Эстәлеккә күсергә

Голицын Пётр Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Голицын Пётр Михайлович
Герб
Рәсем
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 15 декабрь 1738({{padleft:1738|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[1]
Тыуған урыны Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 11 ноябрь 1775({{padleft:1775|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[1] (36 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы
Үлем төрө дуэль[d]
Ерләнгән урыны Некрополь Донского монастыря[d]
Атаһы Михаил Михайлович Голицын[d]
Әсәһе Татьяна Кирилловна Нарышкина[d]
Нәҫеле Голицыны[d]
Һөнәр төрө бретёр
Хәрби звание генерал-поручик[d]
Командалыҡ иткән Невский 1-се пехота полкы[d]
Һуғыш/алыш Ете йыллыҡ һуғыш, русско-турецкая война (1768—1774)[d], Бой у Татищевой[d] һәм Бой у Сакмарского городка[d]
Ғәскәр төрө Урыҫ император армияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
кавалер ордена Святого Александра Невского орден Святого Георгия III степени орден Святой Анны
 Голицын Пётр Михайлович Викимилектә

Голицын Пётр Михайлович (15 декабрь 1738 йыл — 11 ноябрь 1775 йыл) — Рәсәй империяһының хәрби эшмәкәре, кенәз, Голицындар нәҫеленән. Флигель-адъютант (1762), генерал-поручик (1775). 1756—1763 йылдарҙағы Ете йыллыҡ һуғышта, 1768—1774 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышында, 1768—1772 йылдарҙағы Речь Посполитаяла Бар конфедерацияһын һәм 1773—1775 йылдарҙағы Пугачев ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнашҡан етәкселәрҙең береһе.

Генерал-адмирал Михаил Михайловичтың (1684—1764) һәм Татьяна Кирилловнаның (ҡыҙ фамилияһы Нарышкина) (1702—1757) кесе улы. Ата-әсәһенән Пехр-Яковлевский ауылын мираҫ итеп ала.

Ете йыллыҡ һуғышта ҡатнаша, бер нисә яуҙа ҡаһарманлыҡ күрһәтә, Берлинды алыуҙа ҡатнаша. 1761 йылдың аҙағында ғәмәлдәге армиянан баш ҡала гарнизонына күсерелә һәм 1762 йылдың 8 ғинуарында император Петр III-гә флигель-адъютант итеп тәғәйенләнә, әммә һарай түңкәрелеше осоронда Екатерина II яҡлылар яғына күсә.

17681769 йылдарҙа Төркиә менән һуғышта ҡатнаша, Хотинды алыуҙа батырлыҡ күрһәтә. 1769—1770 йылдарҙа — полковник, һуңынан — бригадир, генерал-поручик Веймарнҙың корпусының Санкт-Петербург карабинер полкы командиры. 1770 йылдың 12 мартынан — III дәрәжә Изге Георгий ордены кавалерҙары исемлегендә дүртенсе[2][3] 1770 йылдың 4 декабренән башлап — генерал-майор,[4]. Поляк корпусында пехота бригадаһы командиры[5] . — шул уҡ ваҡытта ул Невский пехота полкы менән бригадир дәрәжәһендә етәкселек итә.

Пугачев менән көрәше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1773 йылдың 29 ноябрендә Хәрби коллегияһы указы на ярашлы генерал-майор П. Д. Мансуров менән генерал-аншеф А. И. Бибиковҡа ебәрелә, Бибиков Пугачев ихтилалын баҫтырыуға йүнәлтелгән ғәскәрҙең командующийы итеп тәғәйенләнә[6]. Ҡаҙанға килеп етеү менән Яңы-Мәскәү юлынан Пугачев ҡамауға алған Ырымбурға табан ебәрелгән корпусты етәкләй. 1774 йылдың 10 мартында Голицын Сорочинск ҡәлғәһенә бәреп инә, унда генерал Мансуровтың бригадаһын үҙенә ҡушып ала, Мансуровтың бригадаһы Иҫке-Мәскәү юлы буйлап Һамарҙан атаман Арапов отрядтары менән бер нисә алыштан һуң килгән була.

Голицындың Пехр-Яковлевский усадьбаһы (яҡынса 1810 йыл)

1774 йылдың 22 мартындағы Татищев ҡәлғәһе янындағы алышта Голицын командалығы аҫтына берләштерелгән корпустар ихтилалсылар ғәскәрен бик ауыр еңелеүгә дусар итәләр. Мансуровтың бригадаһын Пугачевтың төп көстәренең Яйыҡ ҡаласығына табан сигенеү мөмкинлеген кисектеререү өсөн ҡалдырып, Голицын Ырымбурға ҡарай юллана һәм 29 мартта ҡаланы яулап ала[7]. Переволоцк ҡәлғәһе янында Пугачев хөкүмәт ғәскәрҙәрен осрата һәм кире яҡҡа боролорға мәжбүр була, Һаҡмар ҡаласығы тирәһендәге алышта 1 апрелдә баш күтәреүселәр тағы ла ҡыйратылалар. Еңелеүҙән һуң Пугачев Ағиҙел аша сығып, Көньяҡ Урал заводтары яғына китә.

9 апрелдә А. И. Бибиков вафат була. Ихтилалды баҫтырыуға ебәрелгән көстәргә етәксе итеп дәрәжәһе буйынса өҫтөнлөклө булған генерал-лейтенант Ф. Ф. Щербатов тәғәйенләнә. Голицын үҙен ситләтелгән тип тоя, корпустың төп көстәре менән Ырымбурҙа өс айға яҡын тотҡарлана, баш күтәреүселәр өсөн был тотҡарланыу бик ыңғай роль уйнай, сөнки тарҡалған отрядтарҙы һәм ҡоралдарҙы тулыландырыуға мөмкинлек бирә.

Июль башында Голицын Ырымбурҙан Өфөгә килә, ә унан һуң — Ҡазанға юл тота. Был ваҡытта Ҡазан янында Михельсон тарафынан тар-мар ителгән Пугачев Саранск һәм Пензаны яулап ала, бөтә Волга буйында крәҫтиән фетнәләре ҡуба, Мәскәүҙә ысынында Пугачев килеп тер тип хәүефкә ҡалалар. Яңы командующий итеп генерал-аншеф П. И. Панин тәғәйенләнә[8]. Голицындың бригадаһы Волга буйында ҡупҡан крәҫтиәндәр болаларын баҫтырыуҙа ҡатнаша.

1775 йылғы ихтилал баҫтырылғандан һуң Голицын генерал-поручик итеп үрләтелә һәм Изге Александр Невский ордены менән бүләкләнә. Шул уҡ йылдың 11 ноябрендә Мәскәүҙә дүэлдә, аҙағына тикле асыҡланмаған шарттарҙа, атып үлтерелә.

Кесе соборҙағы Голицындың ҡәберлеге (скульпторҙары Я . И. Земельгак, Ф. И. Шубин) Дон монастырының иң яҡшы ҡәберлеге тип һанала[9]. Унда бик серле эпитафия яҙылған: «Благополучие человека не состоит ни в животе, ни в смерти, но в том, чтоб жить и умереть со славою».

Голицын Михаил Петрович

Голицындың үлеме тураһында бер ниндәй ҙә рәсми белдереүҙәр булмай. Тәүге рәсми булмаған версия буйынса ул бригадир П. А. Шепелев менән ыҙғышы өсөн элекке хеҙмәттәше, Новгород карабинер полкының отставкалағы секунд-майоры Ф. С. Лавров тарафынан үлтерелгән. Һуңынан шулай уҡ Голицынды үҙе Шепелев үлтергән тигән версия ла барлыҡҡа килә, әммә ул Потемкиндың яҡын кешеһе булараҡ бөтә ғәйеп майорға йөкмәтелә[10].

Тикшереүселәр, Екатерина II Голицындар нәҫеленең абруйын төшөрмәҫ өсөн дуэлдең деталдәрен асыуҙы тыйған, тигән һөҙөмтәгә килә.

1763 йылдың 28 июлендә Петр Михайлович княжна Долгорукова Екатерина Александровнаға (1745—1770) өйләнә. Никахтан тыуған ике бала тыуа. Икенсе ҡатыны — княжна Анна Михайловна Волконская (1749—1824).