерҙаҡы ҡаршылыҡ зүхәрәкәтенең иң әүҙем ҡатнашыусыларының береһе була. Ул совет әсирҙәрен генә түгел, Гитлерға ҡаршы тороу коалицияһы илдәренең әсирҙәрен дә үҙ Ватандарын иҫтәренән сығармаҫҡа һәм дошман менән хеҙмәттәшлеккә ризалашмаҫҡа өндәй.

Һуңғы тотҡонлоҡ урыны Маутхаузен була.

1945 йылдың 18 февраленә ҡаршы төндә Маутхаузен концлагерында, башҡа 500 әсирҙәр менән бергә, йыртҡыстарса язаланғандан һуң, ҡышҡы һыуыҡта (һауа температураһы −12 °C) һыу һиптереп, туңдырып үлтерелә [3][12][40][17]. Д. М. Карбышевтың кәүҙәһе Маутхаузен мейестәрендә яндырыла.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 22.02.1938 — Ҡыҙыл Йондоҙ ордены[12].
  • 1938 — «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына XX йыл»]][12].
  • 1940 — Ҡыҙыл Байраҡ ордены[12].
  • 16.08.1946 — Ленина ордены, үлгәндән һуң[12].
  • 16.08.1946 — Советтар Союзы Геройы, үлгәндән һуң[12].

Һәйкәлдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Элекке Маутхаузен концлагеры территорияһында генерал Д. М. Карбышевҡа һәйкәл, Австрия.
  • Маутхаузен концлагеры булған урынға ингән ерҙәге мемориал
  • Мәскәүҙә генерал Карбышев бульварында Карбышев һәйкәл
  • Санкт-Петербургта Д. М. Карбышевҡа һәйкәл

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. Здание, где находился штаб1-го военно-полевого строительства под командованием Карбышева Д. М. (Верхне-Торговая площадь, 45) [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 65-66 с. ISBN 5-295-02294-3.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Карбышев Дмитрий Михайлович // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. TracesOfWar
  3. 3,0 3,1 3,2 Корышко, 2009, с. 110
  4. «Кряшенами были генерал Карбышев, герой Бреста Гаврилов, летчица Санфирова.» — Татарский век глазами национальной элиты. 100 выдающихся татар / А. Б. Абсалямова, М. А. Абсолямова, А. М. Ахунов и др.; под ред. С. Н. Бессчетновой, Р. З. Галямова — Казань: Парадигма, 2005. — Б. 219. — 656 б. — 3000 экз. — ISBN 5-85247-081-3.
  5. Сидорова Т. Кряшены в Татарстане: быть ли им отдельной нацией // Аргументы и факты, № 49 04.12.2012
  6. Православные татары — особый народ?
  7. Лузгина Александра Ефимовна
  8. «Иван Карбышев в сибирской истории» (изд. Сытина Н. И., Павлодар, 2015 г., 180с.)
  9. То есть, являясь представителями военного сословия казаков, принадлежали не к гражданскому сословию сельских обывателей, как большинство казаков, или иным низшим сословиям, а к гражданскому сословию российского дворянства, хотя Манифест о вольности дворянства, предусматривающий право не служить, на казаков-дворян не распространялся.
  10. Карбышев Михаил Ильич
  11. Миркискин В. Несломленный генерал. // Независимое военное обозрение, 14.11.2003
  12. 12,0 12,1 12,2 12,3 12,4 12,5 12,6 Карбышев Дмитрий Михайлович. Интернет проект "Герои Страны". Тәүге сығанаҡтан архивланған 11 ғинуар 2013. 9 ғинуар 2013 тикшерелгән.
  13. Решин, 1987
  14. Сифоров В. Неприступная крепость генерала Карбышева. // Русский век. 2015
  15. Дмитрий Михайлович Карбышев
  16. Майор Гаврилов немец концлагерында Дмитрий Михайлович менән үҙ-ара бер кем дә аңлап өлгөрмәһен өсөн керәшен,
  17. 17,0 17,1 17,2 Сидорчик
  18. При аресте Владимира Карбышева была захвачена его переписка, из которой выяснилось, что многие поколения семьи Карбышевых не использовали свою дворянскую (обер-офицеров и потомственных дворян) привилегию и не приватизировали свой земельный надел не только из-за занятости по службе и нежелания причинять неудобства другим станичникам, но и потому, что были противниками частной собственности на святую русскую землю. Из переписки следовало также, что все Карбышевы и Лузгины несмотря на преданность православию и принадлежность к высшему слою общества были ультралевыми, и симпатии Владимира Карбышева к партии «Пролетариат» и даже «Народной воле» А. И. Ульянова за пропаганду идей марксизма в России были не случайными. Поскольку семья состоявшего в той же организации Владимира Ильича Ульянова считалась благонадёжной несмотря на казнь старшего брата Александра, деятельность которого полицейские рассматривали как совершенно случайный эксцесс, то сам В. И. Ульянов был только сослан в семейное имение Кокушкино. Владимир Карбышев же вернулся в Омск домой больным туберкулёзом и умер в тюрьме, куда был без суда и следствия профилактически заключён на несколько дней во время визита в Омск наследника престола. Д. М. Карбышев всю жизнь был верен взглядам и идеалам своей семьи, и даже в ВКП(б) вступил только после присоединения Западной Белоруссии и Западной Украины и связанным с этим изменением отношения ВКП(б) к православным, так как именно православие связывало западнорусские земли с СССР.
  19. Карбышев, Дмитрий Михайлович // Кто есть кто в мире. — М.: Олма медиа групп, 2003. — С. 632.
  20. Карбышев Дмитрий Михайлович — Омск.
  21. Решин Е. Г. Генерал Карбышев. Документальная повесть. — М.: Издательство ДОСААФ, 1987
  22. Анна Кривошеина Первая награда Карбышева (рус.) // Москва. Северо-Запад : газета. — 2017. — № 7 (330). — С. 14.
  23. Дмитрий Карбышев — герой, не сломленный концлагерями.//Военное обозрение
  24. Непокорённый
  25. Карбышев Дмитрий Михайлович. интернет-сайт «Хронос». Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 февраль 2012.
  26. Юные Карбышевцы — Биография.
  27. Востоков Е. И. Грековцы. — 2-е изд, доп. — М.: Воениздат, 1983. — С. 23
  28. Приказ Народного комиссара обороны Союза ССР по личному составу армии № 2514.
  29. Донесение о безвозвратных потерях :: Карбышев Дмитрий Михайлович, __.07.1941, пропал без вести,. Память народа. 20 октябрь 2016 тикшерелгән.
  30. Карбышев Д.М..
  31. Музей Дмитрия Михайловича Карбышева.
  32. Донесение о безвозвратных потерях :: Карбышев Дмитрий Михайлович, в середине июля 1941 г., пропал без вести, Смоленская обл., г. Смоленск. Память народа. 20 октябрь 2016 тикшерелгән.
  33. Я. Рыбаков. Генерал Карбышев: подвиг генерала в немецком плену. // Русская семёрка.
  34. Дмитрий Карбышев. // Пантеон истории
  35. 35,0 35,1 Давыдов, 1984, с. 24
  36. Агитатор армии и флота. — 1980. — С. 28
  37. журнал «Знамя». — Вып. 1-3. Гослитиздат, 1982. — С. 192
  38. Солдат, герой, учёный., 1961, с. 6
  39. Агитатор армии и флота. — 1980. — С. 28
  40. Юлия Авдеева. Несломленный генерал. // Русская планета

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]