Гулеватый Кирилл Дмитриевич
Гулеватый Кирилл Дмитриевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 17 март 1912 |
Тыуған урыны | Верхний Кульчум[d], Йәрмәкәй районы, СССР |
Вафат булған көнө | 18 октябрь 1996 (84 йәш) |
Вафат булған урыны | Пятигорск, Ставрополь крайы, Рәсәй |
Хәрби звание | подполковник[d] |
Һуғыш/алыш | Совет-поляк һуғышы (1939)[d] |
Ғәскәр төрө | артиллерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Гулеватый Кирилл Дмитриевич (17 март 1912 йыл — 18 октябрь 1996 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, еңел артиллерия полкы командиры, гвардия полковнигы (1943). Советтар Союзы Геройы (1945).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кирилл Дмитриевич Гулеватый 1912 йылдың 17 мартында Үрге Күлсум ауылында (хәҙер — Башҡортостандың Йәрмәкәй районы)тыуған. Мәктәптә һигеҙ класты, ә унан һуң — тиҙләтелгән юғары агроколхоз мәктәбен тамамлай. Артабан район колхоз союзында инспектор, Башҡорт АССР-ы Бәләбәй районы Приют ауылында ауыл хужалығы станцияһында мөдир, һуңыраҡ Бәләбәй район комсомол комитетында секретарь булып эшләй. 1933 йылда Гулеватый Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһына хеҙмәткә саҡырыла. 1936 йылда ул Хабаровск хәрби-сәйәси училищены, 1939 йылда Горький ҡалаһында Хәрби-сәйәси училище эргәһендә хәрби комиссарҙар курсын тамамлай. Польша походында һәм совет-фин һуғышында ҡатнаша. 1941 йылдың июненән — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 1943 йылда Гулеватый Юғары артиллерия мәктәбе эргәһендә дивизион командирҙары курсын тамамлай. 2-се гвардия танк армияһы 198-се айырым еңел артиллерия бригадаһының 274-се гвардия еңел артиллерия полкы менән командалыҡ итә. Курск өлкәһен, Одесса, Херсон, Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша, Германияла һуғыштарҙа була. Һуңғы һуғыштарҙа батырлыҡ күрһәтә[1].
1945 йылдың 14 апрелендә Кюстрин плацдармы районында Гулеватыйҙың полкы дошман оборонаһының ике һыҙығын уңышлы өҙөүгә булышлыҡ итә. 21 апрелдә полк бөтә бригадаларҙан беренсе булып Берлиндың үҙәгенә ут аса. Бер аҙна һуғыш эсендә полк яугирҙәре артиллерияның һәм минометтарҙың 16 дошман батареяһын, 48 пулеметын, 19 автомашинаһын юҡ итә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 31 майындағы указы менән «полк менән оҫта командалыҡ иткәне, командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне, немец илбаҫарҙары менән һуғышта батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн» гвардия подполковнигы Кирилл Гулеватыйға Ленин ордены һәм «Алтын йондоҙ» миҙалы (6748 һанлы) тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
1946 йылда Гулеватый Ленинградта полк командирҙары курсын, 1952 йылда — М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияны тамамлай. 1959 йылда подполковник дәрәжәһендә запасҡа китә. Одессала йәшәй, һуңыраҡ Пятигорск ҡалаһына күсеп килә. 1996 йылдың 18 октябрендә вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (31.05.1945)[2][3].
- Ленин ордены.
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (06.01.1944)[4].
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (20.07.1944)[5].
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены.
- Александр Невский ордены (20.02.1945)[6].
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (17.07.1943)[7].
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[8].
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены.
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1944).
- «Одесса оборонаһы өсөн» миҙалы
- Миҙалдар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Гулеватый Кирилл Дмитриевич . «Герои страны» сайты.
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 12, л. 380, 381)
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 170, л. 4)
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 2306, л. 8, 14, 15)
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 1851, л. 1, 28, 29)
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686196, д. 2742, л. 2, 24, 25)
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682526, д. 1304, л. 3, 51, 52)
- ↑ Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
- Славные сыны Башкирии. Книга 4. Уфа, 1979.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гулеватый Кирилл Дмитриевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 16 март 2022)
- 17 мартта тыуғандар
- 1912 йылда тыуғандар
- Йәрмәкәй районында тыуғандар
- 18 октябрҙә вафат булғандар
- 1996 йылда вафат булғандар
- Рәсәйҙә вафат булғандар
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Александр Невский ордены (СССР) кавалерҙары
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Одессаны обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Бөйөк Ватан һуғышы артиллеристары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- СССР подполковниктары