Гыдан милли паркы
«Гыдан» милли паркы | |
---|---|
Категория МСОП — II (Милли парк) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 878 174 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 7 октябрь 1996 йыл |
Урынлашыуы | |
71°50′35″ с. ш. 78°12′23″ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Ямал-Ненец автономиялы округы |
Район | Таз район |
gdanskiyzp.ru | |
Гыдан милли паркы Викимилектә |
Гыдан милли паркы (рус. Национальный парк «Гыданский») Рәсәй Федерацияһы Төмән өлкәһе Ямал-Ненец автономиялы округының Таз районында, Кара диңгеҙе утрауҙарында һәм Гыдан ярымутрауында урынлашҡан. Көнбайыш Себерҙең иң төньяҡ тәбиғәтте һаҡлау комплексы. Дөйөм майҙаны — 898 174 гектар.
Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе 1996 йылдан ҡурсаулыҡ статусына эйә була. Рәсәй Федерацияһының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының 2019 йылдың 27 декабрендәге бойороғона ярашлы милли парк итеп үҙгәртелә[1]. Милли парк режимы һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре территорияһында тәбиғәтте һаҡлауҙың төрлө режимлы функциональ зоналарын бүлеү мөмкинлеген бирә. Шуларҙың береһе — тәбиғәт менән традицион киң идара итеү зонаһы. Был территорияла йәшәгән ерле халыҡтар — гыдан ненецтары һәм энецтары традицион хужалыҡ эшмәкәрлеге (һунар, еләк һәм бәшмәк йыйыу) алып бара ала[2].
Территорияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Милли парктың һаҡланыусы зонаһы майҙаны — 150 мең гектар[3].
Милли парк сиктәренә түбәндәгеләр инә:
- Явай ярымутрауы (72-се параллелдең төньяғында)
- Мамонт ярымутрауының төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш өлөштәре
- Олений ярымутрауы
- Юрат ҡултығы яр буйы
- Олений, Шокальский, Проклятье һәм Ровный утрауҙары.
Ҡурсаулыҡ булдырылыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Биш кластеры булған 878 174 гектар майҙанлы Гыдан ҡурсаулығы 1996 йылдың 7 октябрендә барлыҡҡа килә, әммә ғәмәлдә 2001 йылда ғына эшләй башлай.
Гыдан ярымутрауында ҡурсаулыҡ ойоштороу идеяһы 1970—1980 йылдар аҙағында тикшерелгән берҙәм Ямал-Гыдан ҡурсаулығы булдырыу концепцияһынан үҫеп сыға. 1991 йылдың июнендә Ямал-Ненец халыҡ депутаттары округ Советының ведомство-ара махсус ултырышында ике айырым ҡурсаулыҡ булдырыу тураһында ҡарар сығарыла.
Ойоштороу буйынса тәүге проектты Санкт-Петербург университетының Экосервис ғилми-тикшеренеү һәм производство үҙәге тормошҡа ашыра. Проект ахыр сиктә булғандарҙан ныҡ айырыла:
- 296,7 мең гектары тулыһынса һаҡланған тип иғлан ителә (хәҙергегә ҡарағанда 2 тапҡырға күберәк);
- дөйөм күләме 8628,7 мең гектарға етә (хәҙергегә ҡарағанда 10 тапҡырға күберәк);
- биосфера ҡурсаулығы булараҡ планлаштырыла.
1991 йылдың сентябрендә был проект округ башҡарма комитеты ултырышында раҫлана, әммә РСФСР Тәбиғәт ресурстары министрлығы нефть һәм газ предприятиеларының көслө ҡаршылығы һәм урындағы болансылыҡ хужалыҡтарының ризаһыҙлығы арҡаһында уны кире ҡаға.
Һөҙөмтәлә Гыдан ярымутрауының яҡын киләсәктә үҙләштерелмәйәсәк иң төньяҡ территорияларына ғына һаҡланыусы статусы биреү тураһында килешәләр. Әммә ҡурсаулыҡтың бындай ҡыҫҡартылған варианты ғилми берләшмә яғынан ҡырҡа ҡаршылыҡ тыуҙырҙа, тәү сиратта, Рәсәй Фәндәр академияһының ҡурсаулыҡтар буйынса комиссияһы һәм Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһының Төньяҡ проблемалары буйынса Советы яғынан. Әммә уларҙы тыңламайҙар.
1995 йылда Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министрлығының Үҙәк ғилми-тикшеренеү лабораторияһы ҡурсаулыҡты ойоштороу буйынса икенсе проект төҙөй, уны Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте 1996 йылдың октябрендә раҫлай. Һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре майҙаны алдағы проект менән сағыштырғанда 10 тапҡырға ҡыҫҡартылғанлыҡтан, Гыдан ярымутрауының типик (көньяҡ) тундраһы ҡурсаулыҡ сиктәренән ситтә ҡала. Шуға ла, ҡайһы бер экологтар фекеренсә, уны тулы вәкәләтле ҡурсаулыҡ тип атап булмай. Бынан тыш ҡурсаулыҡ биосфераға статусы бирелмәй, был да уның мөмкинлектәрен тарайта. 1999 йылда ғалимдар Е. В. Рогачева һәм Е. Е. Сыроечковский үҙҙәренең мәҡәләләренең береһендә ҡурсаулыҡ юҡ, ә барлыҡҡа килгәне зарарлы, тип белдерә[4].
Ҡурсаулыҡты бөтөрөү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Новатэк» компанияһы Гыдан ярымутрауында тәбиғи газ сығара һәм тәбиғи шыйыҡ газ етештереү заводы төҙөй, уның хаҡы 2019 йылда 19,3 млрд евро тип баһалана[5]. Экологтар уның артабанғы яҙмышына ҡарата борсола, сөнки ҡурсаулыҡ эргәһендә хужалыҡ эшмәкәрлеге яйлап киңәйә бара. Ысынлап та, «Арктика ТГС-2» проектын тормошҡа ашырыу менән бер үк ваҡытта тиерлек ҡурсаулыҡ милли парк итеп үҙгәртеп ҡорола (йәнәһе, ненец һәм энецтар ҡурсаулыҡ территорияһында ҡурсаулыҡ режимына тап килмәгән традицион хужалыҡ эшмәкәрлеге алып бара. Ҡурсаулыҡ территорияһында ненецтар һәм энеттар, йәнәһе, ҡурсаулыҡ режимына тап килмәгән традицион хужалыҡ эшмәкәрлеге алып баралар, тигән һылтау менән).
2008 йылда уҡ ҡурсаулыҡ территорияһын ҡыҫҡартыу инициативаһы менән «Ямал — вариҫтарға!» йәмәғәт берекмәһе сығыш яһай. Ул унан Монгаталанга һәм Матуй-Сале балыҡ тотоу факторияларын тартып алырға тәҡдим итә, сөнки улар, йәнәһе, экологик әһәмиәткә эйә түгел[6]. 2008 йылдың майында округ Думаһы рәйесе Сергей Харючи Гыдан ҡурсаулығын заказник әйләндерергә тәҡдим итә[7].
Этник әһәмиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Райондың тәбиғи ресурстарынан тыш, Гыдан ярымутрауына һаҡланыусы статусы биреү юғалыу хәүефе янаған этник гыдан ненецтары һәм энецтары популяцияларын һаҡлау өсөн дә мөһим. Ҡурсаулыҡ бөтөрөлгәндән һуң, Гыдан милли паркы «газ һәм нефтселәр үҙләштергән ерҙәрҙән ҡыуылған Ямалдың ерле күсмә халыҡтары өсөн резервацияға әйләндереләсәк», тип хәүефләнеүселәр бар[8]).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Приказ министерства природных ресурсов и экологии Российской Федерации от 27.12.2019 № 897 . ООПТ России. Дата обращения: 23 июнь 2022. Архивировано 24 август 2021 года.
- ↑ Ксения Редичкина. Заповедник «Гыданский» стал национальным парком . Парламентская газета (20 декабрь 2019). Дата обращения: 15 февраль 2021. Архивировано 7 август 2020 года.
- ↑ Гыданский | ООПТ России . Дата обращения: 28 май 2022. Архивировано 26 октябрь 2021 года.
- ↑ Гыданский заповедник 2008 йыл 16 май архивланған. на сайте «ООПТ России»
- ↑ ″Новатэк″ объявил о строительстве СПГ-терминала в Арктике | Новости из Германии о России | DW | 05.09.2019 . Дата обращения: 23 июнь 2022. Архивировано 28 май 2022 года.
- ↑ Члены правления районного отделения ассоциации «Ямал-потомкам!» обсудили вопрос о внесение изменений в Положение о Гыданском заповеднике (недоступная ссылка — история). — ТМП СМИ «Студия Факт»
- ↑ Гыданский государственный заповедник может стать муниципальным заказником. Архивировано из оригинала 27 сентябрь 2008 года. — ТМП СМИ «Студия Факт»
- ↑ Архивированная копия . Дата обращения: 28 май 2022. Архивировано 13 май 2021 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Калякин В. Н., Романенко Ф. А., Молочаев А. В., Рогачёва Э. В., Сыроечковский Е. Е. Гыданский заповедник // Заповедники России. Заповедники Сибири. — М.: Логата, 2000. — Т. II. — С. 47—55.