Водь

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Водь
Флаг
Туған тел водский язык[d]
Барлыҡҡа килгән Санкт-Петербург, Ленинград өлкәһе һәм Мәскәү
Халыҡ һаны 64 кеше (2010)[1]
Ил  Рәсәй
 Эстония
Ҡулланылған тел водский язык[d], Эстон теле һәм урыҫ теле
 Водь Викимилектә

Водь (үҙатамаһы (водь. vaďďalaizõd), вадьякко, водь, һирәк. вожане) — Рәсәйҙең төньяҡ-көнбайышында (Ленинград өлкәһе Кингисепп районы) йәшәгән Балтик буйы фин-уғыр халыҡ[2]. Водтәрҙең дөйөм һаны 73 кеше генә ҡалған (2002, халыҡ иҫәбен алыу буйынса) — ↓ 68 (2010). Нигеҙҙә, урыҫ телендә аралашалар, водь теле юҡҡа сығыу сигенә еткән[3]. Дин тотоусы водтәр — православие инанысында.

Рәсәйҙең аҙ һанлы ерле халыҡтары исемлегенә индерелгәндәр .

Йәшәгән урындары һәм һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1926 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу буйынса Ленинград өлкәһендә 694 водь кешеһе йәшәгән. 1926 йылда СССР-ҙа йәшәгән кешеләрҙән барлығы 705-е водь булған.

Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә водь кешеләре башлыса Ленинград өлкәһенең төньяғындағы Кингисепп районында, Санкт-Петербургта, шулай уҡ Эстонияның төньяҡ-көнсығышында йәшәй[4].

Элек — күп һанлы халыҡ булған, хатта Новгород республикаһының Водь пятинаһына исем биргән. 1848 йылда академик П. И. Кёппен мәғлүмәттәре буйынса, 5 148 вожан иҫәпләнгән, улар Санкт-Петербург губернаһы Ямбург һәм Ораниенбаум өйәҙенең 36 ауылында йәшәгән[5].

Водь кешеләре һаны динамикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тарихы һәм мәҙәниәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Водь ҡәүеме — Рәсәй Федерацияһы төньяҡ-көнбайышының автохтон халҡы. Археология мәғлүмәттәренә ҡарағанда, төньяҡ эстон ҡәбиләләренә яҡын туған булған ҡәбиләләрҙән б. э. 1-се мең йылына ойошҡандар. Көнбайышта Нарва йылғаһынан көнсығышта Нева йылғаһына тиклем, төньяҡта Фин ҡултығында көньяҡта Луга һәм Лусса йылғаларының өҫкө ағымына тиклем булған ерҙәрҙә таралып йәшәгәндәр. Урыҫ йылъяҙмаларында 1069 йылдан, сит ил сығанаҡтарында (папалар Александр III һәм Григорий IX буллаларында) XII быуаттан Ватланд, Ватландия иле телгә алына. Ижора яйлаһында урынлашҡан Көнсығыш Ватландия (Водь ере) XII быуаттан Новгород дәүләте вассалығында, XV быуатта христианлашҡан, бер аҙҙан көслө ассимиляцияға дусар булған. XX быуат урталарына тиклем водь теленең көнсығыш диалектында һөйләшкән кешеләр Копорье янындағы Ципина ауылында осрай. Көньяҡ Ватландия тураһында мәғлүмәттәр юҡ. Водтәрҙең һаны һуғыштар һәм күпләп (бигерәк тә мәжбүри) миграцияға китеү сәбәпле ҡыҫҡарып бара. XV быуат уртаһында урдиʜ рыцарҙары тарафынан Баска ҡалаһы янында (хәҙерге Латвия) ҡыуып алып кителгән водтәр XIX быуат урталарына тиклем кревингтар исеме аҫтында һаҡланғандар. XVII быуат аҙағында Водь ере Швеция хакимлығына күскәс, водтәрҙең күпселеге урыҫ ерҙәренә күсенә. XX быуат урталарына тиклем водтәрҙең Ленинград өлкәһе Кингисепп районында урынлашҡан ауылдары әле булһа ла һаҡлана. Өс төркөм бергә (4-6 ауыл күрше) йәшәгәндәр. XIX быуат уртаһында водтәр 5 148 кеше булған; 1917 йылғы ауыл хужалығы иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 1 мең кеше; 1926 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса — 705 кеше.

Хужалыҡ итеүҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дмитрий Цветков, водь милләтле, уҡытыусы һәм тел белгесе
XVбыуат башында Ижора һәм Водь ере

Водтарҙың хужалыҡ итеү мәҙәниәте РФ төньяҡ-көнбайышы халыҡтарыныҡы менән үҙ-ара оҡшаш булған. Төп кәсептәре — игенселек, малсылыҡ, күлдәрҙә һәм диңгеҙҙә балыҡ тотоу, урман хужалығы. XIX быуатта эш эҙләп ситкә китеү ҙә булған.

Төп ризыҡтары — арыш икмәге, арпа бутҡаһы, һуңыраҡ картуф, яңы тотолған һәм киптерелгән балыҡ. Ҡала йоғонтоһонда XIX быуатта көнкүрештәренә сәй эсеү һәм тәмәке килеп ингән.

Ауылдарҙа 30-60 хужалыҡ булған. Йорт-ҡаралтылары көнсығыш славян тибында булған, бер йәки ике бура өй (рихи) һәм ихатанан торған. Йорт эсе шулай уҡ көнбайыш урыҫтарҙыҡынса: мейесте, мейес ауыҙын ишеккә ҡаратып, ишек янында уҡ һалғандар, өҫтәл һәм түр яҡ ишектән инеү юлына ҡапма-ҡаршы мөйөшкә урынлаштырылған. Хужалар йәшәгән йорт хужалыҡ ҡоролмалары менән П рәүешендә тоташҡан була. Келәтте (радис) һәм мунсаны (саун) айырым һалғандар. Көлтә киптергестәр - әүен - уртаҡ файҙаланылган.

Кейемдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ир-ат кейеме урыҫ кейеменә оҡшаш булған. Ҡатын-ҡыҙ кейеме XIX быуат урталарына тиклем үҙенсәлеген һаҡлаған: йәш кыҙҙар аҡ төҫтәге (амы), ҡатын-кыҙҙар - күк төҫтәге, киндерҙән һуҡҡан иҙеүе ябыҡ еңһеҙ оҙон күлдәк (рукка) кейгән, өҫтөнән алъяпҡыс бәйләгән. Биҙәкләп бәйләнгән путалар йөрөткәндәр, кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙға тимер айыллы ҡайыш билбау (пуута) тағыу мотлаҡ булған. Кейәүгә сыҡмаған кыҙҙар байрамдарҙа сәс толомдарын беркетеп тороусы махсус ярымтүңәрәк баш кейеме кейгән. Кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙарҙың сәс толомон киҫкәндәр (ҡыҙҙың әсәһе сәс толомон кейәү ҡулына тотторған, киҫелгән толомдо ғүмер буйы һаҡлағандар, сәс хужаһы үлгәс, табутына бергә һалғандар), баш кейеме лә рәүешен үҙгәртә, аҡ төҫтәге осло башлыҡ (пайкас) була. Беренсе балаһы тыуғас, ҡатын-ҡыҙҙың баш кейеменең төҫө ҡыҙылға үҙгәрә. Биҙәнеү әйберҙәре көнбайыш һәм көнсығыш тәьҫирендә күп төрлө була: ураҡ рәүешле күкрәксә, муйынсалар, ҡолаҡ һәм сикә алҡалары ҡулланыла. Баш кейемдәре, күкрәксәләр сәйлән менән сигелә, аҡҡурғаш, тәңкәләр, ҡыңғырауҙар аҫып биҙәлә. Өлкән йәштәге ҡатын-кыҙҙар аҡ төҫтәге ябай өҫ кейеме (уммико) кигән, баштарын һәм елкәләрен ҙур аҡ япма (ыгалина) менән ҡаплаған. XIX быуат уртаһынан урыҫ ҡатын-ҡыҙҙары кеүек кейенә башлайҙар.

Усть-Луга порты һәм водь халҡының юҡҡа сығыу проблемалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Водь, фин һәм ижора ауылдары картаһы, йә 1848-2007

Водь тулы ассимиляцияға яҡын. Уст-Луга портын төҙөү планы Краколье ауылын емереүҙе күҙҙә тота, ә Лужица ауылы индустриаль зонала тороп ҡаласаҡ. Компактлы йәшәү урындарын юҡҡа сығарыу ташлау, һис шикһеҙ, Водь теле һәм мәҙәниәтенең үлемен аңлата.[6] Портты үҫтереү планы халыҡты Ленинград өлкәһе ҡалаларына күсереүҙе күҙҙә тота, һәм был осраҡта традицияларҙы һәм телде һаҡлау тураһында һүҙ була алмай.

Рәсәй Фәндәр академияһының Тел ғилеме институты директоры, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы , профессор Виктор Виноградов Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш һәм сауҙа министрлығына, шулай ук ​​Ленинград өлкәһе хакимиәтенә Водь ауылдарын емереүҙе киҫәтеү һәм әҙ һанлы халыҡты юҡ итеүҙән һаҡлау үтенесе менән мөрәжәғәт итә. «Усть-Луга» компанияһы башлығы Николай Иевлев[7] әйтеүенсә, бында әҙ һанлы халыҡ юҡ, һәм Лужицы ауылы төҙөлөш зонаһына индерелмәгән, шуға борсолорлоҡ нәмә юҡ.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]