Езерский Дмитрий Сергеевич
Езерский Дмитрий Сергеевич | ||||||||||||||||||||||||
Хеҙмәт иткән урыны | ||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Ғәскәр төрө |
авиация | |||||||||||||||||||||||
Хеҙмәт итеү йылдары |
1941—1945 | |||||||||||||||||||||||
Хәрби звание | ||||||||||||||||||||||||
Часть |
Граждандар Һауа Флотының | |||||||||||||||||||||||
Наградалар һәм премиялар |
|
Езерский Дмитрий Сергеевич (28 февраль 1917 йыл — 22 ғинуар 2014 йыл) — СССР-ҙың граждандар авиацияһы лётчигы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Капитан (1945). Советтар Союзы Геройы (1945).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дмитрий Сергеевич Езерский 1917 йылдың 28 февралендә Рәсәй империяһының Жуковка ҡасабаһында (хәҙер — Рәсәй Федерацияһының Брянск өлкәһендәге ҡала) тимер юл эшсеһе ғаиләһендә тыуған. Милләте урыҫ.
Сабыйға бер йәш саҡта атаһы тимер юл фажиғәһендә һәләк була. Дмитрий ете йыллыҡ һәм ФЗУ мәктәбен тамамлай, урындағы механика заводына токарь булып эшкә урынлаша.
1938 йылда СССР Граждандар Һауа Флотының Ростов өлкәһе Батайск ҡалаһындағы авиация мәктәбен тамамлай. 1939 йылдың сентябренән йүнәлтмә буйынса Башҡортостанда, Граждандар Һауа Флотының 209-сы авиаотрядында лётчик-пилот булып эшләй. 1941 йылдың мартынан — Граждандар Һауа Флотының Украиналағы Киев айырым авиатөркөмө пилоты.
1941 йылдың июнендә, Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, Ҡыҙыл Армияға саҡырыла һәм Граждандар Һауа Флоты Киев айырым авиатөркөмөнөң Көньяҡ-Көнбайыш фронт штабы ҡарамағындағы 4-се авиаотряды пилоты итеп тәғәйенләнә. 1941 йылдың октябренән — Граждандар Һауа Флотының Көньяҡ-Көнбайыш фронттың 40-сы армияһы ҡарамағындағы авиация отрядында звено командиры, артабан Армия Хәрби советының шеф-пилоты була: армия командующийы һәм уның урынбаҫарҙарын йөрөтә.
1942 йылдың апрелендә фронттан саҡыртып алына һәм «Ли-2» менән C-47 «Дакота» транспорт самолёттарында осоу өсөн уҡырға ебәрелә. 1942 йылдың июленән Махсус тәғәйенешле Мәскәү авиатөркөмө пилоты, ә шул уҡ йылдың сентябренән —"Ли-2" һәм «Си-47» кораблдәре командиры. 1942 йылдың декабрендә был төркөм Граждандар Һауа Флотының 1-се транспорт авиацияһы дивизияһы итеп үҙгәртелә һәм Внуковола урынлаша. Нәҡ ошонан Д. С. Езерский дошман тылына төнгө осоштар яһай: партизандарға ҡорал, һуғыш кәрәк-яраҡтары, медикаменттар, төрлө ҡорамал ташый, ауыр яралыларҙы алып ҡайта, шулай уҡ дошман тылына махсус десант группалары алып бара, разведка осоштары яһай[1].
1944 йылдың 10 июленән 1945 йылдың 20 мартына тиклем — югослав партизандары һәм Югославия Халыҡ-азатлыҡ армияһы эшмәкәрлеген тәьмин итеү өсөн ойошторолған Махсус тәғәйенешле авиация төркөмөнөң экипаж командиры. Төркөм составында көньяҡ Италияның Бари ҡалаһы[2] янындағы аэродромдарҙан Адриатик диңгеҙ аша 66 осош яһай, шуларҙың 47-һендә партизандар хәрәкәт иткән биләмәләргә төшөп ултырыу менән була. 352 яраланы алып сыға, фронт линияһы аша 487 югослав һалдат һәм офицерын алып бара, командованиеның башҡа заданиеларын уңышлы үтәй.
Һуғышты махсус тәғәйенләнештәге 2-се авиация дивизияһының 3-сө транспорт авиацияһы полкында тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы барышында Д. С. Езерский дошман тылына ғына ла 226 төнгө осош яһай, шуларҙың 78-дә партизандар әҙерләгән майҙансыҡтарға төшөп ултыра. Уның ошо хәрби осоштарының бер осорағы түбәндәгесә һүрәтләнә:
1944 йылдың 30 авгусынан 31-нә ҡарата төндә өлкән лейтенант Езерский Югославия Халыҡ-азатлыҡ армияһы 1-се корпусының дошман тылындағы биләмәләрендә урынлашҡан майҙансығына разведка яһай. Уны югославтар авиация белгестәренән башҡа әҙерләй. Майҙансыҡтан ни бары 12 километр алыҫлыҡта ғына дошман ғәскәре торғанынан башҡа майҙансыҡ хаҡында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт булмай. Унда артиллерия дивизионын алып барырға кәрәк була. Майсансыҡтың насар сифаты арҡаһында инглиздар унда осоуҙан һәм төшөп ултырыуҙан ҡырҡа баш тарта.
Һанап кителгән сәбәптәр тыуҙырған оло хәүефкә ҡарамаҫтан, өлкән лейтенант Зерский майҙансыҡҡа самолетын бик оҫта ултырта, уны һүрәтләп, схемаһын төҙөй, майҙансыҡты яҡшыртыу буйынса кәрәкле кәңәштәр бирә һәм бының менән Авиатөркөмдөң башҡа осоштарының тулы уңышын тәьмин итә.
— Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
Германия фашизмы менән көрәш фронтында командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм батырлыҡ күрһәткәне өсөн СССР Юғары Советы Пезидиумының 1945 йылдың 29 июнендәге Указы менән өлкән лейтенант Езерский Дмитрий Сергеевичҡа, Ленин ордены һәм 7616-сы «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.
1945 йылдың ноябрендә капитан Езерский запасҡа сығарыла һәм Граждандар Һауа Флоты авиаотрядтарының Внуково берекмәһендә эшләүен дауам итә. 1947 йылдың февраленән — халыҡ-ара һауа юлдарын хеҙмәтләндергән «Си-47» карабы командиры. 1948 йылда Граждандар Һауа Флотының Ташкент юғары осоу әҙерлеге мәктәбен тамамлай. 1950-сы йылдарҙа Төньяҡ Йемендә эшләй.
1959 йылда сәләмәтлеге буйынса Дмитрий Езерский осоу эштәренән бушатыла һәм Граждандар Һауа Флотының Баш идаралығына (1964 йылдан Граждандар авиацияһы министрлығы) инженер итеп күсерелә, артабан бында һауа хәрәкәттәре буйынса өлкән инспектор була. 1977 йылдан — Шереметьево аэропортының уҡыу-күнекмә отрядында уҡытыусы, 1981 йылдан — пенсияла.
Мәскәүҙә йәшәй. «Сокол» ҡасабаһының Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советының рәйес урынбаҫары булараҡ, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша[3] в Москве, член Совета ветеранов гражданской авиации и Клуба «Опыт»[4].
2014 йылдың 22 ғинуарында вафат була[5][6]. Троекуров зыяратында ерләнә.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Атаһы — Сергей Владиславович (1884—1918), эш урынында фажиғәле һәләк була.
- Әсәһе — Езерская Татьяна Макаровна (1886—1977).
- Ҡатыны — Захарова Надежда Дмитриевна (1914—1998).
- Улы — Езерский Сергей Дмитриевич (1948 йылда тыуған).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройы (29.06.1945)
- Ленин ордены (29.06.1945)
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (21.04.1943)
- Ике 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (4.05.1944, 11.03.1985)
- Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (23.02.1942, 3.11.1943)
- «Почёт Билдәһе» ордены
- «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы
- «Севастополде обороналаған өсөн» миҙалы
- СССР-ҙың башҡа миҙалдары
- Югославияның 1-се дәрәжә Партизан Даны ордены
- Югославия Хәрби-Һауа көстәренең почётлы пилоты (алтын түш билдәһе менән)
- Брянск өлкәһе Жуков районының почётлы гражданы.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Аэрофлот» авиакомпанияһы 2011 йылдың авгусында алған Sukhoi Superjet 100 самолёттарының икенсеһена Дмитрий Езерский исеме бирелә — борт RA-89002[7][8]. 2014 йылдың ғинуар аҙағында Борт RA-89002 яңы версиялағы «full» RA-89032 менән алыштырыла һәм уға ла Д. Езерский бирелә.
- Брянск өлкәһенең Герой тыуған Жуковка ҡалаһы 1-се лицейы С. Езерский исемен йөрөтә[1][9]. Лицей бинаһы стенаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Гражданская авиация во фронтовом небе 2014 йыл 22 февраль архивланған..
- ↑ Город русских лётчиков(недоступная ссылка).
- ↑ «Легенды парят в небесах, хотя их слагают на земле» — публикация о районе — Район Сокол . Дата обращения: 20 ноябрь 2011. Архивировано из оригинала 17 апрель 2011 года. 2011 йыл 17 апрель архивланған.
- ↑ Клуб «Опыт» — Международная ассоциация руководителей авиационных предприятий.
- ↑ Жуковские новости. Езерский Дмитрий Сергеевич 2014 йыл 29 ноябрь архивланған..
- ↑ Журнал «Авиасоюз». Ушёл из жизни Дмитрий Сергеевич Езерский. Некролог.
- ↑ Sukhoi Superjet 100-95B — Самолёт Д. Езерский. (инг.).
- ↑ Aeroflot RA-89002 (Sukhoi SuperJet 100 — MSN 95010). (инг.).
- ↑ Официальный сайт Лицея № 1 г. Жуковки Брянской область .
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Герои Советского Союза — наши земляки. — Брянск, 1965.
- Крылья партизанской славы // Гражданская авиация. — 1995. — № 5. — С. 2-3.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Антон Бочаров. Езерский Дмитрий Сергеевич . «Герои страны» сайты. Дата обращения: 29 июль 2020.
- Езерский Дмитрий Сергеевич на сайте «Деятели Брянского края».
- Езерский Дмитрий Сергеевич
- Езерский Дмитрий Сергеевич
- Д. С. Езерский на сайте «Авиаторы второй мировой».
- Алфавит буйынса шәхестәр
- СССР хәрби осоусылары
- СССР офицерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- «Ватан һуғышы партизанына» миҙалы менән наградланыусылар
- «Ленинград оборонаһы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 40 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Жуков миҙалы менән наградланыусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 50 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 60 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр