Григорян Самвел Самвелович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Григорян Самвел Самвелович
әрм. Սամվել Սամվելի Գրիգորյան
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 18 март 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны СССР, Кавказ аръяғы Социалистик Федератив Совет Республикаһы[d], Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы, Таулы-Карабах автономиялы өлкә[d], Мардакертский район[d], Ванк[d]
Вафат булған көнө 11 апрель 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (85 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Ногинск
Ерләнгән урыны Троекуров зыяраты[d]
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө Механика
Эш биреүсе М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ойошма йәки клуб ағзаһы Рәсәй Фәндәр академияһы[d] һәм СССР Фәндәр академияһы[d]
Уҡыу йорто МДУ-ның механика-математика факультеты[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Седов Леонид Иванович
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Григорян Самвел Самвелович (әрм. Սամվել Սամվելի Գրիգորյան; 18 март 1930, Гиши ауылы Таулы-Карабах автономиялы өлкә, Әзербайжан ССР-ы — 11 апрель 2015, Ногинск, Мәскәү өлкәһе Рәсәй Федерацияһы) — механика өлкәһендә совет һәм Рәсәй ғалимы, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (2000).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы, Самвел Алексанносович (Александрович) Тер-Григорянц, 1929 йылда, улы тыуғанға тиклем үк вафат була, һәм Самвел шулай уҡ педагог, Бөйөк ватан һуғышында ҡатнашыусы үгәй атаһы Вартанов Вартан Минасович ғаиләһендә тәрбиәләнә[1]. Әсәһе, Сиран Манвелян Михайловна (1904—1976), һуғыштан алда һәм унан һуң Баҡы ҡалаһының әрмән мәктәптәрендә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта, үҙ хеҙмәте өсөн Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почет Билдәһе» ордендарына лайыҡ була. Самвелдан башҡа ғаиләлә тағы өс ҡыҙ тәрбиәләнә — ике өлкән бер туған апайҙары Светлана һәм Селенита һәм кесе үгәй һеңлеһе Сильва. 1938 йылда ғаилә Баҡыға күсеп килә, һуңғараҡ С. С. Григорян, ата-әсәһе тыуған яҡтарын «30-сы йылдар аҙағындағы күңелһеҙ ваҡиғалар» менән бәйле ташлап китергә мәжбүр булдылар тип иҫләй. Баҡыла үгәй атаһы 35-се урыҫ мәктәбендә уҡыта башлай, 1940 йылда уның директоры була.

Самвел урта мәктәпте Баҡыла алтын миҙал менән тамамлай[2].

1953 йылда МДУ-ның механика-математика факультетын отличие менән тамамлай. В. П. Карликов, Д. Д. Ивлев, Ю. А. Демьянов, А. А. Дезин, В. П. Михайлов, М. И. Шабунин, буласаҡ ҡатыны Каменомостская Сусанна уның курсташтары була. Һуңынан Сусанна Львовна (сит илдә Shoshana Kamin) Тель-Авив университетының билдәле математигы, профессоры булып китә.

1956 йылда Григорян шунда уҡ аспирантураны тамамлай. Л. И. Седовтың уҡыусыһы[3]. 1956—1959 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетында гидромеханика кафедраһының кесе ғилми хеҙмәткәре булып эшләй[2].

1957 йылда «Некоторые задачи гидродинамики тонких тел» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы[4], ә 1965 йылда — докторлылыҡ диссертацияһы яҡлай[5], темаһы «Исследования по механике грунтов»[2].

1959 йылдың июненән алып Мәскәү дәүләт университетының Механика институтында эшләй, кесе, өлкән ғилми хеҙмәткәр, бүлек мөдире, артабан — тәбиғи процестар механикаһы лабораторияһы мөдире. 1962—1981 йылдарҙа — МДУ-ның Механика институтының фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары. 1992 йылдан алып 2000 йыл буйынса МДУ-ның Механика институты директоры (альтернатив нигеҙҙә хеҙмәт коллективы тарафынан һайлана). 2001 йылда Мәскәү дәүләт университетының Механика институтының тәбиғи процестар механикаһы лабораторияһына етәкселек эшенә әйләнеп ҡайта[3].

Шул уҡ ваҡытта С. С. Григорян педагогик эшен алып барыуын дауам итә, 1960 йылдың октябренән алып 1959 йылдың ғинуарына тиклем Пекин университетында уҡыта, 1958—1959 йылдарҙа — МФТИ-ла, академик М. А. Лаврентьев етәкселек иткән 9-сы кафедрала (1958 йылдың сентябренән — кафедра мөдире урынбаҫары), 1961 йылдан гидромеханика кафедраһында «Тупраҡ механикаһы» махсус курсын уҡый[6]. МДУ-ның газ һәм тулҡын динамикаһы кафедраһы профессоры (1968). Мәскәү университетының атҡаҙанған профессоры (1997)[7].

1987 йылдың 23 декабрендә СССР Фәндәр академияһының (механика бүлекге буйынса) ағза-корреспонденты итеп һайлана. 2000 йылдың 26 майында Рәсәй фәндәр академияһы академигы (Ер тураһында фәндәр бүлеге буйынса) итеп һайлана. Әрмәнстан Республикаһы Милли фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2000). РФА-ның Ер тураһында фәндәр бүлегенең Бюро ағзаһы. 2007 йылдың 30 ғинуарында Ҡытай Фәндәр академияһының 57-се сит ил ағзаһы булып китә.

Рәсәй Фәндәр академияһының «Прикладная математика и механика», «Прикладная механика и техническая физика», «Физика горения и взрыва» журналдарының редколлегия ағзаһы.

Оҙайлы ауырыуҙан һуң вафат була. Троекуров зыяратында ерләнгән.

Ғилми һөҙөмтәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе тотош мөхит механикаһы. Гидроаэродинамикала, шартлау процестары механикаһында, деформацияланыусы ҡаты есем механикаһында, тәбиғи процестар, тупраҡ һәм тау тоҡомдары механикаһында, сейсмологияла һәм геомеханикала, гетероген мөхит механикаһында, биомеханикала, спорт механикаһында фундаменталь һөҙөмтәләргә өлгәшә.

1958 йылда С. С. Григорян бер үлсәмле газ хәрәкәтенең конкрет мәсьәләләренең береһен хәл итә[6]. 1955—1960 йылдарҙа ул тупраҡ массивының иң ябай револогик моделен төҙөй, модель күләм деформацияларының һәм күсеш деформацияларының һыҙыҡһыҙ һәм кире ҡайтмаҫлыҡ булыуын иҫәпкә ала һәм тупраҡтың сикке һәм уға тиклемге тороштарын үҙ эсенә алырға һәләтле. Һуңыраҡ ул тупраҡ һәм тау тоҡомдары механикаһының дөйөмләштерелгән математик моделдәрен тәҡдим итә, унда шулай уҡ күсештең һығылмалы-пластик характеры һәм күсештә һығылмалыҡ сигенең баҫымға бәйлелеге иҫәпкә алына[8]. Мәҫәлән, 1959—1960 йылдарҙа С. С. Григорян динамик йөкләнештәр тәьҫирендә һыуға туйынмаған тупраҡтарҙың ирекле хәрәкәтен тасуирларға мөмкинлек биргән тигеҙләмәләрҙең ябыҡ системаһын ала. Бында, урта нормаль баҫым һәм тығыҙлыҡ араһында берҙән бер ярашлылыҡ пластик деформация һәм һығылмалы деформация ваҡытында төрлөсә була, ә деформация тиҙлеге тензорының пластик төҙөүсеһе девиаторы көсөргәнеш тензоры девиаторына пропорциональ тип ҡабул ителә. Был модель сиктәрендә С. С. Григорян 1964 йылда йомшаҡ тупраҡта ер аҫты шартлауында сферик тулҡындың таралыуы тураһында мәсьәләне хәл итә, өҫтәүенә, күренеште һуңғы стадияһына тиклем, шартлау камераһы эргә-тирәһендә хәрәкәт туҡтағанға тиклем иҫәпләүгә өлгәшә[9].

Тәҡдим ителгән моделдәр статик һәм шулай уҡ етеҙ динамик процестарҙы тасуирлау өсөн яраҡлылар һәм йомшаҡ тупраҡҡа ла, шулай уҡ ҡая тау тоҡомдарына ла ҡулланыла алалар. Улар тәьҫир итеүсе йөкләнештең киң диапазонында, төҙөлөш практикаһынан алып шартлау процестарына тиклем (шул иҫәптән ядро), тупраҡ һәм тау тоҡомдарының тигеҙләнеше, хәрәкәте, деформацияланыуы һәм емерелеүе тураһында мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн ҡулланыла[8]. С. С. Григорян ҡар ишелмәләре, боҙлоҡтар, ишелгән ер, силдәр, тау ишелмәләре хәрәкәтенең математик теорияһын эшләй.

С. С. Григорьян, түшәмә йөҙгә нормаль баҫымдың юғары ҡиммәттәрендә билдәле Кулон законын алмаштырыусы, ваҡланған тау тоҡомо ағымының өҫкө йөҙгә ышҡылыуының яңы законын булдыра. Ошо законға таянып, ишелеүсе ҡарҙың «һауа тулҡыны» тәбиғәтен, боҙлоҡтарҙың тиҙ ҡуҙғалыу феноменын, ҙур масштаблы тау ишелмәләренең аномаль хәрәкәтсәнлеген аңлата[3]. Биомеханика өлкәһендә күпселек хайуандарҙың һәм кешеләрҙең ҡанында үҙенсәлекле юғары молекуляр биополимерҙар булыуын аса, улар ҡан әйләнеше системаһында ҡан ағымына гидродинамик ҡаршылыҡты кәметәләр[6].

Ер тетрәү сығанағының эволюция процесы һәм ер тетрәү барлыҡҡа килеүенең математик теорияһын эшләй һәм хәҙерге заман сейсмологияһының теоретик төп эмпирик законлыҡтарын сығара. Ер тетрәү билдәләренә мониторинг үткәреү өсөн регистрациялау станциялары селтәрен ойоштороу схемаһын һәм көслө ер тетрәүҙәрҙе күҙаллау өсөн һөҙөмтәләрҙе эшкәртеү һәм интерпретациялау ысулын тәҡдим итә.

Һыуға һалғанда үҙенең күләмен 50 тапҡырға тиклем арттырыусы яңы матдә (кавэласт) булдырыуҙа, һәм уны практик ҡулланыуҙың бер нисә технологияларын эшләүҙә ҡатнаша[3].

Ғаләмдең төҙөлөшө һәм динамикаһының принципиаль яңы концепцияһын тәҡдим итә. Метеориттарҙың планеталар атмосфераһында хәрәкәт итеү һәм онталыу процестары теорияһын төҙөй һәм Тунгус метеориты феноменына аңлатма тәҡдим итә. 1994 йылда Шумейкерҙар — Леви 9 кометаһының Юпитер планетаһы менән бәрелеше эҙемтәләренең иҫәп-хисабын башҡара, артабан күҙәтеүҙәр һөҙөмтәләре уларҙы раҫлай[3].

10-дан ашыу фән докторы һәм 40-тан ашыу кандидат әҙерләгән.

320-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 70 уйлап табыу авторҙашы[3].

Ижтимағи эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Оҙайлы ваҡыт (1982 йылдан алып 1990 йылдар башына тиклем) СССР-ҙың Милли олимпия комитеты ағзаһы булып тора. 1976 йылда СССР сана спорты Федерацияһы рәйесе итеп һайлана, ә 1980 йылда — СССР бобслей һәм сана спорты Федерацияһы рәйесе, бер нисә тапҡыр спорт делегациялары етәксеһе булараҡ сит илдәргә сыға.

Мәскәү әрмән общинаһын ойоштороусыларҙың береһе, 1991—2001 йылдарҙа ошо ойошманың рәйесе.

Әрмәнстан Республикаһы парламенты депутаты (1990—1995)

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1985),

Украина ССР-ының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1991),

М. В. Ломоносов исемендәге премия лауреаты (Мәскәү, 1967 икенсе дәрәжә),

С. А. Чаплыгин исемендәге премия лауреаты (СССР ФА, 1970),

М. А. Лаврентьев исемендәге премия һәм алтын миҙалы менән бүләкләнә (СССР ФА, 1986),

В. И. Вернадский исемендәге алтын миҙал (РФА, 2013).

Баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Айырым баҫмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Благосклонов В. И., Васильченко В. И., Григорян С. С. и др.  Аэромеханика сверхзвукового обтекания тел вращения степенной формы / Под ред. Г. Л. Гродзовского — М.: Машиностроение, 1975. — 183 б.
  • Механика ледников / Под ред. С. С. Григоряна — М.: Ин-т механики МГУ, 1977. — 49 б.
  • Гляциология и механика грунтов / Под ред. С. С. Григоряна — М.: Изд-во Моск. ун-та, 1982. — 107 б.
  • Механика биологических сплошных сред / Под ред. С. С. Григоряна, С. А. Регирера — М.: Изд-во Моск. ун-та, 1986. — 173 б.
  • Формирование оползней, селей и лавин. Инженерная защита территорий / Под ред. Г. С. Золотарёва, С. С. Григоряна, С. М. Мягкова — М.: Изд-во Моск. ун-та, 1987. — 180 б.
  • Григорян С. С., Красс М. С., Гусева Е. В., Геворкян С. Г.  Количественная теория геокриологического прогноза — М.: Изд-во Моск. ун-та, 1987. — 265 б.

Мәҡәләләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Григорян С. С.  Об общих уравнениях динамики грунтов // Докл. АН СССР. — 1959. — Т. 122, № 2. — С. 285—287.
  • Григорян С. С.  Об основных представлениях динамики грунтов // Прикл. математика и механика. — 1960. — Т. 24, № 6. — С. 1057—1072.
  • Григорян С. С.  К решению задачи о подземном взрыве в мягких грунтах // Прикл. математика и механика. — 1964. — Т. 28, № 6. — С. 1070—1082.
  • Григорян С. С.  Некоторые вопросы математической теории деформирования и разрушения твёрдых горных пород // Прикл. математика и механика. — 1967. — Т. 31, № 4. — С. 643—649.
  • Григорян С. С.  К вопросу о природе Тунгусского метеорита // Докл. АН СССР. — 1976. — Т. 231, № 1. — С. 57—60.
  • Григорян С. С.  Новый закон трения и механизм крупномасштабных горных обвалов и оползней // Докл. АН СССР. — 1979. — Т. 244, № 4. — С. 846—849.
  • Григорян С. С.  О движении и разрушении метеоритов в атмосферах планет // Космические исследования. — 1979. — № 6. — С. 875—893.
  • Григорян С. С., Любимов Г. А., Регирер С. А.  Проблемы биомеханики // Актуальные проблемы механики / Под ред. Г. И. Петрова — М.: Изд-во Моск. ун-та, 1984. — 128 б. — С. 76—83.
  • Григорян С. С.  О механизме возникновения землетрясений и содержании эмпирических закономерностей сейсмологии // Докл. АН СССР. — 1988. — Т. 299, № 5. — С. 1094—1101.
  • Григорян С. С.  О строении и динамике Вселенной // Современные математические проблемы механики и их приложения — М.: Наука, 1989. — 238 б. — (Труды МИАН СССР, т. 186). — С. 91—105.
  • Григорян С. С.  Приближённое решение задачи о проникании тела в грунт // Изв. РАН. Механика жидкости и газа. — 1993. — № 4. — С. 18—24.
  • Григорян С. С.  О крупномасштабной модели Вселенной // Докл. РАН. — 2002. — Т. 386, № 4. — С. 471—474.

Интервью[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

А. Сушков Формулы стихии // «Правда».

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Память народа
  2. 2,0 2,1 2,2 Академик Российской академии наук Самвел Самвелович Григорян. Биография. // Сайт Института механики МГУ. 20 май 2016 тикшерелгән.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Памяти Самвела Самвеловича Григоряна (18.03.1930 — 11.04.2015) // Прикл. математика и механика. — 2015. — Т. 79, № 4. — С. 584—587.
  4. Автореферат кандидатской диссертации С. С. Григоряна (карточка). // Каталог РНБ. 7 август 2016 тикшерелгән.
  5. Автореферат докторской диссертации С. С. Григоряна (карточка). // Каталог РНБ. 7 август 2016 тикшерелгән.
  6. 6,0 6,1 6,2 Механика в Московском университете, 2005
  7. Григорян Самвел Самвелович. // Сайт «Летопись Московского университета». 20 май 2016 тикшерелгән.
  8. 8,0 8,1 Григорьян А. Т., Фрадлин Б. Н.  Механика в СССР — М.: Наука, 1977. — 192 б. — С. 104—105, 107.
  9. Строительная механика в СССР. 1917—1967 / Под ред. И. М. Рабиновича — М.: Стройиздат, 1969. — 423 б. — С. 351—352.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Механика в Московском университете / Под ред. И. А. Тюлиной, Н. Н. Смирнова — М.: Айрис-пресс, 2005. — 352 б. — ISBN 5-8112-1474-X.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]