Эстәлеккә күсергә

Ергәйеш (йылға)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ергәйеш
Ҡайҙа ҡоя Бүжән (Ҡаҫмарт ҡушылдығы)
Илдәрҙә объекттың бассейны Рәсәй
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы һәм Ырымбур өлкәһе
Оҙонлоҡ 22 km
Карта

Ергәйеш — Башҡортостандың Ейәнсура районы, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы[1] биләмәләрендә аға. Бүжән йылғаһы ҡушылдығы. Йылға оҙонлоғо 22 км.

Ейәнсура тыуған яҡты өйрәнеүсеһе Марат Түләбаев фекеренсә, Ырымбур генерал-губернаторы В. А. Перовскийҙың 1859 йылдың 27 майындағы фарманы буйынса Буранғол, Бикташ (хәҙерге Ҡыуандыҡ районы) ауылдарынан бер нисә ғаилә күсерелә. Күсеүселәр араһында Әбелфәиз Әбсәләмов була. Ауылға уның исеме бирелә. Әбелфәйез исеме яйлап Әбүләискә әүерелә[2]. Әбүләис йылғаһының халыҡ араһында таралған тағы бер атамаһы бар: Ергәйеш. Әбүләис йылғаһы буйында ултырған Әбүләис ауылын да ике төрлө атап йөрөтәләр: Әбүләйес, Ергәйеш (русса: Зиргашево булған элегерәк)

Һыу реестры мәғлүмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Яйыҡ һыу бассейны округына ҡарай. Бәләкәй йылға бассейны — Ҡаҫмарт йылғаһына ҡоя, йылға бассейны — Яйыҡ (Рәсәй бассейны өлөшө).

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса:

- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010000512112200005676 - Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 112200567 - Бассейн коды — 12.01.00.005 - ГӨ буйынса номеры — 12 - ГӨ буйынса сығарылышы — 2

  1. «Һидротехник Корылмалар һәм дәүләт су кадастрының Русия Үзәк реестры».
  2. Марат Түләбаев. Йәнтөйәктең хәтер хазинаһы. — Өфө; ДУП "Өфө полиграфкомбинаты", 2005. 214 бит