Езерский Дмитрий Сергеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Езерский Дмитрий Сергеевич
Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғәскәр төрө

авиация

Хеҙмәт итеү йылдары

1941—1945

Хәрби звание
Капитан ВВС СССР
Капитан ВВС СССР
Часть

Граждандар Һауа Флотының
1-се транспорт авиацияһы дивизияһы

Наградалар һәм премиялар
Советтар Союзы Геройы
Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Почёт Билдәһе» ордены
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
Медаль «Партизану Отечественной войны» I степени
«Ленинград оборонаһы өсөн» миҙалы
«Ленинград оборонаһы өсөн» миҙалы
Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңәүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңәүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
«50 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
«50 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
Медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР»
Медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР»
«70 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
«70 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
Жуков миҙалы
Жуков миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңәүгә 50 йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңәүгә 50 йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 60 йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 60 йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңәүгә 65 йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңәүгә 65 йыл» юбилей миҙалы

Езерский Дмитрий Сергеевич (28 февраль 1917 йыл — 22 ғинуар 2014 йыл) — СССР-ҙың граждандар авиацияһы лётчигы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Капитан (1945). Советтар Союзы Геройы (1945).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дмитрий Сергеевич Езерский 1917 йылдың 28 февралендә Рәсәй империяһының Жуковка ҡасабаһында (хәҙер — Рәсәй Федерацияһының Брянск өлкәһендәге ҡала) тимер юл эшсеһе ғаиләһендә тыуған. Милләте урыҫ.

Сабыйға бер йәш саҡта атаһы тимер юл фажиғәһендә һәләк була. Дмитрий ете йыллыҡ һәм ФЗУ мәктәбен тамамлай, урындағы механика заводына токарь булып эшкә урынлаша.

1938 йылда СССР Граждандар Һауа Флотының Ростов өлкәһе Батайск ҡалаһындағы авиация мәктәбен тамамлай. 1939 йылдың сентябренән йүнәлтмә буйынса Башҡортостанда, Граждандар Һауа Флотының 209-сы авиаотрядында лётчик-пилот булып эшләй. 1941 йылдың мартынан — Граждандар Һауа Флотының Украиналағы Киев айырым авиатөркөмө пилоты.

1941 йылдың июнендә, Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, Ҡыҙыл Армияға саҡырыла һәм Граждандар Һауа Флоты Киев айырым авиатөркөмөнөң Көньяҡ-Көнбайыш фронт штабы ҡарамағындағы 4-се авиаотряды пилоты итеп тәғәйенләнә. 1941 йылдың октябренән — Граждандар Һауа Флотының Көньяҡ-Көнбайыш фронттың 40-сы армияһы ҡарамағындағы авиация отрядында звено командиры, артабан Армия Хәрби советының шеф-пилоты була: армия командующийы һәм уның урынбаҫарҙарын йөрөтә.

1942 йылдың апрелендә фронттан саҡыртып алына һәм «Ли-2» менән C-47 «Дакота» транспорт самолёттарында осоу өсөн уҡырға ебәрелә. 1942 йылдың июленән Махсус тәғәйенешле Мәскәү авиатөркөмө пилоты, ә шул уҡ йылдың сентябренән —"Ли-2" һәм «Си-47» кораблдәре командиры. 1942 йылдың декабрендә был төркөм Граждандар Һауа Флотының 1-се транспорт авиацияһы дивизияһы итеп үҙгәртелә һәм Внуковола урынлаша. Нәҡ ошонан Д. С. Езерский дошман тылына төнгө осоштар яһай: партизандарға ҡорал, һуғыш кәрәк-яраҡтары, медикаменттар, төрлө ҡорамал ташый, ауыр яралыларҙы алып ҡайта, шулай уҡ дошман тылына махсус десант группалары алып бара, разведка осоштары яһай[1].

1944 йылдың 10 июленән 1945 йылдың 20 мартына тиклем — югослав партизандары һәм Югославия Халыҡ-азатлыҡ армияһы эшмәкәрлеген тәьмин итеү өсөн ойошторолған Махсус тәғәйенешле авиация төркөмөнөң экипаж командиры. Төркөм составында көньяҡ Италияның Бари ҡалаһы[2] янындағы аэродромдарҙан Адриатик диңгеҙ аша 66 осош яһай, шуларҙың 47-һендә партизандар хәрәкәт иткән биләмәләргә төшөп ултырыу менән була. 352 яраланы алып сыға, фронт линияһы аша 487 югослав һалдат һәм офицерын алып бара, командованиеның башҡа заданиеларын уңышлы үтәй.

Һуғышты махсус тәғәйенләнештәге 2-се авиация дивизияһының 3-сө транспорт авиацияһы полкында тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы барышында Д. С. Езерский дошман тылына ғына ла 226 төнгө осош яһай, шуларҙың 78-дә партизандар әҙерләгән майҙансыҡтарға төшөп ултыра. Уның ошо хәрби осоштарының бер осорағы түбәндәгесә һүрәтләнә:

1944 йылдың 30 авгусынан 31-нә ҡарата төндә өлкән лейтенант Езерский Югославия Халыҡ-азатлыҡ армияһы 1-се корпусының дошман тылындағы биләмәләрендә урынлашҡан майҙансығына разведка яһай. Уны югославтар авиация белгестәренән башҡа әҙерләй. Майҙансыҡтан ни бары 12 километр алыҫлыҡта ғына дошман ғәскәре торғанынан башҡа майҙансыҡ хаҡында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт булмай. Унда артиллерия дивизионын алып барырға кәрәк була. Майсансыҡтың насар сифаты арҡаһында инглиздар унда осоуҙан һәм төшөп ултырыуҙан ҡырҡа баш тарта.

Һанап кителгән сәбәптәр тыуҙырған оло хәүефкә ҡарамаҫтан, өлкән лейтенант Зерский майҙансыҡҡа самолетын бик оҫта ултырта, уны һүрәтләп, схемаһын төҙөй, майҙансыҡты яҡшыртыу буйынса кәрәкле кәңәштәр бирә һәм бының менән Авиатөркөмдөң башҡа осоштарының тулы уңышын тәьмин итә.

Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында

Германия фашизмы менән көрәш фронтында командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм батырлыҡ күрһәткәне өсөн СССР Юғары Советы Пезидиумының 1945 йылдың 29 июнендәге Указы менән өлкән лейтенант Езерский Дмитрий Сергеевичҡа, Ленин ордены һәм 7616-сы «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.

1945 йылдың ноябрендә капитан Езерский запасҡа сығарыла һәм Граждандар Һауа Флоты авиаотрядтарының Внуково берекмәһендә эшләүен дауам итә. 1947 йылдың февраленән — халыҡ-ара һауа юлдарын хеҙмәтләндергән «Си-47» карабы командиры. 1948 йылда Граждандар Һауа Флотының Ташкент юғары осоу әҙерлеге мәктәбен тамамлай. 1950-сы йылдарҙа Төньяҡ Йемендә эшләй.

1959 йылда сәләмәтлеге буйынса Дмитрий Езерский осоу эштәренән бушатыла һәм Граждандар Һауа Флотының Баш идаралығына (1964 йылдан Граждандар авиацияһы министрлығы) инженер итеп күсерелә, артабан бында һауа хәрәкәттәре буйынса өлкән инспектор була. 1977 йылдан — Шереметьево аэропортының уҡыу-күнекмә отрядында уҡытыусы, 1981 йылдан — пенсияла.

Мәскәүҙә йәшәй. «Сокол» ҡасабаһының Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советының рәйес урынбаҫары булараҡ, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша[3] в Москве, член Совета ветеранов гражданской авиации и Клуба «Опыт»[4].

2014 йылдың 22 ғинуарында вафат була[5][6]. Троекуров зыяратында ерләнә.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Атаһы — Сергей Владиславович (1884—1918), эш урынында фажиғәле һәләк була.
  • Әсәһе — Езерская Татьяна Макаровна (1886—1977).
  • Ҡатыны — Захарова Надежда Дмитриевна (1914—1998).
  • Улы — Езерский Сергей Дмитриевич (1948 йылда тыуған).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Sukhoi Superjet 100 Аэрофлота «Дмитрий Езерский».
  • «Аэрофлот» авиакомпанияһы 2011 йылдың авгусында алған Sukhoi Superjet 100 самолёттарының икенсеһена Дмитрий Езерский исеме бирелә — борт RA-89002[7][8]. 2014 йылдың ғинуар аҙағында Борт RA-89002 яңы версиялағы «full» RA-89032 менән алыштырыла һәм уға ла Д. Езерский бирелә.
  • Брянск өлкәһенең Герой тыуған Жуковка ҡалаһы 1-се лицейы С. Езерский исемен йөрөтә[1][9]. Лицей бинаһы стенаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Герои Советского Союза — наши земляки. — Брянск, 1965.
  • Крылья партизанской славы // Гражданская авиация. — 1995. — № 5. — С. 2-3.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]