Дәүләтов Әбдрәүеф Ғәни улы
Дәүләтов Әбдрәүеф Ғәни улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 14 (27) март 1916 |
Тыуған урыны | Хәлил, Верхнеурал өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 27 октябрь 1943 (27 йәш) |
Вафат булған урыны | Брагин районы[d], Полесье өлкәһе[d], Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Ерләнгән урыны | Брагин районы[d] |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Хәрби звание | поручик[d] |
Һуғыш/алыш | Совет-поляк һуғышы (1939)[d] һәм Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Дәүләтов Әбдрәүеф (Ғәбдрәүеф) Ғәни улы (27 март 1916 йыл — 27 октябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир-кавалерист, 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкы пулемёт взводы командиры, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әбдрәүеф (Ғәбдрәүеф) Ғәни улы Дәүләтов 1916 йылдың 27 мартында Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Хәлил ауылында эшсе ғаиләһендә тыуған. Милләте — башҡорт. Ете класс тамамлай. 1937—1938 йылдарҙа — янғындан һаҡлау начальнигы, һуңынан — шахтер булып эшләй.
1938—1940 йылдарҙа — Ҡыҙыл Армияла.
1943 йылдан Үҙәк һәм Белоруссия фронттарында хеҙмəт итə.
РККА-ның поляк походында ҡатнаша. Демобилизациянан һуң всеобуч инструкторы булып эшләй, артабан — Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы хәрби комиссариаты инструкторы. 1942 йылдың октябрендә РККА-ға ҡабаттан саҡыртыла. Өфөлә «Выстрел» курсы филиалын тамамлай. 1943 йылдың мартынан — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 1943 йылдың сентябренән гвардия лейтенанты Дәүләтов — 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкының пулемёт взводы командиры (Үҙәк фронты, 61-се армия. 7-се гвардия кавалерия корпусы). Днепр өсөн алыштарҙа айырыуса ҡаһарманлыҡ күрһәтә[1].
Батырлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1943 йылдың 26 сентябренән 27 сентябренә ҡараған төндә Нивки ауылы тирәһендә (Белоруссия, Гомель өлкәһе, бБагин районы) беренселәрҙән булып Днепр аша сыға. Ҡаршы ярға сыҡҡан саҡта пулемёт расчеты сафтан сыға һәм Дәүләтов яңғыҙ ҡалып, дошман һалдаттарына ут аса һәм уларҙы траншеяла йәшенергә мәжбүр итә. Яугирҙар менән артабанғы кәмә килеп еткәс, улар менән бергә дошман траншеяһына бәреп инә һәм шәхсән үҙе 6 немец һалдатын юҡ итә, ә берәүһен әсирлеккә ала[1].
1943 йылдың 27 октябрендә алышта батырҙарса һәләк була. Асаревичи ауылында (Белоруссия, Гомель өлкәһе) Туғандар ҡәберлегендә ерләнә[1].
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указына ярашлы, немец баҫҡынсылары менән көрәштә фронт командованиеһының хәрби заданиеларын өлгөлө башҡарғаны һәм уны үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия лейтенанты Дәүләтов Әбдрәүеф Ғәни улына «Советтар Союзы Геройы» исеме[2]. менән бергә Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы бирелгән (үлгәндән һуң)[1][3][4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройы (1944)
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (15.01.1944)[5]
- Ленин ордены (15.01.1944)
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (31.10.1943)[6]
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хәлил ауылында (Башҡортостандың Әбйәлил районы) Герой хөрмәтенә мәктәп кә уның исеме бирелгән[2].
- Ғ. Ғ. Дәүләтовтың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Дәүләтов Әбдрәүеф Ғәни улы . «Герои страны» сайты.
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043/793756, д. 3/13, л. 26; 13, 14)
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 118, л. 2, 32, 33)
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дәүләтов Әбдрәүеф Ғәни улы . «Герои страны» сайты.
- Дәүләтов Әбдрәүеф Ғәни улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 26 март 2021)
- Дәүләтов Әбдрәүеф Ғәни улы . Республика Хәрби Дан музейы. Дата обращения: 18 июль 2015.
Был герой тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
- 27 мартта тыуғандар
- 1916 йылда тыуғандар
- Ырымбур губернаһында тыуғандар
- 27 октябрҙә вафат булғандар
- 1943 йылда вафат булғандар
- Брагин районында вафат булғандар
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Днепр өсөн алышта ҡатнашыусылар
- Советтар Союзы Геройҙары (Башҡортостан)
- Советтар Союзы Геройҙары:Әбйәлил районы
- Башҡорттарҙан Советтар Союзы Геройҙары
- Советтар Союзы Геройҙары:112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы
- Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр