Гельфер Саломея Максимовна
Перейти к навигации
Перейти к поиску
Гельфер Саломея Максимовна | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 27 декабрь 1916 |
Тыуған урыны | Белосток, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 31 ғинуар 2011 (94 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү ҡалаһы, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Мәскәүҙәге Дон зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | архитектор |
Уҡыу йорто | Мәскәү архитектура институты (дәүләт академияһы) |
Әүҙемлек урыны | Мәскәү ҡалаһы, Новосибирск һәм Өфө |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Гельфер Саломея Максимовна (27 декабрь 1916 йыл — 31 ғинуар 2011 йыл) — СССР архитекторы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған архитекторы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Саломея Максимовна Гельфер 1916 йылдың 27 декабрендә Белостокта тыуған. Архитектура техникумын һәм Мәскәү архитектура институтын (МАРХИ) тамамлаған. Архитекторҙар С. Н. Кожин, Г. П. Голец, Н. И. Соболев, М. П. Парусниковтарҙың уҡыусыһы. Мәскәүҙәге Донской ҡәберлегендә ерләнгән.
Һайланма проекттары һәм ҡоролмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

С . М. Гельфер проекты буйынса төҙөлгән Өфө дәүләт циркы бинаһы
- Мәскәү ҡалаһында 3-сө Тверская-Ямская урамында күп фатирлы торлаҡ йорт, 1932.
- Төньяҡ Кавказда Теберда курорты өсөн туберкулез шифаханаһы (1939).
- Башҡортостанда Черниковка ҡалаһы проекты, хәҙер — Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөнөң мөһим райондарының береһе (1942—1945).
- Өфө циркы проекты (1966). Ул СССР-ҙың тағы ла туғыҙ эре ҡалаларында (Һамар, Донецк, Пермь, Кривой Рог, Новосибирск, Луганск, Воронеж, Харьков, Брянск) тормошҡа ашырылған.
- Театрҙарҙы: Ленинградта Киров театрын һәм Мәскәү ҡалаһында Мәскәү Художество театрын реконструкциялау һәм реставрациялау проекттары (1960—1980 йй.).
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Саломея Максимовна Гельфер 2014 йылдың 8 октябрь көнөндә архивланған. (рус.)
- С выставки в музее Щусева (рус.)
Категориялар:
- 27 декабрҙә тыуғандар
- 1916 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 31 ғинуарҙа вафат булғандар
- 2011 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған архитекторҙары
- Мәскәү архитекторҙары
- Рәсәй Федерацияһы архитекторҙары
- Өфө архитекторҙары
- Алфавит буйынса архитекторҙар
- Алфавит буйынса шәхестәр