Вафа (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Вафа — башҡорт ир-ат исеме.
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вафа исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән. Намыҫлы, ғәҙел, тура һүҙле, дөрөҫлөктө яратыусы, тоғро, тотанаҡлы, ышаныслы тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әхмәҙиев Вафа Исхаҡ улы (5 август 1937 йыл — 20 октябрь 1983 йыл) — башҡорт шағиры, әҙәбиәт белгесе. Филология фәндәре кандидаты (1970). СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1976).
Әхмәҙуллин Вафа Мостафа улы (22 февраль 1922 йыл — 16 ноябрь 1998 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәм партизан хәрәкәтендә ҡатнашыусы, Чехословакияның почётлы гражданы (1945), БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1989).
Саҙрыев Вафа Мөхәмәтғәли улы (рус. САДРИЕВ Вафа Мухаметалиевич 1906 йыл — декабрь 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. 1942 йылда яуҙа хәбәрһеҙ юғала.
Фамилияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вафа Камран (1960 йыл) — америка физик-теоретигы, сығышы менән Ирандан.
Вафа Шахенда (1998 йыл) — Мысыр шахматсыһы, ҡатын-ҡыҙҙар араһында гроссмейстер.
Вафа Шрук (1997 йыл) — Мысыр шахматсыһы, ҡатын-ҡыҙҙар араһында гроссмейстер.
Мехтикули-хан Вафа (Мехтикули-хан Хасай хан улы Уцмиев; 1855 йыл — 1900 йыл) — әзербайжан шағиры һәм Рәсәй армияһы подполковнигы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Абу-ль-Вафа — Айҙың кире яғындағы экваториаль өлкәләге кратер.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |