Ваһапова Вәсилә Шәрифйән ҡыҙы
Ваһапова Вәсилә Шәрифйән ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 11 июль 1942 (82 йәш) |
Тыуған урыны | Үрге Санъяп ауылы, Күгәрсен районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | табип, анатом, университет уҡытыусыһы, ғалим |
Эш урыны | БДМУ |
Уҡыу йорто | БДМУ |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ваһапова Вәсилә Шәрифйән ҡыҙы (11 июль 1942 йыл) — ғалим-анатом, медицина фәндәре докторы (1989), профессор (1991). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фəн эшмəкəре (1997), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мəктəп хеҙмәткәре (2002), Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау (2002) һәм халыҡ мəғарифы (2011) отличнигы, СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вәсилә Шәрифйән ҡыҙы Ваһапова (ҡыҙ фамилияһы Йәнсурина) 1942 йылдың 11 июлендә Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Үрге Санъяп ауылында тыуған. Мәктәпте алтын миҙалға тамамлай һәм Өфөләге Башҡорт дәүләт медицина институтының дауалау факультетына уҡырға бара. Алдынғы студент, Ленин стипендиаты була. 1965 йылда юғары уҡыу йортон тамамлағас, аспирантураға инергә тәҡдим ала. 1968 йылдан ошо институтта эшләй, 1989—2000 йылдарҙа педиатрия факультеты деканы, 1993 йылдан кеше анатомияһы кафедраһы мөдире.
Фəнни эшмəкəрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фəнни эшмəкəрлеге быуындар морфологияһын өйрəнеүгə арналған. Ул тубыҡ быуынының төрлө өлөштәрендә тамырҙар буйлап ҡан ағышы, лимфа төйөндәренең төҙөлөшө һәм эшмәкәрлеге, уларҙың микроциркуляр әйләнеше, тубыҡ быуыны күҙәнәктәрендәге йоҡа ярының үҙенсәлектәре, тубыҡ быуынындағы шыйыҡсаның ағып сығыуына булышлыҡ итеү һәм башҡа сетерекле проблемалар менән мәшғүл. Ваһапова Вәсилә Шәрифйән ҡыҙы тəүгелəрҙəн булып синовиаль тышса «люктарын» һүрəтлəй, быуындарҙағы трансиновиаль алмашыныуҙың концепцияһын эшлəй, быуындар капсулаһы пластикаһының яңы ысулын тəҡдим итə. 300‑ҙəн ашыу фəнни хеҙмəт һəм 6 уйлап табыу авторы. 1995 йылдан алып Бөтə Рəсəй анатомдар, гистологтар һəм эмбриологтар ғилми йəмғиəтенең Башҡортостан бүлексəһе рəйесе. 2012 йылда Салауат Юлаев ордены менән бүлəклəнә. Ике фән докторы, 15 фән кандидаты әҙерләгән. Будапешт, Ҡаһирә, Пекин, Рио-де-Жанейро, Рим, Лодзь кеүек тағы унлаған сит ҡалала һәм Рәсәй төбәктәрендә үткәрелгән Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй ғилми форумдарҙа ғалимдарҙы башҡорт морфологтары ҡаҙаныштары менән таныштыра. Тыңлаусыларҙың теләгенә ярашлы, ул сығыштарын русса йә инглизсә бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ һөйләй һәм яҙа. Халыҡ-ара морфологтар ассоциацияһының VI конгресы (Өфө, 2002), сит ил вәкилдәре ҡатнашлығында профессор С. З. Лоҡмановтың 100 йыллыҡ юбилейына бағышланған Рәсәй фәнни конференцияһы ла (2006) уның етәкселегендә үткән.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кафедра анатомии человека БГМУ (1932—2002). Өфө, 2002 (авторҙаш);
- Terminologia Anatomica‑Международная анатомическая терминология. М., 2003 (авторҙаш)
- Мениски коленного сустава: морфология, современные методы диагностики их повреждений. Өфө, 2010 (авторҙаш).
Ижтимағи эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ваһапова Вәсилә Шәрифйән ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтен ойоштороусыларҙың береһе. Ул ойошманың эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша, идара ағзаһы булараҡ, милли байрамдар, балалар йорттарына хәйриә ярҙамы күрһәтеү, фәнни-ғәмәли конференциялар, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм башҡа төрлө йәмәғәт саралары үткәреүҙә үҙ өлөшөн индерә. Ул Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы менән бүләкләнгән [1][2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фəн эшмəкəре (1997)
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мəктəп хеҙмәткәре (2002)
- Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002)
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ мəғарифы отличнигы (2011)
- СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985)
- Салауат Юлаев ордены (2012)
- Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы [1]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Ҡатын-ҡыҙ ҙа донъя тотҡаһы
- ↑ Башҡорт ҡатын-ҡыҙы мең йыллыҡтар сигендә. Өфө, 2000
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ваһапова Вәсилә Шәрифйән ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 9 июль 2022)
- http://bash.bashgazet.ru/obshestvo/4217-bhet-e-aldya-syyp-yatmay-shul.html
- 11 июлдә тыуғандар
- 1942 йылда тыуғандар
- Күгәрсен районында тыуғандар
- Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаусылар
- Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Салауат Юлаев ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Медицина фәндәре докторҙары
- Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәре
- СССР-ҙың уйлап табыусылары
- Алфавит буйынса шәхестәр