Ҡарамышев Ғәлимйән Харис улы
Ғәлимйән Ҡарамышев | ||||
Исеме: |
Ҡарамышев Ғәлимйән (Ғәлим, Әлим) Харис улы | |||
---|---|---|---|---|
Тыуған ваҡыты: | ||||
Тыуған урыны: | ||||
Вафат ваҡыты: | ||||
Вафат урыны: | ||||
Гражданлығы: | ||||
Театр: | ||||
Наградалары: |
|
Ҡарамышев Ғәлимйән (Ғәлим, Әлим) Харис улы (4 декабрь 1903 йыл — 20 ғинуар 1977 йыл) — башҡорт театр актёры. РСФСР‑ҙың (1955) һәм Башҡорт АССР-ының (1940) халыҡ артисы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955) һәм «Почёт Билдәһе» (1944) ордендары кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәлимйән Ҡарамышев, Ғәлимйән (Ғәлим, Әлим) Харис улы Ҡарамышев 1903 йылдың 4 декабрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе[1] Маҡар ауылында тыуған.
1926—1927 йылдарҙа Мәскәүҙәге Дәүләт кинематография институтында уҡый.
1919—1970 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡарамышев сәнғәте көслө һәм сағыу комизм, тәьҫирлелек, характерҙы теүәл асып биреү менән айырылып тора. Төп репертуары сатирик йүнәлештәге киҫкен характерлы ролдәрҙән тора:
- классик рус драматургияһында — Бобчинский («Тикшереүсе»), Кочкарёв («Өйләнеү», икеһе лә — Н. В. Гоголь), Шмага («Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр», А. Н. Островский), Серебряков («Ваня ағай», А. П. Чехов); хәҙерге заман — Незеласов («Бронепоезд 14—69», Вс. Иванов), Кокорышкин («Ябырылыу», Л. М. Леонов);
- башҡорт — Исмәғил («Ғәлиәбаныу»), Күсәрбай («Таңсулпан», Ҡ. Даян). Байтаҡ трагик образдар ижад итә: Фәхри («Ҡара йөҙҙәр», М. Ғафуриҙың шулай уҡ исемле повесы буйынса Ғ. Әмири һәм В. Ғ. Ғәлимов инсценировкаһы), Кинйәбай («Зимагорҙар», С. М. Мифтахов), Пугачёв («Салауат батыр», Ф. М. Сөләймәнова). «Сыңрау торна» («Журавлиная песнь») фильм-балетында төшә (Свердловск к/ст, 1959).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- РСФСР‑ҙың халыҡ артисы (1955)
- РСФСР‑ҙың атҡаҙанған артисы (1949)
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1940)
- БАССР‑ҙың атҡаҙанған артисы (1935)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1955)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1944).
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Өфөлә Ҡарамышев йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (рус.) «Китап» нәшриәте, 1999, 165 с. ISBN 5-295-02294-3. Ленина улица, 65 А
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡарамышев Ғәлимйән Харис улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 3 декабрь 2022)
- YouTube сайтында Ҡарамышевтар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ишембай районында тыуғандар
- 4 декабрҙә тыуғандар
- 1903 йылда тыуғандар
- 20 ғинуарҙа вафат булғандар
- 1977 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- РСФСР-ҙың халыҡ артистары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артистары
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артистары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артистары
- Шәхестәр:Башҡорт дәүләт академия драма театры
- Ҡарамышевтар
- Маҡар мәктәбен тамамлаусылар