Венедиктов Анатолий Васильевич
Венедиктов Анатолий Васильевич | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 30 июнь (12 июль) 1887 или 1887[1] |
Тыуған урыны | Ергән, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы[2] |
Вафат булған көнө | 9 август 1959[2] |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, РСФСР, СССР[2] |
Ерләнгән урыны | Серафимовка зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | хоҡуҡ белгесе |
Эшмәкәрлек төрө | хоҡуҡ фәне[d] |
Эш урыны | Санкт-Петербург дәүләт университеты |
Уҡыу йорто |
Санкт-Петербург политехник институты Императорский Санкт-Петербургский университет[d] |
Ғилми исеме | профессор[d], список действительных членов АН СССР[d] һәм профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | психология фәндәре докторы[d] һәм юридик фәндәр докторы[d] |
Уҡыусылар | Георгий Кириллович Толстой[d] һәм Хаскельберг, Борис Лазаревич[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ойошма ағзаһы | СССР Фәндәр академияһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Венедиктов Анатолий Васильевич (18 (30) июнь 1887 йыл — 9 август 1959 йыл) — СССР хоҡуҡ белгесе, СССР фәндәр академияһы академигы (1958), иҡтисад фәндәре кандидаты, юридик фәндәр докторы, профессор, Ленинград дәүләт университетының юридик факультеты деканы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре. Сталин премияһы лауреаты
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Анатолий Васильевич Венедиктов 1887 йылдың 18 (30) июнендә Ерек ауылында (хәҙерге Башҡортостан) земство табибы ғаиләһендә тыуған. 1905 йылда Өфө гимназияһын тамамлай. Урындағы РСДРП(б) ойошмаһына инә, агитация менән шөғөлләнә, бының өсөн яуаплы була, әммә 1905—1907 йылдарҙағы Революция еңелеүҙән һуң, сәйәсәттән ситләшә.
1910 йылда А. В. Венедиктов Санкт-Петербург политехник институтын иҡтисад буйынса бүлеге буйынса, 1912 йылда — Санкт-Петербург университетының юридик факультетын тамамлай. 1910—1913 йылдарҙа Петербургта коммерция училищеларында хоҡуҡ фәнен һәм сауҙа хоҡуғын уҡыта. 1912 йылда Политехник институтта «Слияние акционерных компаний» темаһына диссертация яҡлай, иҡтисад фәндәре кандидаты дәрәжәһен ала һәм сауҙа хоҡуғы кафедраһында профессор эшмәкәрлегенә әҙерлек өсөн ҡалдырыла. Был маҡсатта Венедиктов фәнни дәрестәр өсөн ике тапҡыр сит илгә бара, унда граждандар һәм сауҙа хоҡуғы, рим хоҡуғы һәм папирология буйынса семинарҙарҙа эшләй: 1912 йылда Берлинда һәм Гейдельбергта, 1913—1914 йылдарҙа Геттинген, Мюнхен, Лозаннала.
1916—1917 йылдарҙа Юғары коммерция курстарында граждан хоҡуҡтары курсын уҡый, бер үк ваҡытта Сауҙа сәнәғәт һәм министрлығында эшләй, 1917 йылдың көҙөндә Баш иҡтисади комитеттың юрисконсультанты һәм айырым эштәр буйынса V класлы чиновник була.
1918—1919 йылдарҙа Ярославль университетының профессоры, кафедра сәнәғәт хоҡуҡы кафедраһы мөдире. 1919 йылдың сентябрендә Петроград политехник институтында уҡыта. 1929 йылда Ленинград дәүләт университеты (ЛДУ) профессор. 1939—1942 йылдарҙа Планлаштырыу институтында кафедра мөдире. 1944 йылда, уның етәкселегендә ЛДУ юридик факультетының 14 йыллыҡ тәнәфесенән һуң, яңынан тергеҙелгәнендә, декан (1949 йылға тиклем) һәм гражданлыҡ хоҡуғы кафедраһы мөдире итеп билдәләнә (1954 йылға тиклем).
А. В. Венедиктов фәнни эштәрен юғары уҡыу йорттарында ғына түгел, ә РСФСР финанстары халыҡ комиссариатының төрлө ғилми-тикшеренеү институттарында (1919—1927), Коммунистик Академияның совет ҡоролошо һәм хоҡуғы институтында (1928—1937, 1947—1954, 1958—1959) (аҙаҡ СССР ФА Хоҡуҡ институты тип үҙгәртелә) һәм Юридик фәндәрҙең Бөтә Союз институтында алып бара (1943—1946).
СССР Юғары Советы комиссияһы ҡарамағындағы комиссия рәйесе вазифаһында СССР Граждандар кодексын әҙерләү менән шөғөлләнә. «Известия АН СССР», «Правоведение», «Вестник Ленинградского университета». мөхәрририәт коллегияһының ағзаһы булып тора.
1958 йылда СССР Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы итеп һайлана. Варшава университетының почётлы хоҡуҡ докторы
1959 йылдың 9 авгусында вафат була. Санкт-Петербургта Серафимовка зыяратында ерләнгән[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (28.12.1942)
- Сталин премияһы
- Ленин ордены
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]А. В. Венедиктов 230-ҙан ашыу хеҙмәт яҙа. А. В. Венедиктовтың 1913 йылдан 1957 йылдарҙа тиклем библиография хеҙмәттәре «Очерки по гражданскому праву» (Л., 1957) йыйынтығында баҫтырыып сыға.
1949 йылда Венедиктовтың «Государственная социалистическая собственность» китабы Сталин премияһына лайыҡ була, ул социалистик лагерға ингән дәүләттәрҙең теленә тәржемә ителә
Төп эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Слияние акционерных компаний. — Пг.: Петроградский Политехнический Институт Императора Петра Великого, 1914. — Т. 15. — 371 с. — (Труды студентов экономического отделения Петроградского Политехнического Института Императора Петра Великого).
- Война, рост цен и старые контракты // Очередные вопросы финансовой и экономической политики. — 1917. Вып. 2 . — Пг.: Издание редакции «Вестника финансов». — 40 с.
- Кодификация кредитного и валютного законодательства. — М. : Типография «Шестой Октябрь», 1924. −26 с.
- Основные проблемы банкового законодательства : К проекту Кредитного устава СССР / НКФ СССР. Институт экономических исследований. — М. : Фин. изд-во НКФ СССР, 1925. — 27 с.
- Договорная дисциплина в промышленности / Ленинградское отделение Коммунистической академии; Институт советского строительства и права. — Л. : Изд-во Леноблисполкома и Ленсовета, 1935. — 212 с.
- Об основных проблемах советского гражданского права // Вестник Ленинградского университета. — 1947. — № 11. — С. 99—123.
- Производственное предприятие при двух- и трехзвенной системе управления промышленностью : Отдельный оттиск из сборника «Записки планового института». Выпуск VI. — 1947. — с. 3 — 56.
- Государственная социалистическая собственность / Отв. ред. В. К. Райхер. — М.: Изд-во АН СССР, 1948. — 839 с.
- Вопросы социалистической собственности в трудах Иосифа Виссарионовича Сталина // Советское государство и право. 1949. № 12.
- Венедиктов, А. В., Догадов, В. М. Ленинско-сталинское учение о социалистической организации труда // Вестник Ленинградского университета. — 1950. — С. 31—50.
- Гражданско-правовая охрана социалистической собственности в СССР / А. В. Венедиктов. — М.; Л.: АН СССР, 1954. — 268 с.
- Организация государственной промышленности в СССР : В 2-х т. / А. В. Венедиктов. — Л.: Изд-во Ленингр. ун-та, 1957—1961.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Identifiants et Référentiels (фр.) — ABES, 2011.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Венедиктов Анатолий Васильевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Могила А. В. Венедиктова на Серафимовском кладбище
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иоффе Олимпиад Соломонович, Райхер Владимир Константинович, Толстой Георгий Кириллович. Анатолий Васильевич Венедиктов: очерк жизни и деятельности. — Л.: Издательство ЛГУ, 1968. — 55 с.
- Толстой Ю. К. Анатолий Васильевич Венедиктов (1887—1959) // Известия высших учебных заведений. Правоведение. — 1976. — № 1. — С. 80—90.
- Анатолий Васильевич Венедиктов // Очерки по гражданскому праву: Сборник статей / Отв. ред. О. С. Иоффе. — Л.: Изд-во ЛГУ, 1957. — С. 5—20. — 292 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Профиль Анатолия Васильевича Венедиктова РФА рәсми сайтында
- Первый декан возрождённого факультета — Анатолий Васильевич Венедиктов (1887—1959). Юридический факультет Санкт-Петербургского университета
- Толстой Ю. К. Анатолий Васильевич Венедиктов
- Баринов Д. А., Ростовцев Е. А. Венедиктов Анатолий Васильевич // «Биографика СПбГУ»
- 12 июлдә тыуғандар
- 1887 йылда тыуғандар
- Өфө губернаһында тыуғандар
- 9 августа вафат булғандар
- 1959 йылда вафат булғандар
- Санкт-Петербургта вафат булғандар
- Санкт-Петербург политехник институтын тамамлаусылар (1917 йылға тиклем)
- Император Санкт-Петербург университетын тамамлаусылар
- Сталин премияһы лауреаттары
- Ленин ордены кавалерҙары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Закон сығарыу һәм сағыштырмалы хоҡуҡ фәне институты хеҙмәткәрҙәре
- КПСС ағзалары
- Санкт-Петербург политехник университеты уҡытыусылары
- Рәсәй иҡтисадсылары
- Юридик фәндәр докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 30 июндә тыуғандар